2023 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостандың бөтә фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын (“больничный”ҙарҙы) асыу һәм рецептура дарыуҙарын яҙып биреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Был хаҡта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткән йылға эш отчеты менән сығыш яһағанда белдерҙе.
Һуңғы өс йылда ғына республикала 258 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табиплыҡ амбулаторияһы сафҡа индерелгән. Улар 150 меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. 2022 йылда тиҙ төҙөлөүсе модулле 55 фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырылған, 32 медицина учреждениеһында капиталь ремонт үткәрелгән. ФАПтар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноһын яңыртыу проектына ярашлы төҙөлә.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufacity.info