Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Апрель 2023, 09:25

Тәбиғәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерәләр

Уҡыусылар, балалар, ата-әсәләр һәм мәктәп коллективы ҡапҡастарҙы йыйып, Өфө хосписының дауалап булмаҫлыҡ сирле балаларына ярҙам итеүгә һәм тәбиғәтте пластиктан таҙартыуға ҙур өлөш индерә.

Тәбиғәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерәләр
Тәбиғәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерәләр

Мораҡ ауылының 1-се урта мәктәбе уҡыусылары пластик ҡапҡастар йыйыу буйынса республика проектында әүҙем ҡатнаша, был сарала ҡатнашырға уларҙы “"Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркының экологик белем биреү буйынса бүлеге саҡырған.
Пластик шешәләр тормошта киң ҡулланыла. Улар бик уңайлы, ватылмай, еңел, ҡулланырға уңайлы. Әммә пластик шешәләр ҙә, уларҙың ҡапҡастары ла тирә-яҡ мөхит өсөн бик зыянлы. Уҡыусылар, балалар, ата-әсәләр һәм мәктәп коллективы ҡапҡастарҙы йыйып, Өфө хосписының дауалап булмаҫлыҡ сирле балаларына ярҙам итеүгә һәм тәбиғәтте пластиктан таҙартыуға ҙур өлөш индерә.

Сара «Экология» милли проектына ярашлы ойошторолдо. 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортоста

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: