Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Милли проекттар
17 Февраль 2023, 04:55

Фатирҙарығыҙ ҡотло булһын!

Ҡариҙелдәге был йорт 2021 йылда төҙөлә башлай. 

Фатирҙарығыҙ ҡотло булһын!Фатирҙарығыҙ ҡотло булһын!
Фатирҙарығыҙ ҡотло булһын!

Ошо көндәрҙә Ҡариҙел ауылының Йәштәр биҫтәһендәге Парк урамында урынлашҡан яңы өс ҡатлы йорт йәшәү өсөн тулыһынса әҙер. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеүҙе тәьмин итеү” федераль проектына ярашлы төҙөлгән.

24 фатирлы йорт 2021 йылда һалына башлай. Бөтә фатирҙарҙа ла эске биҙәү эштәре башҡарылған, сантехника һәм электр плитәләре, янғын хәүефһеҙлеге ҡулайламалары ҡуйылған. Ихатала балалар майҙансығы, ял зонаһы бар.

Яңы фатирҙарға Гагарин урамындағы 7-се, Коммуналь урамдағы 4-се һәм Комсомол урамыындағы 24-се авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгәндәр күскән. 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас