

Исеме лә, үҙе лә моңдан яралған тиерһең – Гөлшат. Уның моңо башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас ҡыйыу, шул уҡ мәлдә наҙлы, иркә лә. Берсә шаярып ҡына әпәүләй, берсә ғәйрәтле һулыш өрөп, яныр усаҡҡа ташлағандай.
Ҙур сәхнәгә бала саҡтан ынтылғандарҙың яҙмышында ҡабатланған матур күренеш: ағас ултырғысҡа баҫтырып, микрофон урынына ағас ҡалаҡ тоттороп йырлатыуҙар, йырлауына һоҡланыуҙар, дәррәү ҡул сабыуҙар бәләкәй Гөлшатҡа ла насип була. Өфөләге дүртенсе музыка мәктәбендә шөғөлләнә, үҙе уҡыған 20-се башҡорт гимназияһында ла бер концертты ҡалдырмай, гел ҡатнаша. Сәнғәт юлынан китергә ниәтләп йөрөгән ҡыҙҙың һуҡмағы сығарылыш класында уҡығанда, университеттың тарих факультеты тирәһенә боролош яһап ала. Уны бер ниндәй һынауһыҙ уҡырға алырға тейеш булалар. Был мәғлүмәттән, Гөлшаттың тарихсы булып китеүен күҙ алдына килтерергә тырышып ҡараным. Әллә күпме аспиранттар сығарып, фән ғалимдары әҙерләүгә көс һалыр... Тарихи шәхестәребеҙ хаҡында яңынан-яңы мәғлүмәттәр туплап, улар хаҡында ғилми хеҙмәттәр менән сығыш яһар ҙа ине. Бөтә яҡтан килгән кеше бит, тәҡдире ҡушһа, уҡытыусы, йә табип та үҙенә килешер ине. Ләкин ул бала саҡ хыялына хыянат итә алмай, сәнғәтте һайлай.
Гөлшат, һәр ваҡыт тырышлығы, таланты менән алдырып өйрәнгәнгә, алдына сығып торған ауырлыҡтарға бер ҙә иғтибар итмәй. Өфө сәнғәт институтында Ғабдулла Ғиләжев етәкселегендәге Сибай театры өсөн махсус төркөмдә уҡый. Беренсе курста, легендалар буйынса эшләгәндә, Гөлшат «Һары ла сәс» легендаһында төп ролдә уйнай. Икенсе курста Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән өҙөктәр әҙерләгәндә, «Ай тотолған төндә» драмаһынан әхирәте менән Зөбәржәт һәм Шәфәҡ сәхнәһен күрһәтәләр. Баш ҡалала тыуып үҫкән ҡыҙ ауыл мөхитендә тәрбиәләнеп, тик туған телдә генә аралашып үҫкән тиҫтерҙәренән бер нисек тә айырылмай.
1995 йылда, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге драма театрында Заһир Исмәғилевтың Баязит Бикбай либреттоһына яҙылған «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын әҙерләй башлайҙар. Наза ролен уйнарға тейешле йырсы актриса Алһыу Бәхтиеваның тап ошо мәлдә декрет отпускыһына сығыр ваҡыты етә. Режиссер Дамир Ғәлимов Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева менән Өфөгә, сәнғәт институтына төп роль өсөн йырсы актриса эҙләп киләләр. Бер нисә ҡыҙҙы тыңлап ҡарағас, Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы Гөлшат Ғәйсинаға ынтылып: «Ошо ҡыҙыл нәскиҙәге ҡыҙҙы алып ҡайтабыҙ! » – ти... Тормошта бер хәрәкәт тә бушҡа яһалмай, бер осрашыу ҙа эҙһеҙ үтмәй, тиҙәр бит. Был осраҡта ла шулай килеп сыға. 1995 йылдың 15 мартында, Гөлшат Ғайсина, икенсе курс студенты, ун туғыҙ ғына йәшендә Сибай театрында үҙенең тәүге ролен – Назаны уйнай. Ролде сығарыр алдынан тынғы бирмәгән күпме йоҡоһоҙ төндәр, тулҡынланыулы көндәр сыуалышында йәшәгәндер йәш ҡыҙ, тамашасы өсөн ул мөһим түгел. Халыҡ был сығышты көттө, һәм, ниһайәт, көтөп алды. Уны ысынбарлығында, Гөлшатса Назаны яратты ла ҡуйҙы! Ә Гөлшат һуң, был уңышты, тамашасының ихлас һөйөүен тыйнаҡ ҡына ҡабул иткәндәй күренһә лә, күңел ҡуҙғалыуын, йөрәгенең тәненән айырылып сығырҙай булып ярһып тибеүен бары үҙе генә һиҙгәндер. Бер айҙан, апрель айында «Ҡоҙаса» менән театр Салауатҡа «Театр яҙы» фестиваленә юлланды. Фестивалдең 12 призының дүртәүһен Сибайҙар алып ҡайтты. Бындай еңеүҙән һуң, йырсы актриса булмай ҡара!..
Сәнғәт институтын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Гөлшат баш ҡалала, әсәһе янында ҡала. Быны ла ул яҙмыш ҡушыуы тип ҡабул итә алыуы менән бәхетле. 1997 йылдың көҙөндә Милли йәштәр театрына эшкә сыға.
Күңел һалып башҡарылмаған хеҙмәттең бәрәкәте булмай. Ундай хеҙмәт емешенең тәме лә әсерәк, миңә ҡалһа. Ә Гөлшат, инде тырышлыҡтың ниндәй тәмле емеш биреүен татып өлгөргән актриса булараҡ, театрҙағы тәүге көнөнән эшкә рәхәтләнеп сума. Репетициялар, гастролдәр, спектаклдәр, концерттар, осрашыуҙар – уның өсөн тормош мәғәнәһенә әйләнә, тиһәм дә артыҡ булмаҫ. Венер Камалов менән сығарған дуэттары ғына ла ни тора!
Т. Миңнуллиндың “Ен алыштырған” әкиәтендә Енһылыу, Н.Асанбаевтың «Ҡыңғырау сәскә»һендә – Гөлдәр, М.Кәримдең – «Ҡыҙ урлау» комедияһында – Йәмилә, Т. Ғарипованың «Ғилмияза»һында – Ғилмияза, М.Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!»ында – Агазия, Н.Ғәйетбайҙың «Ауылға ҡыҙҙар килде» комедияһында – Ләйсәндәрҙән башланған ижад юлы бөгөн Т. Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү»ендә – Диләфрүз, М.Буранғоловтоң «Башҡорт туйы» романтик драмаһында – йырларға яратҡан шаян Йәмилә, М.Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндә – Оксана, М.Багаевтың «Аҡса булһа, бер муҡса» музыкаль комедияһында Сөмбөлә кеүек йырлы-моңло ролдәре менән тамашасы һөйөүенә ҡойоноп йәшәй. «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндәге Оксана – республикала ғына түгел, Ҡазан, Мәскәү тамашасыһын хайран ҡалдырыуы менән ҡәҙерле. Быларҙан тыш, режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтоң «Ел аулаусы» фильмында Гөлсара, Айнур Асҡаровтың «Өс таған»ында – Гөлйемеш, йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның «Дауалаусы дошманым» фильмында атаһын дауаханаға алып килеүсе ҡатын, режиссер Булат Йосопов ҡуйған кинофильмдарҙа: «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» – Гөлсәриә, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»та – Мәрәһимдең ҡатыны, «Беренсе республика»ла – Маһруй Хоҙайбирҙина образдарын кәүҙәләндерҙе.
Маһруй... Революционер, журналист, шағир Шәһит Хоҙайбирҙин менән ике йыл ғына йәшәп ҡалған, артабан етмеш йылдан ашыу ошо исемде күтәреп, киләсәк быуынға еткерә килгән герой ҡатын ул. Оло мөхәббәткә эйә шәхес тормош иптәше менән бергә заман көрәшенең ауырлығын тоя белгән, хәүеф-хәтәрен дә кисерә. Улай ғына түгел, ҡыҙын, Тамараһын да (Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, балерина) атаһының исеменә тап төшөрмәҫлек итеп тәрбиәләй ала. Фильмда бер генә эпизодта, Маһруй Хоҙайбирҙина ҡыҙын Ленинградтағы хореография училищеһына ебәреү өсөн экзаменға алып килә. Ролдең бер һүҙе юҡ. Әммә бер минутлыҡ ролде уйнар өсөн Гөлшат Ғайсина Маһруй Хоҙайбирҙинаның тормошо хаҡында мәғлүмәттәр өйрәнә. Үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ итеп алғас, образды тамашасы хөкөмөнә ысынбарлыҡҡа яҡын итеп сығарырға тейешлеген белеп эшләй. Етмәһә, Маһруй Хоҙайбирҙинаның ҡыҙы Тамара Шәһит ҡыҙының сәнғәт институтында эшләгән йылдарында Гөлшат Риф ҡыҙына уның дәрестәренә йөрөү бәхете эләккән!
Актриса өсөн һәр роль – айырым ғүмер. Улар өҫтөндә эшләгәндә, ошо ғүмерҙе йәшәү зарур. Быларҙан тыш, һәр геройыңдың төрлө холоҡтарын үҙ итә белергә лә кәрәк, шунһыҙ һин тыуҙырған образ тулы килеш тамашасы күңеленә барып етмәүе лә мөмкин. Ә шул ваҡытта үҙеңде икеләнеү-һыҙланыуҙарҙан, юғалыуҙан һаҡлап алып ҡалыуы ауыр түгелме икән?.. Әлбиттә, еңел түгелдер. Әммә һәр роленән актриса яҡшылыҡҡа өйрәнә, үҙен үҫтерергә, байытырға тырыша. Был – һәр кемгә лә бирелмәгән шарттыр. Юҡҡа ғына актер һөнәрен шахтерҙарҙыҡы менән сағыштырмайҙар.
Көндәлек тормошта туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтылыусылар менән аралашыу ҙа анһат, улар үҙ эше тураһында ихлас әңгәмәләшә. Әле Гөлшат илһамланып китеп бер нисә йылдар буйы Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район, ҡала, ауылдарынан йыйылған һәләтле балалары өсөн ойошторолған Республика Башлығы Яңы йыл шыршыһында Ҡарһылыу булып сығыш яһауын бәйән итә:
– Балаларыбыҙға мөғжизәгә ышанырға ярҙам итәйек. Мөғжизәгә инанғандар ғына уның ысынбарлыҡҡа әйләнеүен күрәсәк.
Был һүҙҙәр ҙә буштан алынмаған, бынан дүрт йыл элек, Гөлшат, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында балалар театр студияһы ойоштороп ебәрҙе. Үрҙәге әйтелгән мөғжизәгә ышандырыу ниәте лә бар һымаҡ был эштә. Уның тәрбиәләнеүселәре – баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары мөкиббән китеп театр сәнғәте серҙәренә өйрәнә. Дәрестәренең нисек үткәнен ҡарап торғаным булды: Гөлшат Риф ҡыҙы уҡыусыларынан, уҡыусылары – етәкселәренән өйрәнә кеүек. Актриса уҡыусылары әйткәнде оло ихтирам менән мәҙәни кимәлдә ҡабул итә. Уҡыусылар иһә, уҡытыусының ым-ишаратын, хатта күҙ ҡараштарын да диҡҡәт менән, күңел биреп ала, аңлай беләләр. Бер-береһенә ҡәҙер, һөйөү аша мөрәжәғәт итеүҙәре күҙгә ташлана. Сәнғәт – матурлыҡ донъяһы, унда бүтәнсә мөмкин түгел.
Республикабыҙ мәҙәни усаҡтары араһында йәш һаналған, үҙе утыҙ йыллыҡ тарих һаҡлаусы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлшат Ғайсина бар булмышы менән йөрәктәргә йылы бөркөп, йәшәйешебеҙгә ҡот өҫтәп йәшәй.
Рәзилә Ырыҫҡужина.