Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Июль 2023, 08:40

Балалар майҙансығы ла, баҙар ҙа кәрәк

Хәйбулла уңғандары был хаҡта етди уйлана. 

Балалар майҙансығы ла, баҙар ҙа кәрәк
Балалар майҙансығы ла, баҙар ҙа кәрәк

 

Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырыштарҙа ике яңы проект тәҡдим ителде.

Балалар уйын үҙәге буйынса проектты шәхси эшҡыуар Гөлкәй Сыңғыҙова тәҡдим итте. Улар ире Нур менән бер нисә йыл инде балалар күңел асыу саралары ойоштороу өлкәһендә эшләй. Уларҙың Аҡъяр ауылының мәҙәниәт һәм ял паркында тиры бар, шулай уҡ даими рәүештә Хәйбулланың һәм күрше райондарҙың ауылдарына таусыҡ, сылбырлы карусель һәм батут менән барып, ял ойоштороп ҡайталар. Былтырҙан алып Аҡъяр ауылы автовокзалы биләмәһендә уларҙың балалар уйын үҙәге уңышлы эшләй. Кәңәшмәлә Сыңғыҙовтар үҙҙәренең бизнесын үҫтереү буйынса яҡын һәм оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән пландары хаҡында һөйләне. Ултырышта ҡатнашыусылар теләктәрен еткерҙе, шулай уҡ эшҡыуар дәғүә итә алған дәүләт ярҙамы сараларын тәҡдим итте. 

Шәхси эшҡыуар Тәлғәт Дәүләткилдиндең Аҡъяр ауылы биләмәһендә баҙар төҙөү проекты тәүҙә быйыл май айында ҡаралды. Шул ваҡыттан алып инвесторҙың был проектты тормошҡа ашырыу буйынса өҫтәмә һорауҙары барлыҡҡа килгән. 

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: