

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА
ЗӨҺРӘ –АЙ ҠЫҘЫ
Яңы тыуған сабыйҙың маңлайы һырлы була. Һыр түгел, Хоҙай тарафынан яҙылған яҙмыш ул, минеңсә. Ә ул яҙыуҙы тик иғтибарлы ата-әсә генә уҡый ала. Сөнки баланың киләсәге улар ҡулында.
Зөһрә Хәдит ҡыҙы /Фәттәхова/ Фәйзуллина уҡытыусылар ғаиләһендә 1946 йылда донъяға килә. Әбйәлил районынынң Ҡаҙмаш ауылы ҡыҙы күрше Ҡырҙас мәктәбендә ете синыфты тамамлағас, Темәс интернат-мәктәбендә, һуңынан Асҡарҙа уҡыуын дауам итә. Кескәй Зөһрәнең маңлай яҙыуын ата-әсәһе уҡый алғанмылыр, әммә шуныһы хаҡ: ике уҡытыусы тәүге балалары Зөһрәне китап донъяһында тәрбиәләй.
– Үҙемде белә башлағандан ҡулымдан китап төшмәне, – тип хәтерләй бөгөн Зөһрә апай.
Әле Ҡырҙаста уҡыған сағында уҡ Зөһрә апай шиғырҙар яҙып, иптәштәрен көнләштерер була. Уның тәүге ижад емештәре “Ленинсы”, “Совет Башҡортостаны” биттәрендә донъя күрә. Ләкин шиғриәткә мөккибән ғашиҡ булһа ла, тырыш ҡыҙыҡай ата-әсәһе теләгәнсе, уҡытыусы һөнәре тураһында уйламай. Беренсе синыфҡа уҡырға барғас, Зөһрә – ай ҡыҙы, күккә ынтыла. Ул летчик булыу хыялында яна башлай. Тап 50-се йылдар башында, ауылдарға кәбән өйгөстәр тәүләп килгән осорҙа тыуа был хыял. Шул килбәтһеҙ, ҙур кәбән өйгөс өҫтөнә менеп ултырып, күктәрҙе иңләү, ҡош юлынан елдереү тураһында уйланып, онотолоп китер була…
Урта мәктәпте тамамлағас, әсәй һүҙен йыҡмайым тип, Өфөгә, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә Зөһрә апай. Тынғыһыҙ ҡыҙҙың тағы ла тынғыһыҙыраҡ тормошо башлана. Бейеү, әҙәби, драма түңәрәктәренә йөрөп, үҙен артистка итеп аса ул. Курсташтары уны бөгөн дә “артист Зөһрә”, “бейеүсе Зөһрә” тип кенә йөрөтә.
– Драма түңәрәген бик яраттым. Бер ваҡыт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғата Арыҫланов беҙҙең менән Мостай Кәримдең “Айгөл иле”н ҡуйҙы. Мин унда хатта ике роль башҡарҙым. Ғата ағайҙың оҫталығына һоҡланып, мин дә киләсәктә шундай артист буласаҡмын, тип хыяллана инем, – тип хәтирәләргә бирелә Зөһрә апай.
Айгөл иле… Был спектаклде мин тәү тапҡыр Сибай интернат-мәктәбендә күрҙем. Ниндәйҙер бер кисә булдымы икән, иҫләмәйем, уҡытыусылар “Айгөл иле”н сәхнәләштерҙе. Зөлхәбирәнең ирен күрергә килгән ауыл ҡатындары күңелемә ныҡ уйылып ҡалған. Араларында кәүҙәгә иң бәләкәйе, күҙгә ташланып бармағаны – Банат, ниңәлер, күңелгә инде. Уның үкһеп-үкһеп илауы – йыр кеүек ине, күҙҙәрендәге тәрән һағыш йәлләү тойғоһо уятты. Кеше был тиклем дә бирелеп уйнар икән! Банат образын тыуҙырған “актриса” рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина ине.
Ошондай эскерһеҙ ихласлығы менән Зөһрә апай бергә эшләгән коллегаларының ғына түгел, интернат-мәктәптә белем алған һәр уҡыусының күңелен яулап ала ине. Сәхнәгә ғашиҡ уҡытыусы “Ҡурсаҡ театры” түңәрәге алып барырға ла, йырлап торған күңеленең моңдарын ноталарға һалырға ла өлгөрҙө. Хәтирәләргә бирелгән һайын, Зөһрә Хәдит ҡыҙы менән булған ҡыҙыҡлы, ҡайһы саҡта сәйер ҙә күренгән ваҡиғалар иҫкә төшә. Әле дүртенсе класта уҡығанда, музыка дәресендә ултырабыҙ. Ҡапыл Зөһрә апай йүгереп килеп инде лә, беҙҙән ғәфү үтенеп, уҡытыусыбыҙға өндәште: “Мөслимә Рамазановна, күңелемдә яңы йыр бар, шуны нотаға һалырға ярҙам итмәҫһегеҙме?” Үҙе түҙемһеҙләнеп, көйләп тә ебәрҙе. Һәммәбеҙгә лә оҡшаны был йыр, уҡытыусыбыҙ дәресте бүлеп, авторҙың моң тулҡынына буйһондо…
Сығарылыш синыфтары йыл һайын Зөһрә Фәйзуллина яҙған “Мәктәп вальсы”нда әйләнә һәм оло тормош юлына баҫа.
1996 йылда эшһөйәр белгесте Сибай педагогия колледжына эшкә саҡыралар. Унда ла Зөһрә Хәдит ҡыҙы ең һыҙғанып буласаҡ уҡытыусыларға тел, әҙәбиәт серҙәрен аса. Ләкин был урында уға оҙаҡ эшләргә насип булмай. Талантлы мөғәллимәне “Атайсал” төбәк гәзитенә баш мөхәррир итеп тәғәйенләйҙәр.
Сибай ҡалаһы – таланттар төйәге. Ул ерҙе мин серле һандыҡҡа оҡшатам. Мәғрүр Ирәндек тауҙары, гүйә ниндәйҙер сихри көс менән таланттарҙы үҙе тирәләй йыя ла, ҡанат нығытҡан балаларын ояһынан осорған ҡош кеүек, киңлектәр иңләргә фатиха бирә. Ҡанаттарын Сибайҙа нығытҡандар байтаҡ ҡына ул: шағирәләр Гөлфиә Юнысова, Рәсимә Ураҡсина, артистар Алһыу Бәхтиева менән Фәрүәз Урманшин, Сәғиҙулла Байегет, Гөлсөм Бикбулатова… Ә бына Зөһрә Хәдит ҡыҙы бала сағынан уҡ күңеле менән күктәргә, киңлектәргә ынтылһа ла, туған төйәгенә тоғро ҡалды. Әммә уны республикабыҙҙың мәҙәни тормошонан айырып ҡарау мөмкин түгел. Хөкүмәтебеҙ уның тынғыһыҙ хеҙмәтен Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем менән баһаланы, үҙе уҡытҡан уҡыусылары ла уны хөрмәт итә.
“Мәктәп вальсы”, “Ҡыҙылым”, “Илкле ҡыр”, “Исемең”, “Арҡайым”, “Атайым”, “Тоҙ һалма яраларға”, һ.б. йырҙары республикала киң билдәле. 2000 йылда донъя күргән “Ишегем асыҡ дуҫтарға” аудиокассетаһы йыр-моң һөйөүселәр өсөн бүләк булды.
Йыл һайын Сибайҙа уҙғарылған “Ирәндек моңдары” республика халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, Сибай филармонияһы концерт программаларының күбеһенең авторы ла Зөһрә Фәйзуллина.
Балалар драматургияһында ла үҙ көсөн һанап ҡараны ижадсы. Сибай башҡорт дәүләт балалар театры “Сулпан” уның “Мөғжизәләр иле сал Урал” исемле пьесаһын сәхнәләштерҙе. Был уны илһамландырҙы һәм “Андыҙ барҙа ат үлмәҫ” пьесаһын яҙҙы. “Йән дауаһы” һәм “Вокзал” мюзиклы иһә өлкәндәр өсөн.
Ҡатын-ҡыҙ был донъяла үҙен ниндәй һөнәр эйәһе итеп танытмаһын, ул бар булмышы менән Әсә булып ҡала. Зөһрә Фәйзуллина ир ҡатыны, хәстәрлекле әсәй, оләсәй һәм аҡыллы кәңәштәр биреүсе ғәйнә лә. Тормош иптәшенә Вәкил Сафа улы менән ике ул үҫтереп, бөгөн өс ейәнен тәрбиәләшә.
Ғүмерен файҙаға үткәргән кеше бер ваҡытта ла зарланмай. Зөһрә апай ҙа шундай бәхетлеләрҙең береһе. Ул ғүмерҙең үткәнен дә һиҙмәй, уҙған көндәрҙең тиҙлеген дә һанамай. Сөнки тыуған ваҡытта Хоҙай тарафынан маңлайға яҙылған яҙмышына ышана. Бер ҡайҙа ла ашыҡмай, һәр көн тыуған ҡояшҡа ҡыуанып, йырлай-йырлай ижад итә. Яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов уның тураһында шундай һүҙҙәр яҙа: “Йәшәйешкә уның үҙ ҡарашы, үҙ үлсәме. Ә үлсәме уның – изгелек һәм миһырбанлыҡ, беҙ йәшәгән ерҙе йомартыраҡ, йәмлерәк итеп күрергә ынтылыу. Ул аҡыллы ла, сабыр ҙа, исеменә есеме тап килеп торған, йондоҙҙай балҡыған ил инәһе”.