Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Май 2023, 11:15

Шәфҡәт туташтары, байрамығыҙ менән!

Хөрмәтле шәфҡәт туташтары! Байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Үҙегеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәхетле тормош теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Шәфҡәт туташтары, байрамығыҙ менән!
Шәфҡәт туташтары, байрамығыҙ менән!

Эльвира Рәмил ҡыҙы ИШБУЛДИНА – Ғафури Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы.
1995 йылда Красноусолда мәктәп тамамлағас, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортонда “Дөйөм практика фельдшеры” дипломына эйә булғас, Красноусол үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. 2009 йылда Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан иң яҡшы шәфҡәт туташын һайлау буйынса халыҡ араһында тауыш биреү уҙғарылып, еңеү яулай һәм Диплом менән бүләкләнә. Ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен районыбыҙҙа һаулыҡ һаҡлауға бағышлаған, эшен төплө белгән, яуаплы, иғтибарлы, грамоталы белгес 2018 йылдан алып баш шәфҡәт туташы йөгөн тарта. Үткән 2022 йылда Башҡортостанда тәүгеһенән социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү юлы менән уҙғарылған “Халыҡ шәфҡәт туташы” төбәк конкурсының муниципаль этабында ҡатнашып, “Халыҡ шәфҡәт туташы” исеменә лайыҡ булды һәм 1-се урын яуланы.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите.

Фото: "Табын" гәзите. 

Автор:
Читайте нас: