

…Күңелен туҡтауһыҙ игәгән ғазаптан Рөстәм йөҙөн ҡулдары менән ҡапланы ла түҙмәй һулҡылдап илап ебәрҙе. Ни өсөн, ниндәй ғәйептәрем өсөн, тип шыбырлай ине ирендәре. Тәҙрәнән тышҡа ҡараны: унда йәйҙең тәүге көндәре – зәңгәр күктә болот әҫәре лә юҡ. Йорт алдында шау-гөр килеп сабыйҙар уйнай, эскәмйәлә әбейҙәр гәп һата. Тик бына стеналары күптән буяу төҫө күрмәгән бүлмәһенә йәшенеп, күҙ йәштәрен тыя алмаған 18 йәшлек егеттең йөрәген, гүйә, төн пәрҙәһе ҡаплап алған…
Ул бөгөн яҡты донъя менән хушлашасаҡ... Юҡ, был аяуһыҙ донъя менән… Рөстәм илауҙан шешенеп бөткән күҙҙәрен көҙгөгә төбәне: тиҙҙән бөтә ауырлыҡтар ҙа артта ҡаласаҡ. Иң ауыр һәм хәл иткес аҙымды ғына яһарға ҡалды.
Ә ҡасандыр ул шул тиклем хыялланғайны, шул тиклем көткәйне был йәйҙе! Мәктәптә уҡығанда ла, аҡтыҡ көсөн йыйып тырышырға, ошо берҙән-бер теләге көс бирә ине бит.
Рөстәм юғары белем алырға, яҡындарына ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ кеше булырға хыялланды. Әммә ярты йыл элек автоһәләкәткә эләгеүе бөтөн хыялдарын селперәмә килтерҙе лә ҡуйҙы. Хәҙер бына инвалид креслоһында хәрәкәт итергә мәжбүр, сөнки аяҡтары тыңлашмай. Табиптар нисек кенә көс һалмаһын, әлегә тулыһынса шәбәйтә алманылар. “Егет, хәҙер инде бөтәһе лә тик үҙеңә, һинең ихтыяр көсөңә бәйле”, – тигәйнеләр. Әсәһе менән VII класта уҡыған ҡустыһы Закир ҙа һыр бирмәҫкә тырышты, уны дәртләндереп, яҡшыға өмөтләндереп торҙо. Бигерәк тә әсәһен йәлләй Рөстәм, уға ни тиклем ауыр икәнлеген төшөнә. Атаһы менән күпкә еңелерәк булыр ине лә бит, тик ул бынан бер нисә йыл элек яҡындарын зар илатып яҡты донъяны ташлап китте шул. Әле әсәһенең бәләкәй генә эш хаҡына һәм инвалидлыҡ аҡсаһына йәшәгән көндәре. Әммә Рөстәм бойоҡмаҫҡа, был һынауҙы еңеп сығырға ынтылды. Береһенә лә өндәшмәһә лә, ҡасандыр аяҡҡа баҫырына ышана ине.
Ышана ине лә ул… Тик бына һуңғы осорҙа көндән-көн өмөтө өҙөлә. Дауаланыу ҙа арзан түгел. Шул уҡ ваҡытта аҡсаһыҙлыҡ та үҙәктәренә үткән. Ул бит алйот түгел, бер тинһеҙ дауаланып аяҡҡа баҫыуы ҡатмарлы буласағын төшөнә. Былай ҙа әсәһенең бөтә тапҡаны хәҙер уны дауалауға китеп тора.
“Яҡындарымды йонсотоп ятҡансы, әллә үләйем дә ҡотолайым микән?” – тигән уй телеп үткәйне яңыраҡ мейеһен. Ысынлап та, был аяуһыҙ донъяла йәшәгәндән йәшәмәгәнең мең артыҡ. Ул саҡта бөтә ауырлыҡтар, ғазаптар артта ҡалыр ине. Шул тиклем “ер тырнап” тырышырға, көс һалырға кәрәк икәнме ни был бөтмәҫ-төкәнмәҫ кәртәләрҙе йырып сығыр өсөн? Барыбер, бөтәбеҙ ҙә ҡасандыр теге донъяға китәбеҙ бит…
Рөстәм был турала йыш уйланды һуңғы мәлдә. Ни тиклем күберәк уйлана, шул тиклем фекерендә нығына бара кеүек. Шуға ла тап бөгөн был аяуһыҙ, һис йәлләү белмәгән тормошто ташлап китергә булды. Әле үкһеп-үкһеп илағаны ла ошонан…
“Үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар мәңгелеккә тамуҡ утында янасаҡ, сөнки был иң ҙур гонаһ”, – тигәйне олатаһы бер мәл. Ниңәлер, ҡапыл ғына ошо һүҙҙәр хәтеренә төштө. Бында ғазапланыуы етмәгән, теге донъяла ла ыҙалыҡтар кисерерме икән ни?
Олатаһы дини, бик аҡыллы кеше булғайны шул. Ауылында бөтәһе лә ихтирам итте үҙен. “Улым, тормош – һынауҙар теҙмәһе. Уларҙы еңеп сыға алғандар ғына бәхет яулай”, – ти торғайны. Рөстәмдең бөгөн үҙ теләге менән донъянан китергә йыйыныуын белһә, ни тип әйтер ине икән? Билләһи, хупламаҫ, киреһенсә, ҡаты итеп әрләп ташлар ине…
Шул ваҡыт Рөстәм бүлмәһе ишегенең артында ниндәйҙер ҡыштырлау ишеткәндәй булды. Әллә ҡустыһы Закир ҡайттымы икән? Ағаһы аварияға эләккәндән һуң, буш ваҡыты сығыу менән янында булырға, төрлөсә әүрәтергә ынтыла ул. Мәҫәлән, бихисап күнекмәләр яһайҙар. Үҫмер тип һис әйтмәҫһең, бигерәк аҡыллы. Юҡ, бөгөн Закир мәктәптән кискә генә ҡайтырға тейеш, үҙе лә шулай тигәйне бит.
Бына теге яҡтан бүлмә ишеген тарттылар.
– Ағай, ни эшләп бүлмәңдә бикләндең? – тигән шым ғына тауыш ишетте шул мәлдә Рөстәм. Ысынлап та, ҡустыһы. Ниңә улай иртә ҡайтты икән? Әллә берәй нәмә тойомланымы икән ни?
Эх, өлгөрмәнем… Рөстәмдең йөрәген һыҙланыу телеп үтте. Шул уҡ ваҡытта Закир алдында ла уға уңайһыҙ ине. Ни эшләһен, өндәшмәй ята алмай бит. Ишектең келәһен ысҡындырҙы.
– Бәлки, йоҡлап алырмын тигәйнем, ә һин ни эшләп улай иртә ҡайттың әле? – тигән булды ул. Ҡустыһы – ҡаҡса, һонтор малай бүлмәгә үтте лә ағаһының яурынына ҡулын һалды. Күренеп тора, нимәлер һиҙенгән, хафаланыуы күҙҙәренә сыҡҡан.
– Ниңәлер мәктәптә бөгөн һис кенә лә ултырғым килмәне. Уҡытыусынан һорап ҡайттым да киттем. Күңел өйгә тартып тик торҙо, – тине ул. Шунан ҡуйынынан китап килтереп сығарҙы. – Бына бер шәп китап алдым ағай, уҡып сығырһың. Һинең кеүек һынауҙарға бирешмәгән көслө егет тураһында, һуңынан хатта чемпион булып киткән. Әсәй ҙә үҙеңдән өлгө алырға ҡуша бит, – Закир тыйнаҡ ҡына йылмайҙы.
Рөстәмдең күңелендә был минутта, гүйә, ел-дауыл уйнай ине. Ул йәшләнгән күҙҙәрен йәшерергә теләп, ҡарашын ситкә борҙо. Шунан ҡустыһын ҡосаҡлап алды. Бынан бер нисә минут алда ғына ниндәй ҙур, төҙәтеп булмаҫлыҡ хата яһай яҙғанын төшөнгәйне инде.
– Рәхмәт ҡустым, – тине ул. – Ҙур рәхмәт. Һеҙ янымда булғанда бирешеп тормаҫмын. Мин һине яратам.
Ҡустыһы шат йылмайып тора бирҙе, Рөстәм уның ялбыр сәстәренән һыйпап алды. Бына бит тормош нисек – күптән түгел күңелен ҡара төн ҡаплап алған булһа, хәҙер ошо бәләкәй генә фатирға ҡустыһы тыштағы йәй ҡояшын эйәртеп килеп ингәнме ни? Ысынлап та, был минуттарҙа Рөстәм үҙен бик бәхетле тоя ине. Гүйә, йөрәген сырмаған баяғы күҙгә күренмәҫ бығауҙар зыңлап өҙөлдө лә ҡуйҙы. Һығылып иларға мәжбүр иткән күңелһеҙ уйҙар ҙа таралды.
Закир сығып китте. Аш-һыу бүлмәһендә һауыт-һаба шылтырағаны ишетелде.
– Ағай, хәҙер сәй эсеп алырбыҙ, – тип ҡысҡырҙы ул.
Ә Рөстәмгә шул ваҡыт ҡустыһы, уларҙың киләсәге өсөн борсолоп ошо мәлдә эштә тир түккән әсәһе алдында оят булып китте.
– Ғәфү итегеҙ инде, – тип шыбырланы уның ирендәре. – Ғәфү итегеҙ. Бөтә ауырлыҡтар ҙа ваҡытлыса ғына. Янымда һеҙ булғанда, билләһи, көрәшәсәкмен, һынауҙарҙы еңеп, аяҡҡа баҫасаҡмын.
Ул тышҡа ҡараш ташланы. Тәҙрә аша уны йәй ҡояшы йылы нурҙары менән иркәләй ине…
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.