Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2021, 21:23

Туғанлыҡ ҡәҙере

Бына шулай, бикәс, бөгөн барбыҙ, ә иртәгә кем йәшәрен-йәшәмәҫен Аллаһы Тәғәлә үҙе хәл итә. Донъя мәшәҡәтенә һылтанып, ярай, һуңынан һөйләшермен йәки аҙаҡ күрешербеҙ әле, тип һуңлап ҡуйыуың да бар

Туғанлыҡ ҡәҙере
Туғанлыҡ ҡәҙере
Туғандарың ҡәҙере

Асия еңгәм менән иркенләп ултырып сәй эсәбеҙ. Күптән күрешмәгәс, яңылыҡтар ҙа күбәйеп киткән икән шул. Бер хәбәргә икенсеһе ялғана: бала-сағаның уҡыуы, эштәге хәлдәр, донъя мәшәҡәттәре... Шул саҡ телефоным йырлап ебәрҙе. Экранды йәһәт кенә ҡарап алам да, еңгәмдең һүҙен бүлдергем килмәйенсә, уны ситкә һалып ҡуям.

– Бикәс, кем шылтырата? Ниңә алмайһың?

– Эй, Рима апайым. Уның менән һөйләшеү өсөн кәмендә бер сәғәт ваҡыт кәрәк. Оҙон тәбәрәккә төшә лә китә ул. Ҡайтҡас ләпелдәшербеҙ әле, – тинем, аҡланғандай.

– Алыр инең телефоныңды, бикәс. Бәлки, берәй мөһим йомошо барҙыр апайыңдың? Икенселәй улайтма, йәме? – тип еңелсә генә шелтәләй еңгәм.

– Юҡтыр, йомош төшкәндән түгел инде. Көн дә шылтыратып, үҙенең хәл-әхүәлен һөйләп, беҙҙекен һорашмаһа, апайымдың күңеле булмай ул, — тим рыя ғына.

– Ҡуй, улай тимә, бикәс. Рима ситтә бер үҙе бит, һағынып та китәлер инде. Ярай, һинең ҡырҙа булһа ла, апайың бар, бында ағайың йәшәй. Ифрат бәхетле кеше һин. Бына минең күҙ төбәп барыр туғаным да юҡ хәҙер, япа-яңғыҙ торҙом да ҡалдым.

Былтыр уның берҙән-бер һеңлеһе вафат булып ҡалғанын белгәнгә, тиҙерәк еңгәмдең хәленә керергә ашығам:
– Ах, яңғыҙ түгелһеңсе, еңгә?! Ағайым, бала-сағаң, бына беҙ бар бит...

– Шулайын-шулай ҙа, тик бер ҡарында ятып, бер әсә һөтөн имеп үҫкән ҡан туғаныңа берәү ҙә етмәй икән шул. Шул тиклем һағынам һеңлемде...

Еңгәм моңһоу күҙҙәре менән миңә бер һирпелеп ҡарап алды ла, шул арала һығылып сыға һалған йәшен күрһәтмәҫ өсөн, ҡарашын тәҙрәгә күсерҙе. Байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырғас, ауыр итеп көрһөндө лә тағы һүҙ башланы. – Бикәс, тыңла, бер үкенесем тураһында һөйләйем әле һиңә. Ғүмерем буйы йөрәгемде һыҙлатыр ҙа торор инде ул. Үлеренән бер көн алда Айсиләм шылтыратҡайны. Ә мин ул ваҡытта баҡсала ҡаңғыра инем. Йыл һайын суғым ғына булып емеш биргән ҡарағаттарыма ҡорт төшкән дә, көйәләнә-көйәләнә шуларҙы ағыулап маташҡан ваҡытта ҡайҙан телефондан һөйләшеү ҡайғыһы булһын? “Ошо Айсилә булһа, мәлһеҙ шылтырата ла ултыра! Ауылда йәшәмәгәс, йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тигән нәмәне уйлап та бирмәй инде!” – тип, эстән генә һуҡранып, әрләп тә алдым әле һеңлемде. Кис шылтыратырмын, тип уйланым да алманым. Ә ауылда, беләһең бит инде, кистең үҙ мәшәҡәттәре. Айсилә тураһында бөтөнләй онотҡанмын. Иртәнсәк, һыйырҙарҙы һауып бөткәс, ағайыңды көтөү артынан ебәрә һалайым тип өйгә инһәм, ул телефонын тотҡан да бер нөктәгә ҡарап ҡатҡан. “Һаман йоҡоңдан уяна алмай, иҫең китеп тораһың бында!” – тип тегене әрләйем бит әле, етмәһә. Балдыҙының үлем хәбәрен ишетеп шаңҡыған булған икән.

Һин дә мин йәшәп ятҡан, һаулығына бер ҡасан да зарланмаған Айсиләбеҙ, ана шулай, инсульттан уйламағанда ғына китте лә барҙы. Ғүмеренең ҡыҫҡа ғына булырын белгән кеүек, кешеләргә, бигерәк тә туғандарына, шул тиклем иғтибарлы, ихтирамлы булғандыр инде һеңлем. Байрам етһә, күстәнәстәрен тейәп, килә һалып төшөрҙәр ине. Көн һайын шылтыратып, хәл белешергә лә онотманы. Мин генә ул, туң йөрәк, һеңлемдең ҡәҙерен белмәгәнмен. Шылтыратһа, эш күплеккә һылтанып, телефонды йәһәтләп һалыу яғын ҡараным. Ҡунаҡҡа саҡырһалар ҙа, йөҙ сәбәп табып, тороп ҡалыр инек. Ярай үҙе ихлас булды, бер ҡасан да үпкәләп ултырманы, ауыл кешеһенең эше күп инде, тип хәлемә инә белде.

Ана шул һуңғы шылтыратыуын иҫләйем дә, йөрәгем әрней хәҙер. Ниңә генә яуап бирмәнем икән, тим. Нимәләр генә әйтергә теләне икән һеңлекәшем, тип уйланам. Ашамағаным ҡарағатмы ни?! Бер йыл емеше булмаһа, икенсе йылына булыр ине әле. Бөтөнләй ҡороһа ла, йәл түгел! Һатып алыр ҙа ултыртыр инек. Уның яғымлы тауышын, сылтыратып көлгәнен ишетер өсөн телефондан сәғәттәр буйы һөйләшергә лә ризамын хәҙер, тик Айсиләм генә юҡ... Йыназа ваҡытында, әллә ҡаңғырыҡтан, әллә шаңҡыуҙан, ошоғаса таянысым да, серҙәшем дә булған берҙән-бер туғанымды юғалтыуымды аңлап та етмәгән булғанмын, ахыры. Ныҡ йөрөнөм. Ә ҡайтҡас башланды... Илай-илай хәл дә, күҙ ҙә ҡалманы. Үҙәк өҙгөс һағыштан саҡ алйып китмәнем хатта. “Айсилә, шылтырат миңә!” – тип телефонымды онтай һуҡҡанымды ла, төнөн сығып, теге ҡарағаттарҙы йән асыуыма сапҡылап бөткәнемде үҙем беләм дә ағайың ғына белә...

Бына шулай, бикәс, бөгөн барбыҙ, ә иртәгә кем йәшәрен-йәшәмәҫен Аллаһы Тәғәлә үҙе хәл итә. Донъя мәшәҡәтенә һылтанып, ярай, һуңынан һөйләшермен йәки аҙаҡ күрешербеҙ әле, тип һуңлап ҡуйыуың да бар. Туғандарыңдың ҡәҙере...

Еңгәмдең һүҙен бүлдереп, әрһеҙ телефоным тағы йырларға кереште. Экрандың зәңгәр фонында “Рима апай” тигән яҙыу балҡыны.
– Алло! Һаумы, апай!..
АВТОРЫ БИЛДӘҺЕҘ.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: