Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Нәзәкәт
31 Ғинуар 2020, 22:13

Супермодель Гөлсинә

Гөлсинәне сит ил дәр ҙә яҡшы белһәләр ҙә, үҙебеҙҙә бик танып етмәйҙәр. Сәбәбе уның үтә лә тыйнаҡ булыуындалыр. Әммә Өфөнөң дә һәр ҙур сауҙа һәм күңел асыу йорттарында тиерлек тотош диуарҙар биләп торған реклама фотоларында уны йыш күрергә була.#Шоңҡаржурналы #Нәзәкәт

Гөлсинәне сит ил дәр ҙә яҡшы белһәләр ҙә, үҙебеҙҙә бик танып етмәйҙәр. Сәбәбе уның үтә лә тыйнаҡ булыуындалыр. Әммә Өфөнөң дә һәр ҙур сауҙа һәм күңел асыу йорттарында тиерлек тотош диуарҙар биләп торған реклама фотоларында уны йыш күрергә була.
Стәрлетамаҡ һылыуы бөгөн донъя моделдәре рейтингында юғары урынды биләй һәм киң билдәле фирмаларҙың “йөҙө” булып тора. Популяр браузерҙар Гөлсинә Кәлимуллина тип һорау ебәреүселәргә һүрәттәр бүлегендә хатта миллиондан артыҡ һөҙөмтә тәҡдим итә. Кем һуң был серле ҡыҙ? Күптәр уның Криштиану Роналду менән төшкән рекламаһынан һуң, футболист Ирина Шейкты ошо гүзәлгә алмаштырғандыр, тип фаразланы. Әммә был имеш-имештәр ялған булып сыҡты, уҙған көҙ Гөлсинә Өфөгә кейәүе менән ҡайтып төштө. Юҡ, ул футболист түгел, ә рәссам кеше ине.
Ҡасандыр СССР тарҡалып, сиктәр юҡҡа сыҡҡас, беҙҙең илгә лә ялтыр журналдар үтеп инде һәм Рәсәй халҡы моделдәр донъяһы менән танышып “аһ” итте. Ул ваҡыттарҙа һәр ятаҡ бүлмәһенең стеналарын биҙәгән постерҙарҙан ҡараған Синди Кроуфорд, Линда Евангелиста, Клаудия Шифферҙар буй еткеһеҙ йондоҙҙар булып күренде һәм ул, ысынлап та, шулай ине. Ниндәйҙер ике тиҫтә генә йыл үткәс, уларҙың тәхетен үҙебеҙҙең ҡыҙҙар биләр, тип ул саҡтарҙа күҙ алдына ла килтерә алмай инек. Ә бөгөн Голливудта йөрөгән Өфө ҡыҙы Лиана Хәбибуллина йә супермодель булған Сибай ейәнсәре Ирина Шейк һәм башҡа бик күп һылыуҙарыбыҙҙың барлығына аптырамайбыҙ ҙа шикелле. Гөлсинә лә – билдәле Америка агентлығы менән контракт төҙөгән супермодель башҡа йондоҙҙар нисек йәшәйҙер, ниндәй тормош рәүеше алып баралыр, әйтә алмайым, шулай ҙа, Гөлсинә менән әңгәмә тик йылы тойғолар ғына ҡалдырҙы.
– Гөлсинә, ғаиләгеҙ, бала сағың һәм ул мәлдәрҙәге хыялдарың хаҡында һөйләп китһәң ине?
– Стәрлетамаҡта тыуып үҫтем. Ғаиләлә беҙ өс ҡыҙ. Лилиә апайым, Дилара исемле һеңлем бар, араларыбыҙ – икешәр йәш. Әсәйем Әлмира Әхсән ҡыҙы һөнәри лицейҙа производствоға өйрәтеү оҫтаһы булып эшләне, беҙгә, балаларына ла ваҡытын, күңел көсөн йәлләмәне. Атайым Рәшит Миңлеғәле улы летчик булды. Аҡыллы, йомарт, изге күңелле итеп хәтеремә уйылған ул, беҙгә һәр ваҡыт тарихтан, математиканан өйгә эш эшләште. Атайым бушаған арала күмәгебеҙҙе тәбиғәткә алып сыға ине, машинала төрлө яҡҡа сәфәргә йөрөнөк. Уның әсәһе Татарстанда йәшәне, өләсәйгә лә ҡунаҡҡа йыш йөрөнөк. Юл буйы йырлап, төрлө уйындар уйнап, хыялланып, тәбиғәт менән һоҡланып барыуҙар ҙа күңелгә йылы иҫтәлек булып һеңгән. Апайым, һеңлем, мин дә Стәрлеләге 2-се гимназияны алтын миҙалға тамамлап, һуңынан “математика һәм информатика уҡытыусыһы” тигән һөнәр буйынса юғары белем алдыҡ. Уҡыу йортон һайлағанда апайыма ҡарағанмындыр инде, асылда һәр ваҡыт сәйәхәт итергә, донъя күрергә хыялландым. Шуға ла бүтән йүнәлештә һөнәр һайлаһам, ул мотлаҡ самолетта осоуҙар менән бәйле булыр, тип уйлап йөрөнөм.
– Ә мәктәп йылдарың нисек үтте? Нимәләр менән мауыҡтың, туғандарың менән мөнәсәбәттәр ниндәй ине?
– Дөрөҫөн әйткәндә, уҡыуға ныҡ бирелгән булғанмындыр, мәктәптән тыш өсөбөҙ ҙә музыка мәктәбенең фортепиано класында шөғөлләндек. Бер туғандарым менән мөнәсәбәткә килгәндә, ул һәр ваҡыт һәйбәт булды. Йәш аралары ҙур булмағас, ҡыҙыҡһыныуҙар ҙа бер иш ине, әлегәсә бер-беребеҙҙән сер йәшермәйбеҙ, иң яҡын әхирәттәрем – апайым менән һеңлем. Лилиә апайымдың өс ҡыҙын, Дилара һеңлемдең улын да бик яратам, яйы сыҡҡан һайын бүләктәр менән ҡыуандырырға тырышам. Киләсәктә минең балаларым тыуһа, улар менән яҡын булһын, бер-бе реһенә терәк булып йәшәһен ине, тип хыялланам.
– Бөгөн меңәрләгән кешене ғашиҡ иткән һылыуҙан беренсе мөхәббәте хаҡында ла Һорағы килә? Тәүләп ғашиҡ булыуыңды иҫләйһеңме?
– Әлбиттә, иҫләйем. Тәүге хистәр – мәктәп йылдары, үҫмер осоромдоң йылы хәтирәһе. Һигеҙенсе класта параллелдә уҡыған малайҙы оҡшаттым. Иң матуры ине ул, иң һәйбәт уҡығаны. Әммә уға ғашиҡлығым минең генә серем булып ҡалды. Туғыҙынсы класҡа икенсе мәктәпкә күсте лә, ҡыҙғанысҡа күрә, яҡындан танышып аралашырға тура килмәне беҙгә.
– Атай-әсәйең һеҙҙе нисек тәрбиәләне? Әсәйең һинең өсөн күберәк кем: дуҫмы, әллә авторитетлы кешеме?
– Атай-әсәй менән аралар һәр ваҡыт йылы, асыҡ булды, беҙ уларға хәлебеҙҙе аңлатыуҙан, уйлағаныбыҙҙы әйтеүҙән тартынманыҡ. Әсәй минең өсөн остаз да, серҙәш тә, шул уҡ ваҡытта авторитет та. Аҡыллы кеше ул, әле лә уның менән кәңәшләшмәйенсә бер нәмә лә эшләмәйем. Беҙ бәләкәй саҡта өйҙәге телефон туҡтауһыҙ зыңғырлап торор ине, кемдер кәңәш, кемдер ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Әсәйем уларға хәленән килгәнсә иғтибар бүлергә тырышты, һәр ваҡыт дуҫтары һәм таныштары күп булды. Хәҙер ҙә икенсе континентта, туғандарымдан ун ике сәғәт осош алыҫлығында йәшәһәм дә, әсәйем менән гел генә яҙышып торабыҙ, көнөнә икене тапҡыр шылтыратып, хәлен белеп алыу ғәҙәтемә һеңгән. Ул, бай тормош тәжрибәһе туплаған кеше булараҡ, миңә кәңәше менән терәк-таяныс булып тора. Былай ғына, кисерештәрем менән уртаҡлашып та шылтыратам, ҡайһы берҙә бит берәйһенә эсеңдәген һөйләге йә шатлығың менән уртаҡлашҡы ла килә. Әсәйем менән тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында бәйләнешкә сыға алам, шулай күнеккәнбеҙ.
– Юғары уҡыу йортонда теүәл фәндәрҙе өйрәнгәнһең, еңел йүнәлеш түгел. Шундай ҡатмарлы юҫыҡты үҙләштереп тороп, ул юлдан китмәүең йәл түгелме?
– Бала саҡтан теүәл фәндәрҙе яраттым, бигерәк тә геометрия менән информатика еңел бирелде. Шуға ла, Лилиә апайымдан күрмәксе, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға индем. Апайым менән һеңлем институттан һуң уҡыуҙарын аспирантурала дауам итһә, мин иһә икенсе юғары белем алырға ҡарар иттем һәм ВЗФЭИ-ны (Всероссийский заочный финансово-экономический институт) һайланым. Беренсе курсты Өфөлә тамамлап, икенсе курстан уҡыуҙы Мәскәүҙә – төндәрен дә йоҡламай торған ҡалала дауам иттем. Унда инде уҡыу менән бер рәттән “Андреас” ресторанында киске тамашаларҙы ойоштороусы булып та эшләп йөрөнөм. Әммә 2008 йылғы торғонлоҡ мәлендә ресторан ябылды. Шунан һуң, ниһайәт, сәйәхәт итеү тураһындағы бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырырға ҡарар иттем һәм “S7” авиакомпанияһына бортпроводник булып урынлашыу өсөн әңгәмә үтергә йөрьәт иттем. Эшкә алындым, унда бер аҙ тәжрибә туплағас, осоштар майҙанын киңәйтер өсөн “Трансаэро” авиакомпанияһына күстем. Һауала, авиацияла эшләгән сағым мауыҡтырғыс бер осор булды. Беләһегеҙме, үҙең өсөн яңы ҡалаларҙың аэропорттарын асыу һәр ваҡыт ҡыҙыҡ. Абакандан башлап Гоаға тиклем күрҙем! Иң елкендергесе – эңерҙә пилот кабинаһынан самолеттар һауаға күтәрелә һәм килеп төшә торған осош юлын күҙәтеү. Иҫ киткес матур бер күренеш асыла шул саҡ!
– Осоштар мәлендә төрлө хәлдәр булалыр инде?
– Ысынлап та, көлкөлө лә, хәүефле лә мәлдәр күп булды. Бер пассажирҙың бортта туңдырма булмауына ныҡ ризаһыҙлыҡ белдереп шаулауы хәтерҙә ҡалған. Икенсеһе самолет ергә төшкән саҡта ноутбугын һүндереүҙән баш тартып аптыратты, йәнәһе лә, ноутбугы асыҡ тормаһа, уның аэрофобияһы ҡуҙғала. Тыныс кешемен, шуға ла ошондай сәйер хәлдәр килеп сыҡҡан һайын хеҙмәттәштәрем эште яйға һалыр өсөн мине ебәрергә тырыша ине. Иң ҡыҙығы, мин яйлай алмаған бер осраҡ та булманы. Пассажирҙар йыш ҡына визит карточкаларын ҡалдыра ине.
Дауамы "Шоңҡар" журналының ғинуар һанында...
Читайте нас: