Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
6 Ноябрь 2021, 07:20

Алина балалар йортонан булып сыҡты...

Сит бала өсөн яуаплылыҡ алырға күптәрҙең хәленән килмәй икән шул...

Алина балалар йортонан булып сыҡты...Алина балалар йортонан булып сыҡты...
Алина балалар йортонан булып сыҡты...

Осраҡлы хәл булмай, тиҙәр... Мин тормошта бер-береһенә оҡшаш ике төрлө хәлгә тап булдым. Яҙмыш тарафынан яҙылған билдә, һынау булдымы – бер ҙә аңламайым.
Бер йыл элек 3 йәшлек улым менән балалар дауаханаһында ятырға тура килде. Алты кешелек ябай палатаға эләктек. Минең кеүек балалары менән ятыусы әсәйҙәр ҙә бар. Улар ауырыу балаларынан ситкә китмәйҙәр, йөрәк емештәренең барлыҡ теләктәрен үтәйҙәр, баштарынан һыйпайҙар, һөйөү һүҙҙәре әйтәләр, татлы ризыҡтар ашаталар, китаптар уҡыйҙар.

Дауаханаға ятыуыбыҙға өс көн булды тигәндә, ҡаршылағы урын бушап, 9 йәштәрҙәге ҡыҙҙы һалдылар. Ул башҡа балаларҙан айырылып тора: уйсан йөҙлө, ябыҡ кәүҙәле. Ҡыҙ башта палаталағыларҙы күҙәтеп ятты. Башҡа балалар шау-шыу килгәндә лә урынынан торманы. Бөкләнгән көйө диуарға төбәлгән килеш ята бирҙе. Бер уйлаһаң, ауырыу баланың карауатынан тормай ятыуы ғәҙәти күренеш кеүек: организм хәл йыя, көс-хәл менән һауыға. Хәҙер беләм: был – яңғыҙлыҡ картинаһы булған икән. Атай-әсәйең булмау, туғандарыңа кәрәкмәү. Иң аянысы – бала күңеле быны тоя, ләкин яҙмышты үҙгәртә алмай. Ҡыҙҙың янына табип менән шәфҡәт туташтарынан башҡа бер кем дә килмәй, күстәнәс ҡалдырыусылар ҙа юҡ.
Мин, баланың күңелен йыуатырға, һөйләштерергә теләп, яғымлы һүҙҙәремде йәлләмәнем. Татлы ризыҡтарҙан ауыҙ иттерәһем килде.
Алина балалар йортонан булып сыҡты. Әсәй эскесе булғанға, 5 йәшлек ҡыҙҙы һеңлеһе менән пансионатҡа урнаштырылғандар. Ҡыҙ тыуған йортона бик һағына. Алинаның күҙҙәрендә йәш күрмәнем мин, әллә ниндәй бер бушлыҡ ҡына тойҙом. Ул кешегә бик етди ҡарай. Көлмәй, шаярмай. Бала психикаһы организмды травманан һаҡлау өсөн резервтарҙы уятҡандыр: күңеле ташҡа әүерелгән. Бындай осраҡта йөрәккә хәсрәт үтмәй, күңел ҡата: кеше шатлана ла, борсола ла алмай башлай...
Алина иртә менән карауатын  тип-тигеҙ итеп, бер тәртиптә йыйып һала. Тәрбиәселәре бик талапсан булһа кәрәк, ултырғанда бик төҙ ултыра, табип палатаға кергәс, команда көткән кеүек тороп баҫа.
Әлбиттә, хөкүмәт бындай балаларҙы ҡарай, тәрбиәләй, белем бирә. Ләкин Алина менән аралашыу минең 20 йыл элек булып үткән ваҡиғаны күңелемдә яңыртты.
90-сы йылдарҙа беҙҙең ғаиләгә хат килеп төштө. Уны атай ҡысҡырып уҡыған ине. Был хатты балалар йорто директоры яҙып ебәргән булып сыҡты. Атайҙың башҡа ҡалала тороусы туғаны үлеп, 9 йәшлек ҡыҙы балалар йортона эләкте. Баланы тәрбиәгә алыуҙы һорап, директор хат юллаған икән.
90-сы йылдар. Атай менән әсәй эшләһәләр лә, хеҙмәт хаҡтары түбән ине. Ике бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ. Атай директор исеменә, баланы ала алмаясаҡтарын әйтеп, хат яҙып һалды.
Бына хәҙер 20 йыл уҙғас, яҙмыш мине тағы шундай хәл менән осраштырҙы. Был юлы инде мин кейәүҙә, ике бала тәрбиәләп үҫтерәм. Ҡаршымда – балалар йортонда тәрбиәләнеүсе 9 йәшлек ҡыҙ.
Дауахананан терелеп сыҡҡас та, Алина янына балалар йортона барғылап торҙом. Күстәнәстәр алып барҙым.
Бәлки, был яҙманы уҡығас, кешеләр минән дә, атайҙан да ғәйеп эҙләй башлар. «Ниндәй маҡсат менән тәрбиәгә алманығыҙ?» – тиерҙәр. Ундайҙарға яуап итеп: «Үҙегеҙ балалар йортонан ни өсөн тәрбиәгә бала алмайһығыҙ һуң?» – тиер инем. Йә әйтегеҙ, кемдең һуңғы тапҡыр ҡарттар, балалар йортонда булғаны бар? Кешене хөкөм итеү еңел.
Сит бала өсөн яуаплылыҡ алырға күптәрҙең хәленән килмәй икән шул...

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас