Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Минең юлым
22 Июль 2019, 14:57

Разведкаға барырлыҡ егет

Иршат Теләүембәтов. Ошоноң менән барыһы ла әйтелгән. Башҡаһы кәрәкмәй ҙә. Ҡайһы кешенең исем-шәрифе артынан “атҡаҙанғандарын”, “лауреаттарын” теҙеп китһәң дә, кем икәнен сырамытырмын тимә. Ә Иршатһыҙ башҡорт журналистикаһын уҙған быуаттың һуңғы йылы менән яңыһының тәүге тиҫтәнән ашыуын күҙ алдына ла килтереп булмай. Хәйер, ниңә әле төшөнкө уйҙар менән ваҡытты сикләргә? Киләсәген дә, тиергә кәрәк.#ШоңҡаржурналыДауамы:

Ағастар көмөшкә ҡойонған тиерһең, юлдың ике яғына теҙелешкәндәр ҙә, гәлсәр суҡтарын тау артынан үрләгән ҡояш нурҙарында уйнатып, баштарын эйеп ҡалалар. “Сауаплы, хәйерле юлға сыҡҡанһығыҙ, беҙҙән дә сәләм күндерегеҙ”, – тигән шикелле, береһенән-береһе уҙып алға сығалар. Тәгәрмәстәр иһә саҡрымдарҙы һанай-һанай беҙҙе бер тау артынан икенсеһен артылдыра, күкрәктәрен ғорур киреп баҫҡан ҡая-таштарҙы урап уҙып, машина йылға үҙәндәре буйлап елә, әсе теллеләр “ҡәйнә теле” тип йөрөткән ҡырҡа боролоштар аша болоттар тиңе күтәрелә, тағы төшә…

Таныш юлдар, таныш тауҙар, шул тауҙарҙың билен быуған йылғалар, үҙәндәр, уйһыулыҡтар. Был юлы журналист һуҡмағы серле билдәһеҙлеккә илтмәй, күңел дә геройҙарың менән осрашыр, танышыр өсөн ашҡынмай. Киреһенсә, яңыраҡ ҡына үҙе кешеләргә ярҙамға ашыҡҡан, оҙайлы сәфәрҙәрҙән һуң төндәр буйы күргән-белгәндәрен, кисерештәрен аҡ ҡағыҙға төшөргән дуҫыбыҙҙың хәлен белергә сығыуыбыҙ. Саҡрымдар ғына түгел, яйлап башта ҡайнашҡан уй йомғағы ла һүтелә бара…

Иршат Теләүембәтов. Ошоноң менән барыһы ла әйтелгән. Башҡаһы кәрәкмәй ҙә. Ҡайһы кешенең исем-шәрифе артынан “атҡаҙанғандарын”, “лауреаттарын” теҙеп китһәң дә, кем икәнен сырамытырмын тимә. Ә Иршатһыҙ башҡорт журналистикаһын уҙған быуаттың һуңғы йылы менән яңыһының тәүге тиҫтәнән ашыуын күҙ алдына ла килтереп булмай. Хәйер, ниңә әле төшөнкө уйҙар менән ваҡытты сикләргә? Киләсәген дә, тиергә кәрәк.

Әүжән яғының сираттағы тауын үрләп, аҫҡа табан төшә башлауға ағастар ҙа һирәгәйә төшә. Алда – Бөрйән иленең Аҫҡар ауылы ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Беҙ, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, водитель Зөлфән Ғилметдинов һәм мин, мөһабәт, ныҡлы ҡарағай өй ҡапҡаһы аша үтәбеҙ. Ишекте шар асып, күтәрмәгә Иршат сыға. Үҙ аяғына баҫып!

Беҙҙең өсөн иң ҡыуаныслыһы ошо ине. Юҡһа, башына ауыр операция яһатҡандан һуң Өфөләге фатирына дауахананан алып ҡайтҡандағы хәлдәре-е… Хәйер, ул саҡта ла бер туған апаһы Нафиғаның өлкән ҡыҙы Наилә тәрбиәһендә аяғына баҫып: “Бына, ҡарағыҙ, баҫа ала-ам”, – тиеүе унда ни тиклем йәшәүгә ҡарата ынтылыш, көс барлығын иҫбатлай ине. Хәлһеҙ ҡарашын ҡылыстай телеп үткән өмөт сатҡыларын күрһәгеҙсе! Уны һис бер һүҙ оҫтаһы яҙып аңлата, рәссамдың ҡылҡәләме ул осҡондарҙы сағылдыра алмаҫ. “Мин аяҡҡа баҫасаҡмын!” Тәүҙә ошо көс таяғын ташлатҡан, һуңынан бер аҙым атлатҡан, ике, өс, биш… ун биш… егерме биш… Күпме түҙемлек талап иткән. Иң тәүҙә – рухи көс. Барыһын ирҙәрсә – Иршатса кисергән.

– Ярҙам иткән барыһына рәхмәт. Табиптарға, апайыма, еҙнәмә, ағай, еңгәй, һеңлеләремә, барлыҡ туғандарға, – ти Иршат. – Аңлаған, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған дуҫтарыма…

Эйе, нисек кенә тимә, сир үҙенекен иткән. Тик еңә, рухын һындыра алмаған Теләүембәттең (Күптәр уны хөрмәт итеп шулай тип тә йөрөтә). Хоҙай биргән түҙемлеккә ҡушып, үҙенең дә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүе мөһим бит. Ә был сифат ҡандан килә. Нәҫеле тырыш, уҡыуға маһир уның. Бәләкәйҙән әсәһе, ағаһы һәм апаһы менән үҫкәнгәме, эшкә лә тиҙ ылығып китә. Бик сос була. Үҙе бала сағын иҫләгәндә, көлөп: “Бик шаян инем. Көсөм самалыраҡ булһа ла, һуғышҡанда береһенә лә бирешмәй торғайным – бесәй һымаҡ йәбешәм”, – ти. Юҡ, көсө “самалы” түгел уның. Ҡаҡса, еңел кәүҙәле икәненә ишаралай. Уның ҡарауы, малай саҡтан уҡ “бесәй һымаҡ” булыуы алышта ғына еңдермәй, “еңел аяғы” бейеүгә лә алып килә.

– Ауырығас, ике нәмәгә үкенәм, – тип көрһөнөп ҡуя Иршат, – беренсеһе – баянда уйнай алмайым, икенсеһе – бейей…

Иршат яйлап ҡына өй уртаһына баҫа ла, рус бейеүенең “дробы”н тыпырлағандай итә. Дөп-дөп, тыпыр-тыпыр… Бына шулай, була бит!

Өфөгә барып, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға ингәнсе үк яҙмыш уны арҙаҡлы бейеүсе Йәнғәле Вәхитов менән осраштыра. Улай ғына ла түгел…

– Йәнғәле ағайҙы алдан белә инем. Яҡташтар бит. Өфөгә барғас, уға фатирға төштөм. Унда шулай уҡ Йәүҙәт Бикбирҙин да йәшәй ине. Шулай итеп, филармонияға репетицияларға йөрөй башланым. Төрлө трюктар өйрәндем. Хәлил Ишбирҙин менән бергә өйрәндек, – тип, һағынып иҫләй ул саҡтарҙы Иршат. Һуңынан, йылмайып, былай тип тә ҡуя: – Нисауа ғына бейегәнмендер инде. Риф Ғәбитов етәксе ине. Әйҙә бында кил, ти. Мин, көлөп, юҡ, хәйерселәрҙе арттырып йөрөмәйем әле, тим. Шаярып инде…

Эйе, шаярып. Шаян була бит Иршат. Шул саҡта бейеүселәр тураһында көләмәс тә сыҡҡайны. Ауылына ҡайтҡан бейеүсенән олораҡ ҡына ағай былай тип һорай икән: “Ҡустым, һин берәр ҡайҙа эшләйһеңме, әллә бейеп кенә йөрөйһөңмө?” Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер генә “трюк” эшләү өсөн дә күпме көс талап иткәнен бейеүсе үҙе генә белә шул. Бейеү һалыу тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Иршаттың да тәбиғәттән бирелгән һәләте, үҙе әйтмешләй, һуңынан “хобби” булып ҡала. Һөнәренә әйләнмәһә лә, һис ташламай ул уны. Бар ғиллә “хәйерселәрҙе арттырып йөрөмәүендә” түгел, башҡа ошондай уҡ тынғыһыҙ ижадҡа тартылыуында. Сихри әҙәбиәт йәш йөрәкте үҙенә тарта, тынғыһыҙ журналист ҡомары ҡулына серле ҡәләм тоттора. Һис тынғылыҡ белмәгән аяҡтарҙы аҙға ғына тыпырлатыуҙан туҡтатып, талпынған йән-тәнде баҫа биреп, өҫтәл артына ултырта. “Аҙға ғына” тиеүем шунан ғибәрәт: Иршат һәр саҡ тормошта бейеүсе булды. Йомшаҡ креслоларҙа ултырыр саҡтарында ла тынғыһыҙлығы уны юлға саҡырҙы, кешеләр янына ашыҡтырҙы. Тик өҫтәл артына күргән-белгәндәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөр өсөн генә ултыртып алды, күңелендә мөлдөрәмә тулышҡан хикәйәләрен, әҙәби әҫәрҙәрен бушатыр өсөн генә төнгө сәғәттәренә урын ҡалдырҙы. Ә көндөҙөн…

Иршат университеттың бер юлы ике факультетын тамамлай. Тел белгесе булыу менән бер рәттән, тарих серҙәрен дә аса. Әсәһенә ауылдағы тормошон да алып барыуы, өс ауылды берләштергән силсәүит рәйесе вазифаһын башҡарыуы, һуңынан почта бүлексәһе эшен атҡарыуы ауыр икәнен дә аңлай, ситтән тороп уҡырға күсә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, “Ленинсы” гәзитенең тәржемә бүлегендә эшләгән осоронда университеттың “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә йөрөүен дә туҡтатмай, бейеүен ташламай, кистәрен баянда һыҙҙырып уйнай. Районға ҡайтып, комсомолда, ауылында мәктәптә эшләгәндә лә был шөғөлдәрен гел алға ҡуя. Үҙе өсөн генә түгел, балаларға ла өйрәтә.

– Мәктәптә шаяныраҡ, уҡыуға ла еңелерәк ҡараған малайҙарҙан торған бейеү ансамбле төҙөп алдым. Тегеләрҙән гимнастика эшләттерәм, спорт менән шөғөлләндерәм. Бейеүҙә унһыҙ булмай. Бик матур бейеүҙәр өйрәндем, район конкурстарында еңдек, – тип, ғорурланып һөйләй бөгөн Теләүембәтов. – Иң мөһиме – балала үҙенә ышаныс уятыу, ошоно нығытыу бит. Һинән бер нәмә лә сыҡмай, йүнләп уҡымайһың, тип тылҡып торһаң, ул алға китә алмай. Ә һәр уңышын күрә белһәң, үҙенә ҡарата ышанысы арта…

“Үҙенә ҡарата ышанысы арта”. Был һүҙҙәрҙе буштан ғына тормош ҡануны итеп алмай Иршат. Донъяла әҙәм балаһын ышаныс йәшәтә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелдермәй. Уны аҙым һайын иҫбатларға кәрәкмәй ҙә, был – йәшәү асылы, тормош аксиомаһы.

Иршаттың райондан кире Өфөгә килгән сағы, “Башҡортостан” гәзитендә эшләй башлаған мәле хәтерҙә әле. Осрашҡан саҡта Мөнир ҙә был турала иҫкә төшөрҙө:

– Иршат, хәтерләйһеңме, беҙ, “Йәшлек” егеттәре, һигеҙенсе ҡаттың баҫҡысында тора инек. Һине үҙебеҙгә эшкә лә әйҙәйбеҙ, ҡоҙалайбыҙ. Хәҙер “Башҡортостан”ға төшөп менәм дә киләм, тинең дә юғалдың. Шунда эшкә урынлашҡанһың да ҡуйғанһың…

“Төшөп” тигәндән, “Башҡортостан” редакцияһы бишенсе ҡатта урынлашҡан. Иршаттың йомошо булғанмы, унда китте. Был сағында үҙен журналистар, яҙыусылар яҡшы белә ине: “Ленинсы”ла тәржемә бүлегендә эшләгән, “Урман әбейе” тип аталған хикәйәләр йыйынтығы сыҡҡан, “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә йөрөгән, яҙышҡан – ҡәләме бар. Биш йыл Бөрйәндә эшләп килгән.

– 95-се йыл ине. Өфөгә килеп, “Башҡортостан”ға индем. Коридорҙа редактор Тәлғәт ағай Сәғитов осраны. “Ҡайҙа йөрөйһөң?” – тип һорай ул. Мин дә, шаяртыу ҡатыш: “Пока бына ошонда баҫып торам әле”, – тим. Әйҙә инәйек әле миңә, тип, кабинетына саҡырҙы. “Нимәләр яҙаһың?” – тип һорай. Сәйәсәт, тим. Әгәр ҙә мин шунда иҡтисад йәки ауыл хужалығы тиһәм, бәлки, алмаҫ та ине. Мин бит инде бик “гибкий”, үҙенә күрә ауыр йүнәлеште атаным. Шәп кеше, етәксе булды Тәлғәт Ниғмәтулла улы, барыһын алдан күрә белә, самалай торғайны…

“Башҡортостан” гәзитенең сәйәсәт бүлеге электән дә көслө һанала. Бөгөн уның биттәренә күҙ һалһаң, ошо ҡатмарлы осорҙоң бар сағылышын күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Теләүембәтов килгәс, һис шапыртыу түгел, был бүлектең эше тағы йәнләнде, яңы һулыш алды. Булмаһа, сирек быуатҡа яҡын ваҡыт (әле генә һымаҡ, ҡайһылай ғүмер уҙған икән дәһә. Ошо осорҙа илдә ниндәй генә хәлдәр, үҙгәрештәр булмаған!) тәрәнлегенә төшөп ҡарайыҡ: Советтар Союзы тарҡалған, завод-фабрикалар ябыла, өйрәнелгән колхоз-совхоздар бөтөрөлә, эш хаҡы түләүҙе талап иткән забастовкалар йышая, Рәсәйҙең нигеҙе ҡаҡшау хәленә еткән, өҫтәүенә Чечняла һуғыш уты тоҡанған… Был йылдар ваҡиғаларын төрлө тарафтарҙан ағылған хәбәрҙәр тулҡыны аша ғына яҡтыртып бармай баҫма – хәбәрселәр үҙҙәре лә солғаныштарҙың уртаһында була. Ҡыйыу, уҡымлы материалдар яҙыу өсөн тәү сиратта журналистың шәхсән ҡыйыулығы, батыр йөрәкле булыуы ла кәрәк бит әле. Иршат Теләүембәтов Башҡортостандың һалдат әсәләре комитеты ағзалары менән бергә Чечняға юллана. Һуңынан һуғыштың ҡыҙыу мәлендә барған мәхшәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп, һалдаттар менән генә түгел, ябай халыҡ менән дә осрашып, иң үткер мәҡәләләрен баҫтыра. Әйткәндәй, ҡанҡойош барған республикаға Иршат өс тапҡыр бара.

Иршат һымаҡ ир-егеттәрҙе ҡыҫҡаса характерлағанда “ундайҙар менән разведкаға барып була” тиҙәр. Ысынлап та, бергә ут эсенә инерлек ул Теләүембәт: 1996 йылдың сентябре. Чечня. Федераль үҙәк менән килешеү төҙөлгән саҡ. Унда Башҡортостандан тыныс халыҡҡа гуманитар ярҙам ойошторолғас, “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе булараҡ миңә лә барырға тура килде. Кешенең кемлеге тулыһынса киҫкен хәлдәр мәлендә асыла бит ул. Тыныс тормошта, билдәле сәғәттәргә һалынған ҡәҙимге эш көнөндә – һинең эргәлә генә йөрөгәндә бигүк беленмәй икән. Хатта дуҫ тигәнең дә көндәлек мәшәҡәттәр араһында тоноҡлана төшә, ҡәҙимгегә әйләнә. Ысын дуҫлыҡ шулай була икән тип күнегеп тә китәһең. Ә “тегендә” улай түгел, ысын мәғәнәһендә юлдаштарың (был осраҡта Башҡорт йәштәре иттифағы етәксеһе Артур Иҙелбаев, Башҡортостандың “Барт” чечен ойошмаһы етәксеһе Лом-Али Исраилов, Иршат Теләүембәтов) иңен тояһың, уның һиңә, һинең уға нәҡ ошо мәлдә, ошо минутта кәрәклеген аңлайһың. Бер генә миҫал килтерге килә. Шаложи ауылында юлдашыбыҙ, ул саҡта “Кызыл таң”дың үҙ хәбәрсеһе Лом-Али Исраиловтың әсәһенә фатирға төшкәнбеҙ. Аш бешереү өсөн газдары бөтөп килә икән. Баллонды машинаға һалып, заправкаларға киттек. Ауылдан ярайһы уҡ ситтә, оло юл өҫтөнә заправкалаусы ҙур машина туҡтаған. Беҙҙең баллонға газды тултырырға ғына ниәтләгәндә гөп тә гөп ата башланылар. Ситтә, ләкин яҡында ғына. Кис булғанлыҡтан, яҡтыртыусы пулялар, снарядтар осҡанлығы ғына күренә. Эйе, күренә. Сөнки баҫҡанмын да ҡарап ҡатып ҡалғанмын. Әйтерһең, шул яҡтан йәшенле ямғыр килә. Берәү елкәгә йәбешеп тартҡанға, оло юлдан аҫҡа “тәгәрәнем”. Иршат икән. Шунда ғына заправкалаусы машинанан аҫҡа – соҡорға төшөргә кәрәклеген аңланым. Дөрөҫөрәге, бер ни аңламаным. Ул тойғо һуңынан килә, ҡурҡыу ҙа һуңлап йөрөй. Ә бит Иршатты ниндәйҙер көс һикергән соҡоронан сығарған, минең елкәнән алдырып, тағы аҫҡа тәгәрәткән. Дуҫты ҡотҡарайым әле, тигән уй башына ла инеп сыҡмаған. Уй менән тән бер юлы хәрәкәткә килгән дә, алға ынтылдырған. Бер мәл – секунд булыуы мөмкин, ике, өс. Унан артығы түгел. Тик һуңынан ғына кешенең ундай сағын кемдер батырлыҡҡа тиңләр, кемдер ахмаҡлыҡҡа. Быларҙың барыһы ҡандан, нәҫелдән килә. Уны кешенән һис ҡасан алып ырғытып булмай, сөнки һәр күҙәнәге һуғарылған. Бына шундай, башҡаларға һәр саҡ ярҙамға ташланыр ҡан урғыла Теләүембәт тоҡомонда.

Тоҡом тигәндән, Иршаттыҡын улы Асҡар дауам итәсәк. Исемен ауылы хөрмәтенә ҡушҡандыр. Ауыл нигеҙен бит уның да боронғо балалары, олаталары ҡорған. Асҡар атаһы юлынан киткән – юғары уҡыу йортоноң тарих факультетында уҡый. Ныҡ ярата Иршат улын, уға ышана – һәр саҡ иҫкә ала, теленән төшөрмәй.

Иршат һәләтле журналист ҡына түгел, оҫта ойоштороусы ла. Уның “Шоңҡар” журналын етәкләгән йылдарын бөгөн коллективта һағынып иҫкә алалар. Әйткәндәй, әле лә коллектив башлыса Теләүембәтов баш мөхәррир булғанда тупланған егет һәм ҡыҙҙарҙан тора: бухгалтер Алина Зәйҙуллина, яуаплы сәркәтип Гөлнара Мостафина, журналистар Гөлсинә Йосопова, Шамил Яубаҫаров, рәссам Байрас Ҡыуандыҡов, Гөлшат Ҡаһарманова, Мансур Ғилмановтар йәш кенә килеш нәҡ ошо осорҙа килә.

– Һин мөхәррир саҡта иң ҙур тираж булған. Уға нисек өлгәштегеҙ? – тип һорай бөгөнгө баш мөхәррир Мөнир Ҡунафин.

– Мин бит уға тиклем матбуғатта яңы кеше түгел инем, бик күп коллективта эшләнем. Шулай ҙа алтындай йылдарым “Шоңҡар”ҙа үтте. Бар эште сәй эсеүҙән башланыҡ.

– Эйе, “Самауырҙы йыҡҡансы” йолаһы ла, рубрикаһы ла һаман йәшәй, йәшәтәбеҙ. Уҡыусыларҙың иң яратҡан рубрикаһы ул, – ти Мөнир.

– Коллектив менән бергә ултырып, самауыр артында сәй эскәндә тыуа ул идеялар, йәнле һөйләшеү башлана. Шул саҡта уртаҡ фекергә лә киленә. Коллективта гел йәштәр. Йәштәр ниндәй темалар кәрәк икәнен белә. Журналдың концепцияһын да яйлап үҙгәрттек…

Теләүембәтов килгәнсе “Шоңҡар” ике айға бер сыҡҡан. Баш мөхәррир булараҡ, Иршат Әнүәр улы барлыҡ документ эшен үҙ өҫтөнә ала, коллектив та шуға ынтыла: мөмкинселек бына әле генә бар, башҡаса булмаясаҡ – ошоно яҡшы аңлайҙар. Әлбиттә, быны матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығында, хөкүмәттә лә аңлап ҡабул итәләр – мәсьәлә ыңғай хәл ителә. Журналдың ай һайын сығыуы ла тираждың артыуына, халыҡтың яратҡан баҫмаһына әйләнеүенә булышлыҡ итә.

– Мин гелән былай тинем: “Егеттәр, ҡыҙҙар, журналға йәштәр өсөн иң ҡыҙыҡлы, иң мөһим булған әйберҙәр кәрәк. Йәштәрҙе ниндәй һорауҙар борсой – шуларға улар беҙҙән яуап табырға тейеш”. Мәҫәлән, беҙ самауырҙы йыҡҡансы һөйләшеп ултырырға юғары уҡыу йорттарының ректорҙарын саҡырҙыҡ. Килделәр. Бик фәһемле булды. Ғөмүмән, шулай эшләнек, эшләргә тырыштыҡ…

Оҙаҡ, бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ матбуғат тураһында, журналистика, әҙәбиәт хаҡында. Иршат әйтмешләй, самауырҙы йыҡҡансы, тәмәкеһен тартып, мужиктарса һөйләшкәнсе ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ҡалды.

“Эх, бер Октябрь проспектынан үтергә ине”, – тине Иршат хушлашҡан саҡта. Үтерһең, Иршат, үтеү генә түгел, бер өҙҙөрөп бейерһең дә, тинек беҙ. Тормошсан мәҡәләләреңде лә, “Урман әбейе”, “Тау эйәһе”, “Бығау сыңы” тигән хикәйәләр йыйынтыҡтары артынан яңы китабыңды ла көтә уҡыусыларың. Ауыр сирҙән һуң аяғыңа баҫырға көс табып, яңынан-яңы аҙымдар яһағанһың икән, артабан да ошо юлда Хоҙай үҙеңә ярҙам бирер. Апайыңа, еҙнәңә, туғандарыңа, һине аңлаған барыһына ла ысын күңелдән мең-мең рәхмәт. Һин – яңғыҙ түгел!

Рәлис УРАҘҒОЛОВ.

Читайте нас: