-5 °С
Ҡар
Үҙенсәлекле йырсы Ян Лираның исеме күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Шул арҡала төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тап була артист.
Үҙе менән таныш булмағандар уны ҡыҙ кеше тип уйлай, сөнки беҙҙә Лира исемле һылыуҙар бар. Икенселәр псевдоним тип яңылыша. Баҡтиһәң, егеттең атаһы поляк милләтенән. Шулай булғас, исеме лә, фамилияһы ла полякса.
– Бер саҡ Межгорье ҡалаһында ҡыҙыҡ хәлгә осраным, – ти Ян. –Концерттан һуң ҡайтырға сыҡҡайныҡ, проходнойҙан үткәрмәйҙәр. "Бында ҡыҙ кеше ингән тип яҙылған, ә һеҙ нисек үттегеҙ?” тип төпсөнәләр. Паспортымды күрһәткәс, йылмайып ебәрҙеләр.
Ян Лираның "Бәйләнеш"тәге сәхифәһенән.