Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк программаһына ярашлы, яңы ҡорамал алды. Электрокоагулятор аппараты операция блогында ҡулланыла. Яңы ҡорамал юғары йышлыҡлы электр тогы менән биологик туҡымаға тәьҫир итә. Уның ярҙамында яҡында ятҡан туҡымаларҙы бер юлы көйҙөрөү ысулы менән хирургик киҫемдәр яһайҙар. Был үҙ йәһәтендә ваҡ ҡан тамырҙарынан ҡан ағыуын кәметә.
– Бөгөн заман хирургияһын электрокоагуляторҙарҙан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын, – ти Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы баш табибы Андрей Палтусов. – Пациенттың һауығыуы өсөн табиптың белеме һәм оҫталығынан тыш, сифатлы медицина ҡорамалы булыуы ла шарт. Яңы ҡорамалды ҡулланыу операция оҙайлығын ҡыҫҡарта, ҡан юғалыуын кәметә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан