Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
8 Ноября 2021, 16:55

Йәшәү мәғәнәһе ниҙә?

– Бәлки, мөхәббәттәлер, – тигән береһе.

Йәшәү мәғәнәһе ниҙә?Йәшәү мәғәнәһе ниҙә?
Йәшәү мәғәнәһе ниҙә?

Бер ваҡыт уҡыусы Уҡытыусыһынан:
– Остазым, йәшәү мәғәнәһе ниҙә? – тип һораған.
– Кемдең? – тип аптыраған Уҡытыусы. Уҡыусы уйланып:
– Ғөмүмән. Кеше тормошоноң, – тип яуаплаған.
– Яуап биреп ҡарағыҙ, – тигән Уҡытыусы тәрән һулыш алып.
– Бәлки, мөхәббәттәлер, – тигән береһе.
– Насар түгел, – тигән уҡытыусы, – әммә ғүмер ахырында «мин бушҡа йәшәмәнем» тип әйтер өсөн бер мөхәббәт кенә етәме икән?
Унан икенсе уҡыусы:
– Минеңсә, йәшәү мәғәнәһе – үҙеңдән һуң быуаттарға етерлек нимәлер ҡалдырыуҙа. Мәҫәлән, һинең кеүек, Остазым.
– Әгәр һине насарыраҡ белһәм, был һүҙҙәреңде ярамһаҡланыу тип ҡабул итер инем. Күптәр ғүмерен заяға үткәрә тимәксеһеңме?
Өсөнсө уҡыусы ҡыйыуһыҙ ғына:
– Бәлки, уны, йәшәү мәғәнәһен, эҙләргә лә кәрәкмәйҙер? – тигән.
– Йә, йә, – тип ҡыҙыҡһынған Уҡытыусы, – аңлат әле, ни өсөн улай тип уйлайһың?
– Беренсенән, был һорауға аныҡ яуап табып булмай, һәр ваҡыт икеләнәсәкһең, икенсенән, ниндәй генә яуап тапһаң да, һәр ваҡыт уны инҡар итерлек кеше табыласаҡ. Йәшәү мәғәнәһен эҙләп бөтөн ғүмерең үтеп китеүе ихтимал...
– Тимәк, йәшәү мәғәнәһе... – тип йылмайған Уҡытыусы.
– Йәшәүҙә?
– Минеңсә, был – яуап! – тигән Уҡытыусы һәм дәрес тамамланыуына ишаралаған.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас