

12 мартта Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса марафон үткәрелә. Унда Өфөләге хосписҡа ла ярҙам итеп буласаҡ. Әлеге ваҡытта стационар төҙөлөшө бара. Ул 2019 йылдан эшләй һәм дауалап булмаған сирҙәр менән яфаланған өлкәндәргә, балаларға өйҙәрендә ярҙам итә. Хәйриә фонды пациенттарҙың тормошон еңеләйтеү өсөн ҡорамалдар, махсус туҡланыу, гигиена кәрәк-яраҡтары ала, уларҙың яҡындарына булышлыҡ итә. Хоспистағыларға ярҙам итеү, шулай уҡ ҡорамалдар һатып алыу хәйриә аҡсаһына атҡарыла.
2023 йылдың тәүге яртыһында хоспистың стационарын асыу планлаштырыла. Ул онкология, генетика, неврология сирҙәре менән яфаланған йөҙләгән кешегә ярҙам итә аласаҡ.
Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/521251/
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан