

Риф Йөҙлөкбай
Айһылыу
4
Айһылыу үлгән тигән хәбәрҙе Рауил иртән ҡатынынан ишетте. Көтөлмәгән был һүҙҙән ҡаушап, ҡурҡып китте. Бөтә тәне ҡалтырап ҡуйҙы. Нимә эшләргә белмәй ғаҙапланды. Үҙенең кисерештәрен ҡатыны алдында һиҙҙермәҫкә тырышты. Ҡатын-ҡыҙ һиҙмәй буламы һуң.
- Нимә һүҙһеҙ ҡалдың, үлемендә һинең дә өлөш бармы?
- Ҡатын, тим, кеше үлгән, ә һин әллә нимәләр һөйләйһең?!
Ҡатыны башҡа һүҙ ҡушманы. Рауилға күңелһеҙ булып китте. Айһылыуҙың үлеменә ышанаһы килмәне. Етмәһә ҡатыны яраға тоҙ һала. Эшкә бараһы килмәне уның. Айһылыуҙы башҡа күрә алмауы уның йөрәген әрнетте. Донъяның йәме бөткәндәй тойолдо. Айһылыуҙың сибәр йөҙөн башҡа күрә алмаясаҡмы ни? Был мөмкин түгел! Ҡатыны дөрөҫ әйтә: уның үлемендә уның да өлөшө барҙыр. Үҙен ғәйепле һананы. Үлеменең сәбәбен белгеһе килде. Хәмиттең эшеме? Ярһып ҡайтып киткәйне бит. Өйөнә саҡлы оҙата бараһы булған икән, тип үкенеп ҡуйҙы. Ашап та тормай, эшенә ашыҡты.
Эштә лә сәбәбен бер кем белмәй ине. Бухгалтерия күңелһеҙләнеп, ҡарайып киткәндәй тойолдо уға. Ҡыҙҙар ҙа һүҙһеҙ генә эшләп ултыралар. Һүҙ башларға береһе лә батырсылыҡ итмәй, күрәһең.
Рауил ҡағыҙҙар аҡтарып ултырған булды. Уның күҙенә бер нимә лә күренмәне. Уның уйында Айһылыу ғына ине. Беренсе осрашҡан көндө иҫенә төшөрҙө. Ул көндө бер ҙә онота алмаҫ ул.
Биш йыл элек бухгалтерияға, әкиәттәрҙә генә яҙылған, киноларҙа ғына күрһәтелгән, үҙенең матурлығы, мөлөйемлеге, ихласлығы менән дан тотҡан батша ҡыҙҙарын хәтерләткән ҡыҙҙың килеп инеүе бөгөнгөләй күҙ алдында уның. Бухгалтерияға кем килеп керһә лә, ҡағыҙҙан башын күтәрмәй һөйләшкән Рауил, был юлы ниндәйҙер көскә буйһонғандай, ишек яғына ҡараны. Ошо йәшенә етеп был тиҡлем сибәр ҡатын-ҡыҙ күргәне юҡ ине уның. Күҙен ҡыҙҙан алалманы. Ә Айһылыу матур итеп иҫәнләште лә Рауил янына атланы.
- Һаумыһығыҙ, Рауил ағай!
Рауил уға ҡарап сихырланғандай, бер ни ҡәҙәр өндәшә алмай торҙо. Һаулыҡ бирергә икәнен дә онотто. Үҙен көскә ҡулға алып, асыла биргән ауыҙын ябып, йыйылған төкөрөгөн йотоп ебәрҙе лә:
- Һаумы, һеңлем. Әйҙә, ултыр. Бухгалтерияға кергән кешегә уның беренсе тапҡыр урын тәҡдим итеүе ине.
- Мин Хәмиттең ҡатыны булам, исемем Айһылыу. Эш булмаҫмы тип килгәйнем. Һөнәрем буйынса – бухгалтер, - тип үҙен таныштырҙы.
- Килен булаһың икән, һәйбәт, бик һәйбәт. Бухгалтер булып эшләгәнегеҙ булдымы?
- Эшләнем.
- Компьютерҙа беләһегеҙме?
- Эшләгәнем булды.
- Компьютер алған инек, эшләй белеүсе кәрәк.
- Ҡасан киләйем?
- Иртәгә үк килә алаһығыҙ. Документтарығыҙҙы кадрҙар бүлегенә тапшырығыҙ.
- Рәхмәт, Рауил ағай. Һау булығыҙ, - тип Айһылыу сығып китте. Рауил ҡыҙ тәьҫиренән айырылғас, үҙенең эшкә саҡырыуына ғәжәпләнеп ҡуйҙы. Шул ваҡыт колхоз рәйесенең әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө.
- Компьютерҙа эшләргә кеше алмай тор. Ағайымдың ҡыҙы уҡып ҡайта, - тигәйне. Рауилдың өҫтөнә һыуыҡ һыу ҡойҙолармы ни. Хәҙер нимә тип әйтәсәк. Маңлайынан һалҡын тир бәреп сыҡты. Тиҙ генә тороп, рәйес бүлмәһенә атланы.
- Нәзир Азаматович, ағайыңдың ҡыҙы ҡайтҡансы компьютерҙы эшләтә торһаҡ ине. Хәмиттең ҡатыны килеп китте, компьютерҙа эшләгәне бар икән.
- Ҡайһы Хәмит?
- Миндулла ағайҙың улы. Ҡаланан ҡайтҡандар. Хәмит шофер булып эшкә инде.
- Эшләп ҡараһын.
- Ярай, иртәгә саҡырам.
Биш йыл бергә эшләнеләр, бер-береһенә эйәләшеп бөттөләр. Бухгалтерияла Айһылыу булмаһа, Рауилға йәм бөтә. Был сибәр ҡатынға битараф ҡарай алманы. Айһылыуҙың бөтә үтенесен үтәп торҙо. Был хәл баштараҡ башҡаларға оҡшаманы. Ҡатынды үҙенең ҡосағына алаһы, иркәләйһе килде. Был теләген көскә тыйып торҙо. Рауилдың теләге ҙурҙан ине. Айһылыуҙы яҡшы эшсе итеп кенә түгел, йөрәк хистәрен ҡабул итеүсе итеп тә күрәһе килде. Йыш ҡына маҡтап торҙо. Эштән һуң да алып ҡалып эшләтте. Ләкин бер нисек тә хистәрен аңлатып бирә алманы, ҡыйыулығы етмәне. Айһылыу ҙа сәбәп бирмәне. Рауил шул хистәр донъяһында йөҙөүен белде.
Яңы йылды ҡаршы алырға йыйылған кисәлә ул Айһылыуҙы бейергә саҡырҙы. Аракы эсеп алған Рауил Айһылыуҙың ҡолағына:
- Айһылыу, һин шундай сибәр ҡатын, миңә оҡшайһың, их, Айһылыу... – тип бышылданы.
- Рауил ағай, беҙгә ҡарайҙар, бик яҡын килмә, - тине, үҙенең бит остарына ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.
- Мин һине яратам бит... – тип Рауил үҙенекен һөйләне.
- Һеҙ ҙә миңә оҡшайһығыҙ, ағайым кеүек, - тине Айһылыу, эштең ҡайҙа китеп барғанын аңлап. Рауилға был һүҙ оҡшаманы. Айһылыу, тиҙерәк уның яңынан китергә теләп гармунсыға:
- Әйҙә әле, бейеү көйө һыҙҙыр, - тине. Гармунсы шуны ғына көткәндәй, бейеү көйө уйнай ҙа башланы. Айһылыу Рауилдың ҡосағынан ысҡынып, бөтөрөлөп бейеп китте.
Шул көндән башлап Айһылыу Рауилдан йырағыраҡ булырға, хистәренә ирек бирҙермәҫкә тырышты. Рауил, уның йырағайғанын белеп, тағы ла нығыраҡ тартылды. Ҡатындың был ҡыланышы уны ярһытты. Ҡыйыураҡ булырға, үҙ маҡсатына ирешергә этәрҙе. Айһылыуҙың ҡармаҡҡа тиҙ эләгеп бармағанын һиҙгәс, төрлөсә пландар ҡорҙо. Үҙенә асыуы килде.
Апрель аҙаҡтарында идара тирәһен йыйыштырыр өсөн өмә ойошторҙолар. Ҡатын-ҡыҙ баҡсаны йыйыштырыу менән булһа, ир-ат ҡойма нығытыу иенән булашты. Асыҡ тәҙрәнән ағылған моң, эшкә дәрт өҫтәне. Эштән һуң ашап-эсеп алдылар. Барыһы ла өйҙәренә таралды. Рауил Айһылыуға ҡалырға ҡушты.
- Иртәгә районға алып бара торған ҡағыҙҙың эше бөтмәгән, - тине. Уны-быны уйламаған Айһылыу, эш менән булашып, Рауилдың килеп кереүен һиҙмәне. Бер аҙ эсеп алған ир, бөтә ҡыйыулығын йыйып, Айһылыуға табан атланы. Кеше барлығын һиҙеп ҡалған Айһылыу артына боролоуға Рауил ағаһы баҫып тора ине.
- Ә, һеҙ икән, - тигән булды. Уның был битарафлығы ирҙе сығырынан сығарҙы. Ултырғыста ултырған Айһылыуҙы артынан ҡулдары менән күкрәгенән тотоп үҙенә тартты. Айһылыу был хәлгә юғалып ҡалды. Шунан тиҙ генә һикереп торҙо ла уға боролдо. Рауилдың ҡан һауған, мәғнәһеҙ күҙҙәрен, ҡабарынған танау япраҡтарын күреп, ҡурҡып китте. Ир, ҡаушап ҡалған Айһылыуҙы ҡосаҡлап, тиҙ генә үбә башланы. Нәҡ шул ваҡыт иҙән йыйыусы Бибинур килеп инде. Уларҙың үбешеп торғанын күргәс тә сығып шылды.
- Нишләнең һин, Рауил ағай, оятҡа ҡалдырҙың, - тип ике ҡулы менән этеп ебәрҙе лә ултырғысҡа ултырып, битен ҡапланы. Үҙенең нимә эшләгәнен Рауил да аңлап алды.
- Ғәфү ит, Айһылыу. Үҙемде ҡулға ала алманым, - тип үрһәләнде.
- Мәңге йыуа алмаҫлыҡ оят килтерҙең. Бөтә ауылға тараласаҡ, - тине Айһылыу, күҙ йәшенә тығылып.
Рауил үҙенең ҡылығына үкенде. Йүгереп сығып Бибинурҙы эҙләне. Етмәһә, уныһы күҙ-асып йомғансы юҡ булған. Ауылды тутырасаҡ, өйөнә барырғамы? Бибинурҙы таба алмағас, кире бухгалтерияға инеп, үҙенең өҫтәле артына ултырҙы.
- Айһылыу, мөмкин булһа, берүк ғәфү ит. Был минутта Айһылыу өсөн генә түгел, үҙе өсөн дә борсолдо. Айһылыу өндәшмәне. Рауил өсөн иң ауыр минуттарҙың береһе булғандыр. Йөрәгенә ҡан һауҙы. Бер һүҙ генә өндәшһә лә уға еңел булыр ине. Әрләһә лә шат булыр ине.
- Ҡайтығыҙ, Рауил ағай! Башҡаса миңә бер ваҡытта ла ҡағылмағыҙ! Мин ундай ҡатын түгел.
Ошо хәлдән һуң Рауил үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Айһылыуҙың йөҙөнә бысыраҡ яҡты. Ауылда был күренеш ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа таралды. Айһылыу бойоғоп ҡалды. Рауил ҡатыны алдында аҡланып ҡуйҙы.
- Беҙҙән көнләшәләр, шуға һүҙ сығаралар, - тине.
- Әгәр ҙә ысынға тура килһә, үҙеңә үкенерһең, - тип киҫәтеп ҡуйҙы ҡатыны.
Ҡатынының һүҙҙәре лә Айһылыу тураһында уйлауҙан туҡтата алманы. Булып үткән хәл, киреһенсә, Айһылыуға нығыраҡ тартылырға мәжбүр итте. Уның башҡа ҡатындарға оҡшамауы, ғорур булыуына һоҡланды. Үҙемдеке итәм тигән уйы таралды. Уға икенсе күҙлектән ҡарап, хөрмәт итә башланы. Был хөрмәт, хис-тойғоға әүерелеп, йөрәге түренә үрмәләй ине. Айһылыуҙы ысын йөрәктән ярата башланы. Был тойғо көсәйә барған һайын, Рауил нығыраҡ борсоуға төштө. Өмөтһөҙ, киләсәкһеҙ мөхәббәт, тип уйланы. Айһылыуҙы йөрәгенән, күңеленән алып ташларға, оноторға тырышып ҡараны, ләкин һуң ине инде. Мөхәббәт тигән нимә уның бөтә барлығын күренмәй торған ептәр менән уратып алғайны.
Айһылыу үлде тигән хәбәр йөрәгенә бысаҡ булып ҡаҙалды. Ирекһеҙҙән күҙҙәренә йәш килде. Сабый балаларҙай үкһеп-үкһеп илайһы килде уның. Ғәйбәт таралыуға ул сәбәпсе булды. Хәмит алдында, ауыл халҡы алдында бер ғәйепһеҙ Айһылыуҙың йөҙөн йыртты... Мәсхәрәләне. Ғәфү итә алмаҫлыҡ эш эшләне. Ошоларҙың барыһын да Рауил уйлап ултырҙы ла, ҡыйын була башланы. Йөрәге ҡыҫты. Айһылыуҙың үлемендә үҙен ғәйепләне. Хәмиттең төндә әйткән һүҙен яңынан иҫкә төшөрҙө. Ҡайтам да Айһылыуҙы үтерәм. Бына тигән ғаиләне юҡҡа сығарҙым түгелме? Рауилдың тәне ҡалтырай башланы. Һалҡын тир бәреп сыҡты. Йөрәген әйтерһең дә, кемдер тимер ҡыршау менән ҡыҫа. Ауыртыуға түҙә алмай, ах, тип өҫтәлгә бөгөлөп төштө. Күҙ алдары ҡараңғыланды. Ҡыҙҙарҙың, Рауил ағай, нимә булды, тигән һүҙҙәре бик йыраҡтан, тауҙар араһынан ишетелгәндәй булды. Бер аҙҙан бер нимә ишетмәй, аңын юғалтты.
5
Рауил менән Айһылыу йөрөй, тигән хәбәр ауылда таралғандан һүң, Хәмит ғәрлеген асыуын баҫыр өсөн эсә башланы. Айһылыуҙан тотоп ҡына һорарға батырсылыҡ итмәне. Ғәйбәт һүҙгә бик ышанмаһа ла, күңеле төбөндә борсолоу йөрөнө. Ул ғәйбәттең дөрөҫ булып ҡуйыуынан ҡурҡа ине. Һүҙ юҡҡа ғына сыҡмағандыр бит. Ниңә башҡа ҡатынды һөйләмәйҙәр? Айһылыуға ҡарай ҙа уйға бата. Бер ҙә хыянат итергә тейеш кеүек түгел ине. Дөрөҫмө, түгелме? Ошо һорау уға тынғылыҡ бирмәне. Һинең ҡатыныңды башҡа берәү ҡосаҡлаһын әле. Үҙ уйынан үҙе ҡурҡып китә. Шул минуттарҙа ҡатынын да, Рауилды ла туҡмап ташлайһы килә. Һүңғы ваҡытта ҡатыны менән тыныс ҡына һөйләшә лә алмай ул. Тиҙ ҡыҙа. Айһылыу ҙа ирендәге үҙгәреште һиҙһә лә, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙе кисектерә барҙы. Юҡ һүҙ икәнен үҙе лә аңлар әле тип көттө. Көнләшеү тигән уй ир-егеттең күңеленә бер керһә, бөттө инде, тиҙ генә ҡыуып сығарам тимә. Дөрөҫ түгеллеген дәлилләрлек факттар булһа ла, ниндәйҙер ышанмаусанлыҡ хисе күңелдең бер мөйөшөндә тороп ҡала. Ҡорт кеүек әкрен генә кимерә бирә. Ваҡыт үткән һайын, ғәйбәт һүҙ үҙенең көсөн юғалтһа ла, Хәмит тыныслана алманы. Эсеүен ташламаны. Теләһә ҡайһы ваҡытта ҡайта башланы. Ҡатыны эсеүенән арындырырға тырышып ҡараһа ла, файҙаһыҙ булды. Кеше һүҙенә тиҙ ышанып барған Хәмит бөтә ишеткән һүҙҙе күңеленә һала барҙы. Бухгалтерҙарҙы районға йөрөтөүсе шофер Азамат: Их, һинең ҡатын сибәр ул, ундай ҡатынды бер ҡайҙа ла эшләтмәй тотор инем. Айһылыу менән районға барған көн иң бәхетле көндәрем, тип һөйләй торғайны. Азамат насарлыҡ уйламай, үҙенең һоҡланыуын ғына әйткәйне. Ә Хәмиткә етә ҡалды. Саҡ һуғышып китмәнеләр. Ярай дуҫтары араланы. Шул көндән башлап Азаматтан да көнләшә. Етмәһә, Азамат таҙа кәүҙәле, матур ир.
Бер эсеп ҡайтҡанында Хәмит түҙмәне, ҡатынына:
- Нишләп һине бөтә ир ярата ул? Юҡҡа түгелдер, сәбәбе барҙыр. Рауил менән исемең сыҡты. Бер ҡайҙа ла эшләмәйһең, өйҙә ятаһың! Миңә мир ҡатыны кәрәкмәй, - тине.
- Хәмит, нимә һөйләйһең?
- Башыңды дүрәккә һалма! Барыһын да беләһең. Бөтә ауыл һөйләй. Бер кемде лә эшкә алмағанда, Рауил һине эшкә алды. Күпме бухгалтер эшһеҙ ята. Айһылыу өндәшмәне. Ирен был тиклем аңламаҫлыҡ кеше тип уйламай ине. Үҙенә ышаналыр, кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмайҙыр тип уйлай торғайны. Кеше һүҙе, кеше үлтерә, тиҙәр, дөрөҫ икән. Хәмит ундай кеше түгел ине, нимә булған? Айһылыу уны шул аҡыллылығы өсөн яратҡан ине бит. Быға саҡлы килеп сыҡҡан аңлашылмаусылыҡты уртаға һалып һөйләшә торғайнылар. Шикләнгәс, ниңә күңелендә йөрөткән? Иренең һәр һүҙе уның йөрәгенә боҙ булып ятты.
- Әһә, өндәшмәһең, тимәк, дөрөҫ! Мин етмәйемме һиңә? Башҡалар ҙа кәрәк була башланымы? Матур ҡатын ир башынан көләсәк, тиҙәр, дөрөҫ икән! Айһылыуға ҡул күтәрҙе. Тик һуға алманы, күтәрелгән ҡулы һауала эленеп ҡалды. Ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, их, тип тартып алды ла тышҡа сығып китте. Матурым тип кенә торған ирендән шундай һүҙҙәр ишетеүе, етмәһә ҡул күтәреүе ҡатын өсөн бик ауыр булды. Быға саҡлы был тиклем һүҙгә килешкәндәре юҡ ине. Айһылыу карауатҡа ятып үкһеп илап ебәрҙе. Матур ғына йәшәп ятҡанда, тормоштары киҫкен үҙгәрә башлауына йөрәге янды. Әллә күҙ тейҙеме? Барыһы ла маҡтай ине. Уның Рауилға, Бибинур апаһына асыуы килде. Ғәйбәт таралыуға улар ғына ғәйепле. Нисек иренә ғәйебе булмауын аңлата ала? Аңларға теләрме? Былай барһа, киләсәк нисек булыр?
6
- Ҡотҡарығыҙ! – тигән тауыш ишетеп ҡалғас, Хәмит дуҫтары менән һыра эсеп ултырған еренән һикереп торҙо.
- Берәйһе һыуға батҡанмы әллә? – тип Ағиҙелдә һыу кереп ятҡан кешеләр яғына ҡараны. Уларҙан ситтәрәк һыуға бер батып, бер ҡалҡып сыҡҡан кешене күреп ҡалды. Янында бер ҡыҙ ҙа баҫып торған кеүек. Хәмит күп уйлап тормай шул яҡҡа йүгерҙе. Дуҫтарының:
- Кем батһын, был яҡта һай ул, шаяраларҙыр, - тигән һүҙҙәрен дә ишетмәне. Ул барып еткәндә, һыу эсендәге кеше күренмәй ине. Уның янында һыуға биленә саҡлы кергән ҡыҙ бала илай-илай:
- Алла хаҡы өсөн ҡотҡарығыҙ, дуҫым батты, - тип сәбәләнә. Хәмит һыуға сумып батҡан ҡыҙҙы күтәреп алып сыҡты. Шул арала эштең етди икәнен күреп, дуҫтары ла килеп китте.
- Тереме? – тип һораны береһе.
- Тере буғай, - тине Хәмит, ҡыҙҙы салҡан әйләндереп тубыҡтарына һалып ике ҡулы менән ҡорһағын ҡыҫты. Береһе ауыҙына бармағын тыҡты. Ҡыҙ үҙенең иҫән икәнлеген һиҙҙереп, һелкенеп ҡуйҙы. Шулай ҙа йотҡан һыуын сығарырға ашыҡманы. Хәмит ҡыҙҙың ҙәңгәрләнә башлағанын тойоп үлә бит тип, арҡаһы менән ҡомға ятҡырҙы ла ауыҙына яһалма һулыш эшләргә тип, ҡыҙҙың ауыҙын көсләп астырҙы. Дуҫ ҡыҙы:
- Айһылыу, үлмә инде, үлмә, - тип илай башланы. Ул арала кешеләр ҙә йыйылып китте. Хәмит ҡыҙҙың ауыҙына ауыҙын ҡуйып, көслө итеп өргәйне, ҡыҙ уҡшып ебәргәндәй итте. Хәмит тиҙ генә ҡыҙҙың башын бер яҡҡа борҙо. Ҡыҙ сәсәй-сәсәй йотҡан һыуын сығарҙы. Күҙҙәре аҡайып, йөҙө ағарып киткән сибәр ҡыҙға Хәмит ҡарап, иҫән, тип һөйөнөп ҡуйҙы. Дуҫ ҡыҙы Хәмиттең битенән үбеп алды ла:
- Рәхмәт һеҙгә, Айһылыуҙы үлемдән ҡотҡарҙығыҙ, - тип илап ебәрҙе. Был илау шатлыҡтан ине. Ҡыҙ аңына килһә лә Хәмит уны ташлап китергә ашыҡманы. Дуҫтары:
- Әйҙә, Хәмит, һинең эш бөттө, - тип саҡырып ҡараһалар ҙа, уларға эйәрмәне. Ҡыҙға ҡарап ҡатып ҡалғайны. Ниндәй сибәр ҡыҙ, саҡ үлмәне тип, үҙенең ваҡытында килеп етеүенә һөйөнөп ҡуйҙы.
- Йөҙә белмәйһегеҙме ни? – тип һорап ҡуйҙы ҡыҙҙарҙан.
- Белмәйбеҙ шул, - тине күҙ йәштәрен һөртә-һөртә баҫып торғаны.
- Йөҙә белмәгәс, ниңә тәрәнгә индегеҙ?
- Тәрән кеүек түгел ине. Күрәһең, ҡапыл соҡор башланғандыр, - тип аҡланып ҡуйҙы.
Айһылыу тигәне аңына килеп, хәлһеҙ ҡулдары менән сәстәрен төҙәткәләне. Ул үҙе менән нимә булғанын аңламаған кешеләй ултыра бирҙе.
- Ҡотомдо алдың бит, Айһылыу, саҡ үлмәнең. Ярай был ағай ҡотҡарҙы, - тип йәшле күҙҙәрен һөртөп ҡуйҙы әхирәте.
- Мин Хәмит ағайығыҙ булам. Башҡаса тәрәнгә инмәгеҙ, янығыҙҙа гел мин булмам, - тип Хәмит ҡыҙҙарға ҡарап йылмайҙы.
- Рәхмәт һеҙгә, - тине Айһылыу тигәне оҙон керпектәрен көскә күтәреп күҙҙәрен асып. Хәмит ҡыҙҙың сибәрлегенә һоҡланып әсирләнеп ҡалғайны.
- Мин китәйем инде, - тип Айһылыуҙың күҙенә ҡараны.
- Ярай, - тип торорға уйлағайны, саҡ йығылманы. Хәмит тотоп ҡалды.
- Юҡ әле, ҡалдырып китергә ярамай, - тип һөйләнеп Айһылыуҙы кире ултыртты ла, дуҫтары янына барып, бер шешә һыра алып килде. Һыраны асып Айһылыуға һуҙҙы.
- Мә әле, бер аҙ эсеп ҡара. Хәл инеп китер үҙеңә, - тине. Айһылыу бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә шешә морононан бер-ике йотто ла Хәмиткә һуҙҙы.
- Рәхмәт. Мин Айһылыу. Дуҫ ҡыҙым Айгөл, - тип үҙҙәре менән таныштыра башланы.
- Мин Хәмит. Шоферлыҡҡа уҡып йөрөйөм. Ә һеҙ уҡыйһығыҙмы, эшләйһегеҙме?
- Уҡып йөрөйбөҙ, бухгалтерлыҡҡа, - тине Айһылыу.
Хәмит менән Айһылыуҙың танышыуҙары ошолай башланғайны. Айһылыу менән йөрөй башлармын тигән уй Хәмиттең башына ла килмәгәйне. Ошондай сибәр ҡыҙ миңә ҡарай буламы, әллә күпме егете барҙыр әле, тип уйлап ҡуйғайны. Айһылыуҙың егете булмай сыҡты. Быға саҡлы уға бер егет тә оҡшамаған. Бәйләнгән егеттәрҙең уның матурлығына ғына һоҡланып оҙатыуҙарын һиҙә ине. Хәмит менән бөтөнләй башҡаса. Уны бер күрүҙән оҡшатты ла ҡуйҙы. Үлемдән ҡотҡарғаны өсөн түгел, уның батырлығы, иғтибарлылығы йәлеп итте, шикелле. Хәмит башта үлемдән ҡотҡарғаны өсөн генә, ҡыуып ҡайтарырға ҡыймайынса ғына йөрөйҙөр тип уйлаһа ла, һуңынан ҡыҙҙың ысын күңелдән йөрөүен белде. Күрәһең, Ағиҙел буйында яҙмыш уларҙы үҙе осраштырғандыр.
Ҡыш уртаһында тыуған Айһылыуға ҡотлап сәскәләр тотоп килгәйне Хәмит. Ҡыҙыл сәскәләр ине. Айһылыу шул тиклем шатланды. Хатта балаларҙай бейеп тә алды.
- Күңелем менән тойҙом. Ярты йыл йөрөйбөҙ бит инде, - тип шаяртты Хәмит.
Хәмиттең ҡыҙҙарға беренсе сәскә бүләк итеүе булғандай Айһылыуҙың да беренсе егет кешенән сәскә алыуы ине. Шуғамы был күренеш уларҙың икеһенә лә оҡшап, күңел төптәрендә һөйөнөс, ҡыуаныс булып һеңеп ҡалды. Был донъя шундай бит ул, һәр нимәнең беренсеһе иҫтә ҡала. Ҡалғандары нисек кенә яҡшы булмаһын, тәүге кисерештән түбәнерәк булыусан.
Шул көндән башлап Хәмит айһылыуға тыуған көнөнә һәм һигеҙенсе март менән ҡотлап ҡыҙыл сәскәләр бүләк итте. Ул көндәрҙе икеһе лә түҙемһеҙлек менән көтөп ала ине.
Хәмит быйыл Айһылыуҙың тыуған көнөнә ҡалаға барып ҡыҙыл сәскәләр алып ҡайтып бүләк иткәйне. Һигеҙенсе мартта ғына бирә алманы. Аралары боҙолоп китте. Ул көндәрҙе Хәмит эсеп үткәрҙе. Сәскә ҡайғыһы булманы. Айһылыу менән йәшәй башлағанан бирле уның беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә сәскә бүләк итмәүе ине. Әле килеп ошоноң өсөн үкенеп ултыра. Нимә эшләп тормоштары былай килеп сыҡты әле? Ҡалала йәшәгәндә, Айһылыуҙы былай көнләшмәй ине бит. Унда ла сибәр ҡатын тип күҙ атыусылар, бәйләнеүселәр булғандыр. Ҡайһы ир-ат сибәр ҡатын-ҡыҙ янынан битараф ҡына үтә ала һуң? Бөтәбеҙ ҙә сибәрҙәргә иғтибар бирергә яратабыҙ. Уларға ҡарап күңелебеҙҙе йыуатабыҙ. Һоҡланып ҡарап туя алмайбыҙ. Тәбиғәт шулай ҡоролған. Әҙәм балаһы матурлыҡҡа һоҡланыуҙан туҡтай икән, тимәк, уға был йәшәүҙең ҡыҙығы бөткән.
Хәмиттең үҙен дә Айһылыуҙың сибәрлеге әсир итте. Ошондай сибәр ҡыҙ минеке буламы, тип өмөт тә итмәгәйне. Ул үҙен матур ирҙәр рәтенә индермәй. Буйы ла әллә ни оҙон түгел. Айһылыу уны яратты. Хәмит үҙен бәхетле ир тип һананы. Тик бына уларға нимә булды?..
Айһылыуҙы үлемдән бер алып ҡалғайны бит, ә ниңә әле һаҡлап алып ҡала алманы? Барыһына ла көнсөллөк ғәйеплеме? Эсеп йөрөмәһә, ваҡытында өйгә ҡайтҡан булһа, бәлки Айһылыу иҫән булған булыр ине. Был уйҙарҙан Хәмиттең башы иҫәнгерәне. Ике ҡулы менән сәстәрен йолоҡто. Айһылыуҙан башҡа нисек йәшәр ул? Йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалманы түгелме? Балаларына нимә тип аңлата алыр? Үл үҙен ғәйепләне. Ваҡытында Айһылыу менән асыҡтан-асыҡ һөйләшкән булһа...