Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
4 Ноябрь 2021, 12:35

"Земфира Байбулдина һеҙҙең ҡыҙығыҙ түгел икән?"

Баҡтиһәң, хәл былай була...

"Земфира Байбулдина һеҙҙең ҡыҙығыҙ түгел икән?""Земфира Байбулдина һеҙҙең ҡыҙығыҙ түгел икән?"
"Земфира Байбулдина һеҙҙең ҡыҙығыҙ түгел икән?"

Ишеткәнегеҙ барҙыр, яратҡан артисыбыҙ, хәҙер инде блогер булараҡ та танылған Земфира Байбулдинаға “Зәкиевна” тип мөрәжәғәт итәләр. Ә тыуған ауылында уның атаһын барыһы ла Миңнур тип белә.

Земфираның йондоҙ булып ҡабынған сағы. Уның хаҡында “Аҙна” гәзитендә мәҡәлә баҫылып сыға. Билдәле, унда Зәки ҡыҙы тип яҙалар.  Ауылда иһә ҡайһы бер кешеләр аптырауға ҡала. Тимәк, Земфираның атаһы Миңнур түгел. Ахырҙа бер егет түҙмәй: “Миңнур ағай, Земфира һеҙҙең ҡыҙығыҙ түгел икән” - тимәһенме!

Баҡтиһәң, хәл былай була. Кескәй Зәкиҙең әсәһе Красноусолға, Табынға муйыл һата йөрөй. Әлбиттә, һигеҙ айлыҡ ҡына сабыйын да күтәреп йөрөтә. Көндәрҙең берһендә мәрйәләр шалҡан кеүек ап-аҡ матур сабыйға, ҡалай  матур ҙа ҡалай матур, тип иҫе китә. Күп тә үтмәй баланы шаҙра ҡаплай, битенә әллә ниндәй таптар сыға. Ни эшләргә белмәгән әсәй муллаға бара. Мулла иһә, балаға күҙ тейгән, исемен үҙгәртергә кәрәк, Миңнур, тип ҡушырға кәрәк, тип өшкөрә. Шунан һуң сабыйҙың битен ҡаплаған миң таралып юҡҡа сыға. Ә документта  бала Зәки исемле булһа ла, ғаиләлә, ауылда Миңнур булып китә.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас