Асҡар ауылы стадионында үткән йыйылышҡа меңгә яҡын кеше килгән.«Башинформ» агентлығына Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йосопов хәбәр итеүенсә, унда район халҡы ғына түгел, Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта, Өфөлә һәм Магнитогорскиҙа йәшәүселәр ҙә килгән.
Билдәләнеүенсә, хакимиәткә митинг ойошторорға йыйыныуҙары тураһында хәбәр иткәндәр, ләкин йыйылыш үткәреү өсөн ризалыҡ бирелмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, урындағы муниципалитет граждандарҙың йыйылыуына ҡаршы килмәгән.
Халыҡ Салауат баҡыр ятҡылығынан руда сығарған осраҡта тирә-яҡ мөхиттең торошо: йылғаларҙың бысраныуы, шулай уҡ йәнлектәрҙең һәм үҫемлектәрҙең һәләк булыуы өсөн хафаланыуын белдергән. Әбйәлил районы башлығы урынбаҫары хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта «Рус баҡыр компанияһы» район биләмәһендә эшләмәй.
«Хакимиәт башлығы Илдар Нафиҡовтың компания етәкселегенә мөрәжәғәтенән һуң карьер планлаштырылған урында бөтә геологик-эҙләнеү эштәре туҡтатылған, техника сығарылған», — ти Руслан Йосопов.