Хәйерле көн барығыҙға ла , ниһайәт һеҙҙең түҙемһеҙлек менән көтөп алған Королевская ватрушка рецебын яҙып үтәм , рәхим итегеҙ , үҙем нисек бешерҙем шулай яҙам :
Ҡамыр өсөн :
- 1 стакан иләнгән он (200-250 г)
- ярты стакан шәкәр ҡомо (100 г)
- 100 г аҡ май (сливочное масло , маргарин да мөмкин)
- 1 пакетик ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель , 10 г)
Эслеге өсөн (начинка) :
- 500 г эремсек (творог)
- 2 йомортҡа
- ярты стакан шәкәр ҡомо (100 г )
- 1 пакетик ванилин
- бер ус йыуылған йөҙөм (100 г)
- 1 аш ҡалағы крахмал (һалмаҫҡа ла мөмкин)
Ошоларҙың барыһын да (йөҙөмдән башҡа) блендер аша иҙергә , мөмкин вилка менән дә тигеҙләп иҙеп сығырға.
Крем : 250 г кибет ҡаймағы, 20%
150 г ҡуйыртылған һөт (сгущёнка
Мин яҡынса самалап һалдым барыһын да.
Ҡамыр әҙерләнә : онға шәкәр , разрыхлитель ҡушып болғарға һәм һыуытҡыстан аҡ майҙы һалып тәүҙә бысаҡ менән турап сығырға , арбанан ҡул менән ыуалап ыуалып торған масса эшләргә , мөмкин майҙы ҡырғыс аша ла ҡырып һалырға. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә , 24 см диаметр формала пергамент ҡағыҙ киҫеп һалып , иң аҫтына ҡамырҙы ҡалаҡлап һалып сығырға , эремсекте һалып тигеҙләргә , йөҙөмдө бөртөкләп һибеп сығырға һәм ҡалған ҡамырҙы һалырға. 180-200 °ҡыҙыулыҡтағы мейестә 25-30 минут эсендә бешереп алырға , өҫтө матур төҫкә ингәнсе бешерергә. Ватрушка бешеп сығыуға эҫе көйөнә генә өҫтөнә крем һөртөп сығырға (сгущёнка менән ҡаймаҡ), крем өҫтөнә иретелгән шоколад тамыҙып сыбыҡ менән һыҙып семәрләргә . Ватрушка шул көйө ултырып һыуынырға тейеш , артабан һыуытҡысҡа ҡуйып тағы ла нығыраҡ һыуытып алырға , киҫеүгә бик уңайлы була.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын , һеҙҙе ихтирам итеп ҡалыусы Гөлгенә Байегетова