Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Минең юлым
4 Сентябрь 2018, 08:59

"Тормошто яратыу... әжәлдән көслөрәк"

Йәш ҡатындың, йәғни бөгөнгө геройыбыҙ Альмира Әмир ҡыҙының тормошҡа булған сикһеҙ мөхәббәте яман шеште еңеп сығырға ярҙам итеүе хаҡында…

Эшкә байрамға барған кеүек йөрөйөм

Апрелдең һуңғы көндәренең береһендә иртә менән Стәрлебашҡа юл тоттоҡ. Ерҙең ҡарҙан әрселеп, йылы менән һалҡындың үҙ-ара айҡашып, бер-береһенә һыр бирергә теләмәгән сағы. Юлда ябалаҡлап ҡар яуа башланы. Әммә шуныһы ғәжәп: беҙ барғанда Стәрлебашта салт аяҙ ине. Бында килеүебеҙҙең сәбәбе – урындағы йәштәр халыҡ театры режиссеры Альмира Ибраһимованы күреп һөйләшеү. Буласаҡ геройым менән быға саҡлы Интернет киңлектәрендә генә аралашҡаныбыҙ бар ине. Йәнә ул миңә “Башҡортостан” телерадикомпанияһы төшөргән реаль ваҡиғаларҙы сағылдырған “Төштәр күрәм” (авторы һәм режиссеры Ғәлиә Вәхитова) тип исемләнгән ҡыҫҡа, әммә бик мәғәнәле фильм-монолог аша таныш. Йәш ҡатындың, йәғни бөгөнгө геройыбыҙ Альмира Әмир ҡыҙының тормошҡа булған сикһеҙ мөхәббәте яман шеште еңеп сығырға ярҙам итеүе хаҡында ул…

“Репетиция кискеһен генә, көнө буйы өйҙә булам”, – тигәйне Альмира. Шуға ла туп-тура Ибраһимовтарҙың күркәм йортона юлландыҡ. Себер тарафтарында эшләп йөрөгән йорт хужаһы Илгиздең дә вахтаһы тамамланып, ялға ҡайтҡан сағы икән. Шулай ҙа бөтмөр хужа һис тә бушамай, әле был эш, әле теге йомош менән саба. Балаларҙың кемеһелер мәктәптә, кемеһелер баҡсала. Хужабикә иһә ихласлап табын әҙерләй. Беҙ уның менән күптәнге таныштар кеүек осрашып, донъя хәлдәре хаҡында һөйләшәбеҙ. Күҙ теймәһен, Альмира һау-сәләмәт, йөҙө бәхеттән балҡый… Икебеҙҙең дә баяғы күңелһеҙ темаға тотонғо килмәй. Башлыса ижад хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ. Халыҡ ижад коллективтарының тын алышы, көнитмеше менән ҡыҙыҡһынам. Район ерендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә әллә ни еңел түгелдер ул, тигән булам…

– Яңылышаһығыҙ, һис тә зарланырлыҡ түгелсе. Эшкә байрамға барған кеүек йөрөйөм. Мәҙәниәткә иғтибар яҡшы хәҙер. Хеҙмәт хаҡы ла ҡәнәғәтләндерә. Ысын һөнәр эйәләрен йәлеп итеп эшләтә белергә генә кәрәк. Кеше үҙ һөнәрен яратһа, эш өсөн ыңғай шарттар тыуҙырылһа, фекерҙәштәре булһа, илһамланып хеҙмәт итеп тик йөрөй ул. Ундай коллективтарҙа ғәйбәткә лә, юҡ-бар хәбәргә лә урын ҡалмай. Эшен яратмағандар ғына, ғәҙәттә, кеше араһын бутап йөрөүсән, – тине әңгәмәсем. Үҙе ихлас итеп сыңғырлатып көлөп тә алды…

Пьеса – әсәй, режиссер – атай, спектакль – бала…

Ысынлап та, эшенә мөкиббән бирелгән заттарҙан шул Альмира Ибраһимова. Байтаҡ йылдар инде Стәрлебаш мәҙәниәт йортонда йәштәр халыҡ театрын етәкләй. Уның янында балалар театрын да булдырған. Етмәһә, урындағы халыҡ театрында актриса ла. Ә инде режиссура өлкәһендәге уңыштары айырыуса ҙур һоҡланыу уята. Күптән түгел уның балалар коллективы менән ҡуйған “Атай-әсәйҙе һайлап алмайҙар” тигән сәхнә әҫәре – тәүҙә Башҡортостан, һуңынан Рәсәй кимәлендәге фестивалдәрҙә Гран-при һәм төрлө номинацияларҙа еңеүҙәр яулай бит! Ә төп ролде башҡарған егет барлыҡ фестивалдәрҙә лә “Иң яҡшы ир-ат роле” номинацияһына лайыҡ була. Улар Сочиҙа үтәсәк халыҡ-ара фестивалгә лә саҡрыу алған. Ҙур булмаған ҡасабалағы балалар театрының бындай ҙур уңышының сере ниҙә икән? Шул хаҡта ла ҡыҙыҡһынам. Геройым иһә уйға ҡалды:

– Яман шеш диагнозы ҡуйылғас, ниңәлер шул тиклем бала тапҡым, бала һөйгөм килде. Эйе, үҙемдең һөйөп туя алмаҫ алмалай өс балам бар. Әммә тағы ла бер сабый алып ҡайтыу теләге тыуҙы. Ниңә улай булғандыр, һис тә әйтеп аңлата алмайым. Белеп торам, табиптар бала табырға рөхсәт итмәйәсәк. Шулай ҙа мин балалар йортонан сабый ала алам бит. Ошо уй күңелемә тынғы бирмәне. Әммә ундай диагноз менән иҫәптә торғандарға тәрбиәгә бала алырға ла рөхсәт итмәйҙәр икән. Шунда ниндәйҙер ғиллә менән ҡулыма Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй” тигән китабы килеп эләкте. Илай-илай уҡып сыҡтым да, мин был әҫәрҙе мотлаҡ сәхнәләштерергә тейеш, тигән ҡарарға килдем. Спектакль эшләү өсөн ваҡыт талап ителә. Әҫәрҙе уҡып сығып, шунда уҡ эшкә тотоноу минең өсөн түгел. Уны байтаҡ ваҡыт күңелемдә йөрөтәм. Сөнки беләм: шунда ғына берәй яҡшы әйбер килеп сығасаҡ. Сәхнә әҫәре аналыҡтағы яралғы кеүек бит ул. Пьеса – әсәй, режиссер – атай, ә спектакль – бала. Өлгөрөп етһен өсөн ваҡыт талап ителә. Шулай итеп, йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтан пьеса һорап алып, уҡып, редакторлап, уны күпмелер йөрәгемдә йөрөттөм дә, донъяға яралырға әҙер икәнлеген тойғас, сәхнәләштерергә тотондоҡ. Балалар шул тиклем тетрәнеп, ихлас уйнаны, – тип әҫәрләнеп һөйләне режиссер.

Спектакль, ысынлап та, ҙур резонанс тыуҙыра. Уны райондағы һәр мәктәп балаһы ҡарағандыр, моғайын. Бер нисә тапҡыр Стәрлетамаҡ театры сәхнәһендә лә уйнайҙар. Уҡытыусылар сәхнә әҫәрен күтәреп алып, класс сәғәттәрендә тематик дәрестәр үткәрә. Стәрлебаш районының үҙендә генә лә балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр һанының саманан тыш күп булыуына иғтибар итә режиссер. Был сәхнә әҫәрен ҡарағандан һуң күп балаларҙа атай-әсәй һөйөүенән мәхрүм тиңдәштәренә ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрә. Спектаклде сәхнәләштергәндән һуң унда ҡатнашыусылар ҙа бер башҡа юғарыраҡ булып киткән төҫлө тойола. Улар, һис тартынмайынса, режиссер апайҙарына үҙҙәренең атай-әсәһен ҡәҙерләй башлауҙары хаҡында белдерә. “Беҙҙең балаларыбыҙҙың балалары балалар йортона эләкмәһен тип теләйек”, – тип ололарса фекер йөрөтә башлай 14-15 йәшлек малай-ҡыҙҙар. Театрҙа шөғөлләнеүсе балаларҙың атай-әсәйҙәре иһә режиссерға айырыуса рәхмәтле. Сөнки ул-ҡыҙҙары хәҙер ҡышҡы оҙон кистәр буйы компьютер артында йәки планшеттан айырыла алмайынса ултырмай. Театрҙағы шөғөлдәре төрлө йәһәттән асылырға мөмкинлек бирә, күңелдәре байый. Уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөн аниматор булып аҡса эшләп тә йөрөй икән. Ә режиссер апайҙары балалар күңеленә асҡыс ярата белә…


“Ярһыу ат һымаҡ туҡтауһыҙ сапҡанмын-сапҡанмын да, янғанмын, ахыры…”

Бала сағында үҙе ниндәйерәк ҡыҙыҡай булды икән Альмира? Шул хаҡта ла ҡыҙыҡһынам. Әйткәндәй, ул һәм үҙенән бер нисә йәшкә кесе ҡустыһы Кросноярск крайында донъяға килгән. Һәм бала саҡтарында тик русса ғына һөйләшкәндәр. Ҡыҙына мәктәпкә барырға ваҡыт еткәс, Әмир ағай, балалар туған телдә уҡыуҙан мәхрүм ҡалмаһын тип, ғаиләһен тыуған тарафтарына – Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылына күсереп алып ҡайтырға ҡарар иткән. Шулай итеп, Альмира һис көтмәгәндә, ҡала балаһынан ябай ауыл ҡыҙына әүерелә лә ҡуя. Башҡортостанға ҡайтҡас йәнә бер ҡустыһы донъяға килә. Ауыл ҡыҙҙары эшсән була. Ун йәштә “теттереп” донъя көтә, ике ҡустымды “зыңҡылдтатып” тота, икмәк тә һала, май ҙа баҫа, ҡорот та ҡайната инем, тип хәтерләй ул хәҙер. Бала сағынан актриса булырға хыяллана Альмира. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында белем ала. Шунда тормош иптәше – Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылы егете Илгиз менән таныша. Техникумды тамамлағас, ситтән тороп Өфө сәнғәт институтының режиссура бүлегенә уҡырға инә лә, Сибай театрына актриса булып эшкә урынлаша. Театрҙа күмәк сәхнәләрҙә генә йөрөп ҡала, әллә ни эш күрһәтергә өлгөрмәй, Илгиз килеп, ай-вайына ҡуймай, кәләшлеккә әйттереп, Стәрлебашҡа алып ҡайтып та китә үҙен. Йәштәр икәүләшеп Стәрлебаш мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлын башлай. Альмира үҙе әйтмешләй, “етәкләшеп йөрөп концерт-спектаклдәрҙә ҡатнашалар”. Илгиз дә ситтән тороп Силәбеләге сәнғәт академияһының мәҙәниәт менеджменты факультетына уҡырға инә. Бөгөн улар икеһе лә юғары белемле һөнәр эйәләре. 2008 йылда өлкән улдары Ильяс донъяға килһә, 2009 йылда йәш атайҙы әрме сафына алалар. Шулай итеп, Альмирабыҙ һалдатка булып тороп ҡала. Хәләле әрменән ҡайтҡанда Ильяс инде йүгереп йөрөгән була. Альмира ошо бер нисә йыл эсендә бала тәрбиәләргә лә, сәнғәт институтында имтихан-зачеттар тапшырырға ла, диплом спектакле әҙерләргә лә өлгөрә. 2011 йылдың июнендә диплом ала һәм шул уҡ йылдың июлендә ҡыҙҙары Лилиә донъяға килә. Декрет ялынан һуң йәнә мәҙәниәт йортондағы эшен дауам итә йәш әсә. Илһамланып, алһыҙ-ялһыҙ тигәндәй эшләп йөрөп, ике-өс спектакль сәхнәгә сығарас, 2014 йылда улы Исмәғил донъяға килә. Кесе улы йәш ярымлыҡ булығансы йәнә декрет ялында ултыра. Ул саҡта ишле ғаиләне матди йәһәттән тейешенсә тәьмин итеүҙе хәстәрләгән Илгиз Себерҙә эшләп йөрөгән була инде. Йәштәр бөтә уңайлыҡтары булған ыҡсым йорт һалырға йыйына. Бына нигеҙен дә ҡоралар. Әммә шул саҡта Альмира үҙе менән ниҙер булыуын, ҡапыл хәлһеҙләнеп ҡалыуын, туҡтауһыҙ башы ойоуын тоя. Тейешле анализдарҙы тапшырып, тикшереү үткәндән һуң табиптар уға яман шеш диагнозы ҡуя. “Шулай ярһыу ат һымаҡ туҡтауһыҙ сапҡанмын-сапҡанмын да, янғанмын, ахыры”, – ти Альмира ул ауыр осорҙо иҫкә алып.

Һауығыуымдың төп сере – асыҡ йөрәкле булыуымдалыр…

Ул саҡтағы, йәғни ауырып киткән мәлендәге кисерештәре һәм һауығыуы хаҡында тағы ла ошоларҙы бәйән ҡылды һылыу:

“…Эйе башта нимә эшләргә белмәнем. Был хәлгә ышана ла, күнә лә алманым. Шуға ла, сирем хаҡында белгәс, ике-өс ай самаһы үҙемдә дауаханаға баррылыҡ та хәл тапманым. Аптырағас, үҙебеҙҙең райондағы бер көслө генә күрәҙәсегә мөрәжәғәт иттем. Ул миңә Өфөләге бик көслө нейрохирург Ҡолһарин Альфред Әнүр улының номерын бирҙе лә: “Ошо табипҡа мөрәжәғәт итһәң, һауығасаҡһың”, –тине. Уға шылтыраттым. “Оҙаҡҡа һуҙма, йыйын да юлға сыҡ”, – тине күпте күргән табип – оло йөрәкле башҡорт ағайы. Дауаханаға килгәс тә үҙ хәлемә күнергә теләмәнем. Был сир берәүҙе лә аямай икән, йәш әсәләр ҙә, ҡырҡ көнлөк сабыйҙар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә, ҙур-ҙур компания етәкселәре лә бар ине унда. Үҙемдең дә ошо тамуҡҡа барып эләгеүемә ышана алманым. Беҙҙең палатаға Туймазынан килгән 86 йәшлек инәйҙе һалдылар. Бер көндө иртән уяндым да, нимәлер ҡыштырҙағанға иғтибар иттем. Ҡараһам, баяғы инәйем ятҡан урындан аяҡтары менән күнекмәләр яһай. Үҙе эстән генә доғаларын уҡый. Ул миңә ҡарап ҡуйҙы ла: “Һинең үлергә хаҡың юҡ, балам! Өмөтһөҙлөккә бирелмә, балаларың хаҡына йәшәргә тырыш!” – тине. Беҙ ул инәй менән дуҫлашып киттек. Юғары кәйефтә булырға тырыштыҡ, ҡысҡырып йырҙар йырланыҡ. Уның һүҙҙәре дәрт өҫтәне. Мин ғүмерем өсөн көрәшергә булдым… Һауығыуымдың төп сере – асыҡ йөрәкле булыуымдалыр. Тирә-йүндәгеләргә ҡарата ихласлығым ғына түгел, һәр төрлө яңылыҡҡа, яңы белемгә асыҡлығым. Юғиһә беҙ, башҡорттар, күп нәмәгә шикләнеп, һаҡ ҡарарға ғәҙәтләнгәнбеҙ бит. Мин үҙ-үҙемә бикләнмәнем. Кешенән ҡасманым. Киреһенсә, мөмкин тиклем күберәк аралаштым. Ул тынсыу дауаханала оҙаҡ тотҡарланғым килмәне. Унда шарттар шул тиклем алама. Тыштан ғына һылап-һыйпалған. Ә эсендә – ҡот осҡос емереклек! Табиптарҙың ярҙамы – бер, һинең үҙ-үҙеңә ярҙам итергә теләүең мөһимерәк икәнлеген аңлай инем. Нисек тә булһа һауығырға тейешмен, тигән ҡарарға килгәйнем инде. Интернет селтәрендә ошо сиргә бәйле мин аҡтармаған мәғлүмәт ҡалдмы икән?! Хаталарымды танырға, үҙемде һәм башҡаларҙы кисерергә, кешегә һис ниндәй талап ҡуймай яратырға өйрәндем. Процедуралар тамамланғас та дауахананан сығып китергә тырыштым. Дуҫтарым, төркөмдәштәрем менән аралаштым, театрҙраға теләп барҙым. Өфөләге бер рухи мәктәптә лә йөрөнөм. Унда махсус каналдар аҫтында дауаланып, үҙемдә көс туплап, шундай юғары кәйеф менән ҡайттым да шул энергияны башҡаларға ла өләшәм. Мин яңыса йәшәргә өйрәндем. Дауахананан сыҡҡас тәбиғәткә нығыраҡ һыйындым. Ерҙән донъяға яңы тыуған сабый һымаҡ атлап йөрөнөм. 11 ай дауамында бөтөнләй ит, колбаса кеүек ризыҡтар ашаманым. Аҡ икмәктән, шәкәрҙән баш тарттым. Башлыса йәшелсәгә, емеш-еләккә, борсаҡ культураларына өҫтөнлөк бирҙем. Һөҙөмтәлә 11 килограмға ябыҡтым. Һис шикһеҙ, табиптар ҙа ярҙам итте. Әсәйем дә, Илгизем дә янымдан китмәне. Тормошто яратыуым үлемдән көслөрәк булып сыҡты. Мин иҫән ҡалдым… Ғүмеремдең иң ауыр мәлендә ярҙамынан ҡалдырмағаны ғаиләмә, атай-әсәйемә, ҡайным меән ҡәйнәмә, туғандарыма һәм дуҫтрыма рәхмәт! Бер уйлаһаң. Аллаһы Тәғәләнең миңә был сирҙе 50-лә, 80-дә лә түгел, ә нәҡ 30 йәштә биреүенә рәхмәтлемен дә. Сөнки был сир күп нәмәгә башҡа күҙлектән ҡарарға ярҙам итте. XXI быуаттың иң ҡурҡыныс ауырыуын еңгәс, хәҙер мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, бары Аллаһы Тәғәләнән һәм кешеләрҙе рәнйетеүҙән, уларҙың күңелен ҡыйыуҙан ҡурҡам…”

Мөжәүир хәҙрәт хикмәте

Был тарихтың мистик яғы ла бар. Альмира ауырығанға тиклем дә, сирле сағында ла изгеләрҙе, исемдәре донъяға билдәле хикмәт эйәләрен төшөндә күреүе, уларҙың нимәлер әшкәртеүе хаҡында ла телгә алды. Мөжәүир хәҙрәттең һине ниҙер хаҡында иҫкәртергә тырышыуы нимәгә бәйле икән, тип һорамай булдыра алманым.

– Беҙҙең ғаиләлә шулай ҡабул ителгән: бала саҡтан уҡ ике яҡлап та нәҫелебеҙҙең Мөжәүир олатайға рәхмәтле булыуын, өлкән туғандарымдың уның рухына доға ҡылыуҙарын күреп үҫтем, – тине геройым. – Әсәйемдең әсәһенә, байтаҡ йылдар балаға уҙа алмағас, тәүге ире менән айырылышрға тура килгән. Был хәлдән һуң өләсәйем бер нисә тапҡыр Мөжәүир олатайҙа (туғанлығы булмаһа ла ихтирам йөҙөнән олатай тип өндәшәләр. – Авт. ) өшкөрөлгән. Ул уға, ҡайғырма, балаларың булыр әле, тигән. Олатайым иһә тәүге ҡатыны бишенсе баланан һуң үлеп ҡалғас, ҡыҫыр ҡатын кәрәк тип өләсәйемә өйләнгән. Әммә өләсәйем уға өҫтәп дүрт бала, шул иҫәптән минең әсәйемде лә тапҡан. Хикмәт бына шундалыр ҙа… Тимәк, Мөжәүир хәҙрәт минең донъяға килеүемә лә сәбәпсе тигән һүҙ бит был. Уның менән рухи бәйләнеш булыуы ошоға бәйлелер, тип уйлайым.

Әйткәндәй, атаһы яғынан да Мөжәүир хәҙрәттең йоғонтоһо бар икән. Альмираның атаһы яҡлап өләсәһе бик яһил булған. Балаларына ҡарата хәтәр уҫал ҡыланған. Бер мәлде һуғым ашына кешеләр килер алдынан, аяҡ аҫтында буталып йөрөмәһендәр әле тип, тотҡан да балаларын баҙға ырғытҡан. Шунда кемеһенеңдер йөрәге тотҡан, Альмираның атаһы Әмир ағай тотлоҡҡан, бер ҡыҙҙары бөтөнләй телен йотҡан. Олатаһы телен йотҡан ҡыҙын Мөжәүир хәҙрәткә алып килгән. Ҡатыны ла үҙе менән булған. Хәҙрәт ҡыҙы менән атаһын ғына ҡабул иткән. “Ә һин йортома аяҡ та баҫаһы булма!” – тип Альмираның өләсәһен өйөнә яҡын да юлатмаған. Хәҙрәттең өшкөрөүе килешкән, ҡыҙ бала һауығып киткән. Шунда ир кешегә, йәғни геройымдың атаһы яҡлап олатаһына, бынан ары ҡатыныңды ҡамсылап тот, тип кәңәш иткән икән хәҙрәт…

Яҙмамда геройымды күберәк ижадсы булараҡ асырға тип ниәтләһәм дә, ул кисергән һынауҙар хаҡында ла яҙмай булдыра алманым. Был тарихты бөтә нескәлектәре менән бәйән итеү сенсация эҙләү, кешене аптыратырға тырышыу түгел. Был һылыуҙың тарихы, бәлки, кемдеңдер һүнеп барған өмөтөн терелтер, йәшәүгә илһамландырыр, сирҙән һаҡлап алып ҡалыр...

Ә инде ижадҡа килгәндә, Альмира Ибраһимованың йондоҙло сәғәттәре алдалыр, ул ҡуйған әҫәрҙәрҙе профессиоанль сәхнәләрҙә лә күрергә насип булыр әле беҙгә…



Читайте нас: