Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Апрель 2023, 09:25

Берәүҙәр - ҡортҡа, икенселәр туризмға тотонорға уйлай

Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ике проект ҡаралды.

Берәүҙәр - ҡортҡа, икенселәр туризмға тотонорға уйлай
Берәүҙәр - ҡортҡа, икенселәр туризмға тотонорға уйлай

Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ике проект ҡаралды. Артур Нафиҡов Һаҡмар йылғаһы буйлап һалда ағып төшөүҙе ойоштороу буйынса инвестиция проекты менән таныштырҙы. Ул Хәйбуллала әүҙем туризмды үҫтереүгә һәм ял көндәрендә төрлө туристик ял ойоштороуға йүнәлтелгән. Эшҡыуарлыҡты башлау өсөн Артур төрлө туристик ҡорамалдар (байдаркалар, катамарандар, ҡотҡарыу жилеттары, спорт инвентары һәм башҡалар) һатып алырға йыйына. Ғариза биреүсегә ҡорамал һатып алыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн туризмды үҫтереү буйынса муниципаль программа сиктәрендә конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителде.

Азамат Бохарбаев  оҙаҡ йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнә, Йәнтеш ауылында үҙенең “Баллы ожмах” умарталығын тота, төрлө район һәм республика сараларында, күргәҙмәләрендә һәм конкурстарҙа ҡатнаша. Умарталыҡ продукцияһы районда ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Хәҙер ул Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының бал ҡорто күстәре, умарталар һәм балды үлсәп төрөү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға “Агростартап” грант ярҙамы программаһында ҡатнашырға ниәтләй.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: