Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Минең юлым
10 Октябрь 2018, 18:03

"Үҙ-үҙебеҙҙе яратыуҙан тартынмайыҡ" (№ 9, 2018)

Сәләмәт тормош алып барыу заманыбыҙҙың иң модалы тенденцияларының береһенә әйләнде. Күпселек хәҙер дөрөҫ туҡланыуҙы, даими физик йөкләмәләрҙе, үҙенә генә түгел, башҡалар өсөн дә файҙа килтерерҙәй ижади шөғөлдәрҙе ғәҙәт итә. Оҙайлы эш сәғәттәренән һуң спорт залдары, бейеү түңәрәктәре, фитнес, пилатес, йога үҙәктәре йәше-ҡарты менән шығырым тулы... Һис шикһеҙ, шәп күренеш, әйтәгүр. Тимәк, әҙәм балаһы юҡ-бар ығы-зығынан, ялҡаулыҡтан, үҙ-үҙенә ҡарата хаттин ашҡан битарафлыҡтан арынып, рухи ҡиммәттәргә, тән һәм йән сәләмәтлегенә өҫтөнлөк бирә. Бөгөн таныштырасаҡ зифа буй-һынлы, ғәжәп һөйкөмлө, йәп-йәш сырайлы, иҫ киткес мөләйем вә ихлас милләттәшебеҙ Олеся ӘХМӘТҒӘЛИЕВА ла күптән инде “сәләмәттәр” рәтендә. Мәскәү ҡалаһының билдәле йога-үҙәктәренең береһендә быйыл ғына инструктор булып эш башлаған һылыуҙың йәшлек, гүзәллек, һомғоллоҡ серҙәре журнал уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ, моғайын.
– Олеся, йоганы мөхәббәт менән шөғәлләнеүгә тиңләйһең... Үҙ-үҙең менән...
– Һәр күнекмә – асыш: өр-яңынан үҙеңде өйрәнәү, физик, психик һәм менталь йәһәттән нығыныу, камиллашыу. Үҙгәрештәр иҫ китерлек – һин көндән-көн бәхетлерәк, сәләмәтерәк, ирекле вә һәләтлерәк! Бынан ары күңелһеҙләү, эске көсөргәнешлек, көйһөҙләнеү кеүек йәшлекте, матурлыҡты, теләк-хыялдарҙы “ашаусы” тойғолар хас түгел һиңә. Уның ҡарауы, йән-тәнеңде пакландырған, бар булмышыңды нурлыраҡ иткән мөғжизәле кисерештәр солғанышында йәшәргәндән-йәшәрәһең, балҡып сәскә атаһың...
– Үрҙәге фекерең шундай ҡыҙыҡтырғыс, ысынлап та шулай шәп нәмәме ни ул йога?
– Йога бер сәғәткә һуҙылған күнекмә түгел, ул – тормош рәүеше. Был аһәңле донъяға килеп кереү менән һин баштан-аяҡ үҙгәрештәргә дусарһың. Мәҫәлән, беҙҙең йога-үҙәккә, нигеҙҙә, бала тәрбиәләп өйҙә ултырған әсәйҙәр йөрөй. Һәр саҡ тиерлек уларҙың тәүге тапҡыр килгән мәлдәренә иғтибар итәм: күптәренең йөҙәндә ниңәлер ғәйепле йылмайыу, икеләнеү; ҡараштары моңһоу, ҡиәфәттәрендә арыу, талсығыу билдәләре; атлап йөрөштәренең, хәрәкәттәренең ирекһеҙлеге, яурындарының ауыр тормош йөгөн күтәргәндәй төшөнкө булыуы ла күҙгә ташлана. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ярты йыл самаһы ваҡыт үтеүгә был “бахырлыҡ”тың әҫәре лә ҡалмай – һындар турая, хәрәкәттәр матурая, бар ҡиәфәт һиҙелерлек йәшәреп, сафланып китә. Һәм былар бары тик тышҡы үҙгәрештәр. Эске донъялағы “түңкәрелеш” иһә күпкә мөһимерәк. Боронғо һинд теленән “йога” һүҙе “ҡушылыу”, “гармония”, “бәйләнеш” тигәнде аңлата. Тимәк, йога менән шөғөлләнгән кешенең тәүмаҡсаты – тән, уй, теләктәр менән идара итеп, Йыһан менән бер бөтөнгә әйләнеү.

Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА әңгәмәләште.

Белорет районы.

Дауамы "Шоңҡар" журналының 9-сы һанында.
Читайте нас: