Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
11 Ноябрь 2021, 16:50

Нисек ошо йәшкә еттегеҙ?

– Һеҙ, моғайын, бер ваҡытта ла эсмәгәнһегеҙҙер? – Нисек инде улай? Көнөнә өс яртыны кәгәм...

Нисек ошо йәшкә еттегеҙ?Нисек ошо йәшкә еттегеҙ?
Нисек ошо йәшкә еттегеҙ?

Ҡаланан килгән журналист урам буйында битен һыр баҫҡан сал сәсле ҡартты осратып, уның оҙаҡ йәшәү сере менән ҡыҙыҡһына. 
– Һеҙ, моғайын, бер ваҡытта ла эсмәгәнһегеҙҙер?
– Нисек инде улай? Көнөнә өс яртыны кәгәм...
– Тимәк, һеҙ тартмайһығыҙ?8
– Юҡ, көнөнә өс ҡап та етмәй...
– Әә, ҡатын-ҡыҙ менән бөтөнләй сыуалмайһығыҙҙыр...
– Һеҙ бигерәк минән көләһегеҙ! Мин һеҙгә нормаль кеше түгелме әллә?!
– Ул ваҡытта нисек итеп ошо йәшкә тиклем етә алдығыҙ?
– Нисек инде "ошо йәшкә тиклем?!" Миңә 32 генә бит әле.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас