Үҙенең етешһеҙлектәрен еңгән кешеләр һәр заманда ла көслө булып ҡала. Бөгөн дә бар ундайҙар, арабыҙҙа ғына йөрөй. Әммә берәүҙәр нисек бармын – шулаймын инде, ҡабул итегеҙ, тип йәшәй… Кемделер рәнйетеүен тура һүҙлелеге менән аҡлай… Бәғзегә үҙе менән көрәшеү табипҡа йә психологҡа яҙылыуҙан ғибәрәт. Ҡайһылар етешһеҙлегем бар тип тә уйламай, ә бүтәндәрҙән йөй эҙләй. Тик… һүҙебеҙ улар хаҡында түгел.
Бөгөнгө геройыбыҙ – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың – халыҡ артискаһы,
Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры
Суфия ҠОРБАНҒӘЛИЕВА.
Оялсанлыҡ
Яҙмыштыр инде, мин актриса һөнәрен һис икеләнмәй, шикләнмәй һайланым. Бөтә фәндәрҙе лә ихлас итеп, яратып өйрәндем. Бейеү, сәхнә теле, сәхнә хәрәкәттәре булһынмы, актер оҫталығы, вокал… Уларҙа һис бер ауырлыҡ тойманым. Тәбиғи үҫеш осоро ине ул. Әммә миңә оялсанлыҡ ҡамасауланы. Характерлы, комик ролдәрҙе яратманым. Трагик актрисамын, күрәһең тигән уй тыуҙы. Ошо йәһәттән үҙ өҫтөмдә ныҡ ҡына эшләргә тура килде. Төрлө спектаклдәр ҡарағанда ла психологик, драматик образдар ғына күңелемә яҡын ине. Уларҙы үҙемә уйнауы ла еңелерәк һымаҡ. Әммә характерлы ролдәр эләктеме – килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Йәшләй генә атайым үлеп ҡалыуы ла кире тәьҫир иткәндер. Уҡып бөткәнсе ошо ҡайғы мине көсөргәнештә тотто.
Курста мин тик әсә, йә ололар ролен уңышлы алып барып сығарыусыларҙан һаналдым. Диплом спектаклендә “Слуга двух господ” (К. Гольдони) әҫәрендәге ялсы ҡыҙ ролен бирҙеләр. Ә миндә, баҡһаң, тәбиғи юмор булған, ниңәлер йәшеренеп ятҡан. Ана шул комплекстар тотоп торған, күрәһең. Аҙаҡҡы сиктә үҙемде еңдем барыбер. Нескә юмор тойғолары ла асылды, ялсы ҡыҙ роле лә уңышлы ғына килеп сыҡты.
Әммә театрға килгәс, Лек Вәлиев Н. Нәжмиҙең “Гармунсы дуҫ” пьесаһындағы Гөлнур ролен бирҙе. Ул минең менән ныҡ ҡына этләнде, шикелле. Күпме генә тырышһа ла, асҡыс таба алмай ҙа ҡуя. Ролем драматик булып килә лә сыға. Тырыша торғас, үҙемдәге мөмкинлектәрҙе ҡуллана башланым. Режиссерым бала кеүек ҡыуана! Уның оҡшатҡанын күреп, асылғандан асылдым. Образым кәрәгенән дә артыҡ комигыраҡ килеп сыҡты шикелле. Ул көткәндән дә яҡшыраҡ. Юғиһә, режиссер мине талантһыҙ тип шикләнгән һымаҡ тойолғайны.
Ана шулай, характерлы ролдәргә булған етешһеҙлектәрҙе мин әкренләп еңдем һәм бөгөн уларҙы рәхәтләнеп башҡарам. Көслө драматик образдар аша ғына түгел, ә характерлы ролдәр менән дә тамашасыларҙы тәрбиәләү мөмкинлегенә ышандым.
Мостай Кәрим әйтмешләй, кешеләр театрға үҙҙәрен эҙләргә килә. Халыҡ мин уйнаған ролдәр аша ла үҙҙәрен табалыр тип уйлайым. Бер гастроль ваҡытында грим бүлмәһенә сәскә ҡосаҡлаған апай килеп инде лә, тубығыма ятып, һыңҡылдап илап ебәрҙе. “Һеҙ бит мине уйнанығыҙ!” ти. Ул да, геройым һымаҡ, балаларын, ирен һуңғы планға ҡуйып, эш өсөн генә янып йәшәгән икән. Был бит беҙҙең күп гүзәл заттарыбыҙ яҙмышы.
Әммә мин бөгөн ябай ҡатын-ҡыҙҙы уйнап туйҙым. Камиллыҡтың сиге юҡ – берәй көслө рухлы, сая батшабикә ролен ижад иткем килә. Бәләкәй саҡта театр уйнағанда ла гел бай ҡыҙы була торғайным. Был юҡҡа түгелдер тим.
Тәмәке тартыу
Институтҡа уҡырға килгәс, тәмәке тартып ултырған ҡыҙҙарҙы күреп шаҡ ҡата торғайным. Атайым мәрхүм ҡайғыһынан саҡ түҙеп йөрөгән ваҡытым. Гел иланым, уҡыуы ауырлашты, үҙем дә саҡ үлмәй ҡалдым. Кире ҡайтып китеү хаҡында ла уйлай башлаған инем. Шул мәлдәрҙә рус төркөмөндә уҡыған бер ҡыҙ: “Суфия, ну, нельзя же так… Ты закури что ли, а? Может легче станет…”, – тип әйтеп һалды. Тартып ҡараным. Тәүге ике-өс тапҡырҙан уның бер мәғәнәһен дә тапманым, ә һуңынан… Һуңынан оҡшап китте. Әлбиттә, был үҙ-үҙемде алдау булған, тынысландырған һымаҡ тойола ине. Шулай ҙа, кешегә күрһәтеп көйрәтеүҙән тартындым. Уҡып бөтөп, кейәүгә сыҡҡас, был ғәҙәтем иремә оҡшаманы. Мин уның кәйефен төшөрмәҫ өсөн йәшереп булһа ла тартыуымды дауам иттем. Ғәҙәткә ингән нәмәнән рәхәт кенә ҡотолоп булмай икән ул. Тәбиғәттең бер мөғжизәһе микән, ауырға ҡалғандан алып бала имеҙеү осоро үткәнсе тәмәкегә әйләнеп тә ҡарағым килмәне. Ә инде малайҙарым йүргәктән сығыу менән йәнә төтөнһөҙ йәшәй алмай башланым. Театрҙа йыйылыштар булһа энә өҫтөндә ултырғандай хис итәһең үҙеңде. Дәрес ваҡытында студенттарҙан йәшенеп тартырға тура килә. Бер заман телевизорҙан Васильев исемле режиссер былай тип һөйләй: “Если бы человек понял, и не только понял, а ощутил всем своим сердцем, что жизнь мгновенна, и, не только мгновенна, а катастрофически мгновенна – он мог бы прожить свою жизнь совершенно по-другому”. Ошо фраза миңә шул тиклем ныҡ тәьҫир итте. Башымда ниҙер шылт итеп ҡалғандай тойолдо. Зиһенем яҡтырып, асылып киткәндәй булды. Нимә эшләйем мин? Ирем дә ҡаршы… Һәйбәт түгел бит былай…
Сәхнә теле дәресендә күп ваҡыт үҙебеҙгә лә тәржемә яһарға тура килә. Бер саҡ билдәһеҙ инглиз авторының “Яҡтылыҡ балалары” тигән әҫәре ҡулға килеп эләкте. Шундағы бер һөйләмгә иғтибар иттем. “Тартҡан кеше тәүҙә үҙенең төтөнө, яман еҫе һәм ҡот осҡос энергетикаһы менән эргәһендәге кешеләрҙе ағыулай”. Ошо саҡта студенттарымдың һораулы ҡарашын тойҙом һәм уларға ла һүҙ бирҙем. Мин ташлаясаҡмын! Балалар алдында вәғәҙә биреүем дә был насар ғәҙәттән ҡотолоуға бер аҙым булғандыр.
Балконға сығып тәмәке ҡабын алдым да, ошо һуңғыһы, тип үҙемә үҙем һүҙ бирҙем. Тартып бөттөм һәм… булды, ҡалдырығыҙ мине тинем эстән генә. Әммә өс-дүрт сәғәт үткәс иҫкә килеп төштө бит! Үлтереп тартҡы килә башланы! Әйтеп тә аңлатырлыҡ түгел! Шунда белдем наркоманияның нимә икәнен. Тәмәке менән бер ул, тик күпкә көслөрәк. Нәфсемә ошондай бойороҡ бирҙем: етәр, тарттың инде, теләһәң нимә эшлә, әммә һорағаның булмаясаҡ. Шулай тиһәм, теләгем бер аҙ һүрелеп тора. Тағы эшкә әүрәйем, бала ҡарайым. Әммә бер нисә сәғәт үткәс, тәүгеһенән дә көслөрәк итеп тартҡы килә. Тағы аңым тән менән һөйләшә: һин мине бер ҡасан да еңә алмаясаҡһың. Тәмәке тартмайым! Күпмелер ваҡытҡа йәнә онотола. Һөҙөмтәлә, ярты йыл ғазапландым һәм… ҡотолдом был сирҙән! Күрәһең, нәфсем минең артҡа сигенмәҫемде аңланы. Кешеләргә шуны әйткем килә: етешһеҙлегең менән аңлы рәүештә көрәшһәң генә еңеп була икән. Ул саҡта тартыу модала ине. Беҙҙе бер кем дә ғәйепләмәне. Тартмай башлағас иһә бөтәһе лә ғәжәпләнде. Сәбәбен һорашалар. Минең бер яуап: һау булғым килә. “Китсе, ташланым тисе, нисек инде улай, әйҙә, тартайыҡ”, тип ҡайтанан шул ғәҙәтемә күндерергә тырышыусылар булды. Әммә мин ныҡ торҙом. Быны мин ҙур еңеүем тип һанайым. Хәҙер, беренсенән – аҡса, икенсенән – ваҡыт әрәм түгел, һаулыҡҡа ла зыян яһамайым.
Көнләшеү
Тормошта, айырыуса, сәнғәт өлкәһендә бер-береңдән көнләшеү кеүек күренештәр була. Кемдер артыҡ ныҡ күтәрелеп китһә, үҙ кимәленә тартып төшөрөргә теләүселәр осрай. Беҙҙең өлкәлә был асыҡ сағылһа ла аҫтыртын итеп эшләнә. Бер заман ошондай көнләшеү һымаҡ нәмә үҙемдә лә барлыҡҡа килә башланы бит, әй! Әһә, миңә лә был тойғо ят түгел икән, тимәк, нимәнелер эшләп еткермәйем, камил түгелмен! Үҫергә, үҙемде үҙгәртергә кәрәк тигән һығымта яһаным. Табип дуҫтарыма барһам, осраҡлы рәүештә өҫтәлдәрендә ниндәйҙер яҙыу күреп ҡалдым. “Алама хис-тойғо кешелә ауырыу тыуҙыра. Көнләшеү, үпкәләү – яман шешкә сәбәпсе…” һ.б. Кисекмәҫтән, ошо етешһеҙлегем өҫтөндә эшләй башланым. Көнләшеү булмаһын өсөн үҙ-үҙеңдән, тормошоңдан ҡәнәғәтлек табыу кәрәк. Эске гармония, рухи үҫеш өҫтөндә туҡтауһыҙ шөғөлләнәм. Файҙалы әҙәбиәт уҡыйым, аҡыллы кешеләр менән аралашам. Беҙ бит “Хоҙай юҡ” тип тәрбиәләндек, тәүбә-тәүбә. Күңелдә иман юҡлыҡтан шашҡанбыҙ ҙа. Бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, Аллаға ышанмағандар намыҫын тыңлаһын ине.
Театр – ул тәрбиәүи эш. Тамашасыға көс, рухи байлыҡ бирер, матурлыҡ, изгелек тураһында һөйләр өсөн үҙең шул сифаттарға эйә булырға тейешһең. Үҙеңдә бар алтынды ғына бүтәндәргә өләшә алаһың.
Бөгөн мин әйләнә-тирәмә иғтибарлы булырға өйрәндем. Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тиҙәр бит әле. Кешене рәнйетергә ярамай. Үҙеңде бүтәндәр урынына ҡуйып ҡарау мөһимлеген аңланым. Башҡаларҙы түбәнгә төшөрөп, тәкәббер йәшәү гонаһ. Хоҙай кемгәлер биргән бәрәкәтте, бәхетте хөрмәт итергә кәрәк. Шул саҡта үҙеңә лә яҙыр ундай ниғмәттәр.
Гөлсинә ЙОСОПОВА яҙып алды.
Архив, 2014 йыл.