Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2021, 20:20

Һуңғы һүҙ

"Мин яратам һеҙҙе, Кешеләр! Мин яратам һеҙҙе, Кешеләр!" - тип ҡат-ҡат ҡысҡырып ҡараным...

Һуңғы һүҙ
Һуңғы һүҙ

Айгиз Баймөхәмәтов

Тын алыуым ауырлаша. Баш әйләнә. Күҙҙе йоморға ла ҡурҡам. Шуны яҡшы һиҙәм - әгәр күҙемде йомһам, ҡабат аса алмам. Йәнемә шул ғына кәрәк. Күҙемде йомдоммо, тәнемдән айырылып, әллә ҡайҙа осорға ғына тора. Эргәмдә торған кешеләрҙең һөйләшкәнен дә яҡшы аңлайым, тип яуап бирергә генә хәлем юҡ. Көсөм бөтә бара, бөтә бара... Юҡ, әжәл менән айҡашырға башҡа мөмкин түгел. Күҙҙәр йомола...

Тирә-яҡ ҡараңғылыҡҡа күмелде. Тик ул оҙаҡ дауам итмәне. Кинәт баш осомда тулы ай тыуғандай кинәт балҡып китте. Ҡыҙыҡ бит, бөтә ғаләм ҡараңғылыҡта, ә баш осомда ғына яҡты. Мин шул яҡтылыҡҡа ынтылып, карауатымдан күтәрелдем дә, әллә ҡайҙа остом... Ҡанат та юҡ, тик мин осам... Осам...

Бөтә ғәләмде моңға сорнап ниндәйҙер сихри көй ағыла. Бындай көйҙө элек бер ҡасан да ишеткәнем булмағайны. Ул шул тиклем күңелгә тыныслыҡ бирә. Үҙеңдә аңлата алмаҫлыҡ еңеллек тояһың, тағы ла бейегерәк-бейегерәк күтәреләһең.

- Йә, кешем, һинең менән осрашыуға шатмын! Ниндәй сәғәтең һуҡҡанын яҡшы аңлайһыңдыр? - илаһи көйҙө бүлдереп, әллә кемдең бик яғымлы итеп өндәшкәненә һиҫкәнеп киттем.

- Һеҙ кем ул? Мин ҡайҙа эләктем?

- Һин мине бик яҡшы беләһең! Тыумыштан алып минең хаҡта һиңә әллә күпме һөйләнеләр...

- Хоҙай! Һеҙме был? - тауышын ғына ишетәм, ә үҙен күрмәйем. Тик уның менән һөйләшкәндән тирә-яҡ тағы ла нығыраҡ яҡтыра бара.

- Мин.

- Әллә мин үлдемме?

- Юҡ, үлмәнең. Һинең Ер йөҙөндәге ғүмерең генә тамамланды. Хәҙер һин башҡа донъяға күстең... Шул ғына...

- Ә-ә-ә... Нисек инде улай? Мин бит яҡындарым менән хушлашып та өлгөрмәнем...

- Борсолма. Йәнең тәнеңдән айырылған көндә, бөтә әҙәмдәргә лә шундай яҡшы мөмкинселек бирелә. Тормошоңдағы иҫтә ҡалырлыҡ урындарҙы һин ҡабат урап сыға алаһың. Ерҙә һинең менән йәшәгән кешеләрҙе лә шунда күрерһең.

- Ысынлапмы?

- Эйе. Тик бер шарты ғына бар... Һин уларҙы күктән генә күҙәтәсәкһең. Уларҙың янына төшөп, һүҙ ҡушыу мөмкинселеге генә булмаясаҡ. Ерҙә ҡалған бүтән әҙәмдәрҙе ҡурҡытмаҫ өсөн... Ярай, бының өсөн бүленгән ваҡыт иҫәбен башланы...

Шулай тине лә, илаһи тауыш юғалды. Тап ошо мәлдә уҙған көндәреп өлөшләтә-өлөшләтә күҙ алдына килә башланы. Тыуған ауылымды уйлап та өлгөрмәнем, мин кендек ҡаным тамған йәнтөйәгем яғына остом... Һай-й-й, матур икән беҙҙең яҡтар. Шундай гүзәллекте ниңә алдан күрмәгәнмен икән! Анау болотҡа олғашҡанн тауҙар, боролоп-боролоп аҡҡан йылғалар, мәңге һаҡта торған һалдаттай һомғол ҡарағайҙыр... Үҙ ереңде бейектән күҙәтеү бигерәк ҡыҙыҡ икән дәһә...

Эх, ергә төшөп, бер-нисә аҙым үтһәң ине... Һуң инде...

Бына мин тыуған йортом осонан елеп үтәм. Кәртә тулы туғандар, бала-саға уйнай. Төшөргә ине яҡындарымдың эргәһенә. Уларҙы ни тиклем яратыуымды, бер ҙә йәшермәйенсә әйтер инем. Бергә булған саҡта шул йөрәгемдә йөрөткән һүҙҙәремде әйтергә ҡыйманым, шуныһы үкенесле...

- Бәлки бер минутҡа ғына туғандарымдың янына төшөрмөн, Хоҙай?

- Ярамай...

Үҙемдең тәүге тәпәй баҫҡан эҙҙәрем һаҡлаған ер өҫтөнән үтеп барам. Был ауылдағы һәр кеше миңә ғәзиз, һәр кеме үҙ әсәйемдәй яҡын. Уларға ла ошо яратыуымды хәҙер әйтер инем. Әйтһәм дә, улар мине ишетмәҫ...

Төрлө илдәр, ҡалалар аша осоп үтәм... Һәр ерҙә онотолмаҫлыҡ илаһи мәлдәр булған икән. Ә күпме яҡшы кешеләр осраны юлымда. Уларғы рәхмәттәремде әйтеп өлгөрҙөммө һуң?! Тағы бер көнгә генә оҙағыраҡ йәшәлмәне. Әйтер инем күңелдәге һүҙҙәремде... Эх, ниңә кешегә аҡыл һуңлап килә икән?! Ер йөҙөндә бер кеше лә юлымда тиккә генә осрамаған. Әле генә шуны аңланым. Уларҙың һәр кеме хәҙер миңә ғәзиз, ҡәҙерле.

Хатта ерҙә йәшәгәнемдә иң яһилы, иң яманы тип миңә тойолған кеше лә шул тиклем яҡын булып сыҡты. Үҙ-ара булған үпкәләүҙәр ҙә, рәнйеүҙәр ҙә ерҙән айырылғас сүп кенә булып тойола. Алдан белһәм, бер-беребеҙ менән көйөшөүгә, бәхәсләшеүгә алтын ваҡытымды әрәм итмәҫ инем...

Бүтәндәр ерҙә йәшәүен дауам итә, уларға рәхәт, улар бәхетле. Ә мин яңғыҙым бында күктә, берҙе булһа ла ниндәйҙер кеше менән аралашыуға, уларға һүҙ ҡушыуға зар-интизар булып яфаланам. Бәлки, улар ҙа әлеге мәлдә тормошом ауыр икән тип ерҙә зарланаларҙыр. Эх, минең хәлгә ҡалһалар ғына, ерҙә йәшәүҙең ҡәҙерен аңларҙар.

Күп ваҡыт та үтмәне, ә мин ерҙәге юлдарымды урап та сыҡтым.

- Йә, кешем, күңелең булдымы? - теге яғымлы тауышҡа тағы һиҫкәнеп киттем.

- Ә-ә-ә... - нимә әйтергә лә белмәй ҡаушап ҡалдым. - Рәхмәт! Мең рәхмәт хәтерҙе яңыртҡанығыҙ өсөн. Тик бер минутҡа ғына ергә төшөргә ирек бирһәгеҙсе! Мине тыуҙырған еремде ятып үбер инем. Тағы тормошомда осраған һәр кешене ҡосаҡлап, сикһеҙ рәхмәтемде әйтер инем.

- Аңлайым хәлеңде. Тик был мөмкин түгел. Алдараҡ уйлар кәрәк ине... Быны эшләү өсөн һинең Ерҙә әллә күпме йылың булды.

- Улайһа, һуңғы һүҙемде әйтергә рөхсәт бирегеҙсе... Бәлки Үҙегеҙ еткерерһегеҙ кешеләргә.

- Тыңлайым. Тик еткерермен тип вәғәҙә итә алмайым.

- Мин яратам һеҙҙе, Кешеләр! Мин яратам һеҙҙе, Кешеләр!

Ихлас көлгән тауыш ишетелде:

- Ниңә бөтөн кешеләр ҙә бер иш уйлай икән! Көндә меңәрләп әҙәмде бүтән донъяға оҙатам. Һәм бөтәһе лә бер үк һүҙҙе әйтә алмағанына үкенә: "Мин яратам һеҙҙе, Кешеләр!" Ерҙә йәшәгәнегеҙҙә бер-берегеҙгә шуны әйтһәгеҙ ни була?!

Илаһи тауыш юғалды. Мин бейеккә-бейеккә остом. Ә ер алыҫлашҡандан-алыҫлаша бара.

"Мин яратам һеҙҙе, Кешеләр! Мин яратам һеҙҙе, Кешеләр!" - тип ҡат-ҡат ҡысҡырып ҡараным. Тик Ерҙәге кешеләр генә уны ишетмәҫтәр инде...

Шул саҡ манма тиргә батып уянып киттем. Аҙаҡ көнө буйына шул төшөм хаҡында уйланып йөрөнөм.

Туғаныма ошо арала юҡ-бар өсөн үсегеп, аҙнанан ашыу аралашмай йөрөй инем. Бөгөн үк барып, уның хәлен белергә булдым.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: