Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2021, 19:49

Ҡарттар йорто – кем өсөндөр бәхет...

– Үт-үт, оялып торма. Үҙ өйөңдәгеләй бул, тиҙәрме әле?

Ҡарттар йорто – кем өсөндөр бәхет...
Ҡарттар йорто – кем өсөндөр бәхет...

Ғәлиә әбей ишектән инде лә, артабан үтергә уңайһыҙланып, туҡталып ҡалды. Ҡулындағы сумкаларын тегеләй итте, былай итте, әммә ауыр булһа ла иҙәнгә ҡуйырға ҡыйманы.

– Апай, әйҙәгеҙ, түрҙән уҙығыҙ. Һеҙҙең урын әҙер, анау шкаф янындағы карауатҡа урынлашығыҙ. Оҙаҡламай киске аш ваҡыты етә, шуға тиклем йыуынып алығыҙ, күршеләрегеҙ менән таныша тороғоҙ, – уны оҙата килгән ҡатын инергә әйҙүкләне. Үҙе шунда уҡ бүлмәлә ултырған ике әбейгә һүҙ ҡушты. – Хәлдәрегеҙ нисек, ҡыҙҙар! Бына һеҙгә күрше алып килдем. Дуҫ-татыу ғына йәшәргә булһын. Исеме Ғәлиә була, 77 йәш, күрше райондан. Зинһар өсөн бындағы тәртипте, йәшәйеште, ҡағиҙәләрҙе өйрәтегеҙ, йәме.

– Ярай-ярай! – улары ризалашып ҡалды.

– Үт-үт, оялып торма. Үҙ өйөңдәгеләй бул, тиҙәрме әле? Мин  Миңлегөл булам, бер йылғыбыҙ. Ә был – Тәнзилә, беҙҙән олораҡ, – ҡаҡса буйлы әбей һүҙсән генә икән, шунда уҡ хәбәрен теҙә лә башланы. Ғәлиә әбей урынлашҡансы уны тыңланы. – Ҡағиҙә-тәртип тип ни, беҙҙә шул инде. Ашайбыҙ, эсәбеҙ, ял итәбеҙ, хәбәр һатабыҙ. Көн матур булһа, тышта йөрөп инәбеҙ. Хәлеңдән килһә, ҡул эше менән булышырға мөмкин  була, бына Тәнзилә рәхәтләнеп ырғаҡ менән япмалар бәйләй. Минең ундай оҫталыҡ юҡ, шуға гөлдәрҙе генә тәрбиәләйем. Диндә булһаң, намаҙ өсөн айырым бүлмә бар, аҙнаһына ике тапҡыр мәсеттән килеп, дәрес үткәрәләр. Ауырып китһәң, табип саҡырталар. Теләгең булһа, клубҡа барып, ағинәйҙәр менән төрлө байрамда ҡатнашырға була. Китаптар күп, телевизор бар. Тик күҙ матурлап күрмәй шул. Ҡыҫҡаһы, рәхәтләнеп йәшә лә йәшә. Эсергә, тәмәке тартырға, урлашырға һәм талашырға ярамай. Һәйбәт ашаталар. Әгәр ниндәйҙер ризыҡ ашарға теләһәң, ашнаҡсыға әйтеп ҡуй, аҙна эсендә мотлаҡ бешерә. Хан һарайында кеүек...

– Эйе... Балаларҙан күрмәгән изгелекте, тәрбиәне ошонда күрәбеҙ инде, – оҙон буйы көмөрәйә төшһә лә, рәхәтләнеп аллы-гөллө ептәр менән бәйләм бәйләп ултырған Тәнзиләнең һүҙҙәренә Ғәлиә тертләп ҡуйҙы. – Бер ҡараһаң, шул тиклем бәхетлебеҙ: хөкүмәт беҙҙе урамда ҡалдырмай, ошо ҡарттар йортон асҡан. Икенсе яҡтан, бәхетле кеше үҙ балаһына һыя... – Бүлмәләшенең күҙенән йәштәр тамыуын күреп, Ғәлиә әбей ҙә илап ебәрҙе.

Ҡарттар йортона ебәреүҙе һорар алдынан ул әллә күпме икеләнеп йөрөнө. Ояла ине ул. Ауылдаштары, туғандары, йәштәштәре алдында. Аллаһы Тәғәлә алдында... Үҙ балаларының яманатын һатҡыһы килмәне. Хәйер, ауыл ерендә барыһы ла күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек: нисек кенә һыр бирмәҫкә тырышмаһын, уның хәлен һәр береһе аңлап тора. “Бала  биләүҙә саҡта ғына арыу икән,” – тип һығымта яһаған саҡтары аҙ булманы. Улай тиһәң, ике туған һеңлеһе Гөлниса ҡарт ҡыҙ булып бөткән ерҙән ете бала менән тол ҡалған Зиннәт еҙнәһенә кейәүгә сыҡҡайны. Үгәй балаларынан ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй. Аталары үлһә лә, уны ситләтмәйҙәр. Ә ул ҡәҙерләп үҫтергән ике ҡыҙына һыя алманы. Ире иҫән саҡта барыһы ла һәйбәт кеүек ине. Көңгөр-ҡаңғыр донъя көттөләр, үҙҙәрен үҙҙәре ҡараны. Әллә мәшәҡәт менән, әллә вайымһыҙлыҡтан – кесе ҡыҙҙарының эскелек һаҙлығына батыуын аңғармағандар. Тол ҡалғас, ике йылға яҡын яңғыҙы йәшәй алды әле әбей. Ныҡлап ауырый башлағас, ауылдың икенсе осонда йәшәгән кейәүе менән ҡыҙына барып һыйынды. Шунда ғына белде ысынбарлыҡты. Икеһе лә эскегә һалышҡайны. Дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгән Розалия көн дә эштән ҡыҙымса ҡайта. “Рәхмәтле” ауырыуҙар биргән күстәнәс өйгә лә эйәрә һәм киске табынға ҡунаҡлай. Тәүге осорҙа әсә кеше ҡаршы төшөп ҡарағайны ла, йәштәр уны матур ғына итеп урынына ултыртты: “Үҙебеҙсә йәшәргә ирек бир! Һәр нәмәгә ҡыҫылма!”.

Хәл барған һайын мөшкөлләнде. Балта оҫтаһы булараҡ дан алған кейәүе лә алған аҡсаһын күберәк һыраға, көмөшкәгә бөтөрҙө. Бер заман тикшереү килеп төшөп, ҡыҙы бер нисә хеҙмәттәше менән иҫерек килеш эләгеп, эшһеҙ ҡалды. Тик аҡыл алманы, киреһенсә, эскегә нығыраҡ әүәҫләнде. Үҙҙәре кеүек дуҫтар ҙа табылды. Аҙналап юғалған саҡтарында бер-бер артлы буй еткереп килгән ейәндәрен Ғәлиә үҙе ҡараны. Ҡулынан килгән тиклем. Тик һаулығы булмағас, ашарға әҙерләү ҙә ауыр икән. Күберәк йомортҡа һәм магазин туҡмасы менән туйындылар. Ә оло ҡыҙы Гөлсинә бер ваҡытта ла ата-әсәһенең хәле менән үҙе башлап ҡыҙыҡһынманы. Мәскәүҙә йәшәй ул. Иренән айырылғас, ҡыҙын алып шунда китте. Кредитҡа машина, фатир алды, ҡыҙын уҡыта. Әсәһе шылтыратһа, шунда уҡ зарлана башлай: “Ваҡыт етмәй. Бында көн итер өсөн 2 – 3 урында һеперелеп йөрөп эшләргә кәрәк. Бөгөн дә төнгө сәғәт 11-гә тиклем эштәмен. Хәлең нисек һуң? Ярай, зарланма, хөкүмәк пенсия биреп тора. Розалия эсә, тип нимә эшләтә алам инде? Әйҙә, Мәскәүгә алып ҡайтам һуң. Өй иркен. Тик көнө буйы өйҙә бер үҙең булаһың инде. Һинең яйҙы яйлап, эргәңдә ултыра алмайым. Ейәнсәрең дә уҡыуын һуң кискелеккә эшкә урынлашты. Унһыҙ ни как, айына 70 мең һум кредит түләргә!” Ғүмер иткән ауылын ташлап, шау-шыулы ҡалаға, етмәһә, дүрт стена араһына ниңә барып ултырһын ул? Үлеп китһә, анау тиклем ерҙән алып ҡайтып күмеү мәшәҡәт бит. Аҡса юҡ, тип кафыр араһына һалып ҡуйһалар? Баш тартты. Гөлсинә быға артыҡ бошонманы. Бәлки килмәҫен белеп, исем өсөн генә әйткәндер...

Бер көндө ошо ҡарттар йорто тураһында телевизорҙан күрһәткәйнеләр. Сәскәләргә күмелеп ултырған матур йортта көн итеүсе әбей-бабайҙарға көнләшеп тә ҡуйғайны Ғәлиә. Тик яҙмышы ошонда алып килер, тип һис тә уйламаны. Ҡыҙы менән кейәүе эскегә ныҡлы бирелеп киткәс, ейәндәре лә ҡулдан ысҡына башланы. Олоһо үҙенең дуҫтары менән ауыл магазинынан әйбер урлаған. Аш-һыуҙы бик йүнләй алмағас, пенсияһынан тәм-том, емеш-еләк етерлек алырға тырыша ла бит, күрәһең, малайҙың күҙе ҡыҙып йөрөгән нәмәһе булған. Бәлки тартырға йәки эсергә алырға уйлағандыр. Ейәненең енәйәте асылғас, уның йәшәйеше менән тейешле органдар ҡыҙыҡһына башланы. Һәм хәлде асыҡлағас, Розалия менән ире ваҡытлыса ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителде. Малайҙарҙы приютҡа алып киткән саҡта: “Эскелектән арынһағыҙ, балаларығыҙҙы килеп алырға мөмкинлек булыр!” – тинеләр. Тик әсәй менән атай ғына был һаҙлыҡтан арынырға теләмәне.

Ейәндәре киткәс, Ғәлиә әбей бөтөнләй бөлгөнлөккә төштө. Һыу алып инергә, мунса яғышырға кеше юҡ, газды ла тоҡандыра белмәй. Магазинға бара алмаған саҡта асығып ятҡаны ла булды. Шул мәлдә ошо ҡарттар йорто тураһында гел иҫләй ине. Ҡыш етеп, йөрөр әмәле бөтөнләй ҡалмағас, ауыл советына барып, бында ебәрһендәр өсөн ғариза яҙҙы. Район үҙәгенән машина килеп, әбейҙе бында килтерҙе. Өс көн өйгә ҡайтып та күренмәгән ҡыҙы менән хушлаша алманы әбей. Үлһәм, алып ҡайтып, атайың янына ерләгеҙ, тигән васыятын да әйтә алманы...

Ошоларҙы уйлап, өнһөҙ генә илаған Ғәлиә әбейҙе Тәнзилә үҙенсә йыуатмаҡсы булды, шикелле, һүҙ ҡушты:

– Имен ҡотолғаныңа шатлан да ҡуй инде. Һине балаларың туҡмағаны булдымы?

– Ю-ю-юҡ, Аллаһ һаҡлаһын! Эстеләр, ҡараманылар. Әммә бер тин аҡсама теймәнеләр, тырнаҡ менән дә сиртмәнеләр...

– Һин бәхетле. Ә бына миңә аҙна һайын туҡмаҡ эләгеп торҙо. Пенсиямдың йөҙ һумы ла миңә эләкмәне. Сираттағыһында ҡыҙым башыма уҡлау менән тондорған, иҫһеҙ йығылғанмын. Дауаханала иҫемә килдем. Хәлде асыҡларға килгән участковый аша ошонда килеп урынлаштым. Әле һинең ҡыҙың эсә тиһең, ә минеке бит айыҡ килеш шундай яһил. Шуныһына шөкөр ит, исмаһам.

– Әллә инде... Матур ғына итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ. Аҙып-туҙып йөрөмәнек. Эсеү тигән нмә өйҙә бөтөнләй булманы. Нимәгә ҡыҙҙар шундай булып үҫкәндәрҙер, аңламайым.

– Мин дә ғүмеремдә кешегә ҡул күтәргәнем юҡ. Эсеп, аҙып-туҙып йөрөгәндәрҙең балалары, киреһенсә, атай-әсәй, тип өҙөлөп тора. Балаһыҙ – бер илар, балалы мең илар, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер... Ана, Миңлегөл бәхетле – зар илатыр балаһы юҡ. Ҡышты бында ҡышлай ҙа, йәй үҙ өйөнә ҡайтып йәшәй. Пенсияһын таптырған, эсеп йәки туҡмап рәнйеткән балаһы юҡ...

– Ҡуй, Таңһылыу, улай тимә! Бер кемдең дә ҡайғы һауыты буш түгел. Балам булһа, мин дә бында килеп ултырмаҫ инем... Тием дә бит, тик һис кенә лә белеп булмай шул.

– Эйе... Ҡартайғанда терәк булыр, тип бала үҫтерәбеҙ. Ә ҡайһы берҙәре көйөк кенә булып ҡуя бит... Бындағы эшләгән ҡатындарға ҡарайым да, кем балалары икән, тип иҫем китә. Шул тиклем изгелеклеләр, йомшаҡ һүҙлеләр. “Апай, инәй” тип  һәр береһе өҙөлөп тора.

– Зарплата алалар бит. Эшһеҙ ҡалмайыҡ, тип ҡурҡаларҙыр...

– Эй, әйттең һүҙ! Иман менән изгелек кешенең күңелендә булмаһа, ҡурҡып ҡына булдырып булмай инде ул, – Таңһылыу үҙ фекерен әйтте лә, күңелһеҙлекте таратырға теләгәндәй, ҡысҡырып, әбейҙәрҙе әйҙәне. – Хуатит йәш түгеп ултырырға! Әйҙәгеҙ киске ашҡа. Яҙмышҡа яҙылған ошо бәхеткә шөкөр итәйек тә, йәшәйек.

Ашханаға табан атлаған өс әбейгә тағы ла ҡарттар йортоноң башҡа бүлмәләрендә йәшәгән ҡарт-ҡоро ла ҡушылды. Ысынлап та, кемдәрҙер өсөн үҙ йортонда ҡарағанда, ошонда йәшәү һәйбәтерәк шул...

 

  Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: