Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Юҡ" тигән һайын кешенән ҡот китә

... Әсәһе уны гел ҡалаға китергә өндәһә лә, Райхана ауыл тормошон һайлай. Кейәүгә сыҡҡас, ире Радмир ҙа: “Мин ошонда тыуғанмын, ошонда үҫкәнмен, ерһеҙ, малһыҙ йәшәй алмаҫмын ул...” – ти һәм бөгөнгө көндә улар өс бала бағып, үҙҙәренән, ҡорған донъяларынан ҡәнәғәт булып, Аллаға шөкөр итеп йәшәп яталар...

Беҙҙең кендектәребеҙ ауылға, ергә береккән. Унда бөтөнләй икенсе, ысын тормош ҡайнай: бер-береһенә сәйгә, өмәгә йөрөшәләр, хәл белешәләр, күрше-күләне менән ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлашалар. Барыһы ла тәбиғи, ялғанлыҡ юҡ. “Шоңҡар” журналында “Нисек йәшәйһең, ауылдаш?” рубрикаһы барлыҡҡа килгәс тә, кемдең хәлен һорашырға була, тип ауылдаштарымды күҙҙән үткәрҙем һәм Райхана менән Радмир Булатовтарҙа туҡталдым. Халыҡ икеһен дә берҙәй ихтирам итә, өлгө ала, кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Был ғаилә менән алдан да аралаша инем, әммә күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәндән һуң, уларҙың ихласлығына, эшһөйәрлегенә һоҡланыуым артты ғына.
Райхана Булатованың китапханасы булып эшләүенә инде егерме йыл. Китап биреп ултыра, тип кенә әйтеп булмай уның тураһында. Китапҡа һөйөү уятыуҙан тыш, төрлө саралар үткәреп, халыҡты ойоштороп, берләштереп тороусы ла ул. Һәр байрамдың, һәр сараның уртаһында ҡайнай.
Әсәһе уны гел ҡалаға китергә өндәһә лә, Райхана ауыл тормошон һайлай. Кейәүгә сыҡҡас, ире Радмир ҙа: “Мин ошонда тыуғанмын, ошонда үҫкәнмен, ерһеҙ, малһыҙ йәшәй алмаҫмын ул...” – ти һәм бөгөнгө көндә улар өс бала бағып, үҙҙәренән, ҡорған донъяларынан ҡәнәғәт булып, Аллаға шөкөр итеп йәшәп яталар.
Быларҙы яҡшы белһәм дә, йәш саҡта ҡырға китмәгәнгә үкенмәйһегеҙме, ауылда тормош ауыр бит, тип һорай ҡуйҙым. Икеһе бер тауыштан: “Тырышһаң, ауылда бынамын итеп йәшәргә мөмкин!” – тип яуапланы. Һәм бының хаҡлығын үҙҙәренең миҫалында иҫбатлап та ҡуйҙылар. Күпләп мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, умарталары бар, ике баҡса картуф ултырталар, магазин тоталар. Дәүләт эшендә лә эшләйҙәр.
“Егерме ете йыл эсендә, әлбиттә, барыһы ла ал да гөл барҙы тип әйтмәйбеҙ. Эшһеҙ, балалар аҡсаһына ғына ҡарап ҡалған осор ҙа булды тормошобоҙҙа. Әммә бер ваҡытта ла ас-яланғас ултырманыҡ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнек. Берәй яйы килеп сығыр әле, тип, булғанына шөкөр иттек. “Юҡ” тигән һайын кешенән ҡот китә бит ул, шуға ошо һүҙҙе әйтмәҫкә тырыштыҡ. Хоҙай кешегә көсө етерлек кенә һынау бирә, ти, бит, тимәк, был ауырлыҡты еңеп сығырға хәлебеҙҙән килә, сабыр итергә, юлдарын эҙләргә генә кәрәк, тип ҡараныҡ. Ниндәй хәлдә булһаҡ та, кешегә ярҙам итеүҙән баш тартмайбыҙ, һәр ваҡыт уларҙың рәхмәттәрен тойоп йәшәйбеҙ”, – тип ғүмер йомғағын һүтте Булатовтар. Ғаилә башлығы “эштән ҡурҡмаҫҡа кәрәк” тигән ҡарашта. Шуғалыр ҙа ҡулы бар эште белә. Балта эшенә оҫта, машина-трактор менән дуҫ, аяҡ кейемдәрен йүнәтә, мейес һала, беҙ менән дә, энә менән дә яҡшы тегенә, шуға быйма табанлап ҡуйыу бер ни тормай уға. Йәшәй башлағанда, ул ваҡытта һатып ҡына алырға магазиндарҙа әйбер ҙә юҡ заманда, ултырғыс-өҫтәленән алып аш-һыу, кейем шкафтарына тиклем үҙе эшләгән. Оҙаҡ ваҡыт мәктәп автобусын йөрөткән. Шабашкаларҙан да баш тартмай, таксист та булып йөрөп алған.
Ауыл ерендә ер һәм мал йәшәтә кешене. Кемдең генә өҫтәленә күҙ һалһаң да, ашағандары тәбиғи аҙыҡ: үҙҙәренең ите, картуфы, эремсек-майы, талҡан-ҡорото, помидор-ҡыяры, салаттары. Булатовтар ҙа был йәһәттән өлгөр. “Йыбанып йә бер-береңә һылтанып ятһаң, был эш – һинеке, быныһы – минеке тип ҡараһаң, әлбиттә, артыҡ эш ҡыйратып булмай, – ти Райхана. – Радмир ситтә эшләгән ваҡыттарҙа ла беҙҙең йорт-ҡурала эш туҡтап ҡалмай, малы ла ҡарала, аҫты ла таҙартыла. Быйыл көҙ шулай тура килде: картуфты үҙем алдым. Иртән эшкә киткәнсе ҡаҙам да, эштән ҡайтҡас, фонарь яҡтыһында сүпләйем...” Малдары ла әҙ түгел уларҙың, быҙауҙары менән бергә утыҙ башҡа еткән осраҡтары булған. “Малы бар кеше ас та, яланғас та ултырмай ауыл ерендә, – тигән фекерҙә Радмир. – Һин бит уның һөтөн сәйгә генә һалып эсмәйһең, ҡаймағын, майын алаһың. Кәрәк икән, һатып ебәрәһең, магазинға тапшырырға була”. Булатовтар элегерәк аҙна һайын Магнитогорск ҡалаһына үҙ тауарҙарын һатырға йөрөй. “Бер барғанда минең бер айлыҡ эш хаҡын алып ҡайта инек”, – тип иҫләй ул ваҡыттарҙы Райхана. Әммә малға ғына ҡарап ятырға ла ярамай, уға өҫтәмә килем сығанағы ғына итеп ҡарарға кәрәк, тигән фекергә килгән улар. Сөнки, инде малдарын ишәйтеп кенә алһалар, йә ҡоролоҡ килә, йә бесән үҫмәй, малдарын кәметергә тура килә икән. Әммә шунда ла файҙаһын күрә бөтмөр ғаилә: мал аҡсаһына әле машиналарын яңырталар, әле магазин асалар, Газель автобусы алып ебәрәләр, бал ҡортона тотоналар. Ситтән ҡарағанда эшләгән бер эштәре юҡ кеүек, ә ысынында һәр нәмәнән әкренләп тамып тора.
Балалары оло ярҙамсы Булатовтарҙың. Бәләкәйҙән үҙ аллы булып, ата-әсәһенә ярҙам итеп, эш рәтен белеп үҫәләр. Илдар – Ләйсәнде, Ләйсән бәләкәй Юлдашты ҡараша. Илдарҙары хәҙер үҙе атай, үҙ ғаиләһен ҡорған. Ләйсән дә уҡыуҙы бөтөп, медицина йүнәлеше буйынса белем алып йөрөй. Юлдаштары әле мәктәптә уҡый. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була тигәндәй, Ләйсән икмәген дә һала, ҡоймағын да ҡоя, һалмаһын да йәйә, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан эш килә. “Ятаҡтағы бүлмәлә телевизор күрһәтмәй тора ине, ойоҡ энәһенән антенна әтмәләп ҡуйҙым, хәҙер ун канал күрһәтеп тора”, – тип көлдөрөп тә алды ҡыҙыҡай.
Илдарҙа ла аҡса табыуға, донъя көтөүгә ҡыҙыҡһыныу иртә уяна. Был тәңгәлдә атай-әсәйҙең иҫтәлектәре лә байтаҡ. “Радмир ул ваҡытта автобуста йөрөй ине, бесәнгә автобус менән барҙыҡ, – тип көлөшөп алды улар. – Беҙ бесән эшләгән арала Илдар автобус эсенә ҙур-ҙур ҡороған ботаҡтар ташып ҡуйған. Ул һайғауҙарҙы нисек индереп һалғандыр, үҙебеҙ ҙә аптыраныҡ. Кире сығартмай, утын итеп алып ҡайтам, ти ҙә ҡуя. Улың ҡышҡылыҡҡа тырышып утын хәстәрләп йөрөгәс, йән ни тиклем көйһә лә, алып ҡайттыҡ инде, башҡа сара юҡ...” Илдар ҙа атаһы кеүек бәләкәйҙән тик ултыра белмәй. Миндеген дә, селек һеперткеһен дә бәйләп һата, металын да йыйып тапшыра. Кешеләргә аҡсаға утын яра башлағас, ауыр утындар ярып билеңә көс төшөрәһең, тип әсәһе уны әрләп тә, юхалап та ҡарай, кешенән дә уңайһыҙ бит, әммә Илдар әллә ҡайҙан кешеләрен табып, һөйләшеп-килешеп, үҙенә аҡса эшләүен белә. Йәй көндәре кешегә бесәнгә йөрөй.
Юлдаштары ла бик бөтмөр хужа булмаҡсы. “Күрше магазиндан, мәҫәлән, берәр һумға һағыҙ һатып ала ла, шуны үҙебеҙҙең магазинда тороп 1,5-2 һумға һата. Баланы мәхрүм итмәйем типтер инде, кеше һатып ала ине, – тип һөйләне Райхана бәләкәй эшҡыуар тураһында. – Бер ваҡыт магазинға һатып алыусы килеп инде лә, малайыңдан алма алдым әле, тәмле генә, тине. Мин, ниндәй малайымдан, тип аптырап киттем. Тышта Юлдаш алма һатып ултыра бит, ти был. Сыҡһам, ысынлап та, Юлдашым атаһы алып ҡайтҡан алмаларҙы тәрилкәләргә, ҡапсыҡтарға бүлеп һалған да, һатып ултыра! Ә әсәһе бер ни белмәй магазинда тора...”
Балаларын бәләкәйҙән эш ҡәҙерен, аҡсаның ҡайҙан килгәнен белеп үҫһендәр тип тәрбиәләй атай-әсәй. Шул ниәттән ауылдағы бер оло ғаиләне ҡарауға алып, уларҙы Илдар менән Ләйсәнгә беркетеп ҡуялар. Көн дә барып һыу ташыу, иҙәндәрен йыуыу, ашарҙарына йүнәтеү, мал-тыуарын ҡарау, картуфын ултыртыу, алыу үҫмерҙәр иңендә була.
Эшҡыуарлыҡ, хужалыҡ эшенә генә баштары менән сумһалар, донъяларын матди яҡтан әллә ҡасан байытырҙар ине, моғайын. Магазин да уларҙың төп эштәре түгел бит. Унан килгән аҡсаға өҫтәмә килем тип кенә ҡарай ғаилә. Шуға ла һатыусы ла алмайҙар, кем буш – шул һатҡан. Әле иһә күрше ауылдағы һеңлеһенең магазинына ҡушҡандар.
Сере ябай уның: Райхананың яратып һайлаған эше – китапханаһы бар. “Эшемде ныҡ яратам, – ти ул. – Бер осор эштән китергә тигән уй ҙа тыуғайны, әммә мин халыҡ менән эшләмәйенсә, төрлө саралар үткәрмәйенсә түҙә алмаҫ инем. Бигерәк тә шунан ләззәт алам, күңелемә ҡәнәғәтлек табам. Халыҡты йыйыуы ғына ҡыйыныраҡ хәҙер. Элек белдереү яҙып элеү ҙә етә ине, хәҙер был ысул эшләмәй. Сара үткәрер булһам, һәр береһе менән телефон ашамы, күрешепме – айырым һөйләшергә тырышам. Кил, тип кенә саҡырмайым, эшен дә йөкмәтәм. Шунһыҙ ул килмәҫкә ҡырҡ сәбәп табасаҡ. Ә былай, иңендә яуаплылыҡ ятҡас, ҡаршы килә алмай. Аҙаҡ өйөнән һөйрәп сығарғанға рәхмәт тә әйтәләр әле”. Ауылдаштарын китап, гәзит-журнал уҡытырға ла төрлө юлдарын таба. Яңы китаптар килһә, кемдең нимә уҡырға яратыуына ҡарап, шылтыратып хәбәр итә. Килә алмағандарына үҙе алып бара йә юлда осратып биреп китә. Сумкаһында ла журналдар, китаптар йөрөтә Райхана. Кеше лә белеп бөткән, үҙең менән берәй китап йөрөмәйме, тип, һорап алып ҡала. Өйҙән дә биреп ебәрә, магазинына ла алып барып ҡуя. Мәктәп уҡыусылары менән иһә әленән-әле төрлө саралар үткәреп, яҙыусылар, яңы китаптар менән таныштырып бара. Уйындар, әкиәттәр, эстафеталар ярҙамында йәлеп итә. “Тотоп ҡараһалар ҙа, ҡыҫҡа берәй хикәйәһен уҡып сыҡһалар ҙа файҙа, ҡыуанып тороп ҡалам”, – ти ул.
Ауылдағы хәлдәр тураһында ла һөйләшеп алдыҡ Булатовтар менән. “Ауылдың эсе ҡартайһа ла, сите йәшәреүе һөйөндөрә. Йәш ғаиләләрҙән генә торған урамдар ҡалҡып сыға. Йәштәр хәҙер иҫ китмәле йәшәй, барыһын да уйлап, заманса башҡара. Балалары ла күп, Аллаға шөкөр. Шуныһы ғына эсте бошора: ошо йәш ғаиләләрҙең башлыҡтары ҡырҙа эшләргә мәжбүр. Ауылда эш булмауынандыр. Бәлки, эш булған хәлдә лә, бәләкәй генә хаҡҡа йөрөргә теләмәүҙәндер. Беҙҙең ауылда, мәҫәлән, ҡыҙыҡ өсөн эш урындарын һанайыҡ: мәктәптә, ярай, уҡытыусыларға эш бар, почтала ике кеше, клубта – өс, медпунктта – ике, ауыл хакимиәтендә – биш, пекарняла – өс, бишләгән һатыусы, тегеү фабрикаһы асылды – унда егермеләгән кеше эшләй. Ҡалғандар үҙ йүндәрен үҙҙәре күрергә мәжбүр”.

Ни генә тимә, бер-береңде тыңлап, аңлап, эштәрҙе ирҙеке – ҡатындыҡына бүлмәй, күңел биреп башҡарғАнда, булғанына риза булып, шөкөр итеп йәшәгәндә ғаиләләр ҙә ныҡ, ауылдағы тормош та мул, йәмле буласаҡ.

Баймаҡ районы, Билал ауылы



Читайте нас: