Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Апрель 2023, 10:35

Иҫке Сибайҙа - яңы ҡыуаныс

"Яңы мәктәп төҙөүҙе халыҡ бик үтенде. Иҫке, авария хәлендәге йорт урынында матур, иркен йорт төҙөлгән. Тирә-йүнде төҙөкләндерәһе генә ҡалды. Иң мөһиме -хәҙер  балалар үҙ ауылдарында уҡый ала", — тип яҙа Радий Хәбиров.

Иҫке Сибайҙа - яңы ҡыуаныс
Иҫке Сибайҙа - яңы ҡыуаныс

 

Баймаҡ районына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иҫке Сибай ауылындағы яңы мәктәптә булды. Был хаҡта ул үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә.

Мәктәп "Мәғариф" проектына ярашлы төҙөлгән. 375 уҡыусыға иҫәпләнгән өс ҡатлы бина 30 йылдан күберәк хеҙмәт иткән һәм 2019 йылда авария хәлендәге иҫке мәктәп урынында төҙөлгән. Бинаның дөйөм майҙаны - 8 мең квадрат метрҙан артыҡ. Класс кабинеттарынан, спортзалдан, ашхананан, ҙур акттар залынан тыш, проектта үҙ ҡаҙанлыҡтары һәм ярҙамсы бүлмәләр ҙә ҡаралган.

Радий Хәбиров бер нисә уҡыу кабинетын ҡараны, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән аралашты. Улар республика етәксеһенә яңы мәктәп өсөн рәхмәт белдерҙе.

"Яңы мәктәп төҙөүҙе халыҡ бик үтенде. Иҫке, авария хәлендәге йорт урынында матур, иркен йорт төҙөлгән. Тирә-йүнде төҙөкләндерәһе генә ҡалды. Иң мөһиме -хәҙер  балалар үҙ ауылдарында уҡый ала", — тип яҙа Радий Хәбиров.

Фото: социаль селтәрҙәрҙән, glavarb.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: