Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Апрель 2023, 16:05

Ҡурған башҡорттары

Был төбәктән ҙур шәхестәр сыҡҡан.

Ҡурған башҡорттары
Ҡурған башҡорттары

25 мартта Ҡурған өлкәһенең Әлмән ауылында "Ҡурған ерендә тыуған күренекле башҡорттар" тип аталған Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ҡурғандағы коллегалары, Башҡортостандың Урал федераль округындағы һәм Пермь крайындағы вәкиллеге, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм урындағы район хакимиәте менән бергә ойошторҙо.

Быуат элгәре Әлмән районы икенсе төрлө аталған булған, әммә нәҡ ошонда ил тарихының боролошло мәлдәрендә – уҙған быуаттың 20-се йылдарында Башҡортостандың ғына түгел, ә Рәсәйҙең тарихы яҙылған, унда башҡорт халҡының сағыу вәкилдәре Шәрифйән Манатов, ағалы-ҡустылы Мағазовтар һәм Ғәлимйән Таған ҡатнаша. Ғ. Таған Венгрия һәм Германия фәнендә һиҙелерлек эҙ ҡалдыра.

Ҡурған өлкәһе хөкүмәте исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы департамент директоры урынбаҫары – эске сәйәсәт идаралығы начальнигы Евгений Сорогин сәләмләне.

– Үткәндәрҙең тарихи шәхестәре халыҡ хәтерендә һаҡланырға тейеш. Күренекле эшмәкәрҙәрҙең атайсалында ошондай ғилми форумдар үткәреү бында йәшәүселәрҙә, айырыуса йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләүгә мөһим өлөш индерә, - тине ул.

Әлмән муниципаль округы башлығы Алексей Снежко был сараның иң беренсе дин-ара мөнәсәбәттәрҙе, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға арналғанын айырып билдәләне:

– Фәнни конференция XVII – XIX быуаттарға ҡыҫҡа сәйәхәт эшләп, күренекле кешеләрҙең хеҙмәттәренә, тыуған яғыбыҙҙың һәм Башҡортостан Республикаһының тарихына күҙ һалырға мөмкинлек бирер. Был форум аша данлы яҡташтарыбыҙ Ғәлимйән Тағанды, Шәриф Манатовты, Ғимран менән Сәйетгәрәй Мағазовтарҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов фекеренсә, “магистраль” фәнни үҙәктәрҙән тыш ойошторолған майҙансыҡтарға ихтыяж бөгөн бик ҙур.

– Бында ҡулъяҙмалар менән эшләгән, республикаларҙың, Рәсәй Федерацияһының төҙөлөү тарихын өйрәнгән ғалимдар, лингвистар бар. Заманса технологиялар, ҡайһы ерҙә булыуға ҡарамаҫтан, үҙ-ара аралашырға мөмкинлек бирә. Конструктив эшкә мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе йәлеп итеү өсөн быны ҡулланырға кәрәк. Һуңғы йылдар тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр эшенең мөһимлеген күрһәтте, шуға ла беҙ Ҡурған өлкәһенең фәнни-ғәмәли конференция үткәреү тәҡдимен хупланыҡ. Сара ғалимдар һәм тикшеренеүселәр менән аралашырға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә эштәрендә ярҙам итерлек фекерҙәр ишетергә булышлыҡ ҡыла. Бөгөнгө форумдың урындағы тикшеренеүселәр хеҙмәттәрендә, музей экспозицияларында сағылыш алырына, мәктәптәге тарих дәрестәрен байытырына шикләнмәйем, – тине ул.

Башҡортостандың Урал федераль округы һәм Пермь крайындағы даими вәкиле Әлфир Байымов сығышында ике тарихи фактҡа иғтибарҙы йүнәлтте: 102 йыл әүәл, 1919 йылдың 23 мартында, “Известия Всероссийского центрального исполнительного комитета Советов” гәзитендә Башҡорт Хөкүмәте менән Совет власы араһындағы Килешеү баҫылып сыға (был көн Башҡорт АССР-ы барлыҡҡа килеүҙең рәсми датаһы тип иҫәпләнә). Икенсеһе – 1919–1922 йылдарҙа Сафакүл һәм Әлмән районы биләмәләрендә Башҡорт АССР-ы составына ингән Ялан кантоны булыуы.

– Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһен күп быуатлыҡ уртаҡ тарих һәм мәҙәни-рухи бәйләнештәр берләштерә. Ҡурған башҡорттары үҙ тарихын, милли үҙенсәлеген һаҡлап ҡала алған. Бөгөн улар артабан үҫешкә табан юл алған. Конференция йәштәрҙә хәрби тарихҡа, рухи мираҫҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр, – тип билдәләне Әлфир Байымов.

Әлмән районының “Дуҫлыҡ” тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү халыҡ музейы мөдире Әнүәр Ҡыҙрасов “Ғәлимйән Таған, Шәриф Манатов, Ғимран менән Сәйетгәрәй Мағазовтар – Урал аръяғы улар менән ғорурлана” тигән темаға доклад менән сығыш яһаны.

Ҡурған өлкәһе башҡорттары тарихын ғалим, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев дауам итте.

Ҡурған дәүләт университетының Гуманитар институты етәксеһе, Рәсәй тарих йәмғиәтенең өлкә бүлеге советы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Денис Маслюженконың сығышы ла ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул урта быуаттар аҙағындағы Себер дәүләтселеге системаһында урын тотҡан Табын ырыуы вәкилдәре тураһында һөйләне.

Конференцияның иң ҡыҙыҡлы, тулҡынландырғыс өлөшө билдәле фамилияларҙы йөрөткән вәкилдәр сығышына бәйле ине.

– Минең исемем Галина. Тағановтар затынанмын... Тикшеренеүем бары тик бер исемде асыҡларға теләүҙән башланып китте – өләсәйемдең әсәһенең исемен белгем килде, – тип мөрәжәғәт итте йыйылған халыҡҡа Галина Федотова (Тағанова) һәм был тарихтың нимә менән тамамланғанын ентекле һөйләне.

Ғ. Тағандың ейәндәре, бүләләре лә үҙ тарихын бәйән итте. Даян фәнни форумға үҙенең улы Ғәлимйән менән килгән. Егет олатаһының олатаһы булған Ғ. Таған исемен йөрөтә. Ул Әлмән районының Тәңрекүл ауылында Ғ. Тағанға башҡорт, рус һәм венгр телдәрендә мемориаль таҡта ҡуйырға, хеҙмәттәрен башҡорт һәм рус телдәренә тәржемә итеп баҫтырып сығарырға, архив документтарын, хеҙмәттәрен йыйып, Башҡортостандың Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының һирәк китаптар һәм документтар бүлегендә һаҡларға тәҡдим итте.

Ҡурған өлкәһенән сыҡҡан арҙаҡлы башҡорттарға ҡағылышлы Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы фондтарында һаҡланған материалдар менән танышыу ҙа фәһемле булды.

Фәнни форум барышында Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары вәкилдәре Әлмән районы йәштәре, мәктәптең сығарылыш уҡыусылары менән һөнәр һайлауға бәйле осрашыу үткәрҙе.

Форум аҙағында сарала ҡатнашыусылар Ҡурған өлкәһенең ижади коллективтары әҙерләгән матур тамашаны ҡараны.

(Авторы - Фәнисә Таһирова,
Рәүилә Ғатауллина тәржемәһе).

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: