Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
29 Октябрь 2021, 04:45

"Йәш гвардия" - ысынбарлыҡ һәм уйҙырмалар

Мәйеттәрҙе ҡарау протоколдарынан: “Ульяна Громова, 19 йәш, арҡаһына биш сатлы йондоҙ уйылған, уң ҡулы һындырылған, ҡабырғалары һындырылған...”.”Лида Андросова, 18 йәш, шахтанан күҙҙәрһеҙ, ҡолаҡтарһыҙ, ҡулдарһыҙ сығарыла, муйынында бау”. “Ангелина Самошина, 18 йәш. Тәнендә ғазаплау эҙҙәре бар: ҡулдары ҡайырылған, ҡолаҡтары ҡырҡылған, яңағына йондоҙ уйылған...”. “Майя Пегливанова, 17 йәш, күкрәге, ирендәре ҡырҡылған, аяҡтары һындырылған. Кейеме һалдырылған”. “Шура Бондарева, 20 йәш, шахтанан башһыҙ һәм уң күкрәкһеҙ сығарылған, бөтә тәне туҡмалған, ҡанға төйнәлгән, ҡара төҫкә ингән”. “Виктор Третьякевич, 18 йәш, бите юҡ, арҡаһы ҡара-зәңгәр, ҡулдары сәрпәкләнгән”.

"Йәш гвардия" - ысынбарлыҡ һәм уйҙырмалар"Йәш гвардия" - ысынбарлыҡ һәм уйҙырмалар
"Йәш гвардия" - ысынбарлыҡ һәм уйҙырмалар

Совет йылдарында был егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың исемен караптарға һәм мәктәптәргә биргәндәр, һәйкәлдәр ҡуйғандар, китаптар, йырҙар яҙғандар, кинофильмдар төшөргәндәр. Улар башҡарған эштәрҙе комсомолецтарҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығы өлгөһө сифатында килтергәндәр.

Һуңынан, илдә реформалар башланғас, йәш геройҙарҙың Ватан алдындағы хеҙмәттәрен ҡабаттан тикшереп сығырға теләүселәр күбәйҙе. Был эҙһеҙ үтмәне: бөгөн күптәр “йәш гвардеецтар” тигән һүҙҙәрҙе Ватан һуғышында һәләк булған комсомолецтарға түгел, ә популяр сәйәси фиркәнең йәштәр ҡанатына ҡайтарып ҡалдыра. Ә геройҙар тыуып үҫкән төбәктә халыҡтың бер өлөшө уларҙы ғазаплаусыларҙы әләм итеп күтәрә...

Шулай ҙа йәш гвардеецтарҙың батырлығын һәм нисек һәләк булыуын һәр намыҫлы кеше белергә тейеш.

Немецтар килгәс

“Йәш гвардия” – Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһенең Краснодон ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашизмға ҡаршы йәшерен эш иткән комсомол ойошмаһы. Ул ҡаланы фашистар баҫып алғас, 1942 йылдың 20 июлендә төҙөлә.

Подпольщиктарҙың баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшеү өсөн булдырылған тәүге төркөмдәренең береһенә ирекһеҙҙән немецтар тылында тороп ҡалған Ҡыҙыл Армия һалдаттары Евгений Мошков, Иван Туркенич, Василий Гуков, матростар Дмитрий Огурцов, Николай Жуков, Василий Ткачев инә. 1942 йылдың сентябрь аҙағында төркөмдәр “Йәш гвардия” ойошмаһына берләшә, исемде Сергей Тюленин тәҡдим итә.

Иван Туркенич – ойошманың командиры, Олег Кошевой – комиссары, Георгий Арутюнянц, Иван Земнухов, Виктор Третьякевич, Василий Левашов, Сергей Тюленин штаб ағзалары итеп һайлана. Һуңғараҡ штабҡа Ульяна Громова менән Любовь Шевцова индерелә. Йәш гвардеецтарҙың күбеһе – комсомолецтар, уларға ваҡытлыса комсомол билеттары листовкалар менән бергә ойошманың йәшерен типографияһында баҫыла.

14 – 17 йәшлек үҫмерҙәр элемтәселәр һәм разведчиктар була. Краснодон комсомол-йәштәр подпольеһы йөҙгә яҡын кешенән тора, етмештән ашыуы әүҙем эш итә. Немецтар әсиргә алған подпольщиктар һәм партизандар исемлегендә 47 егет, 24 ҡыҙ иҫәпләнә. Әсирҙәрҙең иң кесеһенә 14 йәш, уларҙың илле бишенә 19 ҙа тулмаған...

Илебеҙҙәге тиҫтерҙәренән бер нәмәһе менән дә айырылмаған егеттәр һәм ҡыҙҙар дуҫлаша һәм бәхәсләшә, уҡый һәм ғашиҡ була, тансыларға йөрөй һәм күгәрсендәр осора. Улар мәктәп түңәрәктәрендә, спорт секцияларында шөғөлләнә, ҡыллы музыка ҡоралдарында уйнай, шиғырҙар яҙа, күбеһе һүрәт төшөрә. Төрлөсә уҡыйҙар – кемдер отличник, кемдер уҡыуға еңел ҡарай. Шуҡтары ла етерлек. Киләсәк хаҡында хыялланалар. Летчик, инженер, юрист булырға теләйҙәр, кемдер – театр училищеһына, кемдер пединститутҡа инергә йыйына...

“Йәш гвардия”, СССР-ҙың көньяҡ өлкәләре кеүек үк, күп милләтле. Теләһә ҡайһы минутта бер-береһенә ярҙамлашырға әҙер рустар, украиндар (улар араһында казактар ҙа бар), әрмәндәр, белорустар, йәһүдтәр, әзербайжандар һәм молдовандар фашистар менән һуғыша.

Фашистар Краснодонды баҫып алғас та, ҡалала тәүге листовкалар күренә, немец казармаһы итеп әҙерләнгән яңы мунса яна. Был – Сережа Тюлениндың эше. Әлегә яңғыҙы...

Ошо йылдың 12 авгусында уға ун ете йәш тула. Сергей листовкаларҙы иҫке гәзит киҫәктәренә яҙа, полицейскийҙар уларҙы йыш ҡына үҙ кеҫәләрендә лә таба. Ул шым ғына полицайҙарҙан ҡорал ташый башлай, уның мотлаҡ кәрәк булырына шикләнмәй. Беренсе булып төркөм йыя. Башта уға һигеҙ кеше инә. Сентябрь башына Краснодонда бер нисә төркөм эш итә, улар бер-береһе менән бәйләнеш тотмай – бөтәһе 25 самаһы кеше.

“Йәш гвардия” йәшерен комсомол ойошмаһының тыуған көнө – 30 сентябрь: отряд төҙөү планы ҡабул ителә, аныҡ эштәр билдәләнә, штаб булдырыла, ойошманың активы бишәр кешегә бүленә. Бишәүгә ингәндәр үҙ иптәштәрен һәм командирын ғына белә, штабтың тулы составы улар өсөн билдәһеҙ ҡала.

Йәш гвардеецтар башта ҡулдан яҙылған листовкалар йәбештерә, баҫыу станогы тапҡас, ысын типография асалар. 30 листовка сығарыла, тиражы – 5 мең дананан ашыу. Йөкмәткеһе – нигеҙҙә мәжбүри эштәргә аяҡ салырға саҡырыу, йәшерен һаҡланған радиоалғыстан алынған Совинформбюро белдереүҙәренән өҙөктәр.

Яйы сыҡҡанда комсомолецтар немецтарҙан һәм полицайҙарҙан ҡорал урлай – ойошма тар-мар ителгәндә йәшерен келәттә 15 автомат, 80 винтовка, 300 граната, 15 меңгә яҡын патрон, 10 пистолет, 65 килограмм шартлатҡыс, бер нисә йөҙ метр бикфорд* бауы табыла. Олег Кошевой уларҙы “Молот” комсомол партизан отрядына тапшырырға йыйына, ләкин өлгөрмәй...

*Бикфорд бауы – шартлатҡыс матдәгә ут ебәреү өсөн тәғәйенләнгән, үҙәгенә дары тултырылған бау.

Егеттәр немецтар халыҡтан тартып алған иген тултырылған келәтте яндыра. Октябрь революцияһының 25 йыллығында Краснодон ҡалаһында ҡыҙҙар элекке мәҙәниәт йорто сәхнәһенең ҡыҙыл шаршауынан теккән флагтар елберҙәй. Лагерҙан бер нисә тиҫтә хәрби әсир ҡотҡарыла.

“Йәш гвардия”ның күпселек акциялары төндә үткәрелә. Краснодонда комендант сәғәте индерелә, киске алтынан һуң урамда йөрөүселәрҙе ҡулға алып аталар. Комсомолецтар Ростов өлкәһендәге партизан отрядтары менән элемтәгә инергә тырыша, ләкин был эш барып сыҡмай.

Бына ошонда яҙыусы Александр Фадеев роман өҫтөндә эшләгән осорҙағы беренсе миф барлыҡҡа килә лә инде. Йәнәһе, Краснодон комсомолецтары Николай Бараков һәм Филипп Лютиков етәкселегендәге йәшерен партия ойошмаһы ҡушыуы буйынса элемтәселәр һәм диверсанттар булып ҡына фашизмға ҡаршы көрәшкән. Өлкәндәр операция планын эшләй – комсомолецтар, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, уны үтәй...

Әйткәндәй, романдың беренсе баҫмаһында “өлкән” коммунистик подполье тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Икенсе баҫмала иһә автор комсомолецтар һәм “өлкән” подполье араһындағы бәйләнеште “көсәйтә”, бергәләшеп немецтар эшкә ҡушырға теләгән шахталарҙың береһен шартлатырға йыйыныуҙарын һүрәтләй.

Шахтер-коммунистар Н. Бараков һәм Ф. Лютиков, ысынлап та, шахтаны эшкә ебәреүҙе өҙөргә йыйына. Ләкин йәш гвардеецтарҙан башҡа. Егеттәр ҙә диверсия әҙерләй – үҙ аллы – тап бына улар уны үткәрә лә инде.

Күмер – фашистар өсөн стратегик сеймал, шуға күрә улар Краснодон шахталарының береһен генә булһа ла сафҡа индерергә ынтыла. Хәрби әсирҙәр һәм ҡыуып килтерелгән урындағы халыҡ көсө менән немецтар 1-се шахтаны эшкә әҙерләй.

Төндә подпольщик-комсомолец Юрий Яциновский төшөрөү һәм күтәреү ҡоролмаһын боҙа: канаттарҙы ҡырҡа. Ҡорамалдар тейәлгән, немец тау оҫталары, ҡораллы полицайҙар, дошманға үҙ иректәре менән эшләргә ризалашҡан бер нисә эшсе ултырған ҡоролма шахтаға ҡолай. Шахтаны эшкә ебәреү өҙөлә, немецтар ҡоролманы күтәрә, ләкин шурф үҙәген таҙарта алмай. Һөҙөмтәлә улар ярты йыл эсендә Краснодондан бер тонна ла күмер сығара алмай.

Кроснодон комсомолецтары тиңдәштәрен Германияға ҡыуыуҙы ла өҙә. Йәш гвардеецтар хеҙмәт биржаһына подпольщик ҡыҙҙарҙың береһен эшкә урынлаштыра, ул немецтар төҙөгән йәштәр исемлегенең күсермәһен эшләй. Кемдәрҙең китеүен һәм эшелондың ҡасан оҙатылыу көнөн белгәс, егеттәр биржаға ут төртөп, документтарҙы яндыра, буласаҡ “батрактарға” ҡасырға ҡуша. Был акциянан һуң полицайҙар һәм немец комендатураһы ҡотора, ә ике меңгә яҡын кеше немец каторгаһынан ҡотола.

Бынан тыш, йәш гвардеецтар полицайҙарҙан халыҡтан йыйылған малды тартып ала. Кемдәрҙе табалар, шуларға малдарын ҡайтарып бирәләр, ҡалған һыйырҙар, аттар һәм кәзәләр немецтар талағандан һуң бөлгөнлөккә төшкән ғаиләләргә таратыла. Бындай “партизан бүләге” арҡаһында күпме кеше аслыҡтан ҡотолғандыр – хәҙер әйтеүе ҡыйын.

Партизандар менән бергә ҡала ситендәге асыҡ һауалағы лагерҙан әсирҙәрҙе ҡотҡарыуҙы ойоштороу ысын хәрби операцияға әйләнә. Йәрәхәттәрҙән һәм туҡмалыуҙарҙан ул ҡәҙәр хәлһеҙләнмәгән ҡыҙылармеецтар партизан отрядына ҡушыла, ҡорал тота алмағандарҙы ауыл халҡы үҙҙәренә ала.

Немецтарҙың телефон сымдары йыш өҙөлә. Өҫтәүенә, тынғыһыҙ Сережа Тюленин хәйләле ысул уйлап таба (бәлки, ҡайҙандыр уҡығандыр): сым ике урында нәҙек бысаҡ менән буйға ҡырҡыла. Шунан ҡырҡылған урындар араһындағы еҙ сым ырғаҡ менән алып ташлана. Тыштан ҡарағанда сымға зыян килмәгән һымаҡ, сымды буйынан-буйына бармаҡтар менән ҡапшап ҡарамаһаң, ҡырҡылған урындарҙы табырмын тимә. Шуға күрә немецтарға элемтәне тергеҙеү ауырға төшә, улар яңы линия һуҙыуҙы өҫтөн күрә.

Нигеҙҙә, егеттәр йәшерен эш итә. Подпольщиктарҙың берҙән-бер ҡораллы акцияһы 1943 йыл алдынан уҙғарыла – йәш гвардеецтар вермахт һалдаттары һәм офицерҙары өсөн Яңы йыл бүләктәре тейәлгән машиналарға һөжүм итә. Йөк тартып алына. Артабан нигеҙҙә аҙыҡ-түлектән һәм йылы кейем-һалымдан торған немец бүләктәрен Краснодондағы балалы ғаиләләргә таратыу планлаштырыла. Сигареттарҙы баҙарҙа шым ғына һатырға, ә аҡсаны ойошма кәрәк-ярағына тотонорға хәл итәләр.

Йәш подпольщиктарҙы ошо һәләк итмәнеме икән? 1988 йылда йәш гвардеецтарҙан иҫән ҡалған Василий Левашов ойошманы фаш итеүҙең үҙ версияһын алға һөрә. Уның хәтирәләре буйынса, сигареттың бер өлөшө подпольщиктар менән таныш 12 – 13 йәшлек малайға бирелә, ул тәмәкене аҙыҡ-түлеккә алмаштырырға баҙарға бара. Ҡамағанда малайҙы тоталар, тауарын ташлап өлгөрмәй. Унан яуап алырға тотоналар, етмәһә, аяуһыҙ. Туҡмай торғас, үҫмер “ватыла”, сигареттарҙы үҙенә өлкән дуҫы Генка Почепцов биреүен әйтә. Шул уҡ көндә Почепцовтарҙың өйөндә тентеү үткәрәләр, Геннадийҙы ҡулға алып, аяуһыҙ яфалайҙар.

В. Левашовтың версияһына ярашлы, ҡиәмәтлек атаһы, 1-се шахта начальнигы, Краснодон полицияһының йәшерен агенты Василий Громов ҡатнашлығында язалағанда тап бына Геннадий 1943 йылдың 2 ғинуарында подпольела ҡатнашыуы хаҡында күрһәтмә бирә башлай. Немецтар үҫмерҙән уға билдәле бөтә мәғлүмәтте ала, комендатураға Первомайка районында эш итеүсе подпольщиктарҙың исемдәре билдәле була.

Немецтар партизандарҙы эҙләргә ныҡлап тотона. Бер нисә көндән бүләктәрҙе йәшереп өлгөрмәгән ике өлкән класс уҡыусыһы ҡулға алына. Был егеттәрҙең исемдәрен, шулай уҡ Гена Почепцовтың бәләкәй дуҫының исемен дә В. Левашов атамай.

В. Левашовтың версияһы шик тыуҙыра: сөнки, уның иҫтәлектәренә ярашлы, Гена Почепцов 2 ғинуарҙа һөйләй башлай. Немецтар 1 ғинуарҙа уҡ өс йәш гвардеецты – Евгений Мошковты, Виктор Третьякевичты һәм Ваня Земнуховты ҡулға ала. Немецтарҙың комсомолецтар автоколоннаға һөжүм иткәндән һуң үткәргән тикшереү һөҙөмтәһе булғандыр был, күрәһең.

“Йәш гвардия” штабы ағзаларын ҡулға алған көндә комсомолецтарҙың йәшерен йыйылышы үткәрелә. Унда бөтә йәш гвардеецтарға хәҙер үк ҡаланан китергә, ә хәрби төркөм етәкселәренә ошо уҡ төндә өйҙә ҡунмаҫҡа, тигән ҡарар ҡабул ителә. Штаб ҡарары элемтәселәр аша барлыҡ подпольщиктарға еткерелә. Ләкин язалаусылар аппараты хәрәкәткә килгән була инде. Ҡулға алыуҙар башлана...

Ни өсөн йәш гвардеецтарҙың күбеһе штаб приказын үтәмәгән һуң? Яуаптың бер генә булыуы ихтимал: күпләп ҡулға алған көндәрҙә немецтар ҡалала “бандит партизан өйөрөнөң” тулы составы билдәле, тигән хәбәр тарата. Әгәр кемдер ҡаланан китһә, уның ғаиләһе атып үлтереләсәк.

– Ҡасһалар, үҙҙәре урынына яҡындарын ҡулға аласаҡтарын егеттәр белгән. Шунлыҡтан аҙаҡҡа тиклем тоғро балалар булып ҡалырға, ата-әсәләрен үҙ үлемдәре менән яҡларға ынтылғандар, – тип әйтә һуңынан иҫән ҡалған подпольщик Владимир Минаев “Комсомольская правда” журналистарына биргән интервьюһында.

Яҡындарының талап итеүе буйынса ун ике йәш гвардеец ҡына ҡаса. Аҙаҡ уларҙың икеһе – Сергей Тюленин һәм Олег Кошевой – барыбер ҡулға алына. Ҡала полиция төрмәһенең дүрт камераһы ла тула. Береһендә – ҡыҙҙарҙы, ҡалған өсөһөндә егеттәрҙе тоталар.

Ысынбарлыҡ ҡурҡынысыраҡ

Элек “Йәш гвардия” тураһында күпме генә яҙмаһындар, ҡағиҙә булараҡ, тикшеренеүселәр уҡыусыларҙың күңелен аяй ине. Комсомолецтарҙы язалауҙары хаҡында һаҡ яҙалар, ҡайһы берҙә А. Фадеевҡа эйәреп, тәндәренә уйылған ҡанлы йондоҙҙар тураһында һөйләйҙәр. Ысынбарлыҡ иһә ҡурҡынысыраҡ... Бер генә баҫма ла ғазаплаусыларҙың исем-шәрифтәрен атамай – дөйөм һүҙҙәр генә: “фашист йыртҡыстары, баҫҡынсылар һәм баҫҡынсы булышсылары”. Шулай ҙа дәүләт именлегегең өлкә идаралығы документтары ғазаплауҙарҙы һәм үлем язаһын вермахттың ябай һалдаттары ғына үткәрмәүе тураһында һөйләй. Немецтар СС махсус подразделениеларын – айнзатц төркөмдәрҙе йәки урындағы халыҡтан йыйылған полиция отрядтарын файҙаланған.

СС айнзатц төркөмө 1942 йылдың сентябрендә килә, штаб Старобельскиҙа урынлаша, йәлләттәрҙең махсус отрядына СС бригаденфюрер полиция генералы майоры Макс Томас командалыҡ итә. Шулай ҙа ул да – професиональ ғазаплаусы ла – боецтарын төрмәне уратып алыуға ғына ҡуйған, өс мыҡты һалдатына ғына резина ҡамсы тотторған. Нигеҙҙә подпольщиктарҙы Краснодон бүлексәһе полицайҙары язалаған. Улар үҙҙәрен казактар тип йөрөткән.

Йыртҡыстарҙың йәш партизандарҙы нисек язалауҙары тураһында уҡыуы ла ҡурҡыныс. Әммә кәрәк. Шунһыҙ фашистарҙың ҡанһыҙлығын, йәш гвардеецтарҙың батырлығын тулыһынса аңлау мөмкин түгел.

Ғинуар аҙағында баҫҡынсылар һәм полицайҙар 5-се шахтаның 58 метр тәрәнлектәге шурфына тереләй йәки үлтереп 71 кешене ташлай, улар араһында йәш гвардеецтар ҙа, подпольелағы партия ойошмаһы ағзалары ла бар.

Мәйеттәрҙе ҡарау протоколдарынан: “Ульяна Громова, 19 йәш, арҡаһына биш сатлы йондоҙ уйылған, уң ҡулы һындырылған, ҡабырғалары һындырылған...”.”Лида Андросова, 18 йәш, шахтанан күҙҙәрһеҙ, ҡолаҡтарһыҙ, ҡулдарһыҙ сығарыла, муйынында бау”. “Ангелина Самошина, 18 йәш. Тәнендә ғазаплау эҙҙәре бар: ҡулдары ҡайырылған, ҡолаҡтары ҡырҡылған, яңағына йондоҙ уйылған...”. “Майя Пегливанова, 17 йәш, күкрәге, ирендәре ҡырҡылған, аяҡтары һындырылған. Кейеме һалдырылған”. “Шура Бондарева, 20 йәш, шахтанан башһыҙ һәм уң күкрәкһеҙ сығарылған, бөтә тәне туҡмалған, ҡанға төйнәлгән, ҡара төҫкә ингән”. “Виктор Третьякевич, 18 йәш, бите юҡ, арҡаһы ҡара-зәңгәр, ҡулдары сәрпәкләнгән”.

Йәш гвардеецтар һуңғы минуттарына тиклем язалаусыларға ҡаршылыҡ күрһәткән, төрлөсә мыҫҡыл иткән. Полицейский Давиденко күрһәтеүенсә, ҡысҡырыуҙарҙы туҡтатыу, совет патриотик лозунгыларҙы әйттермәҫ өсөн, ҡыҙҙарҙың күлдәктәрен күтәреп, баштарына урағандар, шул килеш атҡандар, шахтаға төртөп төшөргәндәр.

Апалы-һеңлеле Антонина һәм Лилия Иванихиналарҙы 16 ғинуарҙа язалап үлтерәләр. Һеңлеләре Любаша һөйләгәндәрҙән: “Бер ваҡыт беҙгә алыҫ ҡәрҙәшебеҙ, полицай ҡатыны килеп: “Иремде 5-се шахта янына ҡарауылға ҡуйҙылар. Ул тараҡтар тапҡан... Әйберҙәрҙе ҡарағыҙ, бәлки, үҙегеҙҙекеләрҙе табырһығыҙ. Ҡыҙҙарҙы эҙләмәгеҙ, улар шурфталыр, моғайын”, – тине. Ҡыҙҙарҙы атҡанда күмер йыйып йөрөүсе олатайыма был тирәнән китергә ҡушҡандар. Ләкин ул убаға күтәрелеп күҙәтеп торған: ҡайһы бер ҡыҙҙар палачтарҙың ҡулдары үҙҙәренә ҡағылмаһын өсөн үҙҙәре шахтаға һикергән, ҡайһы бер дуҫтар, ғашиҡтар ҡосаҡлашып һикергән. Ҡаршылыҡ күрһәткәндәр, полицайҙарға төкөргәндәр, уларҙы һуңғы һүҙҙәр менән һүккәндәр, үҙҙәре менән шахта үҙәгенә тартып төшөрөргә тырышҡандар...”

Евгений Мошковты полицейскийҙар Краснов менән Калитвенцов ҡулдарын бәйләп төнө буйы ҡалала йөрөткән. Улар Женьканы ҡоҙоҡҡа алып барып, бауға бәйләп һыуға төшөргән. Һалҡын һыуға. Бер нисә тапҡыр төшөрөп алғандар. Калитвенцов үҙе өшөгәс, барыһын да өйөнә алып ҡайтҡан. Мошковты мейес янына ултыртҡандар. Хатта тартырға тәмәке биргәндәр. Үҙҙәре көмөшкә эсеп йылынғас, тағы урамға сыҡҡандар... Женяны төнө буйы язалағандар, таң атҡанда ул үҙ аллы йөрөй алмаған инде. 22 йәшлек йәш гвардеец, коммунист, мәлен тура килтереп, яуап алғанда полицейскийға һуға. Фашист йыртҡыстары Мошковты аяҡтарынан аҫып ҡуя, ҡолаҡтарынан һәм ауыҙынан ҡан киткәнсе тота. Төшөрөп, яуап ала башлағандар. Ләкин Мошков палачтың битенә төкөрә.

17 йәшлек Клавдия Ковалеваны 16 ғинуарҙа язалайҙар. Ҡыҙҙың кәүҙәһе шахта үҙәгенән ун метр алыҫлыҡта вагонеткалар араһында табыла. Күрәһең, шахтаға тереләй ташлағандарҙыр, ул шурфтан үрмәләп сыға алғандыр.

Владимир Зогоруйко, Виктор Петров, Анатолий Попов, Виктор Третьякевичты ла шахтаға тереләй ташлайҙар.

13 ғинуарҙа ҡулға алынған Женя Кийкова төрмәнән ата-әсәһенә яҙыу ебәрә: “Дорогая мамочка, обо мне не беспокойся – у меня все хорошо. Поцелуй за меня дедушку, жалей себя. Твоя дочь – Женя”.

Язалауҙы күҙәтеп торған полиция начальнигы Соликовскийҙы шурфҡа төртөп төшөрөр өсөн башы менән төрткән Владимир Жданов яҡындарына яҙыуҙы ҡанлы кейемдәр менән ебәрә: “Здравствуйте, дорогие... Я пока жив. Судьба моя неизвестна. За остальных я ничего не знаю. Я сижу ото всех отдельно в одиночной камере. Прощайте, меня, наверное, скоро убьют... Крепко целую”.

Мәйеттәрҙе шахтанан күтәреү ҡыйынға төшә. Бер нисә көндән эште туҡтаталар – кәүҙәләрҙең тарҡалыуы арҡаһында уларҙы өҫкә күтәреү тереләр өсөн ҡурҡынысҡа әйләнә. Һәләк булған Лида Андросованың атаһы, тәжрибәле шахтер Макар Тимофеевич: ”Ҡыҙымдың мәйетенән ағыуланып үлһәм үләм, ләкин мин уны сығарырға тейешмен”. Юрий Винценовскийҙың әсәһе: “Өңрәйгән упҡын, уның тирә-яғында балаларыбыҙҙың әйберҙәре: ойоҡбаштары, тараҡтары, быймалары, бюстгальтерҙары сәселеп ята”. Убаларға ҡан һәм мейеләр сәсрәгән. Һәр әсә балаһының ҡәҙерле әйберҙәрен йөрәктәрҙе өҙөрлөк тауыш менән таный. Ыңғырашыуҙар, ҡысҡырыуҙар, һуштан яҙып йығылыуҙар... Мунсаға һыймаған мәйеттәрҙе урамға, мунса стенаһы янындағы ҡарға теҙеп һалалар. Йәш гвардеецтарҙы паркта туғандар ҡәберлегендә ерләйҙәр.

1943 йылдың февралендә Краснодон фашист баҫҡынсыларынан азат ителә. Ҡалала йәш гвардеецтарҙың көрәше һәм уларҙың һәләк булыуының бик күп тере шаһиттары ҡала. Ике көн үткәс, НКВД тәфтишселәре йәшерен ойошма ағзаларын үлтереүҙә ҡатнашыусыларҙы ҡулға ала башлай. Исемлек төҙөлә: немецтарҙыҡы ла, урындағы нацист ҡуштандарҙыҡы ла.

Архивтағы енәйәт эшенең халыҡҡа еткерелгән беренсе документы – Михаил Кулешовтың 1943 йылдың 20 февралендә НКВД өлкә идаралығы етәкселеге исеменә яҙған ғаризаһы. Шул ваҡытта тәүге тикшеренеүҙәр үткәрелә лә инде. Кәүҙәләре 5-се шахтанан сығарылған йәш кешеләрҙе йыртҡыстарса язалау факттары асыҡлана. Ойошма ағзаларынан яуап алыу материалдарында Краснодондағы полицай Соликовский кабинетының һүрәтләнеше бар.

Краснодон жандармерияһы капитаны Эмиль Ренатус күрһәтмәләренән: “Ҡулға алыныусыларҙы эскәмйәгә һуҙып һалдылар, дөрөҫөн һөйләгәнсе резина ҡамсы менән ярҙылар. Әгәр элекке саралар һөҙөмтә бирмәһә, уларҙы һалҡын бинаға күсерҙеләр, боҙло иҙәнгә ятҡырҙылар. Унда әсирҙәрҙең ҡулдарын һәм аяҡтарын артҡа бәйләп, баш түбән аҫып ҡуйҙылар, телгә килгәнсе шулай тоттолар, туҡтауһыҙ туҡманылар”.

Краснодонда йәшәүсе Нина Ганочкина һөйләгәндәрҙән: “Мин һәм тағы ла ике ҡатын полицейскийҙарҙың приказы буйынса ҡыҙҙарҙың камераһын йыйыштырҙыҡ. Үҙҙәре йыйыштыра алмай, сөнки өҙлөкһөҙ яуап алырға йөрөттөләр, язаланғандан һуң улар аяҡтарына баҫа алмай ине. Уля Громованан яуап алғандарын күрҙем. Уля һорауҙарға яуап бирмәне. Полицай Попов уның башына һуҡты, ҡыҙҙың сәсендәге тарағы һынды хатта. Ул: “Ал!” – тип ҡысҡырҙы. Уля эйелде, полицай уның битенә һуғырға тотондо. Аңын юғалтҡас, коридор буйлап һөйрәп алып барып камераға ташланылар”.

Һуғыштан һуң, 1949 йылда Краснодон бургомистры Василий Стаценков күрһәтеүенсә, бер нисә көндә “Йәш гвардия”ның етмештән ашыу ағзаһы ҡулға алына. Жандарм төркөмө составында йәш гвардеецтарҙы туҡмауҙа һәм яза биреүҙә туранан-тура ҡатнашҡан Вальтер Айхгорнды Тюрингияла табалар, унда ул... ҡурсаҡ фабрикаһында эшләй. Полицайҙарға әсирҙәрҙең күҙҙәрен соҡорға бойорған Краснодондағы немец округ жандармерияһының элекке начальнигы Эрнест-Эмиль Ренатусты ла Германияла табып, ҡулға алалар.

Айхгорн күрһәтмәләренән (9. III. 1949):

“Баҫып алынған совет биләмәләренә оҙатылыр алдынан беҙ “яңы тәртип” урынлаштырыу буйынса байтаҡ инструкция алдыҡ. Жандармдар һәр совет гражданында партизан-коммунисты күрергә, дошман булараҡ, тыныс совет граждандарын үлтерергә тейеш”.

Ренатус күрһәтмәләренән (VII. 1949):

“Жандармдар командаһында Сталин ҡалаһына килгәс, офицерҙар кәңәшмәһендә ҡатнаштым. Кәңәшмәлә команда начальнигы подполковник Ганцог беҙгә беренсе сиратта коммунистарҙы, йәһүдтәрҙе һәм совет активистарын ҡулға алырға ҡушты. Улар юҡ ителергә тейеш. Краснодонда немец жандармерияһы начальнигы булып эшләгәндә ошо директиваны үтәнем...”

Полицай Лукьянов күрһәтмәләренән (11.XI. 1947):

“Мин совет патриоттарын язалауҙа беренсе мәртәбә 1942 йылдың сентябрь аҙағында Кроснодондағы ҡала паркында ҡатнаштым. Төндә Краснодон полицияһына офицер Козак етәкселегендә немец жандармдары төркөмө автомашиналарҙа килде. Соликовский һәм Орлов менән әҙерәк һөйләшкәс, алдан әҙерләнгән исемлек буйынса әсирҙәрҙе камераларҙан сығарырға тотондолар. Утыҙҙан ашыу кеше, нигеҙҙә, коммунистар һайлап алынды... Әсирҙәргә Ворошиловградҡа алып барабыҙ, тип иғлан иткәс, уларҙы паркка килтерҙеләр. Бишәрләп ҡулдарынан бәйләгәс, соҡор янына алып барҙылар, аттылар. Иҫән ҡалғандарын жандармдар яңынан атты. Тиҙҙән был эш уларҙы туйҙырҙы, тере килеш күмергә ҡуштылар...”

Район полицияһы тәфтишсеһе Черенков, немецтарҙың махсус органдары агенты Гурий Фадеев, Равеньки район полицияһы начальнигы Орлов, полицайҙар һәм жандармдар Бауткин, Давиденко, Гейтс, Шульц, Колотович һәм башҡаларҙың күрһәтмәләре... Уларҙың барыһында ла йәш гвардеецтарҙы ҡулға алыу, мыҫҡыл итеү, йыртҡыстарса ғазаплау, үлтереү...

Хыянатсылар кемдәр?

“Йәш гвардия” тарихы менән бәйле тағы бер уйҙырма. Ҡаланы азат иткәс тә яҙылған романда подпольеның һәләкәткә осрауы хыянат менән аңлатыла. Ошаҡсыларҙың исемдәре атала: Стахович, Вырикова, Лядская һәм Полянская.

Яҙыусы хыянатсыларҙы ҡайҙан алған һуң? Эш шунда: штабтың өс вәкилен ҡулға алғас, немецтар Виктор Третьякевич “яуап алғанда ватылды” тигән һүҙ тарата. Китап өҫтөндә эшләгәндә Олег Кошевойҙың әсәһендә йәшәгән А. Фадеев, йәнәһе, яҙыу алған, унда берәү ошаҡсыларҙы атаған.

Версия ҡәнәғәтләнерлек түгел. А. Фадеев китапты тиҙ арала яҙған, ул хатта күпселек йәш гвардеецтарҙың яҡындары менән дә осрашырға өлгөрмәй. Һуңынан уға бының өсөн үпкә белдерәләр. Ә бит йәш гвардеецтарҙың ата-әсәләре улдарының һәм ҡыҙҙарының йәшерен эшмәкәрлеген белгән, уларға типографияны йыһазландырыуҙа, ҡорал, радиоалғыс һаҡлауҙа, дарыуҙар йыйыуҙа, листовкалар, ҡыҙыл флагтар әҙерләүҙә ярҙамлашҡан.

Яҙыу һаҡланмаған, бәлки, шуға күрәлер тикшеренеүселәр уның авторын әле булһа асыҡлай алмайҙыр. Уның ҡарауы, оҙаҡ йылдар Краснодонда романда Стахович исеме аҫтында Виктор Третьякович йәшеренгән, тигән һүҙҙәр йөрөй. 1990 йылға тиклем Третьяковичтар ғаиләһен “хыянатсылар нәҫеле” тип йөрөтәләр. Улар оҙаҡ йылдар Викторҙың ғәйепһеҙлеге хаҡында шаһиттар күрһәтмәләре һәм документтар йыя.

Ольга Лядская – реаль кеше. Немецтар ҡулына барып ҡапҡанда ҡыҙға ни бары 17 йәш була. Һылыуға интим осрашыуҙар өсөн айырым кабинеты булған полиция начальнигы урынбаҫары Захаровтың күҙе төшә. Бер нисә көндән әсәһе көмөшкә һәм йылы әйберҙәр биреп, ҡыҙҙы ҡотҡара. Ләкин Ольгала “полицай һөйәркәһе” тигән тамға йәбешеп ҡала. Полицай уны, әгәр миңә кире килмәһәң, аҫам, тип ҡурҡыта, күршеләре язалаусы менән бәйләнештә торған өсөн шелтәләй, ҡыҙ хатта өйҙән сығырға ла ҡурҡа. Люба Шевцова яуап алыуҙарҙың береһендә: “Мин һеҙгә Лядская түгел”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер.

Краснодон азат ителгәс, Ольга башта полицайҙарҙың аяуһыҙлығы тураһында эш буйынса шаһит була, ләкин аҙаҡ СМЕРШ тәфтишсеһенә ҡулға алынған йәш гвардеецтарға күҙләштереүгә йөрөттөләр, тип һөйләй. “Шундай кешене беләһеңме?” – тип һорайҙар. Тиҫтерҙәрен ныҡ ғазаплауҙарын күргәс, ул кем менәндер мәктәптә уҡыуы, кем менәндер ансамблдә бейеүе, кем менәндер Пионерҙар йортонда планер яһауҙары хаҡында һөйләй... Подполье тураһында Лядская, йәнәһе, бер нәмә лә һөйләмәгән, сөнки уның хаҡында белмәгән. Шулай ҙа тикшереү материалдарында Ольганың баҫҡынсылар һәм полицайҙар менән хеҙмәттәшлек итеүе тураһында ҡултамғаһы ҡуйылған таныуы бар. Барыһынан элек, Захаров тарафынан ихтыяры һындырылған ҡыҙ полицайҙың һөйәркәһе булған өсөн Себергә ебәрерҙәр тип иҫәпләгәндер. Бер нисә йыл хурлыҡтан алыҫта йәшәү уға насар булып тойолмағандыр... Һөҙөмтәлә Ольга ун йылға Сталин лагерҙарына хөкөм ителә...

“Йәш гвардия” романы донъя күргәс, “Лядскаяның хыянаты” тураһында эш тергеҙелә, күрһәтмә суд әҙерләнә. Дөрөҫ, суд булмай: Ольга туберкулез менән ауырый, азат ителә, ә “китаптағы” иҫбатлауҙар совет судына аҙ булып тойола. Ул һауыға, институтта уҡый, кейәүгә сыға, ир бала таба... Аҙаҡ Ольга Лядская прокуратура аша эште ҡабаттан тикшертә. Материалдарҙы ентекләп тикшергәс, йәш гвардеецтарҙың хыянаты тураһында бөтә ғәйепләүҙәр алып ташлана.

“Партизандар бандаһы” менән бәйләнеш тотмаусы булараҡ полициянан ебәрелгән Зина Вырикова менән Серафима Полянская Бөгөлмәлә һөргәндә була. СМЕРШ уларҙы А. Фадеевтың китабы сыҡмаҫ борон ҡулға ала. Һуңынан Зинаида Вырикова ла тормошҡа сыға, фамилияһын алыштыра, икенсе ҡалаға күсә, ләкин һуңғы көндәренә тиклем миндә “хыянатсы” танып, ҡулға алырҙар, тип ҡурҡып йәшәй... Әйткәндәй, Зина ла, Сима ла йәш гвардеецтарҙан берәүҙе лә һата алмай – уларҙың подполье тураһындағы хәбәре “листовкаларҙы беҙҙең мәктәп малайҙары тарата” тигән һүҙҙәрҙән уҙмай.

Фашист төрмәһендә һәләк булған “немец ялағайы” исеме тағылған Витя Третьякевич өсөн ата-әсәһе сығыш яһай. ВЛКСМ Үҙәк Комитетына тиклем яҙып, дөрөҫлөктө табалар. Һуғыштан һуң 16 йыл уҙғас ҡына йәш гвардеецтарҙы язалаусы иң яуыз палачтарҙың береһе – полицай Василий Подтынный ҡулға алына. Тикшереү барышында ул: “Третьякевичҡа яла яҡтылар”, – тип белдерә. Башҡа партизандарға өлгө күрһәтергә теләнеләр, йәнәһе, лидерығыҙ һөйләй башланы, һеҙгә лә телегеҙҙе сисергә ваҡыт! Судтан һуң полицай өҫтөнән ойошторолған махсус дәүләт комиссияһы Виктор Третьякевичтың яуыз ниәт менән яла яғылған ҡорбан икәнен асыҡлай, ә реаль хыянатсы – ойошма ағзаларының береһе Геннадий Почепцов.

Иҫән ҡалған подпольщик В. Левашов улының ҡайҙа йәшеренеп ятҡанын асыҡлар өсөн атаһын өс тапҡыр ҡулға алыуҙарын раҫлай. Третьякевич менән бер камерала ултырған өлкән Левашов уны яуап алыуҙан имгәтеп килтереүҙәрен күрә, Левашовтың атаһы фекеренсә, Виктор барыбер “ватылмай”.

Әйткәндәй, яла яғыуҙан һуң өс көн үткәс, полициянан ебәрелгән Геннадий Почепцовтың яҙмышы аяныслы, ләкин ғәҙел була: Ҡыҙыл Армия Краснодон ҡалаһын азат иткәс, Гена Почепцов, шулай уҡ полиция агенттары Громов һәм Кулешов судҡа эләгә.

“Йәш гвардия” хыянатсылары эше буйынса тикшереү биш ай бара. 1943 йылдың 1 авгусында ғәйепләү һөҙөмтәһе сығарыла. Уның менән танышҡас, Почепцов: “Ғәйептәремде тулыһынса таныйым, йәшерен ойошманың ағзаһы булып торғанда унда ҡатнашыусыларҙы полицияға еткерҙем, ойошма етәкселәрен атаным, күпме ҡорал барлығын әйттем”.

Украинаның дәүләт именлеге халыҡ комиссариатының оператив төркөмө начальнигы, полполковник Бондаренко ғәйепләү һөҙөмтәһен раҫлағас, Почепцовты һәм уның үгәй атаһын ғәйепләү буйынса эш Ворошиловгард (хәҙер Луганск) өлкәһенең НКВД ғәскәрҙәренең Хәрби трибуналы тарафынан ҡарала. Күсмә ултырыш Краснодонда 1943 йылдың 15 – 18 авгусында уҙа. Громов элекке күрһәтмәләренә ҡаршы төшөп, үгәй улына подпольщиктарҙы һатырға кәңәш итмәнем, тип раҫларға керешкәс, һуңғыһы һүҙ һорай һәм былай ти: “Громов дөрөҫ һөйләмәй, ул миңә йәштәр ойошмаһы ағзаларына полицияға ғариза бирергә кәңәш итте, бының менән үҙеңдең дә, ғаиләңдең дә ғүмерен ҡотҡарасаҡһың, тине, был мәсьәлә буйынса беҙ уның менән бер ваҡытта ла бәхәсләшмәнек”. Үҙенең һуңғы һүҙендә Почепцов, судҡа мөрәжәғәт итеп: “Мин ғәйепле, мин Ватан алдында енәйәт ҡылдым, иптәштәремде һаттым, мине закон ҡушҡанса хөкөм итегеҙ”, – ти.

Громов менән Почепцовтың Ватанға хыянат итеүҙәге ғәйептәрен танып, Хәрби трибунал уларҙы иң юғары язаға – атырға хөкөм итә.

1943 йылдың 9 сентябрендә НКВД ғәскәрҙәренең Хәрби трибуналы привогоры тураһындағы мәсьәлә Көньяҡ-Көнбайыш фронтының Хәрби советында тикшерелә. Фронт командующийы, армия генералы Р. Я. Малиновский приговорҙы раҫлай һәм язаны енәйәт ҡылынған урында халыҡ алдында башҡарырға ҡуша.

Хәрби трибунал привогоры менән танышҡас, Громов һәм Почепцов ярлаҡау тураһында үтенес менән СССР Юғары Советы Президиумына мөрәжәғәт итә. Почепцов былай яҙа: “Трибуналдың приговорын дөрөҫ тип иҫәпләйем: мин подпольелағы йәштәр ойошмаһында ағза булып торғанда, үҙемдең һәм ғаиләмдең ғүмерен ҡотҡарып, полицияға ғариза бирҙем. Ғаризам тейешле роль уйнаманы, сөнки ул ойошма билдәле булғандан һуң яҙылғайны. Шуға күрә Союздың Юғары Советы Президиумынан ғүмеремде һаҡлауын һорайым, мин әле йәшмен. Миңә төшкән ҡара тапты йыуырға мөмкинлек биреүегеҙҙе һорайым. Фронттың алғы һыҙығына ебәреүегеҙҙе үтенәм”.

Шулай ҙа хөкөм ителеүселәрҙең үтенесе кире ҡағыла, Хәрби трибуналдың приговоры 1943 йылдың 19 сентябрендә бойомға ашырыла. Краснодарҙа йәшәүсе, ойошманың тарихын өйрәнеүсе Игорь Чередниченко мәҡәләләренең береһендә атыуға шаһит булған исем атаһының һүҙҙәрен килтерә:

“Громов ҡото алынып, аҡбур һымаҡ, ап-аҡ булып баҫып торҙо. Күҙҙәре тирә-яҡҡа йүгерә, бөгөлөп, хәлдән тайған януарҙай ҡалтырай. Почепцов башта йығылды, уға кешеләр төркөмө ташланды, өҙгөләп ташларға теләнеләр, ләкин һалдаттар һуңғы минутта уны төркөмдән тартып алырға өлгөрҙө. Ә Кулешов машина борты янында башын юғары тотоп баҫып торҙо, әйтерһең дә, был уға ҡағылмай. Ул шулай ғәмһеҙ һәләк булды... Почепцовты хатта үҙ әсәһе атырға теләне, ләкин ул үкһеһә лә, винтовка биреүҙәрен талап итһә лә, уны кемдер тотоп торҙо. Әйткәндәй, уның әсәһе ҡалалағы иң хөрмәтле кеше ине. Ул барыһына ла иң арзан хаҡҡа кейем текте, берәүҙе лә кире ҡаҡманы”.

Ун ете йылдан һуң хәҡиҡәт тантана итә. СССР Юғары Советы Президиумы 1960 йылдың 13 декабрендәге Указы менән Виктор Третьякевичты аҡлай, үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләй. Уның исеме “Йәш гвардия”ның башҡа геройҙары менән бергә бөтә рәсми документтарға индерелә башлай.

Викторҙың әсәһе Анна Иосифовна һуңғы һулышына тиклем өҫтөнән ҡара матәм кейемен һалмай, ул үҙенә улының орденын тапшырғанда Ворошиловгардта тантаналы йыйылыш президиумы алдында тора. Шығырым тулы зал, аяҡ үрә баҫып, уға ҡул саба. Анна Иосифовна үҙенә бүләкте тапшырған кешегә бер генә үтенес менән мөрәжәғәт итә: был көндәрҙә ҡалала “Йәш гвардия” фильмын күрһәтмәһәгеҙ икән...

Бына шулай тағы бер уйҙырма юҡҡа сығарыла. Ә батырлыҡ быуаттарға ҡала...

Һаташыу

1943 йылдың сентябрендә Украина Компартияһы Үҙәк Комитеты секретары Никита Хрущев асыҡланған мәғлүмәттәр нигеҙендә “Йәш гвардия” эшмәкәрлеге тураһында Сталинға доклад яҙа. Артабан Хрущев Олег Кошевойға, Иван Земнуховҡа, Сергей Тюленинға, Ульяна Громоваға, Любовь Шевцоваға (үлгәндән һуң) Советтар Союзы Геройы исеме бирергә, 44 йәш гвардеецты (37-һе үлгәндән һуң) ССР Союзы ордендары менән бүләкләргә тәҡдим итә. Тәҡдимде Сталин хуплай, 13 сентябрҙә Указ баҫылып сыға.

Сталинға китапта йәштәрҙең өлкән иптәштәре – коммунистарһыҙ эш итеүе оҡшамай. Һөҙөмтәлә китаптың 1951 йылда донъя күргән версияһында Кошевойға һәм уның иптәштәренә аҡыллы партия ағзалары етәкселек итә. Ғәмәлдә иһә былай булмай. Егеттәр подполье эшендә әлепте таяҡ тип белмәй, нисек кәрәк тип тапһалар, шулай эшләйҙәр. Бындай шарттарҙа дошмандар ҡулына элегеү оҙаҡ түгел. Олег Кошевойҙың нисек үлеүен иҫкә төшөрөү ҙә етә. Уны Краснодонда тота алмайҙар, ләкин үҙе уйлағанса, фронт һыҙығын үтә алмай. Уны Ровеньки ҡалаһынан алыҫ түгел ялан жандармерияһы тота. Кошевойҙы йөҙгә танымайҙар, ул фаш ителеүҙән ҡаса ла алыр ине, тик профессиональ разведчик өсөн бөтөнләй ярамаған хата ебәрә. Тентегәндә уның кейеменә тегелгән комсомол билеты, шулай уҡ “Йәш гвардия” ағзаһы икәнен раҫлаусы бер нисә документ табыла. Бындай хәлдә комсомол билетын һаҡларға теләү – аҡылһыҙлыҡ, ҡурҡыныс янаусы малайҙарса ҡылыҡ. Ләкин Олег малайлыҡтан сығып бөтмәгән әле, ни бары 16 йәштә...

Ул үҙенең һуңғы сәғәтен сабыр һәм батырҙарса ҡаршы ала. Жандарм Шульц күрһәтмәләренән: “Ғинуар аҙағында мин подпольелағы комсомол ойошмаһы ағзаларын атыуҙа ҡатнаштым, улар араһында ойошманың етәксеһе Кошевой айырыуса ныҡ иҫтә ҡалған. Атҡандан һуң бөтә әсирҙәр ҙә ергә ҡолап, ҡымшанмай ятты, Кошевой ғына күтәрелә биреп, боролоп, беҙҙең яҡҡа ҡараны. Был Фроммены ныҡ асыуландырҙы, ул Древитцҡа Олегты юҡ итергә приказ бирҙе. Древитц ерҙә ятҡан Кошевой янына килеп, елкәһенә атты...”

Уның иптәштәре лә батырҙарса үлә. Яуап алғанда Древитц Люба Шевцованан һуңғы минуттары хаҡында һөйләй: “Шевцова минең иғтибарымды тышҡы ҡиәфәте менән йәлеп итте. Зифа буйлы, оҙонса битле. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙен ҡыйыу тотто. Мин Шевцованы атырға соҡор янына алып барҙым. Ул мәрхәмәт һорап бер һүҙ ҙә әйтмәне, үлемде башын юғары тотоп ҡабул итте”.

“Һуңынан һеҙҙән ярлаҡау һорар өсөн ойошмаға инмәнем; бик аҙ эшләп өлгөргәнебеҙ өсөн генә үкенәм”, – ти нацист тәфтишсенең йөҙөнә ҡарап Ульяна Громова.

Бойондороҡһоҙ Украина йылдарында “Йәш гвардия”ға яңы бәлә ябырыла – көтмәгәндә уны... украин милләтселәренең подпольелағы ойошмаһы тип иғлан итәләр. Был версияны бөтә тарихсылар ҙа һаташыу тип атаны. Әйтергә кәрәк, хәҙерге Рәсәй – Украина сигендә йәнәшә торған Краснодон ҡалаһы бер ваҡытта ла милләтселәр позицияһы көслө булған биләмәгә ҡараманы. “Һаташыуҙың” авторы – АҠШ гражданы Евгений Стахов. Бандеровсылар хәрәкәте ветераны 1990 йылдар башында Донбасста милләтселәрҙең подпольеһын ойоштороусы булараҡ интервью бирә башланы, уға “Йәш гвардия”ны ла “ҡушты”. Стаховтың асыштары реаль факттар менән кире ҡағылды, уларҙы 1990 йылдарға тиклем йәшәгән йәш гвардеецтар ҙа инҡар итте. Шулай ҙа әлегә ҡәҙәр Украинала, шулай уҡ Рәсәйҙә йыш ҡына “Йәш гвардия”ның “бандеровсылар эҙе” тураһында ишетергә мөмкин әле. “Евромайҙан”дан һуң Украинала Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының иҫтәлеген мыҫҡыл итеү ҡәғиҙәгә инде.

Йәш гвардеецтар бәхетле – Краснодон ҡалаһы Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә, бында ғүмерҙәрен Ватан өсөн фиҙа ҡылыусы патриоттар иҫтәлеге элеккесә изге.

Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас