Йәш кенә ғаиләнең башлығы Радик Ташбулат ауылында күп балалы ғаиләлә баш бала булып донъяға килгән. Атаһы – алдынғы механизатор, әсәһе урындағы ФАП-та йыйыштырыусы, мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгән. Ябай ғына башҡорт ғаиләһендә тыуған егет ата-әсәһенән үрнәк алып, бәләкәйҙән ҡара эшкә, хеҙмәткә өйрәнә. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Таштимерҙәге 93-сө һөнәрселек училищеһында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Һәр егеттең ил алдындағы фиҙаҡәр бурысы - әрме хеҙмәтен үтәп, Чечняла “ҡыҙыу нөктә”лә хеҙмәт итеп ҡайта. “Юбилейный” шифаханаһына водитель булып эшкә урынлаша һәм бөгөн дә тырышып хеҙмәт итә. Радик Ғәзиз улы райондағы “Боевое братство” ойошмаһының әүҙем ағзаһы, хәрби хәрәкәттәр ветераны.
Нурия иһә Байым ауылында Дамир һәм Зилдә Рамаҙановтарҙың ғаиләһендә тыуған. Әсәһе-алдынғы почтальонка. Нурия ла әсәһенең уң ҡулы булып, бала сағында Байым ауылында гәзит-журналдар тарата. Уҡыусы сағынан уҡ Рима Таһирова етәкләгән халыҡ театры түңәрәгенә йөрөй. Бейеү менән шөғөлләнә, яҙмышын сәхнә менән бәйләргә тигән уйҙар ҙа була, ләкин яҙмыш уны медицина өлкәһенә алып килә. Белорет медицина колледжында фельдшер һөнәрен үҙләштерә, Ташбулат ауылындағы ФАП-та эшләй. Бөгөнгө көндә “Юбилейный” шифаханаһында физкабинеттың шәфҡәт туташы.
Йүнсел, булдыҡлы йәштәрҙең танышыуы ла сәхнә менән бәйле. Нурия йөрөгән халыҡ театры коллективы төрлө ауылдарға гастролдәргә сыға, Ташбулат ауылына ла киләләр. Сәхнәлә ролде ихлас башҡарған һылыу ҡыҙ - Нурияны күреп, беренсе рәттә ултырған Радик тәү күреүҙән оҡшата. Ҡыйыу егет спектакль тамамланғас та барып таныша, артабан уларҙың дуҫлығы биш йыл буйына дауам итә. Бер-береһен һынағас, никахлашып, тормош юлын бергә етәкләшеп уҙырға вәғәҙәләшәләр. Байымдан килен булып төшкән Нурия уңғанлығы, бөтмөрлөгө менән дан ала. Йәш килен иртә яҙҙан ҡыяр үҫтерә, май айында үҙҙәренең ҡыярҙарын ашарға өлгөрә улар. Ишек алдын, өй эсен буй етмәҫлек гөл-сәскәләр биҙәй. Бөтә ерҙә таҙалыҡ хөкөм һөрөүе, һәр нәмәнең үҙ урынында булыуы хужабикәнең уңғанлығы хаҡында һөйләй. Радик та төшөп ҡалғандарҙан түгел, нимәгә тотонһа ла, ипле, ҡулы эш рәте белә. Трактор-машина ремонтлаһынмы, ағас эше менән булашһынмы, электр һуҙһынмы, өйгә һыу үткәрһенме — барыһына ла өлгөрә ул. Әйткәндәй, Радик Ғәзиз улы балалары өсөн ихата эсендә үҙ ҡулдары менән бәләкәй генә балалар майҙансығы яһаған.
Йәштәр икеһе лә тырыш ғаиләлә үҫкән, шуға үҙҙәре лә донъя ауыр тип тормай, гөрләтеп донъя көтә. Билаловтар хеҙмәттәштәре, ауылдаштары араһында абруй менән файҙалана, бар яҡтан башҡаларға үрнәк булып тора. Ташбулат ауылының Тау урамына үҙҙәренә оҡшағанса йорт һалып сыҡҡан йәштәр.
- Алла бирһә, көҙгә ҡарай газ үтергә тейеш, түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, йортҡа ремонт эшләргә тигән ниәт бар, - тип пландары менән уртаҡлашты ғаилә башлығы.
Тығыҙ эш араһында балалар тәрбиәләүгә лә тейешле иғтибар бүлә йәштәр. Билаловтар Залина тигән ҡыҙ менән Таһир исемле улан үҫтерәләр. Таһир унынсыны тамамлаған, йәйге каникулда үҙенә аҡса эшләү ниәте менән Яҡтыкүлдә эштә ине үҫмер егет. Ул хоккей менән ҡыҙыҡһына, “Салауат Юлаев” командаһының көйәрмәне. Химия, математика фәндәрен яратып өйрәнә, техника менән ҡыҙыҡһына, киләсәктә техник университет студенты булырға хыяллана. Залина быйыл дүртенсегә бара. Әсәһенә оҡшап торған һары сәсле, күк күҙле ҡыҙ ҡул эштәре менән мауыға, бейеүгә йөрөй, аш-һыу бүлмәһендә әсәһенең төп ярҙамсыһы.
-Икебеҙ ҙә икегә ике графигы менән эшләйбеҙ. Балаларҙы тәрбиәләргә лә, ваҡытыңды ғаиләгә бүлергә лә уңайлы был график, - ти Нурия Билалаова. - Өйҙән сыҡҡанда оҙатыусы кешең, һағынып ҡаршы алыусы балаларың, тормош юлдашың барҙа – эштең ауырлығы ла һиҙелмәй. Эштән арып-талып киткәндә лә, сирләп алғанда ла яҡын кешеләреңдең бер йылы һүҙе йәшәүгә көс-дәрт уята! Атай-әсәйҙәрҙең, туғандарҙың иҫән-һау булыуы, һайлаған йәрең менән менән тигеҙ, татыу ғүмер итеү, балаларҙың көндәлек сыр-сыуҙарына ҡыуаныуға бер ни тормай, ғаилә наҙын, йылылығын алмаштыра бер нимә лә алмаштыра алмай ул.
Йәш кенә булһалар ҙа, ғүмерҙең һәр миҙгеленең матурлығын, тәмен белеп, бер-береһен ҡәҙерләп, тормоштоң ваҡ-төйәк ығы-зығыһынан өҫтөн булып, балаларына матур тәрбиә биреп, атай-әсәһен, туған-тыумасаларын хөрмәтләп, татыулыҡта йәшәгән Билаловтар тиңдәштәренә өлгө булырлыҡ бынамын тигән башҡорт ғаиләһе тиергә була.
Сығанаҡ: "Осҡон"