Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
9 Ноябрь 2021, 14:10

Айһылыу Повесть (дауамы, 3-сө өлөш) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ

Үҙе өсөн борсолманы, балаларын уйланы. Мине төрмәгә ултыртып ҡуйһалар, улар нимә эшләр, тип борсолдо. Бар дәлилләр уны күрһәтә. Бер эскәнендә, әллә үлеп кенә ҡуйырғамы, тип тә уйлағайны.

Айһылыу Повесть (дауамы, 3-сө өлөш) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙАйһылыу Повесть (дауамы, 3-сө өлөш) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ
Айһылыу Повесть (дауамы, 3-сө өлөш) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ

                                                            7

Өс көдән һуң Айһылыуҙы ерләнеләр. Бөтә ауыл халҡы уны оҙатырға килде. Күп йылдар был саҡлы кеше менән мәйет күмелгәне юҡ ине. Кемдер хөрмәт итеп, кемдер ҡыҙғанып килде. Ҡарт-ҡороларҙың атлай алғаны йортона, килә алмағандары урамдан ғына оҙатып ҡалды. Рауил ғына Айһылыуҙы һуңғы юлға оҙата алманы. Һуңғы тапҡыр уның йөҙөн бик күрәһе килгәйне. Үҙе түшәктә ята. Үлем менән көрәшә. Йөрәгенә инфаркт булған.

Халыҡ телендә Айһылыу ғына булды. Ошо ҡайғылы көндәрҙә уның нисек үлеүе, кем тарафынан үтерелеүе ҙур сер булып ҡалды. Берәүҙәр Хәмитте ғәйепләһә, икенселәре Рауилды ҡәһәрләне. Был йәш ғаиләнең күҙ алдында юҡҡа сығыуы менән улар бер нисек тә килешә алманы. Күбеһе үҙ эштәрен онотоп, шул турала һөйләште. Хатта ҡайһы берәүҙәре, үлтергән кешене белһәк, үҙебеҙ хөкөм сығарасаҡбыҙ, тигән һүҙ таратты.

Тикшереү башланды. Был эш тикшереүсе Рим Мансуровичҡа йөкмәтелде. Һәр шаһитты районға саҡыртыу уңайһыҙ тип,уларҙы ауыл Советына саҡырып һөйләште. Беренсе шикле кеше айһылыуҙың ире Хәмит булды. Уны көндә тип әйтерлек ауыл Советына саҡырттылар. Айһылыуға бармаҡ менән дә сиртмәгән Хәмит борсоуға ҡалды. Үҙе өсөн борсолманы, балаларын уйланы. Мине төрмәгә ултыртып ҡуйһалар, улар нимә эшләр, тип борсолдо. Бар дәлилләр уны күрһәтә. Бер эскәнендә, әллә үлеп кенә ҡуйырғамы, тип тә уйлағайны. Уйынан кире ҡайтты. Айһылыуҙың үлемен менән күрәсәктәр, балалар бер ваҡытта ла ғәфү итмәҫ тигән уйға килде. Ул сағында ысын үлтереүсе рәхәтләнеп йәшәп ятасаҡ.

Тикшереү бик һүлпән барҙы. Рим Мансурович ептең осон табалмай интекте. Хәмиттең эше булмағанлығына күңеле менән ышанһа ла, уның нимәнелер әйтмәйенсә ҡалыуы бер аҙ һағайта. Нимәне, ни өсөн йәшерә ул? Башта уға Айһылыу үҙе әйғылып китеп башын бәрмәнеме икән тигән уй килгәйне. Ләкин экспертиза битендәге яра эҙе үҙенке түгеллеген раҫлаған. Кемдеңдер тырнаҡ эҙе. Хәмиттең һөйләүе буйынса, ут янған. Кем уны яндырған? Ишек асыҡ булған. Ҡыҙы ишектән кемдеңдер сығып барыуын күргән. Иҙәндән табылған һәҙәп кемдеке? Бәлки уның был үлемдә ҡатнашы барҙыр? Ошо һорауҙар уға тынғылык бирмәне.

Бөгөнгө осрашыуҙа ул Хәмиткә ҡатыраҡ бәрелде. Уның нимәнелер йәшереүе асыуына тейҙе.

- Районға алып китәм, әҙерлән. Төндә ҡайҙа йөрөүеңде үҙең дә әйтә алмайһың, кешеләр ҙә күрмәгән. Һинән башҡа шикле кеше юҡ. Хәмит ҡойолоп төштө, нимә әйтергә белмәйенсә, һүҙһеҙ ҡалды. Бер аҙҙан:

- Минең ғәйеп юҡ, - тине башын эйеп.

- Уныһын инде судта һөйләрһең.

- Ул көндө эсеп йөрөгәндәрҙе тикшердегеҙме һуң?

- Барыһы ла сәғәт икелә, өстә ҡайтҡандар. Ә һин ул ваҡытта, һөйләүең буйынса ҡайтмағанһың. Улай булғас, ҡатының үлгән ваҡытта ҡайҙа булдың? Хәмиткә һауа етмәй башланы. Үҙен ҡапҡанға эләккән сысҡандай тойҙо. Тирләп төштө. Һыу һорап эсте.

- Әйҙә, - тип Рим Мансурович өҫтөнә кейә башланы, - ҡалғанын тегендә иҫеңә төшөрөрһөң. Хәмиткә кинәт ер умырылғандай тойолдо. Юҡ, юҡ унда барып эләгергә түгел.

- Рим Мансурович, мин... мин ул төндө...

- Нимә ул төндө?

- Мин... мин баш бухгалтер Рауилдарға барғайным.

- Сәгәт нисәлә?

- Белмәйем, бәлки Рауил беләлер. Уларҙан тура өйгә ҡайттым. Хәмиттең Рауилдарға барғанын әйтмәй йөрөүенең сәбәбе, ҡайтам да Айһылыуҙы үтерәм, тип әйткән һүҙе ҡурҡытҡайны. Әгәр ҙә Рауил һөйләп бирһә, насар буласағын белә ул. Әле әйтмәй булдыра алманы.

- Тәк, тәк, - тип һуҙҙы тикшереүсе.

- Ул төндө бухгалтерҙарҙы йөрөтөүсе Азамат та һуң ҡайтҡан, тине Хәмит ҙур яңылыҡ кереткәндәй. – Ул да Айһылыуҙы оҡшатып йөрөй ине. Рим Мансурович Хәмитте орошоп ҡайтарып ебәрҙе.

Рауил район дауаханаһында ятҡанға күрә, уның менән иртәгә һөйләшермен тип тикшереүсе Аҙаматтарға китте. Кесәһендә ятҡан һәҙәп тә уға тынғылыҡ бирмәй. Азамат өйҙә булып сыҡты. Тикшереүсе килеүгә бик шат булмаһа ла, асык йөҙ менән ҡаршы алды.

- Инегеҙ, инегеҙ, - тип уны өйгә саҡырҙы.

- Һинең менән һөйләшергә ине.

- Һөйләшербеҙ, быҙауға һөт кенә биреп инәм дә, - тип биҙрә менән һөт күтәреп сығып китте.

Азамат кергәнсе Рим Мансурович эленеп торған өҫ кейемдәрен ҡараштыра башланы. Бер яҡ ситтәрәк торған фуфайканың һәҙәптәре нәҡ уның ҡулындағы һәҙәп кеүек ине. Ныҡлап ҡараһа, өҫтән икенсе һәҙәп үҙенке булмай, башҡа төрлө һәҙәп тағылғайны. Рим Мансурович был яңылыҡҡа шатланып ҡуйҙы. Тимәк, был йортҡа килеп дөрөҫ эшләгән.

- Ауыл кешеһе шулай инде, мал тип йәшәйһең, - тип һөйләнеп керҙе Азамат.

- Һин өҫтөңә нимә кейеп эшкә йөрөйһөң? – тине Рим Мансурович, ишектән һөйләнеп кергән Азаматҡа. Был һорауға ғәжәпләнгән ҡиәфәттә:

- Ошо куртҡаны, - тип элгестә торған куртканы күрһәтте.

- Ә был фуфайканы күргәнең бармы?

- Юҡ, бәләкәй ул.

- Фуфайканы кем кейә?

- Ҡатындыҡы.

- Айһылыу үлгән көндө нисәлә ҡайттың?

- Таңғы алтылар тирәһе ине.

- Һин ҡайтҡанда, ҡатының өйҙә инеме?

- Өйҙә ине, йоҡлап ята ине.

- Урамда береһен дә осратманыңмы?

- Юҡ. Хәмиттәрҙең өйөндә ут яна ине. Буран тына башлағайны. Уттары ниңә яна икән тип уйлап ҡуйҙым.

- Айһылыуҙы оҡшата инеңме?

- Матур ҡатын ине.

- Ҡатының уға һоҡланғанды белә инеме?

- Йәшерерһең унан.

- Көнләшә инеме?

- Ҡатын бөтә ҡатын-ҡыҙҙан көнләшә. Беҙҙең балабыҙ юҡ. Мине ташлап китмәһен тип борсола. Ҡунаҡта ла тыныс ҡына ултырып булмай.

- Айһылыу менән һинең арала берәй нимә  булдымы?

- Юҡ. Айһылыу ундай ҡатын түгел ине. ауылда уның тураһында ғәйбәт дөрөҫ сыҡманы. Күп ҡатындар ирҙәрен унан көнләште. Ғәйбәт таратып, Айһылыуҙан үҙҙәренсә үс алдылар. Минең ҡатын да һуңлабыраҡ ҡайтһам, сибәркәй янында булдыңмы? тип ҡаршы ала ине.

- Беҙҙең һөйләшкәнде ҡатыныңа һөйләмәй тор, - тип Рим Мансурович ҡуҙғала башланы.

- Ярар, - тип ризалығын белдерҙе Азамат.

Өйҙән сыҡҡас, тикшереүсе уйлана-уйлана атланы. Азаматтарҙағы фуфайканың һәҙәбе ҡайҙа булған? Әгәр ҙә Айһылыуҙарҙа табылған һәҙәп уныҡы булһа? Ә нисек унда барып сыҡҡвн? Азамат ҡайтмағас, эҙләп барғанмы әллә?

 

                                                           8

 

Рим Мансурович икенсе көндө үк район дауаханаһында ятҡан колхоздың баш бухгалтеры Рауил янына китте. Табиптар, йөрәге насар, һорауҙар бирергә ярамаҫ, тип тикшереүсене индермәҫкә лә уйлағайнылар. Ике генә һорау бирәм, оҙаҡ ултырмам, тигәс кенә риза булдылар.

Йөҙө ағарып, бер аҙ тартылып киткән Рауил янына килеп ултырғас, йылмайып иҫәнләште лә:

- Йә, нисек терелеп буламы, - тип һораны.

- Ятам инде, торорға ҡушмайҙар. Колхозда ниндәй яңылыҡтар?

- Һине көтәләр.

- Айһылыуҙың эштәре нисек бара?

- Насар. Эҙенә төшөп булмай. Хәмит һеҙгә шул төндө килдеме?

- Килде. Иҫерек ине.

- Сәғәт нисәләрҙә?

- Алтынсы ун биш минут ине. Өйгә ингәс, сәғәткә ҡараным.

- Ҡатының өйҙә инеме?

- Юҡ. Әсәһенә киткәйне. Һыйырҙары быҙауларға тейеш ине. Рим Мансурович оҙаҡ ултырманы, тиҙерәк терел, тип ҡуҙғалды.

Һорау өҫтөнә һорау. Рауилдың ҡатыны ла өйҙә булмаған. Уларға ла барып килергә кәрәк, - тип эш урынан машина алды ла ауылға юлланды. Ауылға килгәс, туп-тура Рауилдарҙың өйөнә атланы. Рәйсә өйҙә ине.

- Рауилдан күп сәләм, әле генә уның янында булдым, - тине.

- Рәхмәт. Көн һайын тиерлек барып торабыҙ. Ярай әле ҡуҫтымдың машинаһы бар.

- Рәйсә, мин Айһылыуҙың эше буйынса йөрөйөм. Ул төндө һин өйҙә булмағанһың икән?

- Эйе. Әсәйемдәргә барҙым. Һыйырҙары быҙауларға тейеш ине.

- Өҫтөңә нимә кейҙең? Рәйсә фуфайка алып килде.

- Ошоно.

Рим Мансурович, фуфайканы күргәс, ғәжәпләнеп ҡуйҙы. Азаматтарҙа ла күргән фуфайка менән бер иш ине.

- Һәҙәптәре урынындамы?, - тип һораны тикшереүсе.

- Береһе юҡ. Ҡасан төштө икән? – тип Рәйсә фуфайканы әйләндереп ҡарап сыҡты. - Был фуфайканы колхоз эш хаҡына биргәйне.

- Һәҙәбе ҡасан төшкәйне? Әсәйеңдәргә кейеп барғанда бар инеме?

- Бар ине шикелле. Булмаһа, иғтибар итер инем.

- Әсәйеңдәрҙә төндә сыҡтыңмы?

Был һорауға Рәйсә ҡаушап китте.

- Сыҡтым. Аҙбарға һыйыр ҡарарға.

- Үҙегеҙгә ҡасан ҡайттың?

- Иртән үк. Рауилды эшкә ашатып ебәрергә кәрәк ине.

- Айһылыуҙың үлгәнен кемдән ишеттең?

- Ҡайтып барғанда Суфия апай әйтте.

- Һәҙәпте ҡайҙа икәнен табырға тура киләсәк. Тағы килермен әле.

- Шик беҙгә төшәме әллә?

- Әлегә юҡ.

Рим Мансурович сығып киткәс, Рәйсә уйға батты.

Тикшереүсе Рәйсәләрҙән сыҡҡас, Азаматтарға атланы. Ҡатыны Гүзәл өйҙә ине.

- Миңә һеҙ кәрәк инегеҙ.

- Азамат районға китте.

- Азамат түгел, һеҙҙең менән һөйләшергә килдем.

- Уҙығыҙ, ултырығыҙ.

- Рәхмәт. Мин һеҙгә бер нисә һорау бирергә тип килдем.

- Шулаймы?

- Мин Айһылыу эше менән йөрөйөм.

- Уның үлемендә минең ни ҡатнашым бар?

- Шуларҙы тикшереп йөрөйөм дә инде. Азамат ул төндө нисәлә ҡайтты?

- Таңғы алтылар тирәһендә.

- Һеҙ өйҙә инегеҙме?

- Өйҙә. Өйҙә булмаһам, ҡайҙан белер инем ирҙең нисәлә ҡайтҡанын.

Элгестә торған фуфайканың янына килеп.

- Был һеҙҙекеме?

- Эйе. Нигә һорайһығыҙ? Гүзәлдең биттәре алһыуланып китте.

- Азамат кейгәне бармы?

- Бик һирәк кенә кейә, уға бәләкәй.

- Эшкә кейеп барғаны бармы?

- Юҡ. Эшкә куртка кейә.

- Бында бер һәҙәбе үҙенеке түгел, төшкән инеме? – тип һораны тикшереүсе, фуфайканы әйләндергәләп ҡарап.

- Төшкән шул.

- Ҡасан юғалтың?

- Нимәне? Уйға ҡалған Гүзәл тикшереүсенең һүҙен аңламай ҡалды.

- Һәҙәп тураһында һүҙ бара.

- Ә һәҙәпме...ни күп була инде. Ҡайҙа нишләп торам әле, сәй ҡуйып ебәрәйем, - тип кухняға кереп китте.

- Мин ашығам, - тине Рим мансурович, урынынан ҡуҙғала биреп.

- Килгән ҡунаҡты сәй эсермәйенсә ебәреү юҡ инде. Ғәҙәтебеҙ шундай. Шул арала Гүзәл өҫтәл әҙерләп тә ҡуйҙы. – Рәхим итегеҙ өҫтәлгә, - тине матур итеп йылмайып. Рим Мансурович буйһонмайынса булдыра алманы.

- Йөҙ грамм эсеп алмайһығыҙмы?

- Юҡ. Ғөмүмән эш ваҡытында эскәнем юҡ.

Гүзәл кухняла халат һәҙәбенең аҫҡыһын ысҡындырып ҡуйғайны. Ултырғысҡа килеп ултырғас, халат итәге асылып, Гүзәлдең йоморо, аҡ боттары хасил булды. Йоморо боттар күргәс, тикшереүсе бер аҙға юғалып ҡалғандай булды. Күҙҙәрен алалмайынса торҙо. Ул үҙен тиҙ генә ҡулға алды. Йомшарырға ярамай. Ә Гүзәл уның һайын һөйләнде, көлдө.

Рим Мансурович ҡатын-ҡыҙҙар янында үҙен нисек тоторға белә. Яңы ғына тикшереүсе булып эшләгән ваҡытында уның ауыҙы беште инде. Шулай бер ҡатындың өйөнә барырға тура килгәйне. Магазинға төшкән бурҙы эҙләп һөйәркәһенә китте ул. Һөйәркәһе бур дуҫын ҡасырыр өсөн күлдәген йырта-йырта талаәҙар, тип ҡысҡырып урамға сығып йүгерә. Рим Мансурович нимә эшләргә белмәйенсә ҡала. Шундай шау-шыу араһында ир ҡасып өлгөрә. Бары бер йылдан һуң ғына йыраҡ түгел бер ҡалала ҡулға алалар. Әле лә уның башына шул ваҡиға килде. Гүзәлдең тотошо шул ҡатынды хәтерләтте. Бик юха ҡатынға оҡшаған, тип уйлап ҡуйҙы ул. Нимәнелер йәшерергә маташҡан кеүек тойолдо. Фуфайканың һәҙәбе булмауы ла шик һалды.

- Юғалған һәҙәпте табырға тырыш, - тип һаубуллашты.

 

                                                         9

 

Ауыл Советына килгәс, папкалағы ҡағыҙҙарҙы алып, Айһылыуҙың үлеменә бәйле кешеләрҙе яҙып сыҡты. Шикле кешеләрҙең күбәйеп китеүе, бер яҡтан һәйбәт булһа ла, икенсе яҡтан эште ҡатмарландыра төштө. Рауил өйҙә бер үҙе булған. Уның да сығып йөрөп ҡайтыуы бар. Хәмит уларға барған, ни өсөн? Сәбәбен асыҡларға? Рауил исемен дә, Хәмит исемен дә түңәрәк эсенә алды. Хәмиттә лә шик күп. Ул да утты яндырып сығып йөрөп ҡайтыуы бар. Шик юғалһын өсөн Рауилдарға барған булһа? Әлегә шаһиттар юҡ. Азамат. Алты ла ғына ҡайтҡан, батып ултырҙым, тип аңлатты. Һәҙәпһеҙ фуфайка ла уларҙа. Уның исемен дә түңәрәккә алды. Гүзәл. Тотошо шикле. Уларҙың да фуфайкаларында һәҙәп юҡ. Ире һуң ҡайтҡас, эҙләп сыҡмағанмы? Рәйсә. Әсәйемдәрҙә булдым тип аңлатты. Һарайға өс тапҡыр сығып ингән. Айһылыуҙарға барып килергә бик мөмкин. Уның да фуфайкаһының һәҙәбе юҡ.  Яҙылған исемдәргә ҡарап оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Ҡайһыһынан башларға? Яңғылыш юлдан китһә, үҙенә ауырға тура киләсәк. Рәйсә фуфайкаларҙы колхоз эш хаҡына таратҡайны, тигәйне. Рим Мансурович эште шунан башларға булды. Фуфайкаларҙы алған исемлек кәрәк буласаҡ, тип колхоз идараһына атланы. Бухгалтерия биргән исемлектә ун кеше. ине. Тикшереүсе участковыйға шул кешеләрҙе фуфайкалары менән ауыл Советына саҡырырға ҡушты. Рәйсә менән Гүзәлдән башҡа ете кеше фуфайкаларын тотоп килеп китте, тик һауынсы Зөлфиә генә:

- Мин фуфайканы таба алманым, - тип килде.

- Ҡасан юҡ булды? – тине тикшереүсе.

- Үткән аҙнала бар кеүек ине.

- Табырға кәрәк булыр. Айһылыуҙың үлеменә фуфайканың бәйлелеге бар. Тикшереүсенең был һүҙенән Зөлфиә ҡурҡып китте. Ултырғысҡа лып итеп ултырып ҡуйҙы.

- Әстәғәфирулла тәүбә, ни һөйләйһең, улым. Зөлфиә тирләгән маңлайын һөртөр ҡуйҙы.

- Ул фуфаканы кем кейә торғайны?

- Үҙем, - тип һуҙҙы Зөлфиә.

- Ул көндә улығыҙ өйҙә инеме?

- Улым?! Юҡ! Ул бит дүшәмбе көндө үк китте. Айһылыу кесеаҙна үлде түгелме һуң? Зөлфиә һаман һушына килә алмай ине, улының дүшәмбе көндө китеүе генә бер аҙ тынысландыра төштө.

- Апай, фуфайканы табырға кәрәк. Берәйһе алып торманымы, урлап сыҡмағандармы?

- Эҙләрмен инде, эҙләрмен, - тип борсолоп сығып китте.

Рим Мансуровичтың тикшереү эшен бөтә ауыл күҙәтеп барҙы. Һәр кемдең был эшкә тиҙерәк нөктә ҡуяһы, үлтереүсене беләһе килде. Тикшереүсегә ярҙам итәһеләре килде. Тик нисек ярҙам итергә генә белмәнеләр. Ул төндө буран булыу эште күпкә ҡатмарлаштырҙы. аяҡ эҙҙәре ҡар  аҫтында ҡалғайны.

Фуфакалар менән эште өҙөп ҡуйыу маҡсатында Рим мансурович участковой менән Зөлфиәләргә китте. Үҙҙәре барып беләһеләре, күрәһеләре килде. Зөлфиә артыҡ ҙур булмаған йортта бер үҙе йәшәй ине. Утыҙ йәшкә етеп барған улы өйләнмәгән, ҡала ла эшләп йөрөй.

- Ҡартайҙым, ҡайт ауылға, тип саҡырып ҡарайым да ул, ҡайтмай. Ауылда эш юҡ, нимә эшләйем, - тип кенә яуапланы, - тип Зөлфиә зарланып алды.

- Фуфайканы улың кейә инеме? – тине тикшереүсе, хужабикәнең күп һөйләй башлағанын тойоп, конкрет эшкә күсте.

- Кейә ине, кәртә тирәһендә генә. Күпселек үҙем кейәм. Әллә ҡалаға алып киттеме икән? Зөлфиә һөйләнә-һөйләнә Өй эстәрен, веранданан фуфайка эзләй башланы. Ҡапыл иҫенә нимәлер төшкәндәй булып туҡтап ҡалды.

- Мунсаға кейеп барманымы икән? – тип сығып йүгерҙе. Бер аҙҙан фуфайка күтәреп килеп тә инде.

- Бына ул, эҙләгән әйбер. Ҡотомдо алды бит. Кейеп барған да инде ҡайтҡанда кейеп тормаған, - тине шатланып. Рим Мансурович фуфайканың һәҙәптәренә күҙ һалды. Аҫтағы һәҙәптең булмауы тикшереүсегә йән өрҙө.

- Бындағы һәҙәп ҡайҙа булған?

- Әллә, төшкәнме ни? – тине Зөлфиә тағы ла борсола төшөп.

- Ҡасан төшкән беләһегеҙме?

- Кесәһен ҡара әле, улым, унда юҡмы?

Рим Мансурович, кеҫәһенән тәмәке менән шырпынан башҡа бер нимә лә тапманы. Зөлфиә тиҙ генә һәҙәптәр йыйып барған һауытты алып килеп эсендәгеләрен өҫтәлгә ауҙарҙы. Тик унда һәҙәп табылманы. Эленеп торған кейемдәрҙе ҡарай башланы. Бер яҡ ситтә торған иҫке генә фуфайкала шундай һәҙәп тағылғанын күреп:

- Бына ул ҡайҙа тегелгән, - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Тикшереүсе һәҙәпте кеҫәһендәге һәҙәп менән сағыштырып ҡараны ла, бында эш бөттө тигәндәй һаубуллашып сығып киттеләр.

Рим Мансурович ауыл Советында ҡағыҙҙар менән булашып ултырғанда, Гүзәл килеп инде.

- Рим Мансурович, бына таптым һәҙәбен, - тип өҫтәлгә фуфайкаһын килтереп һалды. Тикшереүсе оҙаҡ ҡына һәҙәптәргә ҡарап торғандан һуң:

- Әйбәт, ҡайҙа булған? – тип һораны.

- Һәҙәптәр араһында ятҡан, - тине Гүзәл ҙур ҡәнәғәтлек менән. Башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә Гүзәлде ҡайтарып ебәрҙе. Гүзәл сығып киткәс, оҙаҡ уйланып ултырҙы. Шикле кешеләр исемлегенән уны һыҙыпғамы, юҡмы тип уйланды. Бөтөнләй һыҙып ташларға ҡулы барманы. Нимә эшләптер уның тотошо уға оҡшап етмәне. Гүзәлдә ниндәйҙер сер ятҡанын һиҙә ине. Тик ниндәй сер икәнен генә белә алманы. Оҙаҡ йылдар эшләү осоронда кешеләрҙең холоҡ-фигелен ярайһы ғына өйрәнгәйне.

 

                                                               10

 

Рәйсә фуфайканың һәҙәбеҡайҙа, ҡасан т!штө тип баш ватты. Эҙләмәгән урын ҡалдырманы, тик һәҙәп кенә табылманы. Фуфайкаһын элгестән алып өҫтөнә кейҙе лә һәҙәптәрен элә башланы. Ни ғәжәп тағы, бер һәҙәбе юҡҡа сыҡҡан. Тиҙ генә һалып һәҙәп урынын ҡараны. Бәй, һәҙәп киҫелеп алынған түгелме? Нимә була был? Кемгә кәрәк булды икән? Һуңғы көндәрҙә кемдәр килгәнен иҫкә төшөрә башланы. Байтаҡ ҡына кеше кереп сыҡҡан икән. Рауилдең хәлен белергә тип йыраҡтағы дуҫтары ла килеп киткәйне. Рәйсәнең башына келт итеп Гүзәлдең килгәне иҫенә төштө. Ул ниңә килгәйне? Һыйыр быҙаулағансы һөт биреп тор әле тип килгәйне. Эйе, тап шулай. Һөткә тип верандаға сығып китте. Гүзәл өйҙә бер үҙе ҡалды. Уға нимәгә ул һәҙәп? Әллә унда ла шундай ук фуфайка бармы икән? Башта беренсе юғалған һәҙәпте эҙләргә кәрәк тип, әсәйҙәренә барырға булды. Ә был киҫеп алынғанын тиҙ арала Рим Мансуровичҡа әйтергә кәрәк буласаҡ, тип, уйлап ҡуйҙы. Рәйсә әсәһенә барып ингәс тә:

- Әсәй, был фуфайканың һәҙәбе һеҙҙә төшөп ҡалмағанмы? – тип үҙен борсоған һорауҙы бирҙе.

- Әллә шул, ҡыҙым, юғалғанмы ни? – тип һорауға һорау менән яуап бирҙе.

- Эйе шул, әллә теге көндө төшөп ҡалған, табалмайым. Рәйсә эҙләнә башланы. Һарайҙан бер кергәнен дә фуфакаһы нимәгәлер эләккән кеүек булғайны. Иҫенә төштө. Өсөнсө кергәнендә булды шикелле. Веранданан һәҙәпте табып алды Рәйсәнең күңеле бер аҙ тынысланғандай булды.

- Таптым, әсәй, - тип һөйөнсө алды. Бер һәҙәбенең табылыуына шатланып, Рәйсә ҡайтып китте. Хәҙер икенсеһенең осона сығырға кәрәк. Тикшереүсе һәҙәпте тапмайынса тынысланмаясаҡ.

Рим Мансурович Рәйсәнең әсәһенең йорто Хәмиттәрҙең баҡса артында ғына булыуына ғәжәпләнеп ғуйҙы. Ара йыраҡ түгел, бик теләгәндә барып та килеп була. Шуға ла ул Рәйсәнең әсәһе Зәйтүнә апай йортона барҙы.

Зәйтүнә апай тикшереүсене үһ йортона ни өсөн килеүен белмәһә лә, йөрәге жыу итеп китте. Бер нимә лә һиҙҙермәйенсә асыҡ йөҙ менән йылмайып ҡаршы алды. Рим Мансурович өйҙә, ишек төбөндә ятҡан быҙауҙы күреп:

- Күҙ теймәһен, ҡотло булһын! Һыйырығыҙ быҙаулап биргән икән, - тине.

- Аллаға шөкөр, быҙаулап бирҙе. Әйҙә, үт, балам. Күреп торам, йомошоң барҙыр.

- Бар ине. Үтеп тормайым, ошонда ғына.

- Ишек төбөндә тормайҙар инде, ярамай. Аяҡ кейемеңде һалма, ҡыш бысыраҡ булмай ул. Рим Мансурович түргә сыҡмаһа ла, бәләкәй яҡтың өҫтәле янына килеп ултырҙы.

- Зәйтүнә апай, һыйырығыҙ ҡасан быҙаулап бирҙе? – тине ул.

- Айһылыу үлгәндең икенсе көнөнә.

- Айһылыу үлгән көндә Рәйсә һеҙҙә булдымы?

Эйе. Иртән генә ҡайтып китте. Уй, аяҡтарым һыҙлай. Һыйыр быҙауларға тулышып бөткән, шуға саҡырғайным. Айһылыуҙы әйтәм бик аҡыллы һәйбәт бала ине. Ғүмере ҡыҫҡа булған инде. Үлеү сәбәбен белдегеҙме әле?

- Әлегә юҡ. Рәйсә һыйыр ҡарарға төндә нисә тапҡыр сыҡты?

- Әллә ҡыҙымдан шикләнәһегеҙме?

Зәйтүнәнең тауышы ҡалтырап китте.

- Эшем шундай. Барыһын да белергә тейешмен.

- Өс тапҡыр сығып инде.

- Сәғәт нисәләрҙә сыҡты?

- Юҡ шул, сәғәткә ҡараманым.

- Оҙаҡ йөрөнөмө?

- Оҙаҡмы тип, нисә минутлап икәнен әйтә алмайым. Зәйтүнә босоуға төштө. Юҡҡа ғына һорашмай, ҡыҙымдан шикләнә, тип уйлап ҡуйҙы. Тикшереүсе, хужабикәнең уйға сумғанын күреп:

- Зәйтүнә апай, мин бөтәһен дә белергә тейеш. Рәйсәнең ғәйебе юҡ икәнен беләм. Бөтәһен дә белмәй тороп айһылыуҙың үлемен бер нисек тә асыҡлай алмаясаҡбыҙ. Шуға тикшерәбеҙ бит...

- Мин һеҙҙе аңлайым. Рауил кейәү менән Айһылыу хаҡында халыҡ телендә һүҙ сыҡҡайны. Шуға ҡыҙымдан шикләнәһегеҙ. Ҡыҙым көнләште. Ҡыҙым ундай юлға бара торғандарҙан түгел. Тәрбиәһе шулай!

- Зәйтүнә апай бер үк тыныслан. Рәйсәне берәү ҙә ғәйепләмәй. Шулай ҙа иҫегеҙгә берәй нимә төшһә, хәбәр итерһегеҙ, - тип тикшереүсе һаубуллашты.

Рим мансурович сығып киткәс, Зәйтүнә тиҙ генә тыныслана алманы. Башы әйләнеп киткәндәй булды. Йығылып китмәҫ өсөн, диванға ултырҙы. Ул ҡыҙының насар эшкә бармауын белһә лә, ни өсөн һуңғы сыҡҡанында оҙаҡ йөрөп инде әле, тигән уй килде. Ҡыҙы оҙаҡ инмәй торғас һыйыр быҙауланымы икән, тип уйлап өҫтөнә кейеп сығырға уйлағайны. шул саҡ ҡыҙы килеп инде.

- Әллә, быҙауланымы? – тип ҡаршы алды ул.

- Юҡ. Буран шаулауын тыңлап йөрөнөм, тип яуап биргәйне. Ҡыҙының өҫтө ҡарлы, һарай эсендә торған кешегә оҡшамағайны.

Әле тикшереүсе килеп, шул төн хаҡында һорашып китте. Ни өсөн икән? Диванда ултырып эш сыҡмаҫ, тип, тороп кейенде лә, һыҙлаған аяҡтарын көскә һөйрәп, ҡыҙына юлланды.

Зәйтүнә ҡыҙына үҙенең борсолруын һиҙҙермәҫкә тырышты. Кейәүенең хәлдәрен һорашты. Ейәнсәре менән һөйләшеп алды. Ҡыҙына ла ҡараштырып алды. Күңелендәге һорауҙар уға тынғылыҡ бирмәй ине. Бер аҙҙан:

- Бөгөн миңә тикшереүсе килеп китте, - тине.

- Нимә һорай?

Һорай инде. айһылыу үлгән төндә ҡыҙың һиндә булдымы, нисә тапҡыр сығып инде, ти. Нимәгәлер шикләнә.

- Һин нимә тинең?

- Һөйләнем инде. Өсөнсө сыҡҡаныңда оҙаҡ торғаныңды әйтмәнем. Ҡыҙым, һөйләп бир, әсәйеңдән бер нимә лә йәшермә. Ни өсөн оҙаҡ торҙоң? Тикшереүсе килеп киткәнән бирле үҙемә урын тапмайым. Ҡайҙа йөрөнөң? Төҫөң ҡасҡан ине, әсә йөрәге һиҙә ул.

- Борсолма, әсәй, бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем. Тыңла улайһа, бөтәһен дә һөйләйем. Һарайға кереп сыҡҡас, Айһылыуҙарҙа ут барлығын күреп ҡалдым. буран бер аҙ баҫыла төшкәйне. Күңел тыныс түгел бит. Таң алдынан нишләп йоҡламайҙар, тим. Күңелдә көнсөллөк ҡуҙғалды. Рауил унда йөрөмәйме, тигән уй килде. Киттем баҡса артынан. Бапта-сума барып еттем. Һарайҙары янына барып еткәс, туҡтап ҡалдым. Ишектән кемдер сығып килә ине. Йәшерендем. Йөрәгем сығарҙай булып тибә. Рауил ғына була күрмәһен, тим. Был ҡатын-ҡыҙ булып сыҡты, башына шәл ябынғайны. Ишектән сыҡҡас төрлө яҡҡа ҡаранып алды ла шәп-шәп атлап китеп барҙы.

- Таныныңмы?

- Битен ҡаплағайны. Кәүҙәһе Гүзәлдекенә оҡшағайны.

- Азамат ҡатынымы?

- Эйе. Нимә эшләп йөрөй икән тип, өйгә кермәйенсә тәҙрәнән ҡараным.Кеше күренмәне. Кире өйгә атланым.

- Шунда ук миңә һөйләргә булған. Бәлки Айһылыуҙы ҡотҡарып булыр ине.

- Өйҙә бер кем күренмәне бит. Белһәм үҙем дә ингән булыр инем.

- Ҡыҙым, бөтәһен дә тикшереүсегә һөйләп бирергә кәрәк.

- Юҡ, кәрәкмәй. Сығып барыусыны таныманым. Үҙемдән күрерҙәр. Көнләшеп үлтергән тип әйтерҙәр. Шаһит юҡ, ышанмаясаҡтар.

- Тикшереүсе юҡҡа ғына килмәгәйне, ҡыҙым, нимәлер һиҙенә. Баҡсала аяҡ эҙең ҡалғандыр.

- Айһылыуҙың үлгәнен ишеткәс, Рауил эшкә киткәс, һиңә тағы килдем бит, һыйыр өсөн түгел, аяҡ эҙҙәрен ҡарарға. Эҙҙәрҙе буран ҡаплағайны. Тынысландым.

- Әллә инде, ҡыҙым, үҙеңде алып китһәләр? Берәйһе һине күргән булһа?

- Кем күрһен?

- Һин бит күргәнһең. Ҡыҙым һөйләп бир. Үлтереүсе бәлки тиҙ табылыр. Ғәйебең булмаһа, ҡурыҡма.

Ул төндә Рәйсәне күреүсе булманы. Баҡса артынан йөрөүсене бер кем күрә лә алмаҫ ине. Шулай ҙа Рәйсә шикләнә. Үҙе менән булғанды һөйләп бирергәме, юҡмы тип уйланды. Тикшереүсе нимәлер белгәнсе үҙең һөйләп биреүең хәйерле булыр тигән фекергә килде. Әсәһе дөрөҫ әйтә. Фуфайканың һәҙәбен кемдер киҫеп алыуҙы ла һөйләргә кәрәк.

Икенсе көндө иртән барыһын да һөйләргә тип ауыл Советына китте. Рим Мансурович килеп етмәгәйне. Килгәс тә беҙгә барһын, тип әйтеп ҡайтып китте. Балаһы өйҙә бер үҙе генә ҡалғанға көтөп тора алманы.

Рим Мансурович хәбәрҙе алғас та Рәйсәләргә китте.

- Саҡырғайным, - тине лә ҡаушап китте Рәйсә. – Һүҙҙе ҡайҙан башларға икән?

- Тыңлайым һеҙҙе, Рәйсә, - тине тикшереүсе.

- Оҙаҡ йөрөттөм. һөйләп бирмәйенсә булдыра алмам. Намыҫым борсой. Алдан ук әйтеп ҡуям: минең ғәйебем юҡ.

Рәйсә ул төндә нимә булғанын бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Һөйләгәс, уға еңел булып китте. Ниндәйҙер бер ауыр йөтө иң башынан алып ташлағандай булды.

- Сығып барыусыны берәйһенә оҡшатманыңмы?

- Кем тип кенә әйтһәм дә яңылыш булыр тип ҡурҡам. Кәүҙәһе Гүзәлдекенә оҡшағайны.

- Шулаймы? Ул фуфайкаһын кисә килтереп күрһәтте, юғалтҡан һәҙәбен тапҡан.

- Уларҙа ла шундай фуфайка бармы?

- Эйе.

- Ул фуфайканың һәҙәбе булыу-булмауы бик кәрәкме?

- Айһылыуҙар өйөндә ошо һәҙәп табылды, - тип Рим Мансурович һәҙәпте сығарып күрһәтте. Ә уларҙа ундай фуфайҡа юҡ.

- Бына эш нимәлә? Мин юғалтҡан һәҙәпте таптым, әсәйемдәрҙә шул төндә төшөп ҡалған булған. Тик тағы бер һәҙәпте юғалттым, - тип фуфайканы күрһәтте. Быныһы киҫеп алынған.

- Кем алырға мөмкин һуң?

- Белмәйем. Килеп-киткәндәрҙе иҫләп сыҡҡайным, улар араһында Гүзәл дә бар. Ул һөт һорап килгәйне.

- Һиндә һәҙәп юғалған, ә унда табылған. Бик ғәжәп.

 

                                                              11

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас