Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Нәзәкәт
27 Апрель 2020, 12:35

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы... ҡатын-ҡыҙ булыуҙа...

Күлдәктәр яратам… Нәзәкәтле, матур образ күрһәм, һоҡланып туя алмайым. Юлым төшкәндә бөгөнгө геройымдың баш ҡала сауҙа үҙәктәренең береһендә тотош ҡаттың яртыһын тиерлек биләп ултырған бутиктарына ла инеп сыҡмай ҡалғаным юҡ. Оҙон итәкле, ҡупшы күлдәк-итәктәр һатыла унда! Башҡорт стилендәге милли күлдәктәр ҙә бар. Бында, ғәҙәттә, никах кейеме һайлау, ошо иҫтәлекле сараға ҡабатланмаҫ образ тыуҙырыу өсөн киләләр. Ҡыҙҙар үҙҙәренә килешле күлдәкте кейеп, зауыҡлы итеп яулыҡ та ябынып ҡуйғас, һоҡланып туймаҫлыҡ гүзәллек хасил була. Бындай сәнғәти юғарылыҡтағы матурлыҡты хасил итеү өсөн ҡул оҫталығы ғына етмәгәнлеген, иң тәүге сиратта зиһен байлығы, күңел юғарылығы талап ителеүен аңлайһың. Һәм ошо матурлыҡ донъяһының хужабикәһе башҡорт һылыуы Оксана Ямурова икәнлеген белгәс, ғорурланып та ҡуяһың. Булдыҡлы ла, нескә лә була белгән замандашыбыҙ Оксана Ямурова, эшҡыуарлыҡта ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшеп тә, нисек нәзәкәтлелеген һаҡлап ҡала икән? Әңгәмәлә һүҙ ошо һәм башҡа донъяуи мәсьәләләр хаҡында…

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы... ҡатын ҡыҙ булыуҙа
Күлдәктәр яратам… Нәзәкәтле, матур образ күрһәм, һоҡланып туя алмайым. Юлым төшкәндә бөгөнгө геройымдың баш ҡала сауҙа үҙәктәренең береһендә тотош ҡаттың яртыһын тиерлек биләп ултырған бутиктарына ла инеп сыҡмай ҡалғаным юҡ. Оҙон итәкле, ҡупшы күлдәк-итәктәр һатыла унда! Башҡорт стилендәге милли күлдәктәр ҙә бар. Бында, ғәҙәттә, никах кейеме һайлау, ошо иҫтәлекле сараға ҡабатланмаҫ образ тыуҙырыу өсөн киләләр. Ҡыҙҙар үҙҙәренә килешле күлдәкте кейеп, зауыҡлы итеп яулыҡ та ябынып ҡуйғас, һоҡланып туймаҫлыҡ гүзәллек хасил була. Бындай сәнғәти юғарылыҡтағы матурлыҡты хасил итеү өсөн ҡул оҫталығы ғына етмәгәнлеген, иң тәүге сиратта зиһен байлығы, күңел юғарылығы талап ителеүен аңлайһың. Һәм ошо матурлыҡ донъяһының хужабикәһе башҡорт һылыуы Оксана Ямурова икәнлеген белгәс, ғорурланып та ҡуяһың. Булдыҡлы ла, нескә лә була белгән замандашыбыҙ Оксана Ямурова, эшҡыуарлыҡта ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшеп тә, нисек нәзәкәтлелеген һаҡлап ҡала икән? Әңгәмәлә һүҙ ошо һәм башҡа донъяуи мәсьәләләр хаҡында…


– Оксана, ни өсөн күлдәктәр тегеүгә тотонорға булдығыҙ? Был эшегеҙ ҡасан башланды?
– Мин һәр ваҡыт тектем. Был шөғөлөм мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ башланғайны. Студент саҡта ла заказдарға күмелеп ултырыуым хәтерҙә. Ә инде ошо магазинды асып күлдәктәрҙе күпләп етештереп һата башлағанға алты йыл була инде.
– Нәҫелдән килгән һәләтме һеҙҙә?
– Шулай тиергә лә мөмкиндер. Атайымдың әсәһе оҫта тегенсе булған, тиҙәр. Үкенескә күрә, ул мин тыуғансы уҡ баҡыйлыҡҡа күскән. Тегеү менән ҡыҙыҡһыныуымды белгәс, атайым миңә уның теген машинаһын табып алып ҡайтып биргәйне. Әйткәндәй, атайым үҙе лә тегеү эшенә оҫта. Ейәнсура районының Яңыбай ауылынанмын. Беләһегеҙҙер инде, беҙҙең яҡта кәзә мамығынан шәл бәйләйҙәр. Мин дә шәл бәйләп, ҡул эштәренә өйрәнеп үҫтем. Ҡулъяулыҡтар, туҡыма киҫәктәре яратҡаным, ҡурсаҡтарҙы үҙ-ара һөйләштергәнем, йүгереп йөрөп урман-ҡырҙар гиҙеп ҡайтҡаным, тауға үрмәләгәнем хәтерҙә. Хыялланырға әүәҫ инем. Ҡурсаҡтарҙы һәм хатта ҡашығаяҡ йыуғанда һауыт-һабаны ла үҙ-ара һөйләштергәнем иҫтә.
– Нәҡ ошо һыҙаттарығыҙ сәнғәт донъяһына ылыҡтырғандыр ҙа, бәлки? Яңылышмаһам, һеҙ һөнәрегеҙ буйынса актриса?..
– Шулай булғандыр, моғайын. Хәтеремдә, туғыҙынсы класта уҡығанда Өфөнән ҡунаҡтар килде. Унда Сәрүәр апай Сурина ла бар ине. Ул миңә, күңелең ижадҡа тартылғаны һиҙелеп тора, актриса һөнәрен һайлаһаң яҡшы булыр ине, тип кәңәш бирҙе. Уның һүҙҙәре лә ышаныс өҫтәгәндер инде, мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына килергә йөрьәт итеп, артыҡ ауырлыҡһыҙ ғына имтихандар тапшырып, конкурстан үтеп киттем. Шулай ҙа актриса булып оҙаҡ эшләмәнем. Бер миҙгел Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында эшләнем дә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына күстем. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң декрет ялына киттем. Һәм шунан һуң театрға әйләнеп ҡайтманым тиергә лә мөмкин.
– Ни өсөн декреттан һуң эшкә сыҡмаҫҡа ҡарар итегеҙ?
– Барыһы ла Хоҙайҙың хикмәте менән булғандыр. Беренсенән, мин һәр ваҡыт тектем. Заказдарҙан килгән аҡса театрҙағы хеҙмәт хаҡынан күберәк ине. Тәүге улым тыуғандан һуң, декрет ялы тамамланғас, эшкә сыҡҡайным мин. Шунда үҙем менән нимәлер булыуын, аңым, тормошто ҡабул итеүем үҙгәреүен аңланым. Шул мәлдә улым менән циркка барыуыбыҙ хәтерҙә. Шунда күңелем төшөп ҡайттым. Ундағы йәнлектәр ҙә, клоундар ҙа шул тиклем йәл күренде миңә. Тамаҡ хаҡы өсөн тере йән эйәләрен шул тиклем яфалау,. йонсотоу кәрәкме икән?! Ҡыҫҡаһы, цирк оҡшаманы. Иртәгеһен эшкә барҙым, һәм сәйер бер тойғо күңелгә тынғы бирмәне. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, мин үҙемде цирктағы һымаҡ хис иттем. Был һүҙҙәр менән театр сәнғәтен түбәнһетергә теләмәйем. Әммә мин үҙемдең урыным унда түгеллеген аңланым. Шулай ҙа актрисалыҡҡа уҡып сығыуым өсөн һис тә үкенмәйем. Теләге булған һәр кешегә лә театр факультетына барып уҡып ҡарарға кәңәш итер инем хатта. Унда һине сәхнәлә шундай-шундай образдар тыуҙырырға тейешһең тип кенә өйрәтмәйҙәр, үҙ асылыңды табырға ярҙам итәләр. Кешене ысын шәхес итеп тәрбиәләйҙәр. Һин иң тәүге сиратта үҙеңде, үҙеңдең ысынбарлығыңды аңларға, тойорға өйрәнәһең. Һәм унда шундай юғары талант эйәләре белем бирә. Ундай остаздарҙа белем алыу – үҙе оло бәхет.
– Тимәк, театр факультеты кешегә тормошта үҙ ролен табырға ярҙам итә тип әйтмәксеһеҙ инде. Ә бына дин юлына килеүегеҙ нисегерәк булды? Театрҙан китеүегеҙгә дин юлында булыуығыҙ йоғонто яһаманымы? Һәм сәнғәт менән дин бергә һыйыша аламы?
– Барыһы ла ниәттән тора. Актриса булып эшләгән дин юлындағы ҡатын-ҡыҙ бөтә образдарға ла риза була алмайҙыр. Шуныһы ла мәғлүм булһын. Театрҙан киткәндә мин дин юлында түгел инем әле. Тимәк, үҙ мәле еткәс, Хоҙай Тәғәлә мине аралаған, яйлап ҡына киләсәк тормошома әҙерләгән булып сыға. Ә дингә килгәндә инде, мин бала саҡтан уҡ әсәйемдең әсәһе, йәғни ҡарсәйемдән доғалар ишетеп үҫтем. Шәл бәйләргә өйрәткәндә ул миңә диндең нигеҙҙәрен дә биргән булған. Дин һәр саҡ күңелемдә булды. Башҡалар кеүек Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген танып йәшәнем. Өфөгә килгәс мәсеткә йөрөнөм. Әммә намаҙ уҡып, яулыҡ ябыныу мотлаҡ түгелдер тип уйлай торғайным. Шулай ҙа күңелдә ҡасандыр мин дә яулыҡ ябынырмын, моғайын, тигән ышаныу һымағыраҡ тойғо булды. Барыһы ла яйлап килде. Беҙҙең менән шундайыраҡ хәл булды. Өсөнсө балабыҙ – Әмилә тыуғас, уға исем ҡуштырырға тип мәсеткә барҙыҡ. Шунда туғыҙ йәшлек өлкән улыбыҙ Дим “Намаҙға һәм тәһәрәткә өйрәнәм” тигән һүрәтле китап һатып алырға теләүен белдерҙе. Алдыҡ. Өйгә ҡайтҡас ул был китапты мауығып уҡый башланы һәм, мосолманға намаҙ уҡыу фарыз тиелгән бит бында тип әйтеп ҡуйҙы. “Фарыз нимә тигәнде аңлата әле ул?“ – тип етди ҡиәфәт менән һораны ул атһынан. “Фарыз, тимәк, мотлаҡ”, – тине атаһы. “Ә ниңә һуң беҙ улай булғас намаҙ уҡымайбыҙ?” – тип ғәжәпләнеп ҡараны беҙгә улыбыҙ. “Ни эшләп уҡымай, ти, уҡыйбыҙсы”, – тип улының һүҙҙәрен күтәреп алды атаһы. Шулай итеп, Азат менән Дим намаҙ уҡырға өйрәнә башланы. Тора-бара мин дә уларға ҡушылдым. Хоҙайға шөкөр, бөгөн үҙебеҙ ҙә, ике улыбыҙ (Дим, Ғилемдар) менән ике ҡыҙыбыҙ ҙа (Әмилә, Сәмиә) намаҙҙа Дин юлында булырға тырышыуыбыҙға туғыҙ йыл инде.
– Динле ҡатын-ҡыҙға яулыҡ ябыныу мотлаҡмы?
– Мин үҙем кешеләрҙе динле йә динһеҙгә айырмайым. Әҙәмдең йөрәген асып ҡарап булмай бит. Кемдер, бәлки, яулығын да ябыналыр, намаҙын да уҡыйҙыр, әммә күңеле менән ихлас та булмауы ихтимал. Төрлө хәлдәр осрай. Иң тәүге сиратта кешенең күңеле саф һәм Аллаһы Тәғәләгә ихласлап ышаныу кәрәк. Фарыз намаҙҙарын мотлаҡ уҡырға тейеш кеше. Ә яулыҡ ябыныу-ябынмау һәр кемдең үҙенән тора инде. Яулыҡ ябынаһың икән, ошо юлда ныҡлы баҫып тораһың, һәм һине бер нәмә лә унан яҙҙыра алмай тигән һүҙ.
– Театрҙан киттегеҙ ҙә тик тегеү менән генә шөғөлләнергә уйланығыҙ инде?..
– Эйе , һәр ваҡыттағыса тегеү эше менән булдым. Әммә кеше гел тегеп кенә лә ултыра алмай бит. Өйҙә генә эшләп ултырыу ялҡыта. Тормош итәшем Азат, үҙ эшеңде асырға кәрәк һиңә, тип кәңәш бирҙе. Ғөмүмән, ул миңә һәр ваҡыт терәк булды һәм әле лә ярҙам итә. Барлыҡ башланғыстарҙы ла ул ҡуш ҡуллап күтәреп алды. Өйҙөң бер бүлмәһен бушатып, цех иттек. Башта күмәртәләп тегеп, күмәртәләп һатыуға тапшыра инем. Һуңынан кибет асырға ҡарар иттек. Яйлап бутиктар һаны ла артты. Хәҙер иһә күмәртәләп тә һатабыҙ, берәрләп тә. Ҡазанда ла магазиныбыҙ бар. Интернет аша ла һатыу эше ойошторолған. Шулай ҙа яҡшы профессиональ интернет-магазин эшләргә теләйбеҙ.
– Сауаплы эш бит инде ул никах өсөн күлдәктәр тегеү. Никах күлдәген һайлағанда ҡыҙҙарға ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр? Бөтәһенә лә килешәме ул оҙон итәктәр?
– Үҙебеҙҙең никахыбыҙ егерме йыл элек булды. Ул саҡта бөгөнгө ише матур күлдәктәр табып булмай ине. Кейемде төрлөсә яраҡлаштырып кейә торғайнылар. Махсус никах күлдәктәре булманы. Әммә тора-бара шундай мотажлыҡ тыуҙы. Һәм мин эште нәҡ никах күлдәктәренән башларға ҡарар иттем. Ә инде оҙон күлдәккә килгәндә, ул барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла килешә, минеңсә. Ҡайһы бер ҡыҙҙар, беҙҙең консультанттар күлдәк кейҙереп яулыҡ ябындырып ҡуйғас, үҙҙәренә үҙҙәре һоҡланып туя аламй. Улар йәшәреп, һылыуланып киткән һымаҡ тойола. Ә ҡыҙҙарҙы никах күлдәгенә кейендереп, биҙәп ҡуйыу – ул шул хәтлем мауыҡтырғыс эш. Шунда бер юлы никах мәлендә, һәм, ғөмүмән, ғаилә тормошонда үҙеңде нисегерәк тоторға кәрәклеген дә әйтеп ҡуяһың инде. Ҡайһы бер ҡыҙҙар ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә бик төшөнөп етмәй, шулай ҙа бер булһа ла яулыҡ ябынып, “Ҡөрьән” тыңлап, никахҡа барғас, күңелдәрендә Аллаһы Тәғәлә бар тигән һүҙ бит.
– Күлдәк тегеү ҙә ижад бит инде. Ҡабатламаҫ өсөн нисегерәк эҙләнәһегеҙ, нисегерәк үҫешәһегеҙ? Нисегерәк тыуа күлдәктәр?
– Фасонға ҡытлыҡ юҡ. Иң яратҡаным уларҙы төшөрөп ҡуйыу. Ҡалын дәфтәр булып китә үҙҙәре. Күңелгә берәй ниндәй уй килһә, туҡыма күрһәм, ныҡ илһамланам. Йәки үҙебеҙҙең магазинға килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреп ҡайтам да, уларға ошондайыраҡ күлдәктәр килешер ине тип ҡағыҙға төшөрөп ҡуям. Шуға иғтибар иткәнем бар: ҡағыҙға төшөрөп ҡуйған фасоным бер йылдан һуң тормошҡа аша. Мин ошондай фасон һыҙғайным бит, ҡайҙа ҡарайым әле тип, эҙләп, ҡабаттан аҡтарып тормайым. Улар туҡымаға үҙенән-үҙе төшә. Һәм ул фасонды ҡасандыр төшөрөп ҡуйыуым хаҡында онотҡан да булам. Мин, ғөмүмән, кешеләргә ҡарап һоҡланып йөрөргә яратам. Идеялар шул тиклем күп. Һәммәһен дә ғәмәлгә ашырып бөтөрлөк тә түгел. Мин хыялланған күлдәкте текһәң, ул ныҡ ҡиммәткә төшәсәк: тауары ла, тегелеше лә, биҙәлеше лә. Шуға артабан да үҫешергә хыялланабыҙ инде. Ҡыйбатлы күлдәктәр магазины ла булһын, тибеҙ. Әле иһә үтә ҡиммәтле күлдәктәр текмәйбеҙ. Ундайҙарҙы һатып алырға бөтәһенең дә мөмкинлеге юҡ бит. Үҙеңдең хыялыңда төшөргән матур күлдәктәрҙе ҡыҫып-ҡыҫып, бәләкәсәйтеп, нимәһендер алып ташлап, нимәһендер алмаштырып, арзаныраҡ күлдәк тегергә тура килә инде. Шуның өсөн минең хыялымдың яртыһы ла тормошҡа ашмағандыр тип уйлайым. Шуғалыр ҙа, бәлки, һәр саҡ эшем менән ҡәнәғәтһеҙ ҡалам.
– Һеҙ хәҙер үҙегеҙ тегеп ултырмайһығыҙҙыр бит инде?
– Хәҙер юҡ, текмәйем. Тегенселәребеҙ бар. Балалар менән декрет ялында ултырғанда төндәр буйы тегә инем: сәхнә өсөн, балалар өсөн дә, ир-егеттәр өсөн дә. Бер яҡтан, ауыр булды, икенсе яҡтан, ҙур тәжрибә тупланым. Башта нимәләрҙер килеп сыҡмай ине. Тегеп бөткәс, ҡабаттан һүткән, йәки шундай уҡ туҡыма алып өр яңынан бескән саҡтар ҙа булды. Әммә мин бер ваҡытта ла клиенттың ышанысын аҡламай ҡалманым. Шуның һөҙөмтәһелер инде, хәҙер мин булдыра алмаған бер фасон да юҡ.
– Һеҙ үҙ аллы үҫешкәнһегеҙ килеп сыға, тимәк?
– Эйе. Технология институтына инергә теләгәйнем дә, беренсенән, икенсе юғары белем түләүле ине, икенсенән, тәжрибәле тегенселәр ваҡытыңды ғына сарыф итәсәкһең, үҙ аллы өйрән тип кәңәш итте. Һәм мин шулай иттем дә. Журналдар, китаптар алдырҙым. Магазинда үҙемә кәрәкле китапты уҡып торған саҡтарым да булды. Фирма магазиндарына инеп күлдәктәрен кейеп ҡараным, тегелешен өйрәндем. Нимәнелер килтереп сығара алмайынса илаған саҡтар ҙа булды. Һуңынан инде, ун йыл самаһы элек, миңә еңеллек килде. Шунда бер клиент менән дә ауыр түгеллеген аңланым. Бөтәһен дә хәл итә, бөтәһен дә башҡарып сыға, етештереү цехы аса, магазиндар хужаһы була алам тигән ышаныс тыуҙы миндә. Һәм, әлбиттә, быларҙың барыһы ла Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы, ҡөҙрәте менән. Эйе, эшебеҙ бөгөн дә зарланырлыҡ түгел, яҡшы бара. Үрҙә әйтеп үтеүемсә, күмәртәләп тә, берәрләп тә һатабыҙ, заказға ла тегәбеҙ, Интернет аша ла эшләйбеҙ. Әммә был беҙ теләгән ҙур сәнәғәт түгел әлегә. Фабрика, олоғара цех тиемме – шундай кимәлдә йәйелдерелергә тейеш беҙҙең эшебеҙ. Ғөмүмән, тегеү буйынса хәл итә алмаған әйбер юҡ. Ниндәй күлдәк тегергә, ниндәй фасон уйлап табырға тигән уй менән йәшәүҙән уҙғанмын. Миңә, ижад кешеһе өсөн, фасон уйлап табыу һис тә ауырлыҡ тыуҙырмай. Тормош иптәшемә рәхмәтем ҙур. Ул да минең һымаҡ уҡ ижад кешеһе. Бергә эшләйбеҙ, бергә үҫешәбеҙ. Беҙҙең алда хәҙер эште заманса, профессиональ йәһәттән ойоштороу маҡсаты тора. Был эштә лә еңеллек килһен тип теләйем. Яңы техника, яңы ҡорамалдар кәрәк. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү ҙә анһат түгел. Хәҙер профессиональ тегенселәрҙе табыуы ауыр. Улар ҡайһылыр ваҡытта юғалып ҡалған. Тегеүселәр тегеүҙән киткән. Тегенсе эҙләп табам тиһәң, бик оҙаҡ эҙләргә кәрәк. Үзбәкстандан, Ҡырғыҙстандан килгән ҡыҙҙар бар ул, тегәләр, тырыштар, әммә уларҙың ваҡытлыса эшләүе насар. Беҙҙең үҙебеҙҙең шундай ҡыҙҙар юҡмы икән ни?! Күпме генә иғлан бирһәк тә шундай хәлгә тап булаһың: йә ул профессиональ тегенсе түгел, йә ул йөй генә тегергә өйрәнгән, Тегенселәр бар, әммә уларҙың йәше илленән уҙған. Тегеү эше беҙҙең халыҡта әллә юғалып барамы икән, тип аптырап ҡуям хатта.
– Бөгөн оҙон итәкле, нәзәкәтле күлдәктәр етештереүселәр күп, көнәркәшлек ҡурҡытмаймы?
– Конкуренция булырға тейеш. Әгәр ҙә ул булмаһа, нимә эшләгәнеңде аңламайһың. Һәйбәтме – һәйбәт, алалармы – алалар. Көнәркәштәргә ҡарап алға табан барырға тура килә. Конкуренттар – яҡшы кешеләр. Улар һине үҫешкә этәрә. Йоҡлама, юғиһә беҙ һине тапап китә алабыҙ, тиҙәр.
– Эшҡыуар булыуы еңел түгел, ҡатын-ҡыҙ өсөн бигерәк тә…
–- Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙға еңел түгел ул. Шуға ла Азат янда ғына йөрөй. Ул – генераль директор. Мин – дизайнер. Кеше күрмәгән ауыр эш уның өҫтөндә. Ҡыҫҡаһы, күңелемә ятып бөтмәгән эште тормош иптәшем атҡара. Ә мин үҙемдең яратҡан эшемде башҡарам. Эште ойошторғас та, телевидениелағы эшен ташлап, миңә ярҙамға ашыҡты Азат. Эргәһендә ир-ат булмаһа, ҡатын-ҡыҙға үҙ көсөнә ышаныс етмәй.
– Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарға никахтың мәртәбәһе, мәғәнәһе тураһында аңлатыу эштәре алып барам, тинегеҙ. Ҡабатлағандан доға иҫкермәй... Был хаҡта журнал уҡыусыларҙың да хәтеренә төшөрөү ҡамасауламаҫ…
– Йәштәр аңлы, белемле хәҙер. Никахтың ни өсөн кәрәклеген белә. Әммә ошо сараның мәртәбәһен аңлап бөтмәүселәр ҙә юҡ түгел. Ни өсөн никахһыҙ йәшәргә ярамай, һәм ни өсөн никах мәлендә тән ҡаплаулы булырға тейеш тип һораусылар ҙа осрап ҡуя. Никахта “Ҡөрьән”дән аят уҡыла, шуға ла шартына килтереп кейенеү талап ителә. “Ҡөрьән” – изге китап. Сөнки һәр хәрефе Аллаһы Тәғәләнән. “Ҡөрьән”дән уҡылған һәр һүҙҙе фәрештәләр Аллаһы Тәғәләгә алып барып еткерә, тиҙәр. Ә никах уҡыған мәлдә ике йәш кешенең тормошо шул аят менән бәйләнә. Шул ваҡытта фәрештәләр ошо мәлдә шундай-шундай кешеләрҙең сәстәре сәскә бәйләнде тип Аллаһы Тәғәләгә алып барып еткерә. Никах мәлендә унда ҡатнашыусылар ҙа шартына ярашлы кейенергә тейеш. Сөнки кемдеңдер яуапһыҙ мөнәсәбәте арҡаһында йәштәрҙең никахы ҡабул ителмәүе һәм ир менән ҡатындың был никахтың бәрәкәтен күрмәүе лә ихтимал. Никахыңа был донъяла кейә торған иң матур ккейемеңде кей тигән аят та бар бит…
– Ҡатын-ҡыҙҙы нимә биҙәй?
– Ҡатын-ҡыҙ булыу. Ә нимә ул ҡатын-ҡыҙ булыу? Ир-атҡа, уның ярҙамына мохтаж булыу. Ҡатын-ҡыҙҙың артыҡ үҙаллығы хаҡында күп һөйләйҙәр бөгөн. Мине шуныһы ла борсой, хәҙер үҙ атаһына ла ышанмаған ҡыҙ-ҡырҡындар ҙа бар бит. Эйе, ышанысһыҙ ирҙәр ҙә юҡ түгел. Сөнки шундай быуын үҫте. Илдә эскелек хөкөм һөрҙө. Иңдәренә бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ алмаған ирҙәр быуыны булды. Был хәл уларҙың абруйын ныҡ төшөрҙө. Донъя йөгөн ҡатын-ҡыҙҙар тартты. Улдарын да үҙҙәре тәрбиәләне. Бөгөн ир балаларҙы башҡаса тәрбиәләү, иңдәрендә ни тиклем ҙур яуапллыҡ ятыуын аңлатыу фарыз. Ҡатын-ҡыҙ хатта улы алдында ла үҙен көсһөҙ итеп күрһәтергә тейеш, минеңсә. Ә атаһы – өлгө булһын ул. Ҡыҙҙарҙы тәрбиәләгәндә лә ҡарарға кәрәк инде. Улар ҙа юғалып ҡала торған зат булырға тейеш түгел.
– Һеҙҙеңсә, тормоштоң мәғәнәһе нимәлә?
– Әҙәм балаһы был тормошҡа һынау үтер өсөн килгән. Ошо тормошта ҡылған ғәмәлдәре, башҡарған эштәре уның мәңгелек тормоштағы урынын билдәләй. Мәңгелек тормош та, ожмах та бар ул. Элек-электән булған. Һәм ул көндән-көн яҡшыра, көндән-көн һәйбәтләнә. Әгәр ҙә һынау үтмәй генә Аллаһы Тәғәлә бөтәһен дә ожмахҡа индергән булһа, ул ошо ерҙәге тормош һымаҡ булыр ине. Ерҙәге тормоштан айырылғаны өсөн унда һынауһыҙ үтеп булмай. Кеше был тормошта һынау үтә лә, мәңгелектә, йәғни ожмахта үҙ урынын йә таба, йә тапмай. Бөтә булған тормоштоң мәғәнәһе шул: һин үҙеңдең мәңгелектәге урыныңды табыу өсөн йәшәйһең. Шуның өсөн дә был тормош ҡыҫҡа ул…
– Ә бит ҡайһы берҙә кеше хатта был тормошта ла үҙ урынын таба алмай…
– Таба алмай. Сөнки ул нимә өсөн йәшәүен аңлап еткермәй. Утыҙ йәштәргә хәтлем миндә лә һорауҙар күп тыуҙы. Кәйефем төшкән, тормош ауыр тип уйлаған мәлдәрем дә булды. Ислам динен ҡабул иткәс, барыһы ла үҙ урынына баҫты. Миңә еңел хәҙер. Барлыҡ һорауҙарыма ла яуап таба алам, теге йәки был хәлдең ни өсөн килеп сығыуын аңлайым. Ислам кешегә еңеллек килһен, беҙ тормошто еңел аңлаһын өсөн бирелгән. Унда барыһы ла бар: нисек йәшәргә кәрәклеге лә, балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләү мәсьәләһе лә. Һәммәһе лә Изге Ҡөрьәндә яҙылып ҡуйылған. Ул аңлылар, тормош хаҡында уйланыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Шуны алып ҡулланыу һәм юлды лайыҡлы үтеү генә кәрәк.
Журнал уҡыусылар минең һүҙҙәремде Ислам диненә килергә өгөтләү тип ҡабул итмәһен. Иң мөһиме, күңелдәрендә Аллаһы Тәғәләнең барлығына, уның әҙәм балаһына үҙе күтәрә алмаҫлыҡ йөк бирмәүенә ышанһын. Һынып төшмәһен, күңелһеҙлеккә, төшөнкөлөккә бирелмәһен. Мәғәнә таба алмайынса интекмәһен. Сөнки тормош матур. Күк йөҙө зәп-зәңгәр. “Әгәр ҙә әҙәм балаһы минең барлығыма ышанмаһа, сыҡһын да күк йөҙөнә баҡһын. Унда бер генә тап та юҡ…” – тигән бит Аллаһы Тәғәләбеҙ.
Тормошто бер кеше үҙгәртә аламы? Эйе. Сөнки ниндәй ҙә булһа кешенең үҙ-үҙен тотошо, күркәм ҡылыҡтары, матур фиғеле берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Кемдәлер һоҡланыу, кемдәлер сәйерһенеү уята. Ахыр сиктә иманлылыҡ янында –иман, яҡшылыҡ янында – яҡшылыҡ, нәзәкәтлелек янында нәзәкәтлелек барлыҡҡа килә. Хатта урамдан матур атлап үткән бер генә кеше башҡаларҙы тәрбиәләргә һәләтле. Өгөтләп түгел, бөгөнгө геройыбыҙ ише матур ҡылыҡтары, күркәм һыҙаттары, үҙ өлгөһө менән…
Читайте нас: