Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
1 Ноябрь 2021, 09:00

Селтәрле ҡоймаҡ

Бик тәмле итеп бешә...

Селтәрле ҡоймаҡ

Яҡындарығыҙҙы йоҡа ғына, селтәрле ҡоймаҡ менән һыйлағығыҙ килһә, рецептын төркөмдәштәргә лә тәҡдим итәбеҙ.

 
0,7 литр йылымыс һыуға ярты ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 аш ҡалағын тултырмай ғына ҡамыр күперткес (дрожжи), 1 йомортҡа, самалап он һалып бутарға. Ҡамыр шыйыҡ килеп сыға. Артабан уны 15-20 минутҡа йылы урынға ултыртып торорға. Һуңынан семтем генә соданы уксуста һүндереп ҡамырға һалып болғатырға. Шунда уҡ ҡоймаҡты ҡоя башларға.
 
Бик тәмле итеп бешә.
 
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
 
Гөлнора Йәмилева
Селтәрле ҡоймаҡ
Селтәрле ҡоймаҡ
Автор:
Читайте нас