

Риф Хәжиәхмәт улы Йөҙлөкбаев Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылында йәшәй.
Урта мәктәпте, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хикәйләре, повестары республика матбуғатында донъя күреп тора.
11
Хәмит Айһылыу үлгәс бер нисә көн эсеп йөрөнө лә эсеүен ташланы. Һуңғы көндәрҙә айһылыуҙы нык һағына. Бөтә төшкән фоторәсемдәрҙе ҡарай-ҡарай иланы. Ярай әле фотолар ҡалған. Уларға ҡарап күңелен йыуата.
Айһылыуҙы һуңғы юлға оҙатырға ҡәйнәһе, ҡайныһы килгәс, уға бигерәк ауыр булды.
- Мине ғәфү итегеҙ, ҡыҙығыҙҙы һаҡлай алманым, - тип иланы.
Улар Хәмитте яҡшы белә ине. шуға ла уны ғәйепләмәнеләр.
- Балаларҙы яңғыҙ үҙеңә ҡарауы ауыр булыр. Беҙ ҙә ярҙамлашһаҡ, риза булырһыңмы? – тине ҡайныһы Хәмиткә.
- Үҙем ҡарайым, Айһылыу хаҡына, бер кемгә лә бирмәйем, - тине Хәмит.
Хәмит аталарына күсеп ҡайтты. Эшкә йөрөгәс, балаларын өйҙә үҙҙәрен генә ҡалдырып китә алмай ине. Малдарын да күсерҙе. Көндөҙ эштә ваҡытын үткәреп ҡайтһа лы, кистәрен, төндәрен үткәреү бик ауыр ине уға. Айһылыуҙы уйламаған минуты юҡ. Үҙен ныҡ битәрләне. Әллә ниңә көнләшә башланы бит. Шуға күрә һуңғы ваҡытта ныҡлап ҡына һөйләшмәнеләр ҙә. Гел асыулы йөрөнө. Нахаҡҡа рәнйеткән булған икән. Ана тикшереүсе, ҡатының һиңә тоҡро булған, береһе менән дә йөрөмәгән, тине. Ауыл халҡының да мәғнәһеҙлеге аптырата уны. Хәмит үҙе лә ышанды шул һүҙҙәргә. Ышанмаған булһа, бәлки бөгөн яңғыҙ аҡҡош кеүек моңайып ултырмаҫ та ине. Белә ине бит ул Айһылыуҙың үҙен генә яратҡанын.
Айһылыу артынан йөрөүсе егеттәр байтаҡ булды. Уның сибәрлегенә береһе лә битараф ҡала алманы. Тик Айһылыу уларҙы, егетем бар, тип бора торҙо. Ә Хәмитте оҡшатты ла ҡуйҙы. Көткән егетем ошо булғандыр, тип уға кейәүгә сыҡты. Ҡалала матур ғына йәшәп ятҡанда Хәмит ауылға ҡайтаһы килеүе тураһында ҡатынына әйтте. Уныһы ҡаршы килмәне.
Хәмит төндәр буйы Айһылыу менән йөрөй башлаған көндән алып һуңғы көнөнә саҡлы бергә үткәргән саҡтарын иҫкә алып ята. Үҙенең ни арала яңғылышлыҡ ебәргәнен беләһе килде. Йәне, тәне менән ҡатынына ышана ине бит. Нисек улай ышанысты тиҙ юғалты һуң? Үкенә лә, ләкин бер нимәне лә кире ҡайтарып булмай.
Хәмиттең ул төндә кем килгәнен беләһе килде. Үҙе лә төрлөсә фекер йөрөтөп ҡараны. Ир кеше булһа, төндә ишек асмаҫ ине. хәмит өйҙә юҡтҡ ишекте гел бикләй торғайны. Берй ҡатын-ҡыҙ килгәндер. Кем булды икән? Ул ошо һорауҙарҙы башында йөрөтөп бер нисә көн үтеәс, үҙе ауыл Советына тикшереүсе янына китте. Рим Мансурович сығып килә ине.
- Мин һеҙҙең янға килә инем, - тине хәмит.
- Әйтер һүҙең бармы? – тип кире боролдо тикшереүсе.
- Кереп тормаһаҡ та була, ошонда ғына әйтәм дә. Рим мансурович, минеңсә, ул төндө ҡатын-ҡыҙ килгән булырға тейеш, - тине.
- Ниңә улай уйлайһың?
- Ирҙәргә ишек асмаҫ ине.
- Бик таныш кеше булһа. Йәки һин тип уйлап асһа.
- Шулай ҙа ҡатындар ирҙәренән көнләште. Тырнаҡ эҙе лә бар ине. Ирҙәр тырнашмай шикелле. Был һүҙгә икеһе лә йылмайып ҡуйҙы.
- Фекрләүең дөрөҫ. Әллә шикләнгән кешең дә бармы?
- Юҡ. Үҙемсә генә шулай уйланым, - тине Хәмит, тағы ниәнелер йәшерә, тип уйламаһа ярар ине тип борсолоп та ҡуйҙы.
- Ярай улайһа. Бөттөмө һүҙең? – тине Рим Мансурович атлай биреп.
- Эйе, - тип Хәмит тә ҡайтыр яҡҡа атлай башланы..
Рим Мансурович Гүзәлдәргә барырға тип сыҡҡайны. Хәмиттең һүҙҙәре лә уларға барырға кәрәклеген раҫланы, шикелле.
Һәҙәпте ҡайҙан таптығыҙ? – Рим Мансурович Гүзәлдәргә барып ингәс тә шундай һорау бирҙе.
- Өйҙән. Ниңә улай тип һорайһығыҙ?
- Рәйсәнең фуфакаһының бер һәҙәбе юғалған. Һәҙәп юғалған көндө һин дә уларға барғанһың
Гүзәл ҡыҙара бирҙе, бер аҙға ҡаушап киткәндәй булды. Рим Мансурович Гүзәл менән ҡатыраҡ һөйләшергә кәрәклеген аңлап алғайны. Уның тиҙ генә һүҙен табып, ысын яуаптан ситләшкәнен дә тойҙо.
- Барғайным шул, һөт кәрәк ине.
- Һәҙәп һинең арттан юғалған, нимә эшләйбеҙ?
- Мин теймәнем, мин ундай кеше түгел. Рәйсә әйтер ул. Кем белә бөтә ғәйепте миңә ауҙарырға теләйҙер. Тегелгән һәҙәпте тиҙ генә алып та булмайҙыр.
- Киҫеп алынған.
- Улайһа белмәйем. Уларға инеүсе бер мин генә булмағанмындыр?
- Айһылыу үлгән төндө һине урамда күргәндәр, - тине тикшереүсе, әлбиттә, был һүҙҙе юрамал ғына әйтте, нимә тип яуап бирер икән, тип.
- Минеме? Кем күргән?
- Кем күргәнен миңә әйтергә ярамай. Судта ғына билдәле буласаҡ.
- Ҡайҙа барҙың, әйт? Ул Гүзәлгә уйланырға ирек бирмәне.
- Урамға сығып, Азаматты ҡарағанмындыр. Ҡайтманы бит.
- Сәғәт нисә ине?
- Ҡайҙан беләйем. Сәғәткә ҡараманым.
- Башыңда мамыҡ шәл инеме? Гүзәл был һорауға аптырап китте. Ҡайҙан белә? – тигәндәй тикшереүсегә ҡарап ҡуйҙы.
- Эйе, - тип әйтергә мәжбүр булды.
- Ҡайҙа тиклем барҙың?
- Йыраҡ китмәнем, өй тирәһендә генә йөрөнөм, - тине Гүзәл, артығын ысҡындырыуҙан ҡурҡып. Тикшереүсе нимәнелер һиҙенеп төпсөнәлер, тип уйлап ҡуйҙы.
12
Гүзәл менән Азамат туҙа танышты. Азамат – кейәү егетенең шаһиты, ә Гүзәл ҡыҙҙың шаһиты ине. Ул Азаматты бер күреүҙән оҡшатты. Шуға уны нисек кенә булһа ла үҙенә ҡаратырға тырышты. Уның янында бөтөрөлдө. Азамат ҡына уға артыҡ иғтибар бирмәне. Сөнки уның йөрөгән ҡыҙы бар ине. Гүзәл уның ҡыҙы барлығын белгәсм, асыуы килде. Ошондай бәһлеүәндәй егет башҡаныҡы булһын әле. Ул үҙенә Азаматты ҡаратырға, йөрөгән ҡыҙынан тартып алырға һүҙ бирҙе. Нисек кенә булһа ла уны үҙенең ире итәсәк ул.
Төнгө өскә тиклем барған туйҙы ташлап йәштәр күрше йортҡа ҡуна инделәр. Шундай ғәҙәт бар: йәш кәләш менән кейәү йоҡлаған йортта уларҙың шаһиттары ла булырға тейеш. Кейәү менән ҡыҙ бер бүлмәгә, Гүзәл менән Азамат икенсе бүлмәгә урынлашты. Шул төндө бер караутта төн үткәрҙеләр. Эсеп алған Гүзәл менән Азамат бер-береһенә һыйынышмайынса оҙаҡ ята алманылар. Гүзәл үҙе башлап Азаматты ҡосаҡлап үбергә тотондо. Азаматҡа нимә бары буйһонорға ғына ҡалды. Мөмкинселектән файҙаланып ҡалырға тырышты. Улар ҡосаҡлашып, үбешеп төн үткәрҙе. Гүзәлдең тығыҙ, тулы кәүҙәһен ҡосаҡлау, иркәләү Азаматҡа ла оҡшап ҡуйҙы. Ҡыҙ бер ҡаршылыҡ та күрһәтмәне, барыһына ла риза ине. Азамат нәфсеһенә баш була белде, йөрөгән ҡыҙына хыянат итеүҙән ҡурыҡты.
Дүрт көн буйына барған туйҙа улар ярайһы ғына дуҫлашып алды. Гүзәл Азамат янында иғтибарлы, мөләйем, алсаҡ ҡыҙ булып күренергә, туй мәжлесен күңелле итеп үткәрергә тырышты. Шуға ул йырланы, бейене, ҡыҙыҡ һүҙҙәр һөйләне. Азамат уны оҡшата башлағандай булды. Уның янында уға рәхәт ине. Туйҙар үтеп китте.
Уларҙың бер ҡалала йәшәүе уларға тиҙ осрашырға, аралашырға мөмкинселек бирҙе. Азаматтың йөрөгән ҡыҙы ауылда мәктәптә уҡыта ине. Шуға улар аҙна уртаһында ғына осрашыр булдылар. Ҡалала – Гүзәл менән, ауылға ҡайтҡанда уның менән осрашты.
Бер осрашҡанда Гүзәл Азаматты туғандарына алып китте. Беренсе тапҡыр ир менән ҡатын кеүек улар шунда йоҡланы. Уларҙың икеһенә лә был күренеш оҡшап китте. Шул көндән башлап улар тура килгән һайын йоҡланы. Ярты йылдан һуң Гүзәл Азаматҡа үҙенең балаға үҙғанын әйтте. Был көтөлмәгән һүҙҙән егет тәүҙә ҡаушап китһә лә, үҙен тиҙ ҡулға алды.
- Унда минең ғәйебем юҡ. Һин үҙең теләп минең менән йоҡлап йөрөнөң, - тине.
- Мин һине яратам. Һинән башҡа йәшәй алмайым. Бер үк мине кире ҡаҡма, - тип илап ебәрҙе.
- Барыһын да үҙең хәл ит. башҡаса яныңа килмәйәсәкмен, - тип ауылына һөйгән ҡыҙы янына ҡайтып китте.
Гүзәл илай-илай балаһын төшөрттө. ауылда ҡыҙы Азаматты көтмәгән икән, күрше егетенә кейәүгә сыҡҡан да ҡуйған. Азамат Гүзәлде эҙләп ҡалаға кире килде. Аборт эшләткәнен белһә лә, Гүзәлгә өйләнеп, уларҙың ауылына йәшәргә ҡайттылар. Азамат үҙ ауылына ҡайтырға теләмәне. Нисек һөйгәненең күҙенә күренә алһын инде. Хурлығы бар!
Байтаҡ йылдар бергә йәшәһәләр ҙә уларҙың балалары булманы. Гүзәл башҡаса ауырға ҡала алманы. Эшләгән хаталарым өсөн ошолар яҙа, тип Азамат үҙенең яҙмышы менән килеште.
Азамат Айһылыуҙы үҙенең һөйгән ҡыҙына оҡшатты. Нимәһелер уға тартҡан. Айһылыуҙы оҡшатһа ла, уға был турала әйтергә баҙнат итмәне. Хәмиттәрҙең ауылға ҡайтып төшөүе, Айһылыуҙың булыуы Азаматҡа ниндәйҙер йәшәү көсө өҫтәгәндәй булды. Күңеленең буш урынын тултырғандай тойҙо. Бер маҡсатһыҙ, мәғнәһеҙ йәшәп ятыуҙан йәм таба башланы. Айһылыуҙы күреү ҙә, уға дәрт, көс бирә. Шуға булһа кәрәк быға тиклем йәшәлгән ғүмере өсөн Гүзәлдән үс ала башланы. Тура килгән һайын уны битәрләй, рәнйетә. Барыһын да һиҙеп торған Гүзәл Айһылыуға асыу тотто, тормошона килеп кереп аҫтын-өҫтөн килтереүҙән ҡурыҡты.
Айһылыу үлгән тигн хәбәрҙе ишеткәс, Гүзәлдең күңеле төбөндә ниндәйҙер йылылыҡ үтеп киткәндәй булды. Тынысланып ҡалды. Ул ғына түгел күп ҡатындар еңел тын алып ҡуйҙы. Айһылыуҙың кәрәгенән артыҡ сибәр булыуы, күпселек халыҡтың ҡыҙым, балам тип тороуы уларҙың һарыуын ҡайната ине.
Аңламаҫһың был әҙәм балаһын. Үҙеңдән өҫтөн, яҡшы булғанды күрә алмай, көнләшә. Ундайҙарҙан өлгө алыу урынына, киреһенсә, уны дошман күрә, тура килгән һайын батырырға тырыша. Минән өҫтөн булырға уның хаҡы юҡ тигән фекер йөрөтә. Ә насар булып, йүнһеҙ булып йөрөһә, эстән генә һөйөнә.
үзәл айһылыуҙың сибәр булыуын, етмәһә Азаматтың гел уны маҡтап һөйләүен үҙенсә аңланы. Тимк, ул яҙмышына, тормош һуҡмағына килеп кергән кеше. Һуҡмаҡтан уны төртөп сығараһы, алып ташлайһы килде. Гүзәл Айһылыу тураһында шулай уйланы. Береһе лә уның бары Хәмитте генә өҙөлөп яратыуын, уның саф күңелле, тоғро ҡатын икәнен күрмәне һәм күрергә лә теләмәне, буғай. Хатта ире Хәмит тә аңламаны.
13
Рим Мансурович йыйыған ҡағыҙҙарын ҡат-ҡат ҡараштырҙы. Түңрәкте ҡыҫа башларға кәрәк, тап уйлап ҡуйҙы. Ирҙәр вариантын ситкә ҡуйыр, ҡатын-ҡыҙҙарға нығыраҡ баҫым яһарға кәрәктер., тигән фекер менән участка милиционерына Хәмиттең өйөн йылытырға, балаларын ҡайтарып торорға ҡушты. Ә Рәйсә менән Гүзәлгә фуфайкаларын кейеп, ул төндә нисек кейенгәндәр шулай кейенергә ҡушты. Осрашыу үткәрәбеҙ, тип аңлатты. Ҡараңғы төшкәс, киске унға.
Хәмиттәрҙең өйөнә йыйылырға ҡушты. Шунда нимәлер асыҡланырға тейеш. Әгәр ҙә асыҡланмаһа, ул сағында нимә эшләргә? Рим Мансурович ул турала уйламай торорға булды. Башҡа сара юҡ.
Икенсе көнгә киске сәғәт унға барыһы ла йыйылыр бөттө. Рим Мансурович Хәмиттең ҡыҙ Айгәлгә караутҡа ятырға ҡушты. Бер Рәйсәне, бер Гүзәлде ишектән сығарҙы. Айгөлдән:
- Ҡайһыһы теге төндә сығып барған кешегә оҡшай, - тип һораны Рим Мансурович. Айгөл ҡайһыһы тип кенә беренсе сығарыуҙа өҙөп әйтә алманы. Биш йәшлек Айгөл өсөн был ҙур мәсьәлә ине. Ләкин Рәйсә менән Гүзәлде бутау мөмкин түгел. Рәйсә бер башҡа тиерлек Гүзәлдән оҙон. Икенсе сығарғанда, Айгөл Гүзәлгә төртөп күрһәтте.
- Ниңә миңә күрһәтәһең? – тип Айгөлгә асыуланды. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән кешеләй тотто. – Ошо бала һүҙенә ышанып мине ғәйепләргә уйлайһығыҙмы? Юҡ, барып сыҡмаҫ, - тип ярһыны.
- Тыныслан, Гүзәл, ғәйебең юҡ икән, береһе лә ғәйепләмәҫ. Тағы бер тиҡшереү үткәрәбеҙ.
- Тағы ниндәй тикшереү? – тине Гүзәл.
- Хәҙер тышҡа сығабыҙ, - тине тикшереүсе. Рәйсә һарай янына барып баҫты. Гүзәлгә ишектән сығырға ҡушты. Рәйсә Гүзәлде шунда ук таныны. Рим Мансурович янына килеп:
- Оҡшаған, ләкин йөҙөн күреп булманы, - тине.
Барыһы ла яңынан өйгә инделәр.
- Бына ошо һәҙәп бында табылды. Был һәҙәп, Гүзәл һинең фуфайканыҡы, нимә тиерһең?
- Фуфаканың һәҙәптәре урынында минең, - тине бер аҙ тынысланған Гүзәл.
- Бер һәҙәбе юҡ ине, һиндә табылды, Рәйсәнеке юғалды, быны нисек аңлатаһың?
- Рәйсә үҙе аңлатһын.
- Киҫеп алғанһың. Анализға бирәсәкбеҙ. Ни өсөн килдең Айһылыуҙарға?
- Ҡасан? Кем күргән?
- Күреүсе булған. Әле генә өйҙән сығып барғанды Рәйсә дөрөҫләне.
- Ул күргән икән, тимәк, ул бында булған булып сыға. Нишләп йөрөгән ул? Һорағыҙ? Юҡҡа килмәгәндер?
- Мин ул төндә әсәйҙәрҙә инем.Һарайға һыйыр ҡарарға тип сыҡҡайным. Хәмиттәрҙә ут яна. Дөрөҫ мине лә көнсөллөк килтерҙе. Баҡса артынан килергә булдым. Шул саҡ һин ишектән сығып килә инең, Гүзәл. Һине күргәс тә өйгә инеп торманым. Рауил булмағас, һөйөндөм дә кире киттем.
Гүзәл өндәшмәне.
- Гүзәл, ни өсөн килгәйнең, һөйләп бир, - тине Рим Мансурович, юғары тонда. Айһылыуҙың битендәге яра эҙе һинеке. Гүзәл бер аҙҙан үкһеп илап ебәрҙе.
- Тыныслан, - һыу алып бирҙеләр.
- Минең ғәйебем юҡ. Мин үлтермәнем.
- Шулай булғас, барыһын да һөйләп бир. Һөйләп бирһәң, ғәйебең кәмер.
- Хәмиттәр ауылға күсеп ҡайтҡас, өйҙә тынғылыҡ юғалды. Азамат Хәмиттең сибәр, һөйкөмлө тип гел Айһылыуҙы маҡтаны. Мине уның менән сағыштырҙы. Ауылда Айһылыуҙың Рауил менән йөрөй тигән һүҙ таралғас, Азаматты көнләшә башланым. Гел районға бергә йөрөнөләр. Иремде лә аҙҙырыр инде, тип борсолдом. Көнләшкәнемде Азамат та белде. Һуңлап ҡайтһа, Айһылыу янында булдыңмы тип битәрләнем. Ә ул бер эсеп ҡайтҡанында, һин Айһылыуҙың тырнағына ла тормайһың!. Һин йәмһеҙ, ниңә матур түгелһең, тип туҡманы. Бала табырға ла эшкинмәйһең бит, тип иң ауыртҡан еремә тейҙе.
Гүзәл тағы ла илап ебәрҙе.
- Балам булманы шул. Айһылыу минең урынды алыр кеүек тойолдо. Башыма төрлө уйҙар килде. Ә ул төндә Азамат ҡайтманы. Башыма беренсе килгән уй шул булды: Азамат Айһылыу янында. Хәмиттең ул көндө эсеп йөрөгәнен күргәйнем. Тәҙрәнән күҙҙе алмай тышты күҙәттем. Илай-илай урамға сығып ҡараным. Бер кем күренмәне. Улар һөйләшәләрҙер кеүек тойолдо. Күңелдә көнсөллөк ҡайнай. Киттем Айһылыуҙарға. Ишектәрен шаҡып астырҙым. Айһылыу, кем бар уеда, тип һорап та тормай ишек асты. Күрәһең, Хәмиттер тип уйлағандыр. Мине күргәс, ҡурҡып китте.
- Хәмит менән нимә булды? – ти.
- Хәмитеңде белмәйем, ҡайҙа Азамат? – тип ғысҡырҙым.
- Азамат беҙҙә булырға тейеш инеме ни? – тине тыныс ҡына.
- Кем белә һине, ирҙәрҙе аҙҙыра башланың бит инде, - тип ҡысҡырҙым ярһып. Хәмит, ғәфү ит, айһылыу тураһында шулай насар уйлағанға. Хәмит бер һүҙ өндәшмәй аҫҡа ҡарап ултыра бирҙе. – Мир ҡалдығы, үлтерәм мин һине, тип муйынына йәбештем. Ныҡ ярһығайным. шунда тырнағым уның битен сыйып ебәрҙе. Минең был ҡыланышымдан Айһылыу юғалып ҡалды.
- Гүзәл апай, сығығыҙ! Миңә һеҙҙең ир кәрәкмәй! Мин Хәмитте генә яратам, - тине.
- Беләм мин һине кәнтәйҙе, - тип этәп ебәрҙем, ул йығылмаҫ өсөн минең фуфайкаға йәбеште. Күрәһең, шунда һәҙәп өҙөлөп киткәндер, иғтибарға алманым. Фуфайкаға тотонғанға асыум килеп тағы ла этеп ебәрҙем дә боролоп сығып киттем.
Хәмит урынынан һикереп торҙо ла:
- Их, Гүзәл, нимә эшләнең һин, үҙеңде үлтерәм, - тип Гүзәлгә йәбеште. Милиционер Хәмитте алып сығып китте.
- Мин белмәнем, уның башы бәрелгәнен. Мин үлтермәнем уны, үлтермәнем! – тип илап ебәрҙе. – Шулай буласағын белһәм, ташлап сыҡмаған булыр инем, берәй сара күрер инем. Таң атҡас ҡына ишеттем Айһылыуҙың үлгәнен. Нимә эшләргә белмәй йөрөнөм. Барыһын да һөйләп бирергә ҡурыҡтым. Аңлағыҙ мине: үлтермәнем, үлтермәнем! – тип иҙәнгә бөгөлөп төштө.
...Икенсе көндө иртән ябалаҡлап ҡар яуа башланы. Айһылыуҙың ҡара ҡәбер тупрағын ап-аҡ ҡар ҡаплап китте. Хәмит ҡалаға барып ҡып-ҡыҙыл сәскәләр алып ҡайтты ла Айһылыуҙың ҡәберенә һалды. Иҫән сағыңда ҡыҙыл сәскәләр ярата инең. Ғәфү ит мине, Айһылыу, ғәфү ит, тип ергә тубыҡланды.
2000-2001-се йылдар, Яңы Ҡыйышҡы.