

Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктының иҫке бинаһы урынына яңыһы төҙөлә.
Әле ваҡытта урындағы халыҡтың әүҙем ярҙамы һәм Төрөмбәт ауыл Советы хакимиәте ҡатнашлығында иҫке бинаны һүтеү һәм төҙөлөш өсөн биләмә әҙерләү буйынса эш алып барыла. Яҡын арала төҙөлөштөң беренсе этабы башлана, бина нигеҙенә свай ҡағалар.
– Был районда һуңғы йылдарҙа төҙөлгән алтынсы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты. Яңы бина йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин ителәсәк. Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уны тейешле медицина ҡорамалдары менән дә йыһазландыралар. Фельдшер-акушерлыҡ пункты өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла – бөтәһе 424 кешене хеҙмәтләндерәсәк, – тине Талбазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Роберт Иштуков.
Әйткәндәй, ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү” программаһына ярашлы төҙөлә. Быйыл Башҡортостанда 75 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу көтөлә.
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан