

Рәзилә Ырыҫҡужина
Миҙгеленә күрә айырым кешеләр хаҡында яҙғы килә. Ундайҙар асылы менән гүзәллеккә ынтылып йәшәй: һәр матурлыҡҡа йәм өҫтәй. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында һәр ваҡыт үҙҙәре менән йәй йөрөтөүсе актерҙар бар. Улар янында йылы, яҡты, рәхәт. Хатта күңел төшкән мәлдәрҙә лә улар менән аралашһаң – үҙеңдә еңеллек тоя башлайһың. Ана шундайҙарҙың береһе – Гүзәл Әйүпова.
Ғәҙәттә, ҡалала тыуып-үҫкәндәр ауыл кешеләренән бер аҙ һалҡынлығы, ауыр тәбиғәте менән айырылыусан. Барыһы ла тәрбиәнән килә икән: Гүзәлде үҙаллы итеп үҫтерәләр. Хатта, ҡайһы ваҡыт уға ҡарата үтә талапсаныраҡ та булғандарҙыр. Ҡул эше нескәлектәренә әсәһенән өйрәнеп, холҡонда сабырлыҡ тәрбиәләнгәнен Гүзәл Әйүпова актриса булғас ҡына һиҙеп ҡала. Сөнки актер һөнәре ныҡышмалыҡ, сыҙамлыҡ талап итә. Уға тиклем музыкаль мәктәп, сәнғәт училищеһы һәм институты йылдары бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, театрҙағы эшмәкәрлек өсөн яйлап һалынған баҫҡыс ҡына. Юҡ, уға бала сағынан театрға һөйөү уятмағандар, театрға йөрөмәгән дә, сәхнә менән һоҡланыу ҙа булмаған. Музыкаль мәктәптең ыҫпай ғына кейенгән, үҙҙәрен тейешенсә ипле тотҡан уҡытыусыларына таң ҡалып, бәләкәй ҡыҙыҡай ҙа шулар һымаҡ уҡытыусы булырға хыялланған ғына. Училищеның өсөнсө курсын тамамлағас, Гүзәл аптырап ҡала: эйе, балаларға музыкаль белем бирер, билдәле музыканттар тәрбиәләр, рәхмәт һүҙҙәре ишетер... Әммә уҡытыусы ултырғысына нисек ултырған, шул килеш ултырып ҡалырмы? Уның күңеле бүтәнсәрәк хәрәкәт һорай башлай. Ни эшләргә һуң? Бер ваҡытта ла башҡорт телендә аралашмаған ҡала балаһы театр факультетының башҡорт бүлегенә, Таңсулпан Бабичева төркөмөнә йырлап барып инә. Әммә уҡый башлағас, башҡорт теленә айырыуса баҫым яһарға кәрәклеген яҡшы аңлай. Сөнки ул әле уҡытыусылары Суфия Ҡорбанғәлиеваның да, Таңсулпан Бабичеваның да ниндәй актрисалар икәнлеген белмәй. Башҡорт сәхнәһе менән тәү башлап институт эскәмйәһе арҡылы ғына таныша һәм ысынлап башкөллө булып ғашиҡ була. О, Театр!.. Милли йәштәр театры Гүзәлде шунда уҡ актриса итеп ҡабул итә. Әле студент саҡта режиссер Байрас Ибраһимов ҡуйған Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһында уйнап сирҡаныс алған булһа ла, гастролдәргә сығыу тәмен белмәгән йәш актрисаның тормошонда ысын театр тормошона аяҡ баҫыу бер аҙ аптыратып, һиҫкәндереп тә ҡуя. Әммә һайлаған һөнәргә һөйөү бер ҙә үкенес тыуҙырғаны юҡ, ти актриса.
Республикабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры репертуарында балалар һәм өлкәндәр өсөн спектаклдәре менән төрлө быуын тамашасыһын йәлеп итә. Жанр буйынса ла төрлөлөк бар. Шуға ла тамашасы үҙ зауығына тап килерлек әҫәрҙәргә һайлап йөрөй ала. Шәхсән үҙем балаларымды тәүгә театр күрергә ошо сәнғәт усағына алып килеүемә ҡыуанам. Немец драматургы Ультрих Хубтың “Нух кәмәһе” (режиссеры – Мөсәлим Күлбаев) спектаклен ҡарарға насип итте. Мәңгелек боҙ илендә йәшәүсе пингвиндарҙың ғәҙәти көнкүрешенә берсә ҡысҡырып көлөп, берсә иҙрәп ултырғанда, бар тереклеккә тыныслыҡ елпеп йөрөүсе Аҡ күгәрсен сәхнәгә килеп сыҡҡас, тамашасы яңылыҡ өмөт итеп тынып ҡалды. Был яңылыҡ бар донъяның һыу аҫтында ҡаласағы тураһында, әммә йән эйләрен ҡотҡарасаҡ Нух кәмәһе хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Спектаклдәге артабанғы хәл-ваҡиғалар сиселеше ошо ҡош ярҙамы менән башҡарыла. Артыҡ ҡыланыштарға юл ҡуймай, һәр сығыш һайын тамашаға яңы тын өрөүсе геройҙар араһында тап күгәрсен образының ысынлап тыныслыҡ ҡошон иҫбатлаусы икәнлегенә һоҡланыу тойғоһо уятыусы актриса Гүзәл Әйүпова ине. Сәхнәлә алты йыл барған был спектаклдә һәр ваҡыт зал тулы тамашасы килеүе – режиссерҙың, һәр актерың ялҡытмаҫ уйыны уңышы.
Йырсы актер булыу ҙа – ҙур өҫтөнлөк. Тамашасы музыкаль тамашалар һорай. Гүзәл Әйүпова репертуарында йырсы ролдәр бик күп. Һуңғы йылда ғына театр сәхнәһендә барған Мөҙәрис Багаевтың “Аҡса булһа бер муҡса” музыкаль комедияһында – Миңзифа, Мәхәмәтша Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” романтик драмаһында йырсы ҡыҙ Йәмилә ролдәре үҙенең үтә лә моңло, сағыу тауыштары менән спектаклгә йәм бирә. Ысынлап та йыр-моңға маһирҙарға тамашасы тарафынан оло ихтирам һәм һөйөү көслөрәк. Гүзәл Әйүпова театр сәхнәһенән тыш эстрада, халыҡ йырҙарын башҡарып, республика сараларында йыш ҡатнаша.
Гүзәл ғаиләлә берҙән-бер бала булып үҫә. Күп балалылар ғаиләһенә һоҡланып ҡарай. Әле үҙе ике бала әсәһе: ҡыҙы Сөмбөл – рәсем менән мауыға, интернетта үҙ блогы бар, бәләкәй генә фильмдар эшләй. Улы Муса –спорт менән шөғөлләнә. “Балаларым – тормошом биҙәге”, – ти актриса. Ҡошсоҡтарын төрлө яҡлап үҫтерер ижади һәләте, көсө, донъяға ҡарашы Гүзәлдең егәрлелегенә барып тоташа. Нимәгә тотонһа ла, килешле генә килеп сыҡҡандай. Баҡса үҫтереп, донъяһын гөл-сәскәгә күмеп, ошо йәмдән көс, илһам алып йәшәй. Яҡшы кешенең янына ла бит тик яҡшылар ынтылыусан.
Әҙәм балаларын сикһеҙ ялан-ҡырҙа үҫкән төрлө-төрлө сәскәләргә оҡшатам. Тәбиғәт көсөн алып үҫкән гөлдәрҙең дә, кешеләр шикелле үҙенә хас ҡылыҡ-ғәҙәттәре, тәртибе бар. Ана, әллә ҡайҙан тауыш биреп саҡырып ултырған күк Ҡыңғырау, сәскәйҙәрен кеше күҙенә салындырмай ғына бөҙрәләндереп өлгөргән Һарына, яҙ башында үтә ҡыҙыу ғына һарыҡайҙары менән күҙҙәрҙең яуын алып, бер аҙҙан, мамыҡҡайҙары осоп киткәс, яланғас ҡалыусы Бәпембә, һәр яңылыҡты тәүҙән ишетеп һыҙғырыусы ал Кәрешкә, бөхтәлекте үҙ итеүсе Туҡранбаш, ҡаты елгә бирешмәҫ наҙлы Юшан, барыһынан юғарыраҡ, ғорур ҡарашлы Боланут, бейегерәк үләндәр ышығында ғына ғүмер итеүсе ала Миләүшә, тыштан йылмайып, аҫтан киҫеүсе Ҡаразирә, күҙҙәрҙең һушын алыр Ынйы сәскә лә иғтибар йәлеп итмәй ҡалмай. Был гөлләмә Аҡсәскә һәм үтә күҙгә салынып үҫмәгән, әммә бар яҡтан килгән Күгәрсен күҙеһеҙ ҡотһоҙораҡ булыр. Гүзәл Әйүпованы һуңғыһы менән сағыштырһам, бер ҙә арттырыу кеүек ҡабул ителмәҫ. Яланға аҙыҡ эҙләп төшкән ҡоштар Күгәрсен күҙен ҡанаттары менән һыйпап, күҙ нурҙарын йәлләмәйсә һоҡланып үтә, тиҙәр. Һоҡланмаҫлыҡ түгел шул, ҡайсаҡ һиҙелмәй генә ултырһа ла, ҡарар күҙгә күренмәҫ сер йәшеренгәндәй был күндәм сәскәлә.