Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Нәзәкәт
2 Март 2020, 12:50

Бушлай...

#ҡыҙыҡ_был_тормош#айгиз_баймухаметов— Кто кататься? Бесплатно, бесплатно! — тип руссалап ҡысҡырҙы малай. Шуны ғына көткәндәй, төрлө яҡтан туристар уны һырып алды. Бөтәһен дә төртөп бер ҡатын алға үрелде. Дөйәгә ултырғас, ҡәнәғәтлектән ауыҙы йырылды.

Мысырҙа туризм ныҡ үҫешкән. Урындағы халыҡ та килгән кешеләрҙән аҡса һыпырып алырға әллә нисә ысулды өйрәнеп алған. Шуларҙың береһе, туристарҙы дөйәлә йөрөтөү. Ҡайҙа барма — мәктәп йәшендәге малайҙар хайуанын йүгәнләгән дә, аҡса эшләү менән мәшғүл.
Беҙҙең халыҡ бушлай булғанды ярата бит инде. Әгәр дөйәлә йөрөү өсөн түләргә кәрәк тиһәң, күптәр баш тарта. Ә бушлай — уксус та эсергә ризалар, тигәндәй. Мысыр халҡы шуны бик уңайлы ҡуллана. Шундай ваҡиғаның шаһиты булдым.
— Кто кататься? Бесплатно, бесплатно! — тип руссалап ҡысҡырҙы малай. Шуны ғына көткәндәй, төрлө яҡтан туристар уны һырып алды. Бөтәһен дә төртөп бер ҡатын алға үрелде. Дөйәгә ултырғас, ҡәнәғәтлектән ауыҙы йырылды. Малай дөйәһен йүгәненән тотоп, тегеләй йөҙ метр барҙы ла, инде беҙҙең яҡҡа боролдо. Хайуаны туҡтағас, ҡатын төшөргә итте, тик хужаһы быны эшләргә ашыҡманы. Мут йылмайып, аҡса бир тигәндәй, бармаҡтары менән уйнатып күрһәтте.
Ҡатындың кәйефе боҙолдо. Отолғанына йәне көйөп тиргәнергә тотондо.
— Вы сказали бесплатно! Мошенник какой...
Рәсәй туристары күп булғас, урындағылар русса ла әҙ-мәҙ һөйләргә өйрәнгән:
— Кататься бесплатно. Слезать платно! — тине ул.
Ә дөйә бейек, ат ише генә түгел. Унан былай ғына төшөрмөн тимә. Хужаһы бойороҡ бирмәһә, хайуаны сүгәләмәй. Алданған ҡатынға түләүҙән башҡа әмәл ҡалманы. “Бушлай ҡапҡанда ғына була”, тиҙәр бит урыҫтар. Инереңдән алда сығырыңды уйла, тиҙәр беҙҙә.
Читайте нас: