Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
2 Ноябрь 2021, 08:00

Төшкө ашҡа бынамын тигән тәмлекәс

Минең кеүек ялҡауҙарға әп-рәхәт ҡамыр:Бәпес тәне кеүек йомшаҡ ҡына, наҙлы ғына була үҙе)) Ышанмаһағыҙ, тупылдатып һөйөп ҡарарһығыҙ))

Минең кеүек ялҡауҙарға әп-рәхәт ҡамыр:
Бәпес тәне кеүек йомшаҡ ҡына, наҙлы ғына була үҙе)) Ышанмаһағыҙ, тупылдатып һөйөп ҡарарһығыҙ))

Ҡамыр: 05 банка йылы һыу (һөт һалһағыҙ ишеү шәп) +1 стакан көнбағыш майы + 3 ҡалаҡтай майонез + самалап тоҙ (1 балғалаҡ тирәһе) + он = йомшаҡ ҡына итеп баҫабыҙ.
Бер ниндәй әсетке лә, сода ла кәркмәй.

Эслек: тауыҡ ите йә фарш + бәрәңге + ҡаҙ майы (булмаһа ла ярай) + һуған + тоҙ + борос = ваҡ ҡына турап, бөтәһен бергә болғайбыҙ.

Өсмөйөш итәһегеҙме, дүртмөйөшмө, түңәрәкме - ҡалайтһағыҙ ҙа шәп, хатта ҙур бәлешкә лә ярай!

180 градуслы мейестә 50 минуттай бешерергә.
Ҡамыры һөттән булһа, үҙе йомшаҡ, үҙе кетерләп кенә торған тәмлекәс килеп сыға!

Ғаиләгеҙ ҙур түгел икән, самаларын әҙәйтегеҙ. Мин, ғәҙәттә, күп бешерәм. Ҡайным әйтмешләй: "Беҙҙең килен мул ҡуллы, бер тауыҡты биш һала"😆😆😆.
Светлана Сөләймәнова.
 
Төшкө ашҡа бынамын тигән тәмлекәс
Төшкө ашҡа бынамын тигән тәмлекәс
Автор:
Читайте нас