

Еңел ризыҡ
Бер төндө оло ғына кеше асыҡ яланда ҡалған. Ул ҡырағай йәнлектәрҙән ҡурҡып, ағас башында ҡунырға ҡарар иткән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ағас аҫтына яраланған төлкө шыуышып килгән. Ул нисек итеп ризыҡланыр, нисек итеп һыуһынын ҡандырыр икән, тип кеше уның артынан күҙәтергә тотонған.
Бер ни тиклем ваҡыттан болан һөйрәп килгән арыҫлан күренгән. Йыртҡыс табышын ағасҡа тиклем килтереп еткергән дә уны ботарлап, туйғансы ашаған. Ә түшкәнең ҡалғанын ағас аҫтына йәшереп, күҙҙән юғалған. Төлкө көс-хәл менән шыуышып килеп, емтек менән ризыҡланған.
Ағас башында ултырған ҡарт:
– Бына бит! Аллаһы Тәғәлә яралы төлкөнө ас ҡалдырманы. Ул ризыҡты аяҡ аҫтына уҡ килтереп ҡуйҙы. Ә мин ни өсөн күмпе йылдар дауамында үҙемдең эшемдә этләнәм икән? Мине лә ярҙамынан ташламаҫ әле, тип торлаҡ тапҡан да көтә башлаған. Бер көн үткән, ике, өс... Ахырҙа аслыҡтан уны йоҡо баҫҡан. Төшөндә уға бер тауыш:
– Эй, аҡылһыҙ кеше! Ни эшләп сәләмәт көйө меҫкен хәлендә ятаһың? Үҙеңде имгәнгән төлкө итеп хис иткәнсе, арыҫлан кеүек бул, әйҙә, башҡаларға ла һинән файҙа булһын! – тип өндәшкән.
Ысынлап та, донъя көтөү – күктән көтөү түгел. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе яратлҡан икән, тимәк, беҙ ул юлды лайыҡлы үтергә, мәрхәмәтле булырға тейешбеҙ. Уның ҡөҙрәте киң, ә бәрәкәтенә ирешер өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк. Өр-яңы мөсәлгә тормошобоҙҙоң ысын хужаһы булып аяҡ баҫайыҡ.