“Ҡатын-ҡыҙ юҡтан ғына өс нәмә барлыҡҡа килтерә ала – салат, ығы-зығы һәм эшләпә”. Яңылышмаһам, Коко Шанелдең һүҙҙәре был. Килешәһегеҙҙер, исемлекте тағы ла әллә күпме дауам итергә мөмкин. Шулай ҙа баш кейеменең бер төрө булған сәлләлә (тюрбан) туҡталайыҡ бөгөн. Һәр ҡатын-ҡыҙ, теләге булһа, ҡупшы ғына итеп сәллә яһап кейә ала. Барлыҡ миҙгел өсөн актуаль һәм модалы аксессуар ул. Әммә шуныһы ла бар, был баш кейеме, үҙенсәлеклеге, шәреҡ һылыуҙарына хас булған арбағыс көсө менәндер, күрәһең, һәр саҡ тирә-йүндәгеләрҙең иғтибарын йәлеп итә. Сәллә кейгән ҡатын-ҡыҙға барыһы ла әйләнеп-әйләнеп ҡарай. Йыш ҡына бындай әйберҙәрҙең ҡайҙа һатылыуы, үҙ аллы уралған булыуы күренһә, быға нисегерәк өлгәшеү ысулдары менән ҡыҙыҡһына башлайҙар. Сәлләләрҙе мосолман кибеттәрендә лә, башҡа заманса кейем бутиктарында ла һатып алырға була. Әҙер сәлләләр яһаусы оҫталар ҙа күп бөгөн. Башҡорт һылыуҙары араһында ла бар улар. Бындай баш кейемдәрен ҡул эштәре күргәҙмәләрендә лә йыш осратырға мөмкин.
Сағыу, нәзәкәтле образ тыуҙырыу өсөн бөгөн күп ҡатын-ҡыҙ сәлләгә өҫтөнлөк бирә. Шулай ҙа: “Бик матур әйбер ҙә бит, тик ул минең образыма тап килмәй. Быны нимә менән кейергә инде?!” – тип баш сайҡаусылар ҙа осрай. Сәллә – мотлаҡ көнсығыш элементы, тик мосолман дине ҡанундары буйынса йәшәгән ҡатын-ҡыҙ ғына кейә торған баш кейеме түгел. Эйе, ул оҙонса түңәрәк йөҙлө, бейек маңлайлы ҡатын-ҡыҙға нығыраҡ тап килә. Әммә дөрөҫ һайлаған осраҡта, уны һәммәһенә лә килештереп була. Шуныһы ғәжәп, дөрөҫ ҡуллана белһәң, был аксессуар бөтә кейем – төрлө стилдәге күлдәктәр, джинсылар, кардигандар, пинжәктәр, эшлекле костюмдар менән дә тап килә.
Сәлләне оҙон итәкле күлдәктәр менән кейеү образығыҙға нәзәкәтлелек, романтика өҫтәйәсәк. Ул һеҙҙе тағы ла күркәмләр. Бындай кейемдә ҡунаҡҡа ла, көндәлек сараларға ла йөрөргә мөмкин. Әлеге баш кейемен ҡыҫҡа күлдәк йәки сарафан, асыҡ аяҡ кейемдәре менән дә яраҡлаштырып була. Был осраҡта наҙлы, нәфис һылыуҡай образы тыуасаҡ. Ғөмүмән, сәлләне көндәлек кейем төрҙәре менән тап килтереү һеҙгә бәҫ, ҡупшылыҡ ҡына өҫтәр. Тубыҡҡа тиклемге йәки тубыҡтан түбәнерәк оҙонлоҡтағы эшлекле күлдәк һәм сәллә. Уларҙың икеһенең дә бер төҫтә булыуы яҡшы. Һөҙөмтәлә нәзәкәтлелек менән тыйнаҡлыҡ бергә ҡушылып, һоҡланғыс образ барлыҡҡа килә. Һәм был эшкә лә, ашҡа ла ярай торған ысул, минеңсә. Сәлләне джинсы салбар һәм ҡыҫҡа еңле майка менән кейергә була. Ғөмүмән, ике стилдең, гармониялы рәүештә тап килтерелеп, бер-береһен тулыландырыуы бик матур күренеш. Был кейем төрөн көндөҙ ҙә, кискеһен дә кейергә мөмкин. Киноға барғанда, саф һауала йөрөгәндә һис икеләнмәйенсә ошо стилде һайлай алаһығыҙ. Туника һәм сәллә. Был осраҡта этник йәки бохо стиль барлыҡҡа килә. Тап ошондай образда үҙ-үҙе менән гармонияла йәшәгән, кеше күңелен тоя белгән, үҙен һәм башҡаларҙы ла ыңғай яҡҡа көйләп ебәрә алған тәрән күңелле, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ булараҡ тирә-йүндәгеләрҙең күҙ алдына баҫырһығыҙ. Шуныһы ғәжәп, сәллә һыу инеү өсөн тәғәйенләнгән кейемгә лә тап килә. Пляжға йәиһә диңгеҙгә ял итергә йыйынғанда үҙегеҙ менән йоҡа туҡыманан тегелгән сәллә алырға мөмкин. Ул сәсте йыйып ҡуйыу өсөн дә отошло. Ҡояштан да һаҡлай. Бына бит, матур ҙа, нәзәкәтле лә, уңайлы ла. Эшлекле костюм менән ебәк туҡыманан яһалған сәлләләр килешә. Был да күркәмлектең матур бер сағылышы. Ҡалын туҡыманан тегелгән йәки бәйләнгән йылы сәлләләр ҡыш миҙгеле өсөн тәғәйенләнгән барлыҡ кейемдәргә лә тап килә. Пальто, куртка, тун, күн жилеттар менән дә матур күренә улар. Шуныһы ла бар, сәллә кейгәндә бейек үксәле итектәргә өҫтөнлөк биреү отошло. Төҫө буйынса кейемдәге башҡа берәй деталь, әйтәйек, бирсәткәгеҙ менән тап килһә, тағы ла яҡшыраҡ. Әммә был мотлаҡ түгел. Сәллә айырым аксессуар булараҡ та образды тулыландыра.
Күреүебеҙсә, ҡатын-ҡыҙ гардеробында сәллә менән кейер өсөн ниндәйҙер махсус әйбер кәрәк тә түгел. Билдәләп үтеүебеҙсә, ул бөтә кейем төрө менән дә тиерлек тап килә һәм, аксессуар булараҡ, образды байыта ғына. Әммә шуныһы ла бар – сәллә йөҙҙө аса һәм башҡа деталдәрҙе тоноҡландыра. Шуға ла сәллә кейгән осраҡта тейешле макияж булыуы яҡшы. Һүҙ ҙә юҡ, һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенсә матур. Әммә күҙҙәр ҙә, ирендәр ҙә сағыу итеп буялһа, сәлләлә һеҙ шәреҡ һылыуы Шәхрезаданан да гүзәлерәк күренерһегеҙ.
Мода тарихына күҙ һалһаң, килеп сығышы шәреҡ илдәре менән бәйле һәм ҡасандыр тик ирҙәр баш кейеме тип иҫәпләнгән сәлләне тора-бара европа илдәре вәкилдәре яратып ҡабул итә һәм ул башлыса ҡатын-ҡыҙ гардеробында сағылыш таба. XX быуат башында Париж модельеры Поль Пуаре тюрбандарҙы һәм киң балаҡлы салбарҙарҙы модаға индерә. Быға модельерҙы Сергей Дягилевтың “Рус миҙгелдәре” илһамландыра. Үҙ мәлендә “Шәхрезада”, “Бәхет ҡошо” спектаклдәре Париж халҡын хайран ҡалдыра. Дягелев балеттары өсөн рус рәссамы Леон Бакст төшөргән костюмдар һәм декорациялар Париж аристократияһын шаҡ ҡатыра. Һөҙөмтәлә улар Франция баш ҡалаһының биҙәү-ҡулланма сәнғәте музейы тарафынан һатып алына. Бына шулай, рус балеты йоғонтоһо тәьҫирендә, Поль Пуаре үҙенең бөтә донъяға билдәле “махарадж сәлләһе”н барлыҡҡа килтерә. Ул осорҙа өҫтәп ҡуйылған яһалма сәстәр, бөҙрәләр актуаллеген юғалта. Пуаре модаға ялтырап торған шыма сәстәрҙе һәм төрлө сәлләләрҙе индерә.