Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Минең юлым
30 Ноябрь 2022, 16:17

Быуаттар тоташҡанда... Зөфәр Йәнекәйев

Кәләш әйттереү байрамы оло эскелек менән дауам итә, ә туйға барһаң, ҡоҙа-ҡоҙасаларҙы “йыҡҡансы” һыйлау мотлаҡ. Эсеүҙә баш тартҡандарҙың елкәһенә араҡы ҡойғандар ҙа булды. Шулай итеп, яйлап яңы быуын эскелеккә бирелде. Ул 70-се йылдарға тура килде. Был хаҡта айырым туҡтап китеүҙе кәрәкле, тип табам.

Быуаттар тоташҡанда... Зөфәр Йәнекәйев
Быуаттар тоташҡанда... Зөфәр Йәнекәйев

Зөфәр Ирғәли улы Йәнекәйев (1951) – дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе.
Баймаҡ районы 1-се Моҡас ауылында тыуған.
1990 – 1995 йылдарҙа Башҡортостан Юғары Советы депутаты; Халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. 1995 – 2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу палатаһы депутаты, Европа Төбәктәр палатаһында (Европа Советы, Страсбург) Рәсәй Федерацияһы вәкиле. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Юридик фәндәр докторы. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы.

I

Атай-әсәй, бала саҡ

Минең башланғыс кластарҙа уҡыуым Сталиндың шәхес культын рисуай итеү осорона тура килде. 1961 йылдың октябрь (17 – 31) айында КПСС-тың XXII съезы үтте һәм уның ҡарары нигеҙендә Сталиндың мәйете мавзолейҙан сығарылды. Шул уҡ ваҡытта Сталин исемен йөрөткән хужалыҡ, мәҙәниәт үҙәктәренең исемдәре үҙгәртелде. Сталинград ҡалаһы Волгоград исемен алды...
Был күренештәр, әлбиттә, халыҡ аңына ныҡ йоғонто яһаны. Миңә бары 10 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, “Совет Башҡортос­таны”нда съезд материалдарын ентекләп уҡып сыҡтым, аңламағандарын атайымдан һораным.
Ошо осорҙа бик күптәр Сталин исемен байраҡ итеп күтәрәләр. Атайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, өс тапҡыр яраланыу сәбәпле, 2-се төркөм инвалиды булды. Ул бер ваҡытта ла Сталинды маҡтаманы, уның әйткән һүҙҙәре әле лә хәтеремдә: “Эх, Сталин, Сталин, күп кешене останың”, йәғни бик күп кешенең башына еттең, тип әйтә торғайны.
Мин ул ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдарының нисек эшләүҙәре тураһында ентекләп һораша торғайным. Ул ГПУ НКВД хеҙмәткәрҙәре наган менән кешеләрҙе атып китеүҙәрен, күптәрҙе репрессияға тарттырып, Себергә ебәреүҙәрен һөйләй ине.
Ул хеҙмәт иткән хәрби частарҙа Сталин исеме менән бер ҡасан да атакаға күтәрелмәгәндәр. Уның һөйләүенсә, һуғышта бер принцип булған: йә һине атып үлтерәләр, йә һин уларҙы...
Ул ваҡытта ауылда фронтовиктар күп ине, улар Сталин исеме менән һуғышҡа инеүҙәре тураһында һөйләмәнеләр. Немецтар ҡаршы килгәндә, тәүҙә ҡурҡытыр өсөн баш осона ата торғайныҡ, ә инде һөжүм көсәйгәс, үҙҙәренә ата инек, тип бер мәжлестә һөйләшкәндәре хәтеремдә ҡалды. Минең уйлауымса, һуңғы осорҙа Сталин исемен байраҡ итеп күтәреү – һуғышта атакаға күтәрелмәгәндәр, дары еҫе еҫкәмәгәндәр, ваҡыттарын күберәк тылда өгөт-нәсихәт, ҡотҡо менән мәшғүл булғандарҙың мәшәҡәтләнеүҙәре.
Атайымдың бик фәһемле көләмәсе иҫкә төшә: “Ялта конференцияһына Рузвельт, Черчилль, Сталин өсәүләп бергә машинала китеп барғанда, юлды быуып ҙур бер үгеҙ ята икән. Черчиллгә, һин йәшһең, бар шул үгеҙҙе ҡыуып ебәр, тигәндәр. Черчилль улай ҙа һуғып ҡарай, былай ҙа, үгеҙ китмәй, ти. Рузвельтҡа, һин бөйөк илдең президенты, бәлки, һине тыңлар, тигәндәр. Рузвельт ҡыуып ҡарай, үгеҙ ҡуҙғалмай ҙа. Сталиндың сираты еткәс, ул үгеҙ янына бара ла ҡолағына нимәлер шыбырлай, үгеҙ сабып ҡасып китә. Тегеләр аптырайҙар һәм, нимә тип әйттең, тип һорайҙар. Сталин, әгәр ҙә юлдан китмәһәң, колхозға ебәрәм, тинем тип яуаплаған. Был көләмәс колхозға һәм уны төҙөткән Сталинға ҡарата халыҡтың мөнәсәбәтен сағылдыра, тип әйтһәм, яңылышмаҫмын.
Ғөмүмән, мин бала саҡта ауылдарҙа үҙидаралыҡ традициялары юғалмаған ине. Берәй мәсьәлә килеп сыҡһа, халыҡ сход йыйып ала, йә булмаһа, иптәштәр суды ойоштора ине. Ысынлап та, был яҡтан ауылда демократия булды, ул, ысын мәғәнәһендә, эшләп килде.
Атайымдың йәш булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштары араһында абруйы ҙур булды. Уны һәр ваҡыт иптәштәр суды председателе итеп һайланылар. Минең хәтеремдә – бер ҡарсыҡты ғәйбәт һөйләп йөрөгәне өсөн тикшергәндәре. Һәр кеше үҙ фекерен әйткәс, ул ҡатын үҙ холҡон үҙгәртте.
Беренсе донъя һуғышы, Граждандар һуғышы, башҡорт интеллигенцияһын ҡырған репрессиялар, Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы осор. Халыҡ сәмләнеп, намыҫланып йәшәне, балаларын уҡыуға өндәнеләр, ынтылдырҙылар. 50 – 60-сы йылдарҙың башында беҙҙең яҡта юғары белемле кеше юҡ ине. 1968 йылда минең класташым Мәҡсүҙә (уның турала әле яҙасаҡмын) Стәрлетамаҡ педагогия институтына ингәс, совхозда барыһы ла ауыҙ тултырып, Шәйәхмәттең ҡыҙы ҙур ергә уҡырға ингән, тип һөйләнеләр. Мин Свердловск юридик институтына барғас, ул хәбәр бөтөн районға таралды, тип әйтһәм дә хата булмаҫ.
Арғы ауылдан Салауат ағай ун йыл Силәбелә механизация, электрофикация һәм ауыл хужалығы институтында ситтән тороп уҡыны. Ул мөһабәт кәүҙәле, баянда һәйбәт уйнаған талантлы кеше булды. Беҙ бала саҡта Салауат ағай ауылға ҡайтһа, халыҡ һарыҡ һуйып, уны хөрмәт итеп, ҡунаҡ итә торғайны. Шулай байрам итеп йөрөгән көндәрҙең береһендә, иптәш малайы Мөхәррәм менән “кәзә” мотоциклында беҙҙең урам буйлап үтеп киттеләр, әлбиттә, икеһе лә айыҡ түгел. Шулай йырлашып барғандарында, мотоцикл тәгәрмәсе ҡырсынташҡа тайып, Мөхәррәм менән бергә ауҙы, ә Салауат ағайҙың аяғы оҙон булғас, баҫҡан килеш баян уйнап тороп ҡалды. “Бына малайҙар, күрҙегеҙме, уҡыған кеше – уҡыған кеше, торҙо ла ҡалды, ә бына Мөхәррәм уҡымағас, йығылды”, – тип көлдө. Шунан бирле беҙҙең яҡта “уҡыған кеше – уҡыған инде”, тигән лаҡап ҡалды.
Тағы бер хәл иҫкә төшә... 60-сы йылдарҙың башында, Советтар Союзынан Кубаға Хрущев ракеталарҙы алып барып ҡуйғас, Өсөнсө донъя һуғышы алдында торҙо ил. Ракеталарҙы сығарырға АҠШ ультиматум ҡуйҙы. Шуға күрә мәктәптәрҙә беҙгә атом шартлауынан нисек ҡотолорға, тигән дәрестәр уҡыта башланылар. Ауылдарҙа бағанаға репродукторҙар ҡуйылды, ғөмүмән, һуғышҡа ныҡ әҙерлек барҙы. Беҙ, балалар, тау башында бәләкәй генә мәмерйәләр бар ине, шунда күпме ваҡыт эсендә барып етәбеҙ, ҡасып өлгөрөрбөҙ микән, тип һанап йөрөнөк.
Беҙҙең ауыл халҡына райондан Салауат ағай Яҡшымбәтов (уҡыған кеше булараҡ, комсомолдың район комитетына эшкә алғайнылар) киләсәк, атом бомбаһы тураһында лекция һөйләйәсәк, тип иғлан иттеләр. Әлбиттә, бөтәһе өсөн был ҙур ваҡиға. Бар ауыл халҡы мәктәп залында йыйылды, шәм яҡтылар. Бала-сағалар иҙәнгә теҙелешеп ултырҙы. Ике сәғәт буйына Салауат ағай ватып-емереп рус телендә атом бомбаһы тураһында лекция уҡыны. Был ваҡытта шундай тынлыҡ торҙо, хатта себен осоп үтһә лә, ишетерлек ине, сөнки барыһы ла тын да алмай райондан килгән кешене тыңланы. Күптәр Салауат ағайҙы, рус телендә һөйләгәс, аңламаны, бик һирәктәр генә, һуғышта ҡатнашҡандар, фронтовиктар аңланы. Лекция тамамланғас, беҙҙең уҡытыусы Мәрйәм апай һорап ҡуйҙы: “Салауат ҡустым, атом бомбаһы нимә була ул?” “Мәрйәм апай, нимә булһын инде, ике Моҡас араһындағы Бишҡайынға бомба төшһә, ике ауылға ла конец!” – тине. Шулай итеп, ике сәғәтлек лекцияның төп фекере шул бер-ике һүҙҙә генә булды. Осрашыу тамамланғас, бөтәһе лә ҡурҡышып, атом бомбаһы яман нәмә икән, тигән фекер халыҡ араһында таралды. Әле лә халыҡ араһында “Моҡас араһындағы Бишҡайынға бер бомба төшһә, ике ауылға ла конец”, тигән лаҡап йөрөй.
1992 йылда Башҡортостандан делегация менән АҠШ-тың Массачусетс штатында командировкала булырға тура килде. Беҙҙе Бостон ҡалаһында урынлашҡан Кеннедиҙың музейына алып барҙылар. Дүрт ҡатлы бик матур бина. Уның бер нисә бүлмәһе Кариб кризисына арналған. Һәр бүлмәлә, һәр мөйөштә тиерлек телевизорҙарҙан Кеннедиҙың Хрущев менән кризис ваҡытындағы осрашыуҙары, һөйләшеүҙәре, нисек ҡарар ҡабул итеүҙәре, ҡатмарлы ваҡыттар тураһында яҙмалар күрһәтәләр. Әлбиттә, американдарҙың үҙҙәренең тарихына, киләсәккә ҡараштары һоҡландырырлыҡ.
Ауыл мәктәбендә уҡыған ваҡыттарға килгәндә, 60-сы йылдар хәтеремдә. Халыҡ бик насар йәшәне. Һәр ғаиләлә кәмендә 5 – 6 бала. Беҙҙең ғаиләлә атай ғына эшләне, әсәй балалар ҡараны. Аҡсаны әҙ түләүҙәренә ҡарамаҫтан, йәй етһә, беҙ сөгөлдөр утарға йөрөнөк. 1– 2-се класта уҡый башлағас, әсәйем иртәнге сәғәт биштә беҙҙе уята һәм беҙ 8 – 10 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Оло тау яғына китәбеҙ. Төшкә тиклем бер биҙрә еләк йыйып алып ҡайтһаҡ, әсәйем шул еләкте Сибай ҡалаһына һатырға китә. Ат юҡ. Әҙерәк ҙурайғас, 4 – 5-се кластарҙа велосипед менән үҙебеҙ алып барып һата торғайныҡ. Еләктең бер стаканы 10 тин булды. Бер биҙрәнән 6 – 7 һум аҡса эшләргә мөмкин ине. Шулай итеп, ниндәйҙер кимәлдә, фәҡирлектә үҫтек, тип тә әйтергә була.
Башҡорт халҡында борон-борондан килгән йола – ул ҡышҡылыҡҡа һуғым һуйыу. Малды һимертеп ҡуялар ҙа (йылҡы малы, йәиһә башмаҡ), ноябрь аҙаҡтарында – декабрь башында, һыуыҡ төшкәс, һуялар. Әлбиттә, революцияға ҡәҙәр иркен йәшәгән, ләкин революциянан һәм Бөйөк Ватан һуғышынан һуң халыҡ бөлгөнлөккә төшкәс, яйлап 50-се йылдарға тиклем хәлләнгән.
Һуғым һуйыу ҡунаҡ саҡырыу менән бәйле була торғайны. Ҡунаҡҡа туғандарҙы, ауылдаштарҙы саҡыралар. 7–10 пар кеше йыялар. Беҙ, балалар, өй беренсә ҡунаҡтарҙы саҡырырға сығып китәбеҙ. Малды кәртә-ҡураларға бикләгәс, 9– 10-ҙа йыйылалар. Ғәҙәт буйынса кейеҙ түшәлгән, мендәр һалынған. Ҡунаҡтар урынлашҡас, боронғо ғәҙәт буйынса беҙ, ир балалар, еҙ ҡомған һәм тас тотоп һәр-береһенең ҡулдарын сайҙырып сығабыҙ һәм уларҙың изге теләктәрен ҡабул итеп алабыҙ. Табынға бишбармаҡ ултырталар. Унан һуң тағы ла ҡулдарҙы саялар. Эсемлеккә килгәндә, элек бал ҡоя торғайнылар. Араҡы бик һирәк булды. Ҡунаҡтарға бер литр араҡы ҡуйыу – бик мул булып иҫәпләнде, хәҙерге көндә ҡунаҡта бер кешегә генә литр араҡы кәрәк. Ул ваҡытта шуға күрә эскелек ныҡ булманы. Табында ике стакан йөрөтөп (ул ғәҙәт әле лә Бөрйән районында ҡалған), хужа араҡы ҡойоп биргәс, уны эсеп бөтөрмәй, әҙ генә уртлап, икенсегә йырлап тапшырыу йолаһы булды. Ғөмүмән, шуға күрә лә бер кеше лә иҫергәнсе эсмәй торғайны. Киреһенсә, матур боронғо йырҙарҙы йырлап, ҡурайҙа уйнап, бейеп күңел асалар.
Халыҡтың күпләп эскелеккә бирелеүе Хрущев осоронда башланды. 60-сы йылдарҙың башында ауылдарҙа эскелек юҡ ине. Һуғыш ваҡытында фронтовиктарға “наркомовский сто грамм” бирелһә лә, атайым, мәрхүм, әйтеүенсә, ул бер ҡасан да эсмәгән, ә, киреһенсә, шәкәргә алмаштырған. Һуғыштан ҡайтып өйләнгәс, әҙләп эсә башлаған, ләкин уны эскесе булды, тип әйтә алмайым. 1920 йылдарҙа тыуған быуын эскелекте ҡабул итмәһә, минең йәштәштәрҙә спиртлы эсемлектәргә ҡарата “иммунитет” кәмене, тип әйтергә лә була. 5–7-се класта уҡыусылар маҡтанып, бал эстем, ти торғайнылар. Мин дә эсеп ҡараным, ләкин оҡшатманым. Беҙ йәш ваҡытта ауыл гөрләп торҙо. Юғары уҡыу йортона бик һирәктәр генә конкурстан үтә ала торғайнылар. Хәҙерге кеүек түләүле уҡыу булманы. Күпселек йәштәр ауылда ҡалып эшләйҙәр ине. Егеттәр – механизатор йә мал ҡараусы, ҡыҙҙар – һауынсы. Беҙҙең ауылда фәҡәт башланғыс ҡына мәктәп булды. Унда күберәк педучилище тамамлаған йәш ҡыҙҙар эшләне. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлауҙы ситтән килгән фельдшер тәьмин итте.
Байрам һайын йәштәр йыйылып табын ҡоралар. Ҡайһы берәүҙәр иҫергәнсе эсеп, икенсе көн “баш төҙәтеү” ғәҙәти күренешкә әйләнде. Кәләш әйттереү байрамы оло эскелек менән дауам итә, ә туйға барһаң, ҡоҙа-ҡоҙасаларҙы “йыҡҡансы” һыйлау мотлаҡ. Эсеүҙә баш тартҡандарҙың елкәһенә араҡы ҡойғандар ҙа булды. Шулай итеп, яйлап яңы быуын эскелеккә бирелде. Ул 70-се йылдарға тура килде. Был хаҡта айырым туҡтап китеүҙе кәрәкле, тип табам.
Сибайҙа ҡала советында эшләгәндә мине тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Шул юҫыҡтан экологик мәсьәләләргә төшөнөп, халыҡ араһында лекциялар менән сығыш яһай башланым. Мине Өфөгә пропагандистар мәктәбенә семинарға ебәрҙеләр. Башҡортостан Республикаһының төп идеологы, КПСС өлкә комитетының өсөнсө секретары Таһир Ахунйәнов сығыш яһаны, доклад барышында булған хәлде лә һөйләп китте.
Польшаға барғанда беҙҙең совет делегацияһы ял көнө бөтә костелдарҙа поляктарҙың ғибәҙәт ҡылыуҙарына иғтибар иткәндәр. Беҙҙекеләр Польша етәкселәренә, халыҡтың ғибәҙәт ҡылыуы социалистик идеалогияға ҡаршы булыуҙы аңлата бит, тип әйткәндәр. Улар, һеҙҙә Рәсәйҙә ял көндәре бөтөн халыҡ эскелектән сыға алмай, беҙҙә, исмаһам, айыҡ йөрөйҙәр, тигәндәр... Аллаға табынғансы, ғибәҙәт ҡылғансы, араҡы эсһендәр, тинек тип, ниндәйҙер ғорурлыҡ менән беҙгә һөйләне. Беҙҙең ил менән ҡот осҡос әшәке бәндәләр етәкселек итә тигән уй башыма бәрелде һәм сорнап алды. Йә Хоҙайым, былар бит халыҡты һәләкәткә этәләр!..
Ғөмүмән, яҡшы итеп һыйлау, хөрмәт итеү күпме араҡы эсереүҙәренә ҡарап билдәләнде.
Белгестәрҙең билдәләп үтеүенсә, әгәр ҙә 1952 йылда СССР-ҙа кеше башына 1,9 литр спиртлы эсемлек тура килһә, 1984 йылда 14,2 литрға етте. Мин прокуратурала следователь булып эшләгәндә, йылдан-йыл аҫылынып үлгән кешеләр һанының арта барыуына иғтибар иткәйнем. Совет осоронда ул турала статистик материалдар “секретно” грифы аҫтында һаҡланды. Үҙенә үҙе ҡул һалғандар 1965 йыл – 17,1, 1984 йыл – 29,7, 1996 йыл – 60 меңгә барып етте. Һуңғы йылдарҙа суицидтың кәмеүе күҙәтелә. 2018 йыл статистика буйынса, Рәсәйҙә 18 206 кеше үҙенә үҙе ҡул һала (15079 ир-егет, 3127 ҡатын-ҡыҙ). Күрәһең, хәҙерге быуындың араҡы эсеүҙән яйлап туҡтай барыу һөҙөмтәһелер. Рәсәйҙә 2008 йылда бер кешегә 18 литр араҡы тура килһә, 2017 йылда был күрһәткес 10,3 литрға тиклем кәмене. Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованың билдәләүенсә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы бер кешегә 8 литр алкоголь эсемлектең тура килеүе – бик хәүефле күренеш, тип иҫәпләй. ВЦИОМ үткәргән опрос буйынса, респонденттарҙың 39% бөтөнләй спиртлы эсемлектәрҙән баш тартыуҙары, 59% ваҡыты менән генә эсеүҙәре хаҡында белдергәндәр. Шулай уҡ халыҡтың 80% эсеү һаулыҡҡа зыян килтерә тигән фекерҙә. Социологтарҙың билдәләүенсә, Рәсәй халҡы сәләмәт тормош алып барыуҙы яҡыныраҡ күрәләр.

Минең үҙемде лә районда прокуратура следователе булып эшләй башлағандың тәүге көнө үк ресторанға алып барҙылар, матур итеп һыйландыҡ, икенсе көн баш төҙәттек, өсөнсө көн тағы ла араҡы. Мин аптырап:
– Тәүге көн минең килеү хөрмәтенә эстек, икенсе көн баш төҙәттек, ә бөгөн нимә өсөн? – тип һораным.
– Зөфәр ҡустым, беҙ көн дә эсәбеҙ.
Шулай тигәс, мин:
– Ғәфү итегеҙ, ағайҙар, мин эсмәйем, тәүҙә лә һеҙҙе ихтирам итеп кенә эстем, – тинем.
Отпускыға китер алдынан тәртип буйынса бер литр араҡы ҡуям, ләкин үҙем бер тамсы ла эсмәйем. Әгәр ҙә шул уҡ тенденцияға бирелһәм, мин алкоголик булып, бер ҡайҙа ла сыға алмай һәләк булыр инем. Тиңдәштәремдең бик күбе шулай араҡы ҡорбаны булып ҡалды. Ул осорҙо эскелек менән юҡҡа сыҡҡан быуын осоро, тип әйтер инем, сөнки һуғыш ваҡытында халыҡтың ҡырылыуына ҡарағанда, эскелек ҡорбандары күберәк булғандыр тип уйлайым.
М. С. Горбачев дәүере (1985 – 1990 йылдар) күптәргә араҡы алырға бишәр сәғәтләп торған сираттар менән хәтерҙә ҡалған. Ғөмүмән, ил етәкселәренә халыҡтың араҡыға, эскелеккә булған мөнәсәбәтен үҙгәртергә кәрәк ине, ләкин беҙҙең илдең административ-командалы системаһының тырыш, ярамһаҡ һәм наҙан чиновниктары иң изге ниәттәрҙе лә юҡҡа сығарҙылар, XVII быуаттың инглиз дин белгесе Джордж Герберттың “Изге ниәттәрҙән түшәлгән тамуҡ юлы” тигән китабындағы (“Благими намерениями вымощена дорога в ад”) әйтемен ғәмәлгә ашырҙылар. Ысынлап та, Альберт Эйнштейн билдәләүенсә, донъяла бөтәһе ике сикһеҙлек бар: беренсеһе – Ғаләм, икенсеһе – кеше ахмаҡлығы. Ләкин беренсеһенең булыуында шикләнәм, тигән ғалим. Эскелекте сикләү, беҙҙең илдә алкоголь эсемлектәрҙе етештереүгә ҡаршы кампаниялар булдырылды. Йөҙәр йыл буйына, сабый балалай ҡарап, тәрбиәләп үҫтерелгән, юғары сортлы, элиталы виноградлы плантациялар юҡ ителде. Алкоголиктар затлы шараптарҙы ғүмерҙә лә эсмәнеләр һәм әле лә ауыҙ итеп ҡарамайҙар. Тиҫтә йылдар буйына алкоголь эсемлектәргә ылыҡҡан совет гражданына билдәле магазинда ғына алкоголь эсемлекте алырға мөмкин ине. Мәҫәлән, 50 мең халыҡ йәшәгән Сибай ҡалаһында бер генә магазинда төшкө сәғәт икелә һатырға рөхсәт ителде. Һөҙөмтәлә, магазин янында сикһеҙ сират, ыҙғыш, талаш, бер һүҙ менән әйткәндә – мәхшәр.
Партия һәм комсомол функционерҙары “айыҡ” туйҙар үткәрә башланылар. Был, әлбиттә, һәйбәт башланғыс, ләкин файҙаға килтермәне – араҡы сәйнүктәрҙән ҡойолдо. В. С. Черномырдин әйтмешләй: “Хотели как лучше, получилось как всегда!” Алкоголдән баш тарта алмағандар одеколон, спирт булған башҡа төрлө суррогат шыйыҡсаларҙы эстеләр. Яҡташым, билдәле эшҡыуар Кәримов Фәнис Йәноҙаҡ улының әйтеүенсә, “алкоголиктар шулай ағыуланып ҡырылып үлеп бөттөләр, хәҙер эсмәгән, дин тотҡан ир-егеттәр донъяның рәхәтен күреп йәшәйҙәр”. Был ваҡытта Ч. Дарвиндың “естественный отбор” (“тәбиғи һайланыш”) тәғлимәте иҫкә төшә. Ҡыҙғаныс, ләкин ысынбарлыҡ.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас: