Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июль 2023, 10:00

Етен орлоғо һорайҙар

Республикала агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау структураһында төп өлөш май тармағы тауарына тура килә.

Етен орлоғо һорайҙар
Етен орлоғо һорайҙар

Башҡортостандың Әлмөхәмәт һәм Дүртөйлө элеваторҙары ингән “РЕСА” компаниялар төркөмө йыл башынан 29,6 мең тонна етен орлоғон экспортҡа оҙатҡан. Ҡытайға контейнер поездары менән ебәрелгән.

Мәҫәлән, Әлмөхәмәт элеваторынан 19,5 мең тонна етен, йәки 12 контейнер составы оҙатылған. Дүртөйлө элеваторы экспортҡа 10,1 мең тонна, йәғни алты контейнер составы ебәргән.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: бөгөн республикала агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау структураһында төп өлөш май тармағы тауарына тура килә – 66 процент. Май орлоҡтары, спирттар, бал һәм башҡаларҙың экспорт өлөшө – 11 проценттан, иген туғыҙ проценттан ашып китә. Йыл башынан республикала иген экспорты һиҙелерлек артҡан.

 

Фото: fermer.ru

Мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:
Читайте нас: