Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
3 Ноябрь 2021, 02:20

Аптыраҡ

Әммә әле һаман  шуларҙың  береһе лә халыҡҡа етмәүенә ғәжәп итерлек. Уйлап-уйлап ҡарайым да, һис кенә лә башыма һыймай. Фатирһыҙ йөрөгәндәр донъя, балалар баҡсаһына һыу оҙонлоғо сират, дауаханаларҙа урын юҡ. Аптыраҡ! Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

АптыраҡАптыраҡ
Аптыраҡ

Башым етмәй…

Һай, шәп тә инде үҙебеҙ! Эшләйбеҙ! Ҡыйратабыҙ ғына. Быға айырыуса тантаналар ваҡытында, йыл һайын башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһағанда инанабыҙ. 

–Уңыштар тос…

– Былтырғыға ҡарағанда шунса-шунса фатир күберәк төҙөлдө.

– Балалар баҡсалары ла.

– Дауаханалар, поликлиникалар ҙа артығыраҡ.

- Сәсәбеҙ, урабыҙ.

- Мал һаны ишәйгәндән-ишәйә.

-Тик халыҡтың кәмеүе генә хәүефкә һала.

Һәммәһе лә артығы менән! Йылдан-йыл шулай. Әллә шәп, әллә шәп булмағандарҙы  маҡтайбыҙ, бүләктәр тапшырабыҙ, бәғзеләренә маҡтаулы исемдәр тәтей, икенселәре миҙал, орден алып ҡыуана.  

Әммә әле һаман  шуларҙың  береһе лә халыҡҡа етмәүенә ғәжәп итерлек. Уйлап-уйлап ҡарайым да, һис кенә лә башыма һыймай. Фатирһыҙ йөрөгәндәр донъя, балалар баҡсаһына һыу оҙонлоғо сират, дауаханаларҙа урын юҡ. Аптыраҡ! Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас