Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәлил ИШБИРҘИН: “ Ун туғыҙ йыл ваҡыт әрәмгә үтте... Беҙ бик күпте юғалттыҡ...”

Исем-шәрифе бейеү сәнғәтен һөйөүселәргә танһыҡ үә ҡәҙерле булған сираттағы әңгәмәсем, талантлы балетмейстер хаҡында уйланғанда ни өсөндөр Мостай ағайҙың ошо шиғыры башымдан китмәне. Бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек береһенән-береһе сағыуыраҡ, береһенән-береһе үҙенсәлеклерәк һәм зауыҡлыраҡ бейеүҙәре менән сәхнәне дер һелкеткән һәләт эйәһе... Тәрән күңелле, уйсан ҡарашлы, хәҙер инде сәстәре саллана төшөп, маңлайында һырҙар артһа ла, йөрәгендә ижад ҡомары дөрләгән бейеү оҫтаһы – Хәлил ИШБИРҘИН...

“Тауҙар кешеләр шикелле –


Бейек булған һайын

Ғүмерҙәре бәхәслерәк,

Яҙмыштары ҡыйын.

Түбәләргә болот ҡунһа,

Тиҙ китергә ҡунмай:

Түбәләрҙә боҙҙар туңһа,

Тиҙ ирергә туңмай.

Иҫкән саҡта, елдәр унда

Иҫә зәһәрерәк,

Ҡаяларҙы онтап,

Йәшен

Уйнай хәтәрерәк.

Тауҙар зарланмай. Ғорурлыҡ

Баштарынан ашҡан

Кем ҡояш менән һин дә мин

Шул тауҙарҙан башҡа?..”

Исем-шәрифе бейеү сәнғәтен һөйөүселәргә танһыҡ үә ҡәҙерле булған сираттағы әңгәмәсем, талантлы балетмейстер хаҡында уйланғанда ни өсөндөр Мостай ағайҙың ошо шиғыры башымдан китмәне. Бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек береһенән-береһе сағыуыраҡ, береһенән-береһе үҙенсәлеклерәк һәм зауыҡлыраҡ бейеүҙәре менән сәхнәне дер һелкеткән һәләт эйәһе... Тәрән күңелле, уйсан ҡарашлы, хәҙер инде сәстәре саллана төшөп, маңлайында һырҙар артһа ла, йөрәгендә ижад ҡомары дөрләгән бейеү оҫтаһы – Хәлил Ишбирҙин... Һуңғы ике тиҫтә йылда юғалыбыраҡ торҙо ул. Үҙе лә күҙгә салынып йөрөмәне, исеме лә телгә алынып барманы. Әммә уның тарафынан һалынған бейеүҙәр ҡасандыр үҙе ойошторған Стәрлетамаҡ бейеү театры репертуарынан төшкәне, халыҡ хәтеренән юйылғаны юҡ...

Бына ул ҡаршымда ултыра. Башҡортостанда үтәсәк Татарстан көндәренә бағышланған сараға тип Баймаҡтан Өфөгә килгән. Башҡортостан концерт залында уҙасаҡ тамашала уның Татарстан ансамбле өсөн һалған бейеүе сәхнәләштерелергә тейеш икән. Алыҫ араларҙы яҡын итеп нәҡ ошо сараға тип килеүен аңларға була балетмейстерҙың. Үҙеңдең ижад емешеңде тамашасы хөкөмөнә сығара алыуҙан да ләззәтлерәк мәл бармы икән хореограф өсөн?! Хәйер, эштәрең яйлы саҡта, бейеү һалыр коллективың барҙа был хаҡта, бәлки, әллә ни уйлап та бирмәйһеңдер. Ә күңелең ижадҡа сарсағанда, көс-дәртең ташып торғанда уй-ниәттәреңде тормошҡа ашырырлыҡ мөмкинлегең булмаһа, балетмейстер өсөн аяныс хәл...

Хәлил Ишбирҙин менән әңгәмәлә һүҙ уның һоҡланғыс та, ҡаршылыҡлы ла ижад юлы, бейеү сәнғәте нескәлектәре хаҡында...

– Хәлил ағай, һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә күҙгә салынып барманығыҙ. Баҡтиһәң, һеҙ хәҙер Баймаҡта йәшәйһегеҙ икән...

– Ижадтан бушаған арала Баймаҡҡа ҡайтып ял итәм, шунда илһам сығанағы алам тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр. Ә былай үҙемде Баймаҡ кешеһе тип иҫәпләйем. Бала сағым шунда үтте. Шуға ул минең өсөн изге урын. Атайым менән әсәйем (Актер, ҡурайсы Әнүәр Ишбирҙин, бейеүсе Рәшиҙә Туйсина.– авт.) гастролдәргә йыш йөрөгәс, мәктәпкә барғансы тиерлек Баймаҡта ҡартәсәй янында Кәкреауылда йәшәнем. Һәм шуның менән ифрат бәхетлемен. Тәбиғәтте, ундағы кешеләрҙе яраттым. Хәтеремдә, ҡартәсәйем әкиәт урынына үҙебеҙҙең легендаларҙы һөйләй торғайны. Ә мин уны йотлоғоп тыңлайым. Ололарҙың һөйләшеүе лә беҙҙеке һымаҡ түгел бит. Уларҙың һәр һүҙе тәрән мәғәнәгә эйә. Был йәһәттән бөгөнгө балаларҙы йәлләйем мин. Сөнки ана шул өләсәйҙәрҙең ҡарһүҙҙәрен бер ниндәй замана технологияһы ла алмаштыра алмай. Мин, ғөмүмән, үҙемде бик бәхетле кеше тип иҫәпләйем. Тыумыштан уҡ шулай булды. Атайым менән әсәйемдән, ҡарсәйемдән, туғандарымдан, уҡытыусыларымдан, эшләгән коллективтарымдан уңдым. Малай ғына саҡтан уҡ өлкән быуын бейеүселәре менән аралашыу бәхете тейҙе. Ул ваҡытта Фәйзи Ғәскәров үҙе лә, Йәүҙәт Бикбирҙин, Йәнғәле Вәхитовтар ҙа иҫән ине. Өйгә лә йыш килә торғайнылар. Бейеү коллективында ла мине яҡын күрҙеләр.

– Өфөгә ауыл малайы булып килгәнһегеҙ. Ҡала тормошона өйрәнеп китеүе ҡыйын булманымы?

– Ауылдан килгәндә русса бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәй инем. Зорге урамында йәшәйбеҙ. Унда өйҙәр һирәк әле. Урамға сыҡһам, һөйләшемде бер кем аңламай. Ә мин – ихлас, асыҡ күңелле ауыл малайы, килеп тороп көслөмөн, ныҡмын, һис ниҙән тартынып тормайым. Башҡортса өндәшеүемә ғәжәпләнеп ҡарағастар: “Ниңә һеҙ мине аңламайһығыҙ ул?” – тип дәғүә белдерә-белдерә күрше малайҙар артынан саба инем. Беренсе класҡа 20-се ҡала башҡорт мәктәбенә барҙым. Атай-әсәйем оҙайлы гастролдәргә китһә, интернатта йәшәгән саҡтарым да була торғайны.

– Һөнәр һайлауығыҙ нисегерәк килеп сыҡты?

– Һөнәрҙе һайламаным, тиергә лә мөмкин. Бейеүсе буласағымды бала саҡтан уҡ белдем. Ҡайҙандыр шундай ышаныс бар ине. Эйе, әленән-әле рәссам булыу теләге лә тыуып ҡуя торғайны. Бала саҡта, өйҙә яңғыҙ ҡалғанда, һүрәт төшөрөргә әүәҫләнеп алғайным. Туғыҙынсыны тамамлағандан һуң сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегенә документтарымды ла тапшырғаным әле лә хәтерҙә. Ҡағыҙҙарымды ҡалдырып сыҡтым да, кабинетҡа ҡабат инеп, ә мин был уҡыу йортонан кем булып сығасаҡмын, тип һораным. Ҡоро ғына итеп “рәсем һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы” тип яуаплауҙарын ишеткәс, йүгереп килеп өҫтәлдән документтарымды һыпырып алып сығып киттем. Бала – бала инде!.. Мин рәссам булырға теләгәйнем бит!.. Шунда еренә еткереп аңлата ла белмәгәндәр, исмаһам... Мәктәптә бейеүсе йә рәссам булырға хыялланыуым хаҡында әйтергә ояла торғайным. Шуға ла иң ғазаплыһы буласаҡ һөнәргә бәйле темаға инша яҙыу ине. Мин дә, башҡалар көлмәһен тип, үҫкәс летчик йә космонавт булам тип яҙа торғайным. Тик бейеү юлынан китәсәгемде белдем. Ана шул өлкән быуын бейеүселәре, атап әйткәндә, Фәйзи Ғәскәров, Йәнғәле Вәхитов, Йәүҙәт Бикбирҙиндар менән яҡындан аралашыуҙар эҙһеҙ үтмәне. Улар ниңәлер үҙҙәре лә мине бик яҡын күрҙе. Бейеү ҡомарым барлығын тойҙолар, ҡасан да булһа ошо юлдан китәсәгемде белә инеләр. Беҙ бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ ҙә аңлай инек, шикелле. Бер тулҡында булдыҡ. Һәм шуныһы ғәжәп: әле атап үткән ағайҙарҙың береһе лә мине бейергә, йәғни ниндәйҙер хәрәкәттәр яһарға өйрәтмәне. Улар, ғөмүмән, ижад, сәнғәт хаҡында һүҙ йөрөттө. Сөнки хәрәкәт ул бейеү түгел әле. Ә беҙҙә, үкенескә күрә, хәҙер хәрәкәттәр менән генә мауығыусылар, бер дробтән етмешкә яҡын вариант ҡулланам тиеүселәр бар. Ундайҙар бейеүҙе механик рәүештә генә күреп, ниндәйҙер иҫәптәр менән эш итә. Бәғзеләре иһә, залға ингәндә башыңда һаласаҡ бейеүеңдең ике-өс варианты булырға тейеш, ти. Ә бит ижадта ул варианттарҙы алдан уйлап та, күңелеңдәге уй-фекерҙәрҙе ниндәйҙер сиктәргә бикләп ҡуйып та булмай. Залға ингәндә һинең ниндәйҙер күҙаллауҙарың була, әлбиттә, әммә бейеү ул тормоштоң үҙе кеүек, уның нисек килеп сығырын иҫәпләп ҡуя алмайһың. Мин, валлаһи тим, залға ингәндә нимә ҡуйыуымды белмәйем әле. Эйе, көйөм дә, идеям да бар. Тик эш барышында нимә килеп сығыры билдәле түгел.

81-83-сө йылдарҙа Һамар йыр һәм бейеү хәрби ансамблендә хеҙмәт иттем. Художество етәксеһе уникаль шәхес – хореограф Вячеслав Модзолевский ине. Ул да булмышы менән ысын ижадсы, үрҙә атап үткән үҙебеҙҙең ағайҙар һымағыраҡ кеше ине. Ниңәлер мине артыҡ яҡын күрҙе. Оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыра, төрлө темаларға фекер алыша инек. Ана шундай шәхестәр менән аралашыу минең күңелемде байытты, шәхес һәм ижадсы булараҡ үҫешемә бик ҙур йоғонто яһаны. Һәм шуныһы ғәжәп, әле атап үткән кешеләрҙең барыһының да яҙмыштары оҡшаш: үҙ мәлендә уларҙы аңламанылар, үҙҙәре булдырған коллективтарҙан, ижадтан ситләттеләр.

– 26 йәшлек кенә сағығыҙҙа балетсейстер булып йөрөгән ерегеҙҙән үҙ теләгегеҙ менән Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамблен ҡалдырып ГИТИС-ҡа уҡырға киткәнһегеҙ. Уҡып ҡайтҡас иһә Стәрлетамаҡ бейеү театрын ойошторғанһығыҙ. Унда эшләгән осорҙа һоҡланғыс бейеүҙәр һалғанһғыҙ. Көс-дәртегеҙ ташып торғанда, 37 йәшлек кенә сағығыҙҙа театрҙан китеүегеҙҙең сәбәбе ниҙә булды?

– Был һорауға, хаҡлы ялға сығыуым сәбәпле, тип яуаплау хәйерлерәктер, бәлки. Шулай ҙа артыҡ тура һүҙлелегем, ижад менән идара итеүгә ҡаршы тороуым арҡаһында тип әйтеү дөрөҫөрәк шул. Үкенесле, әлбиттә, әммә ошо сәбәпле 2001 йылда минең өсөн Стәрлетамаҡ бейеү театры ишеге ябылды.

– Ғүмерлеккәме?

– Ҡабат-ҡабат эш һорап барһам да, үҙем нигеҙ һалған, үҙем бөртөкләп йыған коллективтан, беҙҙең ике балетмейстерыбыҙ бар, тип кире борҙолар. Театрҙан киткәндән һуң дүрт спектакль әҙерләп алып барҙым. Береһен дә ҡуйҙыртманылар. Аптырағас, балетмейстер вазифаһы кәрәк түгел, урам һепереүсе йәки ҡарауылсы итеп булһа ла алығыҙ, мин бейеүҙәр һалырға теләйем, тип тә ҡараным. Шуныһы йәл... 19 йыл ваҡыт әрәмгә үтте... Беҙ бик күпте юғалттыҡ...

Дауамын "Шоңҡар" журналының бишенсе һанында уҡығыҙ:

Читайте нас: