Рәсәйҙә быйыл "Ауыл ипотекаһы" эшләй башланы. Ул йылына 3 процент менән льготалы кредит алырға мөмкинлек бирә. Башҡортостанда иһә льготалы ипотека йылына 0,1 процентҡа тиклемге ташлама менән биреләсәк.
"Ауыл ипотекаһы"ның төп маҡсаты – ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Программа ярҙамында 2025 йылға тиклем 200 меңдән ашыу ғаиләнең ошо мөмкинлекте файҙалансаҡ. Быйыл программаны финанслауға федераль ҡаҙнанан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. "Ауыл ипотекаһы"ның төп һәм берҙән-бер шарты кредитты маҡсатлы тәғәйенләүгә ҡайтып ҡала. Уны ауыл ерендә әҙер торлаҡ, йорт һалыу өсөн ер участкаһы, төҙөлөп бөтмәгән өй, төҙөлә башлаған йортта фатир һатып алыу өсөн тотонорға була.
Кредиттың иң күп суммаһы — 3 миллион һум. Программала ҡатнашыу өсөн 10 проценттан кәм булмаған взнос индерергә кәрәк. Рәсәй граждандарына ауыл ипотекаһы бер тапҡыр ғына бирелә, 25 йылға тиклем алырға мөмкин. Ул ғаилә ипотекаһына ҡарағанда күпкә отошлораҡ, әммә уның менән барыһы ла ҡуллана алмаясаҡ.
Программаның асылы нимәлә?
Һеҙ ауыл еренән үҙ хаҡына торлаҡ һатып алырға булһағыҙ, процент ставкаһының төп өлөшөн дәүләт түләй. Дөйөм талаптарға ярашлы, халыҡҡа 3 миллион һумға тиклем аҡса биерлә.БР Хөкүмәтенең вице-премьеры– республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Башҡортостан банктарҙы өҫтәмә рәүештә субсидиялаясаҡ. Был төбәктәге ставканы 0,1 процентҡа тиклем кәметеү өсөн эшләнә. Ауылда йәшәү йәки теркәлеү мотлаҡ түгел.
Ауыл ере нисек билдәләнә?
Ташламалы ипотека ауыл, утар, эшселәр ҡасабаһы, ҡала тибындағы ҡасаба кеүек урындарҙан торлаҡ һатып алыуға йүнәлтелә. Ә бына ҡала биләмәһенең шәхси секторынан йорт һатып алып булмай. Ер участкаһы һатып алып, ә йортҡа ташламалы кредит бирмәһәләр, ваҡытығыҙ бушҡа китәсәк. Бының өсөн үҙегеҙ мөрәжәғәт итәсәк банктан әлеге биләмәгә ҡағылышлы үҙенсәлектәрҙе белешегеҙ.
Ҡатнашыу өсөн шарттар нисек?
Ғаилә хәленә һәм социаль статусҡа ҡағылышлы берҙәм талаптар ҡуйылмай. Һеҙ яңғыҙаҡмы, әллә өс балалы ғаиләме, яңы юғары уҡыу йортон тамамлаған белгесме, әллә урта йәштәрҙәге тәжрибәле эшсеме – айырма юҡ. Банк өсөн һеҙҙең тотороҡло рәсми килемегеҙ һәм яҡшы кредит тарихығыҙ булыуы мөһимерәк. Шуны ла белеү шарт: ипотекаға рөхсәт биреү – банктың бурысы түгел, ә бары тик хоҡуғы ғына. Программала бер генә тапҡыр ҡатнашырға мөмкин. Кредиттың иң күп суммаһы һәм оҙайлылығы – 25 йылға өс миллион һум. Тәүге иғәнә 10 проценттан башлана. Уның өсөн "Әсәлек капиталы"н да ҡулланырға мөмкин.
Торлаҡтың яңы булыуы ла шарт түгел, һеҙ икенсел баҙарҙан да фатир йәки йорт һатып ала алаһығыҙ. Ер участкаһы алыуға, йорт төҙөүгә лә кредит алырға мөмкин. Был осраҡта төҙөлөш ике йылда тамамланырға тейеш, ә эште башҡарыусы подрядсы менән рәсми
килешеү төҙөргә кәрәк буласаҡ. Торлаҡтың һатыу-һатып алыу йәки өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеү нигеҙендә алынған булыуы шарт.Торлаҡ йәшәү өсөн яраҡлы, бөтә коммуникациялар – электр уты, канализация, һыу, йылылыҡ һәм газ үткән булырға тейеш. Фатирҙың йәки йорттоң майҙаны социаль норманан аҙыраҡ була алмай. Яңғыҙаҡ граждандар өсөн ул – 33 квадрат метр, ике кешенән торған ғаилә өсөн – 42 квадрат метр, әгәр ғаиләлә өс һәм унан күберәк кеше булһа, һәр береһенә тура килгән майҙан – 18 квадрат метрҙан күберәк. Тулы шарттар РФ Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 ноябрендәге 1567-се ҡарарында билдәләнгән.
Программала 16 банк ҡатнаша. Әлегә улар документтарҙы теүәлләү менән мәшғүл. Алдан әйтеүҙәренсә, исемлектә "Россельхозбанк" мотлаҡ буласаҡ.
Тағы ла ниндәй ташламалар бар?
Кемдәр дәғүә итә ала: 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың
31 декабренә тиклем икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйы йәки инвалид балаһы тыуған ғаиләләр. Шарттары: иң күп процент ставкаһы – 6 процент, кредиттың иң күп күләме – 6 миллион һум. Нимә белергә кәрәк: юридик шәхестән яңы төҙөлгән йәки төҙөлөш ойошмаһынан әҙер торлаҡ ҡына һатып алырға мөмкин. Бығаса алынған ипотеканы реструктуризацияларға була. Әлеге программала 47 банк, шул иҫәптән Һаҡлыҡ банкы, ВТБ,"Россельхозбанк" һәм башҡалар ҡатнаша.
"Ипотеканы түләүгә — 450 мең һум"
Кемдәргә тейеш: 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләргә. Шарттары: дәүләт һеҙҙең өсөн ипотеканың 450 мең һумын түләй. Бының өсөн ипотека юллаған банкка мөрәжәғәт итегеҙ.
Нимә белергә кәрәк: барлыҡбанктарға ла ҡағыла. Түләү бер тапҡыр ғына бирелә. Икенсе бала тыуған йәки тағы бер ипотека юллаған осраҡта был ярҙам сараһы ҡабатлап күрһәтелмәй. 450 мең – максималь сумма. Әгәр һеҙгә 300 мең һум түләргә ҡалған икән, дәүләт 300 мең һум бүләсәк. Программаны "Ауыл ипотекаһы" менән ҡатнаштырырға мөмкин. Мәҫәлән, һеҙ өс миллион һумға (максималь сумма) йорт һатып алаһығыҙ; уның бер өлөшөн "Әсәлек капиталы" менән ҡаплайһығыҙ (хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, быйылдан уның күләме беренсе балаға – 466 мең, икенсеһенә 150 мең һум, йәмғеһе 616 мең 617 һум); 0,1 процент йыллыҡ ставка буйынса түләйһегеҙ; әгәр өсөнсө балағыҙ тыуһа, дәүләт һеҙгә тағы 450 мең һум бүләсәк.
"Торлаҡ төҙөлөш тупланмалары"
Кемдәргә тейеш: Башҡортостанда йәшәгән һәр кем хоҡуҡлы Шарттары: һеҙ партнер-банкта иҫәп астыраһығыҙ (әлегә улар – Һаҡлыҡ банкы һәм "Уралсиб") һәм ай һайын өс меңдән ун мең һумға тиклем аҡса һала бараһығыҙ. Республика власы һеҙҙең иғәнәгә өс мең һумғаса күләмдә аҡса өҫтәй. Программала ҡатнашыусы һәр кем йылына 36 мең һум өҫтәмә аҡсалы була ала, дөйөм тупланманың максималь күләме – 216 мең һум. Әлеге аҡса мотлаҡ торлаҡ һатып алыуға тотонолорға тейеш.
Нимә белергә кәрәк: аҡсаны туплау ваҡыты өс йылдан алты йылға тиклем. Йыйылған аҡсаға фатир, бүлмә һатып алырға (икенсел баҙарҙағы торлаҡ та рөхсәт ителә), шәхси йорт төҙөргә, өй һалыу өсөн ер участкаһына эйә булырға, хатта бығаса алынған ипотеканы ҡапларғамөмкин. Ҡатнашыусылар өсөн махсус банк ставкалары ҡаралған.