Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2021, 15:00

Ғүмерлек хата йәки хаталы ғүмер.... (Булған хәл).

Юҡ, бындай тормош минең өсөн түгел, ир булғас эшлә, тап,тип ул Азатты вахта менән себергә китеп эшләргә ҡыуалай. Нимә генә эшләмәҫһең яратҡан ҡатының өсөн? Китә Азат Себер тарафтарына.

Ғүмерлек хата йәки хаталы ғүмер.... (Булған хәл).
Ғүмерлек хата йәки хаталы ғүмер.... (Булған хәл).
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын тейҙәр. Бөгөнгө хикәйә, өс бала атаһы,һөйөклө ир, ғаилә башлығы Азаттың, татлы минуттарға алданып, ҡатынын, балаларын мәңгелеккә юғалтыуы, урам буйында ҡалыуы тураһында булыр.
Рәйлә ғаиләлә бер генә бөртөк иркә ҡыҙыҡай булып үҫә. Ата-әсәһе бер бөртөк ҡыҙҙарына бер нимә лә йәлләмәйҙәр. Уҡып бөткәндә уның ҡала уртаһында фатиры, ҡиммәтле машинаһы ла бар ине инде. Күңел асып, теләгәнен ашап, теләгәнен кейеп үҙе өсөн генә йәшәй башланы Рәйлә. Кейәүгә сығыу, бала табыу уның хыялында юҡ ине, бөтөнләй. Төн йокомдо йоҡламай бала ҡарап, иргә ашарға бешереп ултырмаҫмын инде тип кенә ҡуя ул, кейәүгә сыҡ миңә тип тәҡдим яһаған егеттәргә.
Һуңғы мода менән кейенгән, үҙ-үҙен ҡарап, биҙәнеп-төҙәнеп кенә йөрөгән Рәйләне, эш урынында ла ир-аттар кемеһе киноға, кемеһе кафеға саҡырып ҡына торҙолар. Ҡайһылары менән ул бер төн, ҡайһылары менән бер нисә ай осрашып торҙо. Улар араһында ғаиләле ирҙәр ҙә булманы түгел. Рәйләгә уларҙан ҡиммәтле бүләктәр, наҙлап иркәләп ҡараған күҙҙәр, бөтмәҫ маҡтау һүҙҙәре үҙенә ҡарата, онотолмаҫ йоҡоһоҙ төн үткәреү генә кәрәк ине.
Азат та бергә эшләгән хирург ир. Уның тураһында, тылсымлы ҡуллы тейҙәр. Бер минут уйлап тормай, кәрәк булғанда ниндәй булһа ла операцияны уңышлы башҡара, уға һәр кем үҙ ғүмерен ышанып тапшыра ине... Ине.... Сөнки күңелле тормош менән йәшәргә яратҡан Рәйлә менән ул да эскегә һалына башлауын үҙе лә аңламай ҡала. Йоҡоһоҙ төндәрҙән һуң эшкә сыҡмай ҡалған көндәр йышая, ҡалтыранған тылсымлы ҡулдар операцияларҙы эҙһеҙ башҡара алмай башлай. Тәүҙәрәк төнгө сменаларға һылтанып ике өс көнгә бер ҡайтһа ғаиләһе янына, бер көн килеп: – Мин Рәйләгә ғашиҡ, ҡалған ғүмеремде уның менән үткәрергә теләйем, – тип ғаиләһенән бөтөнләйгә сығып китә.
Йәшәп ҡараһын, ҡайтыр, миңә тип ҡайтмаһа өс балаһын уйлар, атайһыҙ ҡалдырмаҫ уларҙы тип уйлай ҡатыны. Эш урынына барып, кеше күҙенә күренеп, тауыш сығарып йөрөй торғандарҙан түгел ҡатын. Барғанда ла Азатты эштә тап итеүе бик икеле, ул йә эшкә сыҡмай ҡала, йә операцияла була.
Ул һорашып-белешеп Рәйләнең өйөнә бара. Әммә тупһа аша үтә алмай. “Икебеҙҙән мине һайланы Азат, сөнки мине ярата. Һин үҙеңде ҡасан һуңғы тапҡыр күрҙең көҙгөнән, һине кем яратһын, һин бит торғаны ҡарасҡы, һине яратыу түгел ирҙәр урап үтәләр, онот, ҡайтмай кире Азат һиңә, беҙ бәхетле, беҙгә башҡаса килеп күренеп йөрөмә”, – тип, өс бала менән, ир юғалтыу ҡайғыһынан ҡара кипкән ҡатынды мыҫҡыллы йылмайып Рәйлә ишек төбөнән үк оҙатып ҡуя. Ир бирмәк – йән бирмәк тейҙәр шул, был хәлдән һуң да ул бер нисә тапҡыр бара инәлеп, балалар хаҡына ҡайт тип, әммә бөтәһе лә бушҡа ғына, уны тыңлап та, йәлләп тә тороусы булмай.
Көндәр үтә тора, Рәйлә менән Азат тәү ҡарашҡа, яңы тормош юлына аяҡ баҫҡан бәхетле йәштәр кеүек күренһәләр ҙә, эскелек үҙенекен итә шул. Аҡса яратҡан Рәйләгә оҡшау теләге менән Азат ябай ғына операцияларға ҡул аҡсаһы ала башлай, шундай ваҡыттарҙың береһендә өҫтәгеләргә тотолоп, эшһеҙ ҡала. Һәр хужаға кәрәк саҡта йылмайып, кәрәк тапһа йәйелеп булһа ла ярай белгән Рәйләнең әле эше бар, бер нисә иҫкәртеүҙән һуң да ул эшендә ҡала килә.
Бер генә иргә ҡәнәғәт булып йәшәп өйрәнмәгән ҡатынға Азат та ялҡыта, етмәһә хәҙер эшһеҙ, аҡсаһыҙ. Юҡ, бындай тормош минең өсөн түгел, ир булғас эшлә, тап,тип ул Азатты вахта менән себергә китеп эшләргә ҡыуалай. Нимә генә эшләмәҫһең яратҡан ҡатының өсөн? Китә Азат Себер тарафтарына. Әммә ике ай эшләп, аҡса менән ҡайтҡан Азатты ла берәү ҙә көтөп тормай, уның өсөн дә Рәйләнең ишектәре ябыҡ. Кәрәкмәй миңә ике айға бер ҡайтып торған вахтовик, ике ай буйы һине көтөр тип уйланыңмы, мин башҡаны яратам, килмә, тапама минең тупһамды, тип кире бора уны Рәйлә.
Һәр кисте Рәйләнең эштән ҡайтыуын, һөйләшергә аңлашырға теләп уның ишеге төбөндә ҡаршы ала Азат. Ҡаршы тора алмаҫ, туң йөрәге ирер тип өмөтләнеп алған ҡиммәтле бүләктәр ҡабул ителә, әммә үҙенә тупһа аша үтергә рөхсәт юҡ. Эшләп тапҡан аҡса бөтә, эшһеҙ аҡсаһыҙ дуҫтарҙа ла оҙаҡ йәшәп булмай.
Ҡасандыр үҙе, йәнһеҙ ҡурсаҡ кеүек ҡатынға алыштырған ғаиләһенә лә кире ҡайтып ҡарай, балалар хаҡына ғәфү ит, балаларға атай кәрәк тип инәлә. “Юҡ! Хәҙер инде минең күңелем таш булып ҡатҡан, һин нимә тип инәлһәң дә иремәҫ, ошоға тиклем балалар һинһеҙ үлмәнеләр, артабан да йәшәрбеҙ, кем тип ташлап киттең мине, улдарыңды, шул ҡатынға кире бар, һинһеҙ ҙә юғалманыҡ, беҙҙең өсөн һин күптән юҡ”. Был һүҙҙәрҙе йөрәкте телеп, ҡасандыр яратып өйләнгән, өс балаһының әсәһе,ташлап киткән ҡатыны әйтте уға. Яңынан иргә барманы, Азатты ғәфү итмәне ул. Ғорурлыҡты еңә алманымы, әллә ысынлап та күңеле ҡаттымы, ғәфү итмәне....
Ул дуҫында ике төн, был танышында өс көн тигәндәй ҡағылып-һуғылып йөрөгән Азат, урамда ҡала. Янған йөрәген баҫырға теләгәндәй тапҡан һәр кәпиген араҡыға алыштыра.
Бөтмәгән әле илдә изге күңелле кешеләр. Уны ошо хәлендә бер танышы осрата. Үҙенә алып ҡайтып, ашатып-эсереп, йыуындырып-кейендереп, юлына билет алып кире вахтаға оҙата. Эш менән онотолор, ул эшләп ҡайтҡансы, бәлки, ҡатыны кире уйлап ғәфү итер, ғаиләһенә ҡайтырға рөхсәт бирер тип өмөтләнә. Эшләп ҡайтҡан Азатты берәү көтмәй, ҡайтҡан һайын бер үк хәл, тәүҙә Рәйләнең ишеген шаҡый, һуңынан ғаиләһенә барып инәлә, тик бер нимә лә үҙгәрмәй. Аҡсаһы бөткәнсе ҡайҙа етте шунда эсһә, аҡса бөтһә сауҙа йорто алдында үткән һүткәндән хәйерселәп эсте ул. Һуңынан вахтаға ла йөрөмәй башланы, һаулығы ла ҡаҡшай,ҡышты һыуыҡ подьезда үткәреү үҙенекен итә, һөйәктәре һыҙланыуын тик эскелек менән генә баҫа.... Теге изге күңелле танышы уға инвалидность юлларға ла ярҙам итә, ләкин булғанды ҡәҙерләп, яҡшы тормошҡа ынтылып йәшәү тигән нимәне кире ҡайтара алмай. Азат урам буйында эт типкеһендә йәшәп, яҡты донъя менән хушлаша.
Рәйлә хәҙер ҙә яңғыҙ, тик йәш саҡтағы матурлығы ғына юҡ.
Азаттың ҡатыны башҡаса кейәүгә сыҡмай, ирҙәргә ышанысы юғалды уның. Балаларының һәр береһенең үҙ ғаиләһе, үҙ балалары бар. Әсәһе уларға атаһының яҙмышын ҡабатламауҙарын, үҙ ғаиләләрен ят ҡатынға, еңел-елпе тормошҡа алыштырмауҙарын үтенә. 

Авторы билдәһеҙ
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: