1960 йылдарҙа уҡ нигеҙ һалынған Үтәк драма коллективы бик күп спектаклдәр әҙерләп, ауылдаштары алдында сығыш яһауҙан тыш, тирә-яҡ ауыл клубтарында ла көтөп алынған театр булды. Күгәрсен районы ҡыҙы Рәзилә Ғиззәтуллина, тормош юлдашы Илдар Ғиззәтуллин менән эш башлағас, драма коллективы Т.Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар”, “Нигеҙ ташы”, “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр”, Р.Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары”, К.Аҡбашевтың “Һипкелле ҡыҙ”, М.Кәримдең “Айгөл иле” һәм башҡа бик күп спектаклдәр әҙерләп ҡуйҙы. Ә инде 2000 йылда Х.Ибраһимовтың “Башмағым” спектакле менән “халыҡ театры” исемен яуланылар.
Тормош көткәндә матди байлыҡ ни тиклем кәрәк булһа, күңел күтәрерлек, йөрәк ҡылдарын тирбәтерлек зауыҡлы мәҙәни саралар ҙа бик кәрәк.Сәхнә - тәрбиәнең түре, тип әйткем килә. Мәҙәни кимәлебеҙ ни тиклем юғары булһа, киләсәк йәшәйешебеҙ, көнкүрешебеҙ яҡты, өмөтлө буласаҡ.
Быйыл Үтәк театры яңы спектаклдәр әҙерләп, үҙҙәрендә генә түгел, Яңғыҙҡайын, Игенйылға, Туғай һәм Красноусол тамашасылары алдында ла сығыш яһауҙарына бик һөйөндөм. тимәк, Рәзилә Сәхи ҡыҙы яңынан эш башлап, күп йылдар туҡтап торған халыҡ театрына йән өрөп, эшен йәнләндерҙе. Мәҙәниәт усағы яңынан терелеп, тамашасыларына күңел йылыһын тарата башланы.
Заманында халыҡ исемен яулауҙа китапханасы Фәнүзә Килмөхәмәтова, ирле-ҡатынлы Әнисә менән Әнүәр Арыҫлановтар, Лилиә һәм Фәнис Мөхәмәтйәновтар, Рауил Раҡаев кеүек һәләтле һәүәҫкәрҙәр үҙ өлөшөн индергән театр артабан да йәшәргә, эшләргә, ижад итергә, тамашасыларын яңынан-яңы спектаклдәр менән һөйөндөрөргә тейеш. 9 мартта ҡуйған Әзербайжан драматургы М.Шамхаловтың “Ҡәйнә” комедияһы Красноусол тамашасыларына ла ифрат оҡшаны, һәр актёр ролен килештереп, оҫта итеп асып бирҙе. Ролдәрҙе: Йәннәт - Рәзилә Ғиззәтуллина, Сәғиҙә - Рәүилә Арыҫланова, Мөләйем - Ғәлиә Әмерханова, Аяз - Радмир Ғиззәтуллин, Илдар - Радик Арыҫланов, Вәли - Денис Ғиззәтуллин, Афәт (Зарифа) - Эльвира Данилова, Хәтирә - Гөлназ Маннанова башҡарҙы. "Тормош театр кеүек" проектының грант аҡсаһына сәхнә аппаратуралары, йыһаздар, костюмдар алғандар, декорациялар эшләткәндәр.
Киләсәктә лә Үтәк драма коллективына һәләтле артис-тар, көслө спектаклдәр менән тамашасыларын һөйөндөрөргә яҙһын.
Районыбыҙҙың барлыҡ халыҡ театрҙарын, драма коллективтарын Халыҡ-ара театр көнө менән ихлас ҡотлайым. Ижади уңыштар, яңынан-яңы асыштар теләйем.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА.
Сығанаҡ: "Табын" гәзите.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан