Шоңҡар
-1 °С
Облачно
Новости
3 Ноября 2021, 13:00

Яҙыусының ҡыҙы вафат булған

Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай сабырлыҡ бирһен һеҙгә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙыусының ҡыҙы вафат булғанЯҙыусының ҡыҙы вафат булған
Яҙыусының ҡыҙы вафат булған

Яҙыусы Яныбай Хамматовтың ҡыҙы Гүзәл Хамматова арабыҙҙан китте. 

 Гүзәл Яныбай ҡыҙы 1953 йылдың 28 октябрендә тыуа. 1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Артабан Башҡортостан дәүләт педагогия институтында, ә 1988—2008 йылдарҙа Өфө юридик институтында уҡыта.

Атаһының «Хәсрәтле бала саҡ» (2002), «Салауат батыр» (2004), «Ағиҙел Иҙелгә ҡоя» (2007) һәм башҡа романдарын, Р.Т. Бикбаевтың «Рәми» (2008) китабын, Ф.Ә. Исхаҡова, Б.Ноғоманов, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ә. Әхмәтшин, Г.М. Яҡупова, Л.М. Яҡшыбаева һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итә.

 

Гүзәл Яныбай ҡыҙының 50 тирәһе фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәте бар. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас